Теге донъя

Урал ЮЛДАШЕВ

Хикәйә


Теге донъяУрал Юлдашев 1948 йылда Стәрлебаш ауылында донъяға килгән. Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлағас, Мәскәүҙә ординатура, аспирантура тамамлай, кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. Урал Тимербулат улы әле Ҡаҙағстанда йәшәй, Алматы ҡалаһының Акушерлыҡ, гинекология һәм перинатология үҙәгендә эшләй, оҙаҡ йылдар реанимация бүлексәһе мөдире була. Тәүге хикәйәһен 2005 йылда яҙа, шунан бирле уның ижад ялҡыны һүрелмәй, яңынан-яңы әҫәрҙәре тыуып ҡына тора. Уҡыусыбыҙ иғтибарына тәҡдим ителгән “Теге донъя” әҫәре “Алматы хикәйәләре” тигән йыйынтыҡҡа инә. Урал Тимербулат улы “Пугачёв полковнигы Ҡаранай Моратовтың тарихы” тигән китап та яҙған. Уның әлегә бер ҙә баҫылғаны юҡ. Яҡташыбыҙ рус телендә ижад итә.

Теге донъя бармы ул? Ер йөҙөндә йәшәгән халыҡтың бер өлөшө был һорауға ыңғай яуап бирә һәм ҡалғандарҙы ла ышандырырға тырыша. Ҡайһы бер телепрограммалар ҙа “кадр артында” тормош барлығына бер мыҫҡал да шикләнмәй. Ә беҙ оҙаҡ фәлсәфә һатып тормай ғына булған хәлгә күсәйек.

Бер заман Ғайса Мусаевич тигән кеше, мәрхүм булып, теге донъяға барып эләгә. Светофорҙың ҡыҙыл утына ашығып йүгереп сығып барғанында машина бәреп йыға уны. Теге донъяға эләгеүендә кемделер ғәйепләргә уйламай былай. Ә шулай ҙа ул мәлде светофор үтә бурҙатланып, үтә асыуланып янған төҫлө тойолғайны. Өҫтәүенә, ҡатыны Клара Сәмиевна шылтыратты: көтмәгәдә сырхап киткән әсәһе янына барырға тейештәр икән – эш көнө тамамланғас та йәһәтләп ҡайтып етергә кәрәк.

Теге донъяла Ғайса Мусаевич ошондай күренештең шаһиты булды: ниндәйҙер үтә күренмәле йән эйәләре арлы-бирле сабыша, осоп та, йүгереп тә китәләр, ҡайһы берҙә һә тигәнсе бер ерҙән икенсе ергә күсәләр. Күбеһе әләм-һәләм кейенгән, эйе, үлгән сағында нимәлә булһа – шул кейемдәләр. Ҡайһылары бөтөнләй шәрә. Тик был хәлдән берәүһе лә уңайһыҙлыҡ кисермәй, хатта, киреһенсә, бер-береһе менән ихласлап гәпләшәләр, дөрөҫөрәге, телепаттар шикелле һүҙһеҙ генә аралашалар. Ғайса Мусаевич – бындағы халыҡ араһында иң арыу кейемдәге кеше, сөнки эштән ҡайтып барған сағы ине бит. Тубығы ҡабарыңҡы ҡараһыу зәңгәр джинсы, аҡ төҫтәге еңһеҙ футболка кейгән, ҡулында – бухгалтерҙар тотоп йөрөй торған, ышҡылып бөткән күн портфель.
Тирә-йүн тып-тын. Ғайса Мусаевич, бындай күренештән бер аҙ күңеле ҡайтып, үпкәләгәндәй ҙә итте. “Ожмах бар, тамуҡ бар, тип һөйләгән булалар бит әле, имеш”, – тигән күңелһеҙ генә уй үтеп китте башынан. Шул саҡ эргәһендә мөдирлек итеүсегә оҡшаған, күрмәлекле генә ҡиәфәтле ир пәйҙә булды.
– Һеҙ бында күптәнме? – тип һораны ул.
– Бына, килдем генә, – Ғайса Мусаевич һис бер аптырауһыҙ шулай тип яуап ҡайтарҙы.
– Һеҙ әле бүлеү бүлегендә, хәҙер Һеҙҙе тәғәйенләнешегеҙ буйынса оҙатырбыҙ, – тине ир кеше.
– Ә ҡайҙа?
– Бүлеү комиссияһы эшләй, тиҙҙән ҡарарҙы алырһығыҙ, – тине лә кешекәй юҡ булды.

Ғайса Мусаевич эленке хәлдә кеүегерәк тороп ҡалды, хәйер, ул ысынлап та эленеп тора ине – ултырмай, аяҡта тормай, ә арауыҡта эленеп тора. “Ауырлыҡ юҡмы икән ни бында? – тип уйланы ла үҙенең ысынлап та уйлау халәтендә булыуын шәйләне. – Мин уйлайым, тимәк, мин бар, – уға ҡыҙыҡ була башланы, – ә мин бында нисек килеп эләккәнмен, бында мин нимә эшләйем?”

Фекерҙәренең эҙмә-эҙлелеге табылғандай булды. Томанлы ғына рәүештә юл аша йүгереп сығып барғанын иҫләне. “Тимәк, мин үлгәнмен. Әле йәшмен дә инде, миңә үлергә иртәрәк түгелме икән ни? Ә квартал отчеты ни эшләр? – тигән уй мейеһен ярып үтте. – Былай булғас, мин ҡайҙа һуң?”
– Теге донъяла, – тип яуап бирҙе ҡапыл яңынан пәйҙә булған мөдир.
– Ә мине ҡайҙа ебәрерҙәр? – тип һораны Ғайса Мусаевич.
– Әлегә бер ҡайҙа ла түгел, – тине теге, – сөнки Һеҙ бер яманлыҡ та ҡылмағанһығыҙ, яҡшылыҡтарығыҙ ҙа булма­ған. Шунлыҡтан Һеҙҙе ожмахҡа оҙатырғамы, тамуҡҡамы – хәл итеү ауыр. Бәлки, әлегә ҡайтып торорһоғоҙ, ожмах­тан да, тамуҡтан да кире боролоп булмай бит, юғиһә.
– Кире ҡайтырға? – тәҡдим уны көрсөккә ҡуйҙы. – Бында мин күпме тора алам?
– Күпме теләйһегеҙ – шунса. Ҡәҙимге тормошҡа ҡайтып, берәй яҡшы йәки яман ғәмәл ҡылырға мөмкинлегегеҙ бар. Ул сағында беҙгә икеләнергә урын ҡалмаҫ.
– Тик бында яңынан килер өсөн мин үлергә тейеш буламмы?
– Уныһы мотлаҡ.
– Ә кире ҡайтырға ла башҡа килмәҫкә мөмкинме?
– Иртәме-һуңмы, бөтәһе лә бында буласаҡ – тәбиғәт ҡануны шулай, – тине мөдир, өмөтһөҙлөк сәсеп.
– Ә нисә тапҡыр килеп ҡайтырға була? – Ғайса Мусаевич һорауына үҙе лә аптырап, ғәжәпләнеп ҡуйҙы.
– Белмәйем, кемгә нисек тура килә инде, – тип уйсан ғына яуап бирҙе тегеһе.
– Ә ҡәҙимге тормошҡа мин нисек ҡайта алам? – Ғайса Мусаевичты мәсьәләнең һәр яғы ҡыҙыҡһындырҙы.
– Ана тегендә ишек бар, – тип бармағы менән өҫкә төртөп күрһәтте мөдир.

Ғайса Мусаевич үргә табан талпынды ла, ишекте еңел генә асып, сығып та китте. Шул мәлендә үк бөтә тәненең һыҙланғанын тойҙо ул. Бөтә ере – башы, ҡулдары, аяҡтары – ауырта, эсе бигерәк түҙгеһеҙ. Ул күҙен асты.
– Әһә, күҙен асты бисараҡай, ҡотҡарып булмаҫ тип уйлай башлағайныҡ инде. Бик ныҡ имгәнгәнһең шул. Сестра, ауырыуға – ауыртыуҙы баҫҡыс укол! Йәһәт!

Табип икенсе пациент янына ашыҡты, унда күрһәтмәләр биреүен дауам итте. “Реанимацияла ятам икән, – Ғайса Мусаевич ҡайҙалығын тиҙ аңланы, – ҡыйын бигерәк, ниңә генә кире әйләндем инде?” Тик көслө дарыу уны шунда уљ йоҡоға талдырҙы. Нисәлер сәғәттән уянып китһә – эргәһендә илауҙан күҙе шешенеп бөткән ҡатыны Клара Сәмиевна ултыра.

– Бөтәһе лә яҡшы, ҡәҙерлем, – тип һамаҡларға тотондо ул, ире күҙен асҡас та. – Табип тиҙҙән йүнәлерһең тине, тик әлегә берүк түҙ инде, йәнекәйем, беҙ һиңә аяҡҡа баҫырға ярҙамлашырбыҙ. Әсәй, ҡара әле, Ғайса уянды!

Ғайса Мусаевич ҡатыны менән ҡәйнәһенә хәҙер башҡараҡ күҙҙәр менән баға ине. Уларға ҡарап: “Эх, ҡайтмаҫҡа булған”, – тигән үкенесе яңырҙы ғына. Шул тиклем теге донъяға киткеһе килде! Күҙҙәрен сытырҙатып йомоп ҡараны – үҙгәреш булманы. Һыуға сумғандағы кеүек һулышын туҡтатҡайны – тағы теге донъяға барып сыҡты. Кәүҙәһе ауыртмай, сөнки ул юҡ, бары йәне генә, аңы ғына бында. “Кәүҙәм тегендә ҡалған да баһа, – тип шаҡ ҡатырғыс бер асыш яһаны Ғайса Мусаевич. – Йән булмағас, ул унда серей бит инде”.
– Һин комала саҡта йөрәгең һуға, кәүҙәң һинән башҡа ла, йәғни йәнһеҙ ҙә, йәшәй, – күҙ асып йомған арала пәйҙә булған мөдир уға аңлатма бирә һалды.
– Комала саҡта мин тегендә-бында күсеп йөрөй аламмы ни?
– Шулай инде.
– Ә бында рәхәт. Бер ерем дә ауыртмай, бер кем дә бәйләнмәй, ашағы ла килмәй, – Ғайса Мусаевич баҡыйлыҡтың уңайлыҡтарын барлап китте.
– Бында бер кемдең бер мәшәҡәте юҡ, тик һәр ҡайһыһының алдында “ҡайҙа ебәрерҙәр?” тигән бер генә һорау тора – ожмахҡамы, әллә тамуҡҡамы? Әммә был мәсьәләне Бүлеү Комиссияһы ғына хәл итә, – тине мөдир.
– Ә донъянан үҙ ихтыяры менән киткәндәргә мөнә­сәбәт ниндәй? – тип ҡыҙыҡһынды Ғайса Мусаевич.
– Улар менән мәшәҡәтләнеп тормайҙар – туп-тура тамуҡҡа оҙаталар. Аҡылдан яҙып ауырығандар, йәғни психтар, шунда уҡ ожмахҡа юллама ала. Күңел ғазаптары өсөн. Тик күпләп кеше үлтереүселәр менән генә бер ҡарарға килә алмайҙар, бер ҡараһаң, псих кеүектәр, икенсе яҡтан, бәндә йәнен ҡыйыусылар. Комиссия нисек хәл итә инде. Беҙгә бында, бүлгестә, барыбер. Ҡәҙимге донъяла ғына ғәҙеллек даулап бер булалар. Беҙҙә иһә бөтәһе лә ябай, эшебеҙ – тейешле яҡҡа оҙатып ултырыу ғына.

– Ожмахта нисек ул?
– Мин унда булманым, белмәйем, – тине лә мөдир бер аҙға ғына үҙ уйына сумды.
– Тамуҡтың ниндәй икәнен дә белмәйһегеҙме? – Ғайса Мусаевич аныҡ яуапҡа өмөтләнмәй генә һораны быныһын.
– Тамуҡтамы? – тине мөдир һорауҙы яңынан раҫлатырға иткәндәй. – Тамуҡта анһат түге-е-ел. Аңлайһығыҙ­ҙыр: һүҙ тән язаһы түгел, йән ғазабы тураһында бара. Бер көнлөк кәүҙә ер ҡуйынында ятып серей, ә йән йә ҡыуаныста, йә хәсрәт эсендә йәшәүен дауам итә. Атаҡ, шулай булмай һуң! Тамуҡта бик-бик ныҡ ғазапланалар, шул тиклем яфаланалар – ҡарап тороу ҡурҡыныс!
– Юҡ, минең унда эләккем килмәй, – тине лә Ғайса Мусаевич үргә атылды.
– Уф Аллаҡайым, саҡ аңына килде, – тигәне ишетелде ҡатынының. – Доктор, ул уянды!
Эргәһенә табип килеп баҫты. Күҙҙәренә ҡараны ла ғәжәпләнеүен белдерҙе:
– Аңы тулыһынса ҡайтҡан, һирәк осраҡ!

Ғайса Мусаевич дауаханала ике айлап ятты. Һөйәктәре ҡушылғансы, яралары уңалғансы, ҡабаттан атларға өйрәнгәнсе шул сама ваҡыт үтте. Тәүҙә ахирәт хаҡындағы хәтирәләр уға һис тынғы бирмәй йонсотто, үлгәс, ожмахҡа эләгерме, тамуҡҡамы – шул хаҡта баш ватты. Ләкин шифалы ваҡыт үҙенекен эшләне, тиҙҙән ул ҡәҙимге тормоштоң өҙлөкһөҙ ығы-зығыһына сумды ла барыһын да тиерлек онотто.

...Бер заман телевизорҙан “Экстрасенстар алышы” тигән тапшырыуҙы ҡарап ята ине. Танылған экстрасенс­тарҙың теге донъя тураһында бер ни белмәүен күреп, береһе менән осрашырға булды. Үҙендә ышаныс ғәләмәте тыуҙырғаны менән күрешеү тураһында һөйләшеп килеште. Билдәләнгән ваҡытҡа күрәҙәсенең йорто алдына килеп тә етте. “Үлгәс ҡайҙа эләгәсәгем тураһында һорашырға кәрәк, ожмах көтәме мине, әллә тамуҡмы?” – тип юл буйы нимә һорарын уйлап килгәйне. Үҙенең теге донъяла булып ҡайтыуы хаҡында бер ни әйтмәҫкә хәл итте.

Ишекте дәү кәүҙәле, ҙур һаҡаллы, оҙон сәсле урта йәштәрҙәге ир асты. Бәрәңге танауының тиреһе аҫтынан зәңгәрһыу булып күренеп торған ваҡ ҡан тамырҙары селтәре менән киң ялбыр ҡаштары иң тәүҙә күҙгә бәрелә. Ҡыҙыҡһыныу ҡатыш орошоулы ҡарашы гонаһлы бәндәгә баҡҡан хөкөмдарҙыҡы кеүегерәк ине.

Хужа Ғайса Мусаевичты кабинетҡа әйҙәне. “Бына ниндәй була икән тылсымсының эш урыны!” – тип уйланы ҡунаҡ. Кәштәләргә тышы туҙып бөткән ҡалын-ҡалын китаптар теҙелгән. Ҡайһылары сит телдәрҙә. Стеналарға төрлө бетеүҙәр эленгән, өҫтәлдә – ялтлап-бәллүрләнеп торған көмөш шар. “Сихыр-михыр менән дә булашалыр инде был”, – тигән уй башына килде.
– Миңә Шалам тип өндәшәләр. Йә, тарихығыҙҙы һөйләгеҙ, – экстрасенс ҡунаҡты ҡаршыһына ултыртты ла ҡарашы менән уға ҡаҙалды.
– Юл аша сығып барғанымда мине машина тапаны, табиптар әйтеүенсә, минең йөрәгем туҡталып торған. Оҙаҡ дауаландым, хәҙер иҫән-һаумын, эшләп йөрөйөм. Үлгәс, минең менән нимә булырын белергә теләйем. Йә минең ошо һорауыма яуап бирегеҙ, йә ул мине йонсотмаһын, шунан ҡотҡарығыҙ.
– Ҡулығыҙҙы бирегеҙ әле, – Шалам уның усын тикшерергә тотондо. – Ғүмер һыҙығы оҙон, йөрәгегеҙ таҙа, тик башығыҙҙа – буталсыҡлыҡ.
Шунан күрәҙәсе ҙур устарын Ғайса Мусаевичтың башына һалды:
– Һеҙ ниндәйҙер аныҡ ҡарарға килә алмай яфаланаһығыҙ, шулаймы? Ҡатынығыҙҙы яратмаһағыҙ – айырылығыҙ, айырылырға ҡулығыҙҙан килмәһә, һөйәркә табығыҙ. Кредитҡа машина һатып алығыҙ йә, бик булмаһа, ҡар кешеһе албаҫтыны эҙләргә тауҙарға китегеҙ. Ниндәй ҙә булһа ғәҙәттән тыш булған бер эш, батыр ғәмәл ҡылырға кәрәк. Һуңынан үҙегеҙгә-үҙегеҙ: “Мин БЫНЫ эшләнем!” – тиерлек булһын.

Ғайса Мусаевич күрәҙәсенән күңеле кителеберәк ҡайтты: “Ахирәттәге мөдир ҙә шулай тигәйне – былар алдан һүҙ ҡуйышҡан тиерһең!”

Бик оҙаҡ йәшәне Ғайса Мусаевич, көн дә бер минутҡа ла һуңламай конторына эшкә йөрөнө, әйткәнебеҙсә, ул бухгалтер ине. Кистәрен уйһыҙ-ниһеҙ телевизорға текләп үткәрҙе. Ҡатыны менән икәү генә йәшәйҙәр, балалары юҡ. Отпускылары баҡсала үтә, Ғайса Мусаевич түтәлдәргә һыу һибә, ҡарағат, еләк йыя, шунан ҡатыны менән икәүләп ҡайнатма бешерәләр, ҡыяр тоҙлайҙар. Донъя үҙ яйына ғына тәгәрәй ҙә тәгәрәй. Кредит, автомобиль алыу йә Гималайға сәйәхәткә китеү тураһындағы ҡатмарлы уйҙар менән баш ватырға ваҡыты ла ҡалмай. Дөрөҫөрәге, ундай фекерҙәр анда-һанда инеп сыға ул сығыуын, ләкин ҡаһарманлыҡтар ҡылыр кеше мин түгел инде, ти ҙә туҡтай Ғайса Мусаевич.

Дәрәжәһен арттырғандай, ҡорһағы ла үҫеп сыҡты, хәҙер инде ул бәҫен белеп кенә, ашыҡмай ғына атлап йөрөй торған ир-уҙаманға әйләнде. Урам аша сыҡҡанда ла элеккеләй йән-тәслим сапмай. Һирәк-һаяҡ ҡатыны Клара Сәмиевна менән күл буйына баралар, палатка ҡоралар, ул ҡармаҡ тотоп яр буйында ултыра, алабуғалар менән ҡыҫалаларға ҡарап ҡыуана. Кис күктә йондоҙҙар ҡабынғас ҡына уны ниндәйҙер хәүеф ҡатыш моңһоулыҡ баҫа. Усаҡ алдына ултырып ала ла, йондоҙҙарға ҡарап, теге донъя хаҡында уйҙарға сума. Ҡатыны, асыуланып, йоҡларға ятырға бойорғанға тиклем шулай ултыра ул.

Бер көндө уны баҡсала тәҙрә төбөндә генә эт абалағаны уятты. Трусиксан ғына көйө тышҡа йүгереп сыҡһа, күршеләрҙең ҙур уҫал эте кәртә башына менеп ҡасҡан бәләкәс кенә ҡара бесәй балаһына ырғылып-ырғылып өргәнен күрҙе. Меҫкен бесәй балаһының йөндәре тырпайған, ҡурҡышынан ҡалтыранып ултыра. Ә эт бына-бына уны тәпәйе менән эләктереп алыр төҫлө. Ғайса Мусаевич был эттән шөрләңкерәһә лә, таяҡ алып, ҡыуып ебәрҙе. Шунан дерелдәп торған тере йомғаҡты өйгә алып инде. Бесәй балаһы арлан булып сыҡты, күкрәгендә йондоҙҙай ғына аҡ табы бар, ҡойроғоноң осо ла аҡ ҡына, ә күҙҙәре һары ине. Клара Сәмиевна ла яҙмыштың көтөлмәгән был бүләгенә шатланды һәм, үҙенсәлекле төҫө менән шуҡлығына ҡарап, “Фырт” тип исем ҡушты.

Байтаҡ ваҡыт үтте. Ҡотҡарылған бесәй балаһы ҙур ҡара бесәй булып үҫеп етте. Ул баҡсала хужаға әйләнде, ҡоштар ауланы, ҡомаҡтар менән сысҡандарға ла көн бөттө. Тирә-йүндәге бесәйҙәр ҙә, хатта күршеләрҙең уҫал эте лә унан шөрләй ине. Ғайса Мусаевич эстән генә Фырт менән ғорурлана, уны иркәләтә. Ҡышҡылыҡҡа ҡәҙерле бесәйҙе ҡалалағы фатирҙарына алып ҡайталар. Бында инде ул замананың бөтә уңайлыҡтарынан файҙалана: “Вискас” та “Ките-Кэт” менән генә һыйлана, көндәр буйы тәҙрә төбөндә йоҡлай.

Шуға ҡарамаҫтан, нәҡ һөйөклө Фырты Ғайса Мусаевичтың көтөлмәгән үлеменә сәбәпсе булып ҡуйҙы. Яҙ етеп, баҡсаға күскәс, Фырт бер нисә көнгә юҡҡа сыҡты. Хәйер, һәр яҙ һайын шулай була торғайны. Тик был юлы үтә оҙаҡлап китте ул. Ғайса Мусаевич хәүефләнеп бесәйҙе эҙләргә сыҡты. Баҡсасылар ширҡәте буйлап йөрөй торғас, барып тапты: бейек электр бағанаһының башында ултыра ине ҡәҙерле бесәйе. Фыртҡа ныҡ ҡына эләккән: таланған, йолҡошланған, бер ҡолағы йыртылған, һыңар күҙе шешеп үк сыҡҡан. Ғайса Мусаевич саҡырһа ла, теге төшмәне, ныҡ ҡурҡҡандыр инде бисара. Ағай кеше баҫҡыс килтерҙе, тик баҫҡыс ҡыҫҡараҡ булып сыҡты, бағана башына тиклем буйы етмәне. Шуға бесәй хужаһы баҫҡыстың иң юғарғы баҫмаһына күтәрелде. Ошо аҙымы уны харап итте лә ҡуйҙы. Башы әйләнеп китте, тигеҙлекте юғалтты һәм – уф! – ергә осто. Ҡарашына эләккән иң һуңғы нәмә бесәйенең һары күҙҙәре булды.

Ғайса Мусаевич ахирәттә уянды. Бында һәммәһе лә уға таныш ине. Шунда уҡ таныш мөдир эргәһенә килеп баҫты:
– Туп-тура ожмахҡа эләгәһең. Ҡара бесәйеңдең үтенесе буйынса. Һин кескәй йән эйәһенең ғүмерен ҡотҡарғанһың. Ә был – бер ниндәй отошҡа йә табышҡа өмөт тотмаған иң саф изгелек, – тине ул.

Шул саҡ ап-аҡ ҡанатлы фәрештәләр осоп килде лә Ғайсаны күктәге ожмахҡа күсереп алып китте...

Әлфиә АҠБУТИНА тәржемәһе.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook