Ғүмерем буйы һаҡланырһың йөрәгем түрҙәрендә
Ҡәҙерһеҙлектә ғүмер кисергәнм бер быуындың йырына мәҙхиә
“Березка”нан күренеп ята
Магнитканың вокзалы.
Ике йәр һөйәргә тигән
Пленум ҡарарҙары.
Магнито, Магнито,
Магнитка ҡалаһында,
Ғүмерем буйы һаҡланырһың
Йөрәгем түрҙәрендә.
Әбйәлилдән Магнитканы
Яйыҡ һыуы айыра.
Тыуып үҫкән илебеҙҙән
Яҙмыш беҙҙе айыра.
Магнито, Магнито,
Магнитка ҡалаһында,
Ғүмерем буйы һаҡланырһың
Йөрәгем түрҙәрендә.
Таҡмаҡҡа тартым был йырҙы йәштәребеҙ хәҙер башҡармай ҙа, ул көйгә кисәләрендә парлашып төшөп бейемәйҙәр ҙә, тарихын да белмәйҙәр. Һуңғы мәртәбә уны биш-алты йыл самаһы элегерәк йырсыбыҙ Фәдис Ғәниев радио аша ишеттереп ҡыуандырғайны, күрәһең, ул йыр-таҡмаҡтың һуңғы сәләме булғандыр, тип фаразлай Магнитогорск ҡалаһының хеҙмәт ветерандары.
«Магнитка» йыр-таҡмағын ижад итеүселәр 30-сы йылдарҙа колхозлашыу осоро башланғас, ауылдарынан синфи дошман мөһөрө баҫылған, ата-әсәләре менән «Магнитстрой»ға һөрөлгән хәлле крәҫтиән (кулак) балалары була. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән йәштәрҙең күптәре фронтҡа оҙатыла һәм уларҙың урынын 1940 йылда төҙөлгән СССР хеҙмәт резервтары комитетының ФЗО, һөнәрселек һәм тимер юл училищеларына йыйып алынған 16-17 йәшлек ауыл йәштәре ала. Административ органдарҙың разнарядкалары менән ҡала предприятиеларына эшкә ебәрелгән үҫмерҙәрҙең тормош шарттары ауыр, үтә ҡотһоҙ булыуына ҡарамаҫтан, улар төшөнкөлөккә бирелмәй, тәүге репрессия тулҡынына эләккәндәрҙең берҙән-бер мәҙәни сараһы иҫәпләнгән киске уйындарҙа күңелдәрен баҫалар.
Ҡалалағы башҡорт һәм татар йәштәренең киске милли уйындары иҫке тимер юл вокзалынан өс-дүрт туҡталыш үрҙә урынлашҡан “Березка” эшселәр клубының бейеү майҙансығында үтә ине. Ғәҙәттә, майҙансыҡ уртаһында дүрт-биш пар ҡулға-ҡул тотоношоп, әйләнеп бейей, уларҙы уратып алыусылар таҡмаҡ әйтеп, ҡул сабып тора, ә љалғандары үҙ сиратын көтә, инәлтеүҙәр юҡ, һәммәһе лә бейеүселәргә дәрт өҫтәй. Ритайымға ҡаланың төрлө яғында йәшәгән өс-дүрт гармунсы үҙ гармундары менән, ә һуғышта һул аяғын зәғифләтеп ҡайтҡан утыҙ йәштәрҙәге башҡорт ағайы ҡурайын тотоп килә торғайны.
Ҡаланың төрлө тарафтарынан уйынға йыйылған йәштәр кисәләргә йырлап-бейер өсөн генә килмәй. Бындай йыйындар башҡорт һәм татар йәштәре өсөн яҡташтарын осратып, танышып, яңы дуҫтар табыу, туған телдә аралашыу мөмкинлеген биргән берҙән-бер сара булғандыр. Уны заманында ил кимәлендә үткәрелгән оло бер сәйәсәттең сағылышы итеп тә баһалай алабыҙ, сөнки ул кисәләргә уртаҡ яҙмышлы, ҡалаларға көсләп оҙатылған ауыл үҫмерҙәре йыйыла ине бит. Унда талаш-тартыш, милләт-ара бүлгеләнеүҙәр йә “һуҡмыш” килеш һүгенеү кеүек насар күренештәр булманы, хатта тәмәкеселәр ҙә тәмәкеһен ситкә китеп көйрәтә ине.
Ни сәбәп менәндер, ул кисәләрҙә хөкүмәт һәм йәмәғәт ойошмаларынан бер генә вәкилде лә осратҡаным булманы, хәтеремдә лә һаҡланмаған. Бәлки, ысындан да, 1940–50 йылдарҙа разнарядкалар менән ҡалаларға оҙатылған ауыл йәштәре шул замандарҙа уҡ “онотолған” һәм “баһаланмаған” быуын исемлегенә индерелгәндер, сөнки улар тураһында баһалы һүҙҙәр әҙәбиәтебеҙҙә һәм тарих биттәрендә лә күренмәне тиһәм, хата булмаҫ. Улар хаҡында тарихсы В.И. Богатырев ҡына үҙенең “Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында партияның кадрҙар әҙерләү мәсьәләһе” китабында: “1941-1945 йылдарҙа БАССР-ҙа ФЗО, һөнәрселек һәм тимер юл училищеларына 16-17 йәштәге 2260 йәш үҫмер мобилизация тәртибендә йәлеп ителде. Уларҙың 1294-е ауылдарына кире ҡасып ҡайтһа ла, һуңынан урындарына йә булмаһа икенсе урындарға (төрмәләрҙе күҙҙә тотамы, әллә режимлы урындарҙымы икәнлеге билдәһеҙ – авт.) ебәрелгән, араларынан 966 үҫмерҙең яҙмышы билдәһеҙ”, – тип яҙып сыҡҡайны. Уларҙың үҙҙәре һәм замандаштары тураһында яҙғандарын да осрата алманым. Бары тик йәштәрҙең аяуһыҙ һәм төртмәле таҡмаҡтары ғына һаҡланып ҡалған.
Әлбиттә, йыр-таҡмаҡтың тәүге юлдарында һүҙ һуғыш йылдарында тыуымдың ҡырҡа кәмеүе һәм шул сәбәпле СССР Юғары Советының 1944 йылда М.И. Калинин ҡул ҡуйған Указы тураһында һүҙ барғанын аңлап була. Указда илебеҙҙә аборт ҡәтғи тыйылып, яңғыҙ ҡатын-ҡыҙҙарға балаларын теркәткәндә, аталарын яҙҙырыу-яҙҙырмау һәр кемдең үҙ иркенә ҡуйыла һәм алимент-пособие түләүҙе дәүләт үҙ өҫтөнә ала, тип әйтелгән була. Дәүләт кимәлендәге указдар һәм закондар тәүҙә партияның Үҙәк Комитетында ҡаралғандан һуң ғына матбуғатта баҫылып сыҡҡанын йәштәр белгәндер инде, таҡмаҡтарында “Ике йәр һөйәргә тигән пленум ҡарарҙары” тип төрттөргәндәр бит.
Милли кисәләрҙә ныҡ таралған бер күренеш – ҡулдан-ҡулға йөрөтөлөп тултырылған “Йәдкәр дәфтәрҙәре” булѓандыр.
2002 йыл йәшлек йылдарым эҙенән Магнитогорск ҡалаһына барып сыҡтым. Таныштарым “Йәдкәр дәфтәрҙәре”нең әле лә Фая (ысын исеме Фәриҙә) апайҙа һаҡланыуын әйтте, һәм беҙ уларҙың фатирына юлландыҡ. Ул да беҙҙе танып, шатланып китте, ғаиләһе менән таныштырҙы. Беҙ йәш саҡтарҙа башҡорт һәм татар йәштәренең кисәләренә йөрөгән ҡурайсы ағайыбыҙ “Уң яр” поезд туҡталышында фатир алған, “Березка”нан алыҫлашҡан. Дәфтәрҙе (бергә тегелгән өс дәфтәр ине) бик тулҡынланып уҡып сыҡтым, замандаштарымдың ауыр йылдарҙа яҙып ҡалдырған алтын фекерҙәренә хайран ҡалдым, күптәре фани донъя менән хушлашһа ла, ябай ғына шиғырҙары бөгөнгөләргә васыят кеүек яңғырай.
“Магнитка” йыры – халҡыбыҙҙың үткәне, уның әсе яҙмышлы тарихы менән тоташтырыусы хәтер ебе. Уны һаҡлау, оло сәхнәләрҙән, радио-телевидение тапшырыуҙарынан ишеттереү – бөгөнгөләрҙең мөҡәддәс бурысы. Үтә нескә хәтер ептәре өҙөлһә, беҙ, арҙаҡлы ҡырғыҙ Сыңғыҙ Айытматов әйтмешләй, маңҡортлоҡҡа юлланасаҡбыҙ, шуныһы ҡурҡыныс. Ә “Магнитка” – йәштәребеҙҙе дуҫлыҡҡа, милләтебеҙҙе тупланыуға саҡырған, бөгөнгө ветерандарыбыҙҙы данлап, кисәләрҙә сәхнәләрҙән яңғырай торған йыр.

Рәшит НАСИРОВ.
Хәйбулла районы,
Аҡъяр ауылы.
Хәйбулла районы,
Аҡъяр ауылы.
Теги: