Балалар өсөн иҙелмәләр

Көҙгө муллыҡ... Витаминдарға бай еләк-емештең һәр төрөн татып ҡарап, уларҙы балаларыбыҙ өсөн ҡышҡылыҡҡа әҙерләп ҡуйыр мәл етте.

Иҙелмәне һалыр өсөн бороп асыла торған балалар аҙығы банкалары уңайлы. Уларҙы таҙа итеп йыуып, 5 минут дауамында стерилләргә кәрәк. Быны быу өҫтөндә тотоп та, мейескә ҡуйып та башҡарырға мөмкин.

Алманың тышын әрсеп, үҙәген алырға ла эмаль кәстрүлгә һалырға. Бер аҙ ғына һыу һалып, алма йомшарғансы быҡтырырға. Һыуынғас, ваҡ иләк аша үткәрергә йәки блендер ярҙамында иҙергә. Шунан иҙелмәне ҡайнау хәленә еткерергә лә стерилләнгән банкаларға һалып ябырға. Шуныһы – иҙелмәгә шәкәр кәрәкмәй.

Армыт (груша) иҙелмәһе лә шулай яһала. Әммә артыҡ татлыһынан иҙелмә ҡырҡыу булыуы бар. Бындай саҡта уға тәме әскелтерәк иҙелмә ҡушырға мөмкин. Мәҫәлән, алма, ҡара емеш иҙел­мәләрен.
Шафталы (персик), ҡара емеш (слива), өрөктө лә осһоҙораҡ сағында алып, ҡышҡылыҡҡа әҙерләп ҡуйырға була.
Емештәрҙе туңдырып һаҡлау бигерәк яйлы. Ҡышын уларҙы туңдырғыстан сыға­рып, бүлмә йылылы­ғында иретергә генә ҡала. Кескәйҙәр өсөн иҙел­мәләрҙе лә туңдырып әҙерләргә мөм­кин. Еләк-емеште йыуып, әрсеп, таҙартып, йомшарғансы быҡтырырға ла иләк аша үт­кәрергә кәрәк. Бер ашарлыҡ ҡына итеп бүл­геләп, туңдырғысҡа урынлаштырырға. Туң­дырыр өсөн пластик һауыттар һәйбәт, бигерәк тә йогурттан бушағаны уңайлы. Быяла банкалар иһә ярылып ҡуйыуы бар.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook