Әбейҙәр сыуағының тылсымын тойоп

Ғәҙәти балалар майкаһын алығыҙ. Балаға кейҙереп үлсәп, биле тәңгәлендә ҡырҡып ҡыҫҡартығыҙ. Күлдәктең өҫкө яғы әҙер. Итәген ике киң балитәктән әҙерләргә була. Бының өсөн 45 – 60 сантиметр киңлегендәге 1 метр оҙонлоғонда туҡыма киҫәге кәрәк буласаҡ. Туҡыма киҫәген “ҡулса” итеп тоташтырып сығығыҙ. “Ҡулсаның” ситтәрен матурлап тегеп, уртаһына резинка беркетеп ҡуйығыҙ. Әҙер итәкте өҫкө яғы менән тоташтырып сыҡһағыҙ, шаһинә өсөн күлдәк әҙер!

Бындай балитәктәрҙе күберәк итергә була. 15 – 20 сантиметр киңлегендәге туҡымаларҙан әберкәләрҙе ябай итәккә лә, эске итәккә лә тегеп сығырға мөмкин. Хәҙер инде күлдәкте күңелең ҡушҡанса биҙәргә генә ҡала.
Беҙ күлдәктәрҙең береһен ҙур сәскә менән биҙәнек. Бындай биҙәүестәр туҡыма таҫмаларҙан эшләнә. Уларҙы бер яғынан йыйып тегергә лә уртаһынан тарттырып сығырға кәрәк. Ошо уҡ ысул менән бер нисә бәләкәй сәскә әҙерләп тә була.
Уртаһын сағыу төймә йәки мәрйен менән биҙәргә мөмкин.
Йондоҙ СУЛПАНОВА.
Александр ДАНИЛОВ фотолары.
Александр ДАНИЛОВ фотолары.
Теги: