Игеҙәктәр дуэты

Игеҙәктәр дуэты“Гәлсәр һандуғас“та сығыш яһаусы игеҙәктәр Эльмира һәм Эльвира Ғилмановаларҙы ла тамашасылар яҡшы хәтер­ләйҙер. Был алсаҡ, сибәр ҡыҙҙар Ағиҙел ҡалаһында тыуған. Ә бала һәм үҫмер саҡтары Илеш райо­нының Андреевка ауылында үткән. Бөгөн ҡыҙҙар Ҡазандағы Әүхәҙиев исемендәге музыка колледжының һуң­ғы – 4-се курсында уҡып йөрөй.
– “Гәлсәр һандуғас“ фестиваленә килеп эләгеүебеҙ ҡыҙыҡ ҡына килеп сыҡты. Колледждың 2-се курсында уҡый инек. Шул саҡта Илеш райо­нында йәшәгән өләсәйебеҙ шылтыра­тып, ошо конкурста ҡатнашып ҡарар­ға әйҙәне. Иғланды ул телевизорҙан күреп ҡалған булған. Дуэт менән генә йырлайбыҙ, хәҙер айырым-айырым сығыш яһауҙы күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ, – ти ҡыҙҙар.
Йәш йырсыларыбыҙ сит яҡтарҙа ла тик ятмай. Хәҙер үҙҙәре моңло ла, күңелле лә йырҙар ижад итә икән. Башҡортостанда, күрше Татарстанда уҙған концерт, йыр-моң бәйгеләренә лә саҡырып торалар игеҙәктәрҙе.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook