Эремсек тултырылған татлы борос

Ярты килограмм татлы борос, 1 йомортҡа, 1-2 помидор, 150 грамм эремсек, 2 ҡалаҡ үҫемлек майы, тәменсә тоҙ, борос, йәшел тәмләткес үләндәр кәрәк.

Боросто йыуып, уртаға ҡырҡабыҙ, орлоҡтарын алабыҙ. Эремсеккә йомортҡа һытабыҙ, ваҡлап туралған помидор, тоҙ, борос, тәмләткес үләндәр һалып болғатабыҙ.
Боростоң эсен тоҙ менән ышҡып, эремсекле эслекте тултырабыҙ. Майланған табаға боростарҙы һалабыҙ. Араларына помидор киҫәктә ре теҙеп сығырға мөмкин. Мейестә 15-20 минут бешерәбеҙ.

Г. РАФАТОВА әҙерләне.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook