Йәшәү маһирлығы
Өләсәйем Фәниә Шәймөхәмәтова Балтас районының Юғары Ҡарыш ауылында йәшәй.
Өләсәйем – береһенән-береһе уңған, булдыҡлы, аҡыллы, белемле дүрт ул һәм бер ҡыҙҙың хөрмәтле әсәһе. “Балаларым – иң ҙур байлығым!” – тип ғорурланып ҡабатларға ярата ул. Ғорурланырлыҡ та шул: атайым Филүс – инженер, “Үҙәк” МТС-ының Балтас бүлексәһе етәксеһе, Фәнис ағай физика һәм математика уҡытыусыһы, унан мәктәп һәм приют директоры булды, әлеге ваҡытта – район мәғариф бүлегенең үҙәкләштерелгән бухгалтерияһын етәкләй. Вәхит ағай – фельдшер, күп йылдар инде ашығыс ярҙам бүлегендә эшләй. Әлиә апай – “Яңауыл таңдары” гәзите редакцияһы хеҙмәткәре. Ильяс ағай – спортсы, гер күтәреү буйынса республика һәм Бөтә Рәсәй ярыштары еңеүсеһе, үҙе кеүек көслө һәм сәләмәт рухлы уҡыусылар тәрбиәләй.
Өләсәйем менән олатайым бөтә балаһына ла йорт һалырға ярҙамлашты. Әлеге ваҡытта Ильяс ағайыбыҙ ғаиләһе менән төп йортта йәшәй, яңы урында өй күтәрә. Ғаиләбеҙҙе йыш ҡына ҙур караптай күҙ алдына килтерәм мин. Өләсәй – уның штурвалы артында туҡталырға, ҡаршы тулҡындарға бирешергә ирек бирмәй, тормоштоң әсе елдәренән ҡурҡмай, гел алға алып бара. Бына шундай көслө ул минең өләсәйем!
Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, хеҙмәт ветераны. 30 йылдан ашыу ғүмерен балалар тәрбиәләүгә бағышлаған. Башланғыс синыф балаларын уҡытҡан. Уҡыусылары ла ярата уны, һаман да һағынып өйөнә киләләр. Үҙе лә мәктәптә – ҡәҙерле ҡунаҡ.
Балалары, ейән-ейәнсәрҙәре менән килеп тыуған хәлдәрҙән дә сабырлыҡ һәм аҡыл менән сыға белә ул. Үткер фекерле, љатмарлы тормошсан мәҡәлдәр, әйтемдәр теленән һибелә генә! Өләсәйемдән эшкә өйрәнеүе рәхәт: шундай яйлы ғына итеп аңлата, эшләп күрһәтә – еңел генә ҡоймаҡтар бешкәнен, ойоҡбаштар бәйләгәнен һиҙмәй ҙә ҡалаһың. Ул балаларын, килендәрен шулай ипле генә итеп байтаҡ эшкә өйрәткән. Хәҙер беҙҙе, үҙе әйтмешләй, тормошҡа әҙерләй. Һәр кәңәшен “аҡыл һандығына” һалып ҡуябыҙ. Сөнки өләсәй-олатайҙарыбыҙ исеменә тап төшөрмәй, нәҫелебеҙ данын киләсәктә лә яҡшы эштәр менән дауам итеүҙе бәләкәйҙән үҙебеҙгә маҡсат итеп ҡуйғанбыҙ. Беҙ яҡын кешеләребеҙҙән бер насарлыҡ күрмәй үҫтек. Тимәк, үҙебеҙ ҙә балаларыбыҙҙы ошо лайыҡлы үрнәктә тәрбиәләргә, матур йәшәргә бурыслыбыҙ.
Өләсәйем – ҡул эштәре оҫтаһы. Был һөнәргә уны әсәһе Бибинур өйрәткән. Элек, магазин кәштәләрендә әйбер булмағанда, өләсәйемдән күлдәк тектертеп йә берәй әйбер бәйләтеп алыр булғандар. Уның яңылыҡҡа ынтыла торған иҫ киткес матур сифаты бар. Әйтәйек, ауылда яңы биҙәкле бейәләй йәки урындыҡ япмаһы модаға керҙе, ти. Өләсәйем әхирәттәренән был алымды бик тиҙ өйрәнеп ала һәм бөтәбеҙгә лә матур итеп бәйләп бүләккә тарата.
Яңы сыҡҡан көнкүреш техникаһын да тирә-яҡта беренселәрҙән булып үҙләштерә бара ул. Электр йөн иләгесе, кеҫә телефоны, автомат кер йыуыу машинаһы менән рәхәтләнеп ҡуллана, скайп аша балалары менән һөйләшә.
Ә өләсәйем бешергән ҡамыр аштарының тәмлелеге – телеңде йоторлоҡ! Унан туйҙарға, байрамдарға бауырһаҡтар, икмәктәр, бәлештәр бешертеп алалар.
Баҡсаһында нимә генә үҫмәй уның! Йәшерәк сағында, әле күптәр ер еләге, кәбеҫтә кеүек емеш-еләк үҫтермәгәндә, өләсәйем үҫентеләрҙе ауылдаштарына ла таратҡан. Ҡышҡылыҡҡа әҙерләгән ҡайнатмалары ла тәмле, үҙенсәлекле була уның. Түтәлдән дә һыйланырға рөхсәт бирә: “Үҙегеҙ ҙә еләк кеүекһегеҙ, һеҙҙең өсөн үҫтерәм, ашағыҙ туйғансы!” – ти.
“Хәрәкәттә – бәрәкәт. Быуындарым яҙылһын, арымаһаң, йоҡо йоҡо булмай ул”, – ти ҡәҙерлебеҙ, беҙҙе таң ҡалдырып. Ирекһеҙҙән, компьютер янынан ҡуҙғалмай ултырған үҙеңде өләсәйҙән олораҡ итеп һиҙә башлайһың…
Өләсәйем – кешеләр менән дөрөҫ аралашыу, уртаҡ тел табыу, дуҫ йәшәү өлгөһө лә. Бер ҡасан да бер кем тураһында ла насар һүҙ һөйләмәй. Уға ҡарап, мин шундай һығымтаға килдем: “Маҡтаған һайын кеше яҡшыраҡ булырға тырыша. Маҡтау, йылы һүҙ кешене ҡанатландыра. Икешәр килен менән бергә йәшәгән саҡтары ла булған уның. Килендәрен “Алтын бағаналарым” тип атай ул.
Сирләһә лә, ауырһынып, зарланып ултырмай. Үләндәр ҡайнатып, шунда уҡ дауаланыр әмәлен таба. Һәр нәмәне яҡшылыҡҡа юрай.
Өләсәй 26 кешенән торған оло ғаиләбеҙҙе туплауҙы үҙенең маҡсаты итеп күрә. Мосолман байрамдарын, өмәләрҙе гел бергә үткәрәбеҙ. Бындай минуттар изге, йылы хистәр менән күңелдәрҙә һаҡлана.
Өләсәйем Фәниә Ғәлимйән ҡыҙы менән олатайым Әхнәф Миңнеғәли улы Шәймөхәмәтовтарҙың 45 йыл бергә татыу ғүмер кисереүҙәре, һәр ваҡыт, һәр эштә бер-береһенә терәк булыуҙары тураһында яҙып китмәһәм, мәҡәләм тулы булмаҫ ине. Олатайыбыҙ – нескә күңелле, бала йәнле кеше. Ул бала сағында етемлек, аслыҡ, ҡыйырһытыуҙар ғазабы күреп үҫкән. Шуға ла күңеле моңло. Баянда һәм тальянда өҙҙөрөп уйнай, йөрәктәргә үтерлек итеп йырлай ул. Йәш саҡтарында улар ауылда үткән һәр мәҙәни сараның сағыу биҙәге булған.
Бына ошондай ауыл һәм район күрке булып, гөрләтеп йәшәгән матур кешеләрҙең ейәнсәре мин. Хоҙайҙан мин уларға йән тыныслығы, бәхетле ҡартлыҡ, сәләмәтлек теләйем!
33kv.ru

Эльвина Шәймөхәмәтова
Балтас районы
Балтас районы
Теги: