Әҙәм затының әжәл сере
Беҙҙең бөтә тормошобоҙ ауырыу, үлем ҡурҡынысы сағылышында үтә, тиһәң дә арттырыу булмаҫ. Яҡын кешеңдең баҡыйлыҡҡа күсеүе, уның менән башҡа бер ҡасан да осрашмауыңды белеү үкенесе һәр ваҡыт ауыр тойғо уята. Ниңә мәрхәмәтһеҙ икән был донъя, тип әсенеп тә алаһың. Нисек кенә булмаһын, тетрәнеү, ҡайғы, юғалтыу ғүмеребеҙ буйына беҙҙе эҙәрлекләй, әйтерһең. Фанилыҡ йәнде ныҡлыҡҡа, даһилыҡҡа, камиллыҡҡа һынаған һәм ниндәйҙер яңы тормош өсөн әҙерләгән имтихандың сираттағы баҫҡысылыр, тип уйлап ҡуяһың.
Тыуым менән үлем – кешелек донъяһын тетрәткән һәм ҡапма-ҡаршылыҡлы фекерҙәр уятҡан Йыһандағы иң мөғжизәүи күренештер. Ахирәткә күсеү менән кеше йәне ҡайҙа була? Ул мәңгелекме? Әллә тән кеүек йәндең дә ғүмере сиклеме? Ябай кеше аңына һыймаҫтай ошо сетерекле һорауҙар инде нисәмә быуат әҙәм затына тынғылыҡ бирмәй. Физика, астрология өлкәһендәге һуңғы асыштар һәм күҙәтеүҙәр нәтижәһендә барлыҡҡа килгән яңы фараздар йәндең үлемһеҙ булыуын раҫлай. Әммә һығымталар яһарға иртәрәк. Бер кемдең дә әле “теге донъянан” ҡайтҡаны юҡ, тиер ине өлкәндәр. Ысынлап та, шулай. Ул даирә ентекле өйрәнеүҙе һәм кеше аңының ошо хәҡиҡәтте аңлап ҡабул итерҙәй кимәлгә етеүен талап итәлер, моғайын.
Ҡыҫҡа ваҡытлы үлем кисергән кешеләр, табип-реаниматологтар, медиумдар, әүлиәләр, күрәҙәселәр йәндең тәндән айырылғандан һуң ниндәйерәк халәттә булыуын тулыһынса тиерлек күҙ алдына баҫтырырҙай дәлилдәр килтерә. Йәндең сәйәхәте хаҡында тормошта булған ваҡиғаларға нигеҙләнгән әллә күпме китап яҙылған. Ер йөҙөндәге бөтә диндәр, әүлиәләрҙең боронғо яҙмалары йәндең үлемһеҙ булыуын инҡар итмәй. Тимәк, был хаҡта етди уйланырға урын бар.
Клиник үлем кисергән кешеләрҙең һөйләгәндәренә ҡолаҡ һалайыҡ: “Бөйөрөм сәнсеп ауыртыуға түҙә алмай, ашығыс ярҙам күрһәтеү бүлмәһендә ята инем, – тип үҙе менән булған хәлде бәйән итә ун алты йәшлек Эльдар. – Ҡапыл тороп баҫҡанымды аңғармай ҙа ҡалдым. Ниндәйҙер ҡараңғы киңлектә еңел генә хәрәкәт итеүемде тойҙом. Алдымдағы стеналар ҙа, ҡаршылыҡтар ҙа юғалды. Оҙон коридорҙан етеҙ осам, ҡаршыма ел иҫкәне лә һиҙелмәй. Ҡайһы тарафтарға осҡанымды белмәйем, әммә мине унда ниндәйҙер мөһим нәмә көткәнен аңлайым. Шуға ла тиҙерәк мораҙыма етеү – хыялым. Ниһайәт, күҙҙе ҡамаштырырҙай сағыу яҡтылыҡ менән уратылған урынға еттем. Эргәмдә кемдер бар икәнен тоям. Шул саҡ ҡаршымда ап-аҡ кейемле берәү пәйҙә булды. Мин уны нимә эшләптер фәрештә тип уйланым. Билдәһеҙ йән эйәһе бер һүҙ өндәшмәне, әммә унан ҡурҡыу ҙа, уңайһыҙланыу ҙа һиҙмәнем. Сөнки бөтә булмышынан тыныслыҡ, йылылыҡ, һөйөү бөркөлә ине”. Унан һуң Эльдар ҡапыл үҙенең кәүҙәһенә ҡайтҡанын аңлай. Ваҡытлыса теге донъяла булып ҡайтҡан кешеләрҙең кисерештәре ғәҙәттә оҡшаш һәм бер үк тәьҫораттарҙы һүрәтләй.
Күк көмбәҙе асыла, тибеҙ. Кеше йәне үлгән осраҡта ғына түгел, ә йоҡлаған мәлдә лә сәйәхәт итергә мөмкин, баҡтиһәң. Әлеге көндә эзотериктар, тәндең кәүҙәнән айырылып, йыраҡ араларға ла осоп етә алыуы бер ниндәй ҡыйынлыҡ тыуҙырмай, тип белдерә. Астраль тәндењ кєүҙєнєн айырылып сығыу ысулын эҙмә-эҙлекле өйрәткән китаптар ҙа бар. Шул уҡ ваҡытта бындай эшмәкәрлек бөтә диндәрҙә лә оло гонаһ һанала һәм уның өсөн яза ҡаралған. Эйе, йәнең сығыуын-сығыр ҙа, ләкин уны тәнеңә кире ҡайтара алмай, үҙеңә мәңгелек гонаһ алыуың һәм гүр эйәһе булып ҡалыуың да ихтимал бит.
Йән сәйәхәт иткәндә яҡын һәм алыҫ йыһанға етеү ихтималлығы бар икән. Тәүге хәтирә яҡын йыһан хаҡында барһа, ә бына К.Икскулдең “Күптәр өсөн ышанмаҫлыҡ, әммә ысын мажаралар” тигән яҙмаһы яҡын һәм алыҫ йыһанды һүрәтләүҙе үҙ эсенә алған. Икскуль революцияға тиклемге Рәсәй зыялыларының береһе була. Дингә лә, Аллаға ла ышанмаған йәш егет ауырыу, үлем тураһында баш ватмай. Әммә уның менән булған ваҡиға йәшәү мәғәнәһенә, рухи ҡиммәттәрҙең ысын асылына төшөнөргә һәм ғүмер ағышын бөтөнләй яңы юҫыҡҡа үҙгәртергә ярҙам итә.
Студент сағында ул, үпкәһе шешеп, дауаханаға эләгә. Йәшәү дәрте ҡайнап торған егет, ҡапыл ғүмерем өҙөлөр, тип уйламай. Тиҙҙән һауығырына һәм тормошоноң ҡәҙимгесә үҙ яйы менән дауам итәсәгенә ышана. Бер көндө үҙендә сәйер еңеллек тойоп уяна ул: башы ла сатнап ауыртмай, йүткереүе лә баҫылған, уттай ҡыҙған һәм ауыртынған тәне лә тынысланып ҡалған. Шәбәйеүенә ҡыуанып та өлгөрмәй, табиптарҙың кислород килтереүен һәм янында өлтөрәп йүгереп йөрөүҙәрен күреп аптырай. Ә һуңынан – һалҡынлыҡ һәм тирә-яҡтағы хәл-торошҡа бөтөнләй тәьҫир итә алмау…
Уның артабанғы күҙәтеүҙәрен үҙ һүҙҙәре менән тасуирлайбыҙ: “Бөтә иғтибарым үҙ-үҙемә тупланған.., әйтерһең, йәнем икегә бүленгән.., кәүҙәмә һәм уның торошона бөтөнләй битараф төп – эске кеше барлыҡҡа килгәндәй булды. Ғәжәп: бөтәһен дә күрәм, ишетәм, ләкин барыһы ла минең өсөн ят, ситен. Табиптың һорауын ишетәм, аңлайым да һымаҡ, әммә өндәшмәйем – уға яуап биреүҙең кәрәклеген тоймайым… Көтмәгәндә ниндәйҙер ҡеүәтле көс мине аҫҡа – ергә тартты. Табиптың: “Тәне яна”, – тигәне ҡолағыма салынды. Барыһын да аңлаған кеүекмен. Үлемде ҡот осҡос һыҙланыуҙар менән бәйләп һөйләгәндәре иҫемә төштө, әммә тамсы ла ауыртыныу ҙа, ҡурҡыу ҙа һиҙмәнем. Шулай ҙа ауыр, моңһоу ине. Баяғы көс мине туҡтауһыҙ аҫҡа тарта… Бүленергә тейешлегемде һиҙәм… Ҡотолор өсөн тағы бер ынтылыш яһаным һәм ҡапыл барлыҡҡа килгән еңеллектән, һиллектән йәнем тынысланып ҡалды.
Артабанғыһын тағы ла асығыраҡ хәтерләйем. Мин бүлмә уртаһында баҫып торам. Уң яҡта табиптар, шәфҡәт туташтары теҙелеп баҫҡан. Мин – бында, ниңә унда уралалар икән, тип уйлайым. Яҡыныраҡ барып ҡараһам – карауатта минең кәүҙәм ята. Иң мөһиме – ҡурҡыу хисе юҡ. Нисек улай мөмкин икән, тигән һорау ғына йәнемде телгеләй. Кәүҙәмде тотоп ҡарағым килеп, ҡулымды һонғайным, бармаҡтарым һауаны ярып үтте. Башҡаларға ла ҡағыла алмағанымды аңланым… Табипҡа өндәштем, әммә ул мине ишетмәне. Шул саҡ үҙемде япа-яңғыҙ тойоуҙан тәрән һағыш ялмап алды, йәнем шашып ярһыны.
“Үлдемме икән әллә?” – тип тағы, үҙ-үҙемә ышанмай, хәрәкәтһеҙ кәүҙәмә ҡарап торҙом. Әммә бының ысынбарлыҡта шулай икәненә бер ҙә ышанғым килмәне. Сөнки мин үҙемде элеккегә ҡарағанда ла йәнлерәк, яҡшыраҡ тоя инем. Барыһын да күрәм, аңлайым, зиһенем дә асыҡ. Табиптар бүлмәнән сыҡты, ике шәфҡәт туташының минең турала һөйләшкәнен урыҡ-һурыҡ ишетәм. “Тупрағы еңел булһын, тыныс йоҡлаһын”, – тип әйтеүҙәре булды, минең янға ике фәрештә осоп инде. Берәүһен (белмәйем нисек) шунда уҡ таныным – ул мине һаҡлаусы фәрештә ине. Икенсеһен таныманым. Улар мине ҡулымдан тотоп, стена аша тышҡа алып сыҡты. Талғын ғына ҡар яуғанын күрҙем, әммә өшөмәнем. Беҙ өҫкә – күккә табан остоҡ”.
Тикшеренеүҙәргә, күҙәтеүҙәргә нигеҙләнеп һәм үлеп терелгән кешеләрҙең һөйләгәндәрен сағыштырып, йәндең, ахирәткә күскәс, ниндәй тойғолар кисереүен ғалимдар яҡынса ошолай һүрәтләй:
Игеҙәгеңде күреү. Баҡыйлыҡҡа күскән кеше үҙе менән булған үҙгәреште ауыр ҡабул итә. Хәрәкәтһеҙ ятҡан кәүҙәһен күреп, үҙенә ярҙам итә алмауына төшөнгәс кенә, ул йәненең айырылып сыҡҡанын аңлай. Ҡайһы берҙә юл фажиғәһенә эләккәндәр, йәндәре тиҙ һәм көтмәгәндә айырылып сыҡҡанға күрә, үҙ кәүҙәләрен танымай һәм башҡа кеше икән, тип уйлай.
Аңдың эҙмә-эҙлеклелеге. Ваҡытлыса үлем кисергәндәр үҙҙәренең “Мин”е һәм аҡыл, ихтыяр, тойомлау һәләттәренең тулыһынса һаҡланғанын таный. Унан бигерәк, күҙҙәр отҡорораҡ күрә, ҡолаҡ һәйбәтерәк ишетә башлай, зиһен асыҡлана, фекерләү ҡеүәһе арта һәм хәтер яҡшыра. Мәҫәлән, һуҡыр кешенең йөрәге туҡтаған мәлендә, күҙҙәренә нур ҡайтып, бар нәмәне лә асыҡ күреүе һәм үҙе менән булған хәлде дөп-дөрөҫ итеп һөйләп биреүе үҙе үк күпкә ишара. Ә команан сыҡҡас, ул ҡабат һуҡырая.
Еңеләйеү. Йыш ҡына үлем ҡасафаты оҙайлы ауырыу, һыҙланыуҙар һәм ауыр кисерештәр менән бәйле булғанға, тәндән сыҡҡан йән, ниһайәт, бер нәмә лә борсомағанлыҡтан, дөйөм еңеллек тоя. Йән өсөн рухи ҡиммәттәр тәүге урынға баҫа, ә тән, бөтә матди донъя кеүек үк, әһәмиәтен юғалта. Бер ағай йөрәге туҡтаған арала үҙенә операция яһауҙарын битараф ҡына күҙәтеүен һәм терелергә әллә ни атлығып тормауын һуңынан ғәжәпләнеп телгә ала. Ғәҙәттә, күптәрҙең йәнде арбап алған еңеллек тойғоһонан айырылғыһы килмәй икән, бары балаларына, яҡындарына булған һөйөү көсө генә уларҙы фани донъяға кире ҡайтара ала.
Оҙон коридор һәм яҡты нур. XV быуат рәссамы Иероним Босх үҙенең билдәле “Эмпирианға күтәрелеү” (“Восхождение в Эмпириан”) тигән картинаһында йәндең оҙон туннель аша үтеүен бик сағыу итеп һүрәтләгән. Тимәк, ул заманда уҡ “теге донъя” хаҡындағы мәғлүмәттәр билдәле булған. Был баҫҡыс таҙа рухи донъяға күсеү менән аңлатыла. Кеше, үҙенең үлгәнен аңлағас, төшөнкөлөк, тәрән һағыш, ярһыу кеүек ҡапма-ҡаршылыҡлы хистәр ялмауында ҡала. Ләкин оҙаҡҡа түгел, тәүҙә нөктә кеүек кенә яҡты нур барлыҡҡа килә, яйлап ул бар тирә-яҡты солғап ала. “Яҡты нур аңымды, күҙҙәремде ҡоршаны, әйтерһең. Тылсымлы яҡтылыҡ, тере йәндәй, минең менән һөйләште. Ул минең бөтә тормошомдо һәм ахирәткә күсергә әҙер түгеллегемде лә белә ине, әммә мине тикшереү һәм тормошомдо хәтергә төшөрөү өсөн генәме, төрлө һорауҙар бирҙе. Унан ышаныс, сикһеҙ яратыу, хәстәрлек, мәрхәмәтлелек сағыла ине”, – тип хәтергә ала әжәлдән ҡотолған берәү.
Тормошто байҡау һәм хөкөм. Артабан кешенең бөтә ғүмере, оҙайлы нәфис фильмдай, бер-бер артлы күҙ алдынан үтә. “Ерҙә ниндәй изгелектәр ҡылдың? Һин миңә нимәләр хаҡында һөйләй алаһың?” – тигәнерәк һорауҙар ярҙамында йәндең тыуғандан алып һуңғы һулышына тиклем барған ерҙәге тормошона ентекле байҡау яһала. Тормош күренештәре берәм-берәм алмашынған арала кеше үткәненең һәр минутын, һәр сағылышын яңынан күңел көҙгөһө аша үткәрә. “Мин үҙемдең тәүге тапҡыр тәпәй баҫҡанымды, әсәйемдең миңә һөйөп ҡарағанын күреп ҡыуандым. Ҡайһы берҙә үҙемде ҡаты бәғерле, уҫал һәм ғәмһеҙ тотҡанымды һәм ҡылған эштәремдең, ҡылыҡтарымдың, хатта уйҙарымдың балаларым, ейәндәрем яҙмышында сағылыуын абайлап, ғәрлек, үкенес кисерҙем. Һәр аҙымымдың, һүҙемдең башҡаларға һәм улар аша үҙемдең дә йәшәйешемә, күңел торошона үтәнән-үтә тәьҫир итеүенә ғәжәпләндем. Кеше ниндәй мөғжизәле көскә эйә зат икән дәһә! Ошо ҡөҙрәтте изгелек эшләүгә, белем туплауға, камиллыҡҡа ынтылыуға ҡулланғанда ғына ла ниндәй оло бәхеткә, бәрәкәткә юл асылыр ине, тип уйланым. Әммә үткәндәрҙе бер нисек тә үҙгәртә алмауымды аңлау ауыр ине”, – тип үкенестәрен белдерә күптәр.
Яңы донъя. Ундағы йәшәү ҡиммәттәре беҙ тыуған һәм ҡабул итеп өйрәнгән ерҙәге ҡанундарға бөтөнләй тап килмәй. Ваҡыт, киңлек, ара, әйбер төшөнсәләре башҡа мәғәнәгә эйә. Бер ерҙән икенсе ергә барып етеү өсөн шул хаҡта уйлау ҙа етә. Ваҡыт үлсәме лә юҡ унда. Ожмах баҡсаһындай илаһи хозурлыҡҡа эйә болондарҙың, туғайҙарҙың, сәскәләрҙең йәмен, ысын төҫөн билдәләрҙәй һүҙ ҙә таба алмай икән баҡыйлыҡта булып ҡайтҡандар.
Йәндең йөҙө. Йән тәндән айырылғас, күпмелер ваҡыт самаһы үҙенең үле кәүҙәһен таный алмай йөҙәй. Сөнки йәш айырмаһы юҡҡа сыға: бала үҙен – өлкән, ә оло кеше үҙен бәләкәй балалай ҡабул итергә мөмкин. Икенсенән, йән үҙенең бөтә ағзаһын да камил, теүәл итеп тоя. Ә ерҙәге тормошта бит уның мөмкинлектәре сикләнгән булыуы ла ихтимал. Кешенең рухи асылы, күңел көҙгөһө генә үҙгәрешһеҙ ҡала икән.
Осрашыуҙар. Йән күккә күтәрелеү менән үҙенең ҡасандыр вафат булған туғандарын, таныштарын осрата. Уларҙың ҡыуанысын, бәхетле йөҙҙәрен тоя. Ә бер ҡатынға өләсәһе: “Һинең менән һуңғараҡ осрашырбыҙ, балам, әле мәле етмәгән”, – тип әйткән була. 90-ға етеп мәрхүм булған өләсәһен 40-45 йәшлек итеп күреп, хайран ҡала ул.
Йән теле. Рухи донъяла аралашыу ҙа әҙәм заты өсөн билдәһеҙ телдә бара. Уй көсө ярҙамында тәьҫир итеү, тип тә әйтергә була уны. Әгәр ҙә “теге донъяла” беҙҙең уйҙарыбыҙ ҙа “ишетелгәс”, тимәк, беҙ уйҙарыбыҙ менән дә бик һаҡ ҡулланырға өйрәнергә тейешбеҙҙер.
Ер сиге. Клиник үлем кисергәндәрҙең барыһы ла ер тормошон “теге донъянан” айырып торған сик тураһында хәтергә ала. Кемдер уны күпер йәки ҡапҡа рәүешендә, ҡалғандар болот ағымы йәки диңгеҙ яры итеп күҙ алдына баҫтыра. Был, әлбиттә, һәр кемдең хыял донъяһына бәйле. Шул уҡ ваҡытта ул сиктең ғәмәлдә барлығын һәм уның аша мәңгелеккә юл асылғанын аңлайһың.
Ҡайтыу. Йыш ҡына йәнгә мәңгелектә ҡалыу йәки ергә кире ҡайтыу өсөн һайлау хоҡуғы бирелә. Ҡайһы берҙә кешенең ерҙәге бурысы бөтмәгән була, шуға ла ул Хоҙай Тәғәлә йөкләмәһен үтәр өсөн кире фанилыҡҡа ҡайтарыла. Йән тәнгә кире ингәс, тәүге мәлдә һалҡынлыҡ һәм ниндәйҙер ауырлыҡ тоя икән. Реанимация табиптары, яңынан терелгән кеше ғәҙәттә тәүҙә сөскөрә, ти.
Тормошҡа яңы ҡараш. Үлеп терелгәндәрҙең ғүмер сатҡыһында йыш ҡына киҫкен үҙгәреш күҙәтелә. Беҙ ҡабул итеп өйрәнгән тормош ҡанундарына ҡараштары үҙгәреп, Хоҙай, йәғни ниндәйҙер юғары көс барлығына инанып, изгелеккә табынып йәшәй улар. Яҡындарына мәрхәмәтле, сабыр була башлайҙар. Шул уҡ ваҡытта үҙ көстәренә ышаныстары арта. Ике донъяның да серҙәренә төшөнөп өлгөргәндәр араһында ябай кеше күҙенә күренмәгән нескә ғәмәлде тойоу һәләте асыла. Шуға ла улар араһында күрәҙәселәр, бағымсылар һәм медиумдар күп. Кешенең ошоғаса “йоҡлап ятҡан” яңы һәләттәре уяна. Ғалимдар быны мейелә барған етди үҙгәрештәр менән аңлата. Ләкин был артабан да асылмаған сер булып ҡалыр, күрәһең.
Әлеге көндә заман лабораторияларында кеше йәне ентекле өйрәнелә. Әммә үлем феноменына һаман да яуап таба алмай әле улар. Медиумдар, нескә материяларҙы өйрәнгән белгестәр, Йыһан киңлегендә йәмғеһе 400 мең төрлө йән эйәһе йәшәй, тип белдерә. Иң түбәнге ҡатламдағыларҙың яҙмышы ҡайғы-хәсрәткә, өҙлөкһөҙ һыҙланыуға ҡоролған, ә иң юғары ҡатламдағыларҙың тормошо ожмахты хәтерләтә. Иң мөһиме – һәр кеменең яҙмышы алдан билдәләнгән сценарий буйынса бара икән. Бары Ерҙәге кешегә генә үҙ кармаһын, үҙ тәҡдирен һайлау, үҙгәртеү мөмкинлеге бирелгән. Юғары көс тарафынан бирелгән был оло ышанысты аҡлау йәки аҡламау – һәр кемебеҙҙең үҙ ҡулында, тимәк. Кеше заты үҙен юғары баһалап, башын күккә сөйөп йөрөр урынға, наҙанлыҡтан, рухи емереклектән, күңел бысраҡлығынан арыныуҙы хәстәрләһә, Ерҙә йәшәү ҡиммәтенең ысын мәғәнәһенә төшөнөр ҙә ожмах юлын һайлар ине, моғайын.
Альбина ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА әҙерләне.

Теги: