Зифа, Зөлхизә, Ғәлимә...
50-се йылдарҙа Силәбе өлкәһенең данлыҡлы Магнит ҡалаһында йәшәүсе ҡорос ҡойоусы Исмәғил менән уның ҡатыны Нәфисә ғаиләһендә өс ҡыҙ үҫә – Зифа, Зөлхизә, Ғәлимә. Өйҙә уларҙы башҡортса исемдәре менән атаһалар, урамда, мәктәптә тик урыҫса – Зина, Зоя, Галя тип йөрөтәләр. Апалы-һеңлеле өс ҡыҙ яҙмышында тотош бер нәҫелдең генә түгел, халҡыбыҙҙың ифрат ҡатмарлы, борма-борма яҙмышы, уның, быуаттың утлы һынауҙарына ырғытылып, көлдән ҡалҡыныуы, дәүер шаңдауы сағыла. Был яҙмабыҙ – тыуған ергә, туған моңға, телебеҙ аһәңенә һөйөүҙең донъялағы бар тойғоларҙан бөйөк булыуы, бер ниндәй шарттарға ҡарамайынса, ҡандан ҡанға күсеүе һәм уның тартыу көсө әҙәм балаһын ата-бабалары тупрағына әйҙәүе хаҡында.
1931 йыл. Әбйәлил районы Амангилде ауылының дин әһелдәре Тайсиндар тоҡомон тап ошо йылда, кулак мөһөрө тағып, һөргөнгә оҙаталар. Әлбиттә, тирә-яҡҡа билдәле Муллабай мулла менән уның ғаиләһе һөргөнгә беренсе сиратта ебәрелә.
...Йылдар үтер. Алыҫ Кемерово өлкәһе Прокопьевск ҡалаһы эргәһендә тотош башҡорттарҙан торған бер ауыл барлыҡҡа килер, Тайсиндар ҙа шунда йәшәр, шахтала күмер сығарыр. Егәрле, уҡымышлы был нәҫел һөргөндә лә юғалып ҡалмаҫ, яҡшы йәшәү юлдарын табыр. Ләкин тыуған яғын һағынып ғүмер итер, уны төштәрендә күрер, өндәрендә йырға һалыр. Тик хөкөм мөҙҙәте үткәндән һуң да уларға Амангилдегә ҡайтырға рөхсәт булмаҫ. Ҡайһы берҙәре, сараһыҙҙан шунда тороп ҡалып, яйланған тормоштарын дауам итер, уњѓан күмер сығарыусылар булып танылыр.
Ә Муллабай мулланың ҡатыны Камилә балаларын берәм-һәрәм булһа ла Башҡортостан яғына ебәреү яғын хәстәрләй. Амангилдегә булмаһа, башҡа ергә – тик тыуған яҡҡа яҡын булһындар, ти ул. Ћигеҙ балаћыныњ алтыћын кемгәлер эйәртеп, Башҡортостанѓа алдан оҙатһа, үҙе бер аҙҙан ҡыҙҙары Мөхтәримә һәм Нәфисә менән яңы төҙөлә башлаған ҡорос ҡойоусылар ҡалаһы Магнитогорскиға ҡайтып төшә. Әммә хәләл ефетенең һөйәктәре мәңгелеккә ят тупраҡты төйәк итеүе ғүмерлек яра булып ҡаласаҡ.
Быуат төҙөлөшө тип аталған металлургия заводына бөтә тирә-яҡтан, шул иҫәптән яҡындағы Башҡортостан райондарынан да мәжбүри рәүештә эшсе көс йыялар. Әбйәлил районы Иҙәш Ҡусҡары ауылынан төҙөлөшкә алынѓан егеттєр араћында Исламов Исмєѓил дє була.
Исмәғил менән Нәфисә Магниткала таныша ла инде. “Сөм-ҡара бөҙрә сәстәре биленә тиклем төшөп торған, һинд ҡыҙҙарына тартым сағыу һылыу әсәйемә артынан урамда баштарын бороп ҡарап ҡалырҙар ине. Ә атайым, мыҡты кәүҙәле, битендәге шаҙралары кескенә ҡояштай балҡыған уҙаман, ғүмер буйы әсәйемә һоҡланды ла, үлә яҙып көнләште лә”, – тип хәтерләй бөгөн Зифа Исмәғил ҡыҙы Юлсурина.
Атайҙары ҡулына ҡурай алып уйнап ебәреүе була, бөтөнләй башҡа кешегә әүерелә: ауыр эштән төшкән яурындары ҡайҡайып, һыны турайып киткән атаһын Зифа мөһабәт ҡаяға оҡшата ундай минуттарҙа: “Ҡарашындағы бөркөт ғорурлығы, баш бирмәҫлек саялыҡ, әйтеп бөткөһөҙ һағыш һәм һыҙланыу күңелемә уйылып ҡалған. Сал далаһында ҡыл ҡурайын уйнап үҫкән тәбиғәт балаһы атама был таш ҡалала, ят мөхиттә йәшәү үтә лә ауыр ине”.
Исмәғил алдынғы ҡорос ҡойоусы була, ә ҡатыны Нәфисә һатыусы булып эшләй. Заманына күрә етеш йәшәйҙәр, өс бүлмәле фатирҙа ғүмер итәләр. Ҡулдарынан гөл ҡойолған әсәйҙәре ҡыҙҙарына күлдәктәрҙе үҙе тегеп, ҡурсаҡтай кейендереп йөрөтә.
“Ләкин атайымдың иркен далаһына тартылыуы, мәжбүри килтерелгән ҡалала үҙен таш зиндандағылай тойоп, ғазапланыуы беҙҙең күңелдәргә лә һағыш булып күсте. Ауыр эш аҙнаһынан һуң ял көндәрендә ул “төшөрөп” ала торғайны. Бабалары ҡымыҙҙан ҡатыны эсмәгән атам ят эсемлек – хәмер шауҡымына тиҙ бирешә ине. Эсендәге һағышты ул моңға һалды. Тик ул моң бында беҙҙән башҡа бер кемгә лә кәрәкмәй, танһыҡ та, таныш та түгел! Ул моң... ул моң минең төштәремә инә... – Зифа апай был турала һөйләгәндә күҙ йәштәрен тыя алмай. – Атайым йөрәкһенеп һуҙған “Уйыл”, “Азамат”, “Зөлхизә”, “Урал”, “Сәлимәкәй”ҙең иң нескә бөгөлөшө лә һәр күҙәнәгемә һеңеп ҡалған”.
Атаһы менән әсәһе көндәр буйы эштә булғас, ҡыҙҙар күберәк өләсәләрендә үҫә. Аҡыллы инәй, Зифа араларында иң өлкәне булғанғалырмы, әйтер һүҙен уға әйтеп ҡалырға тырыша: “Һин әле бәләкәй. Ләкин тыңла һәм иҫеңдә ҡалдыр, бөгөн онотһаң да, һүҙҙәрем, ваҡыты еткәс – кәрәк саҡта хәтереңдә ҡалҡып сығыр. Уларҙы аманатым итеп Зөлхизә һәм Ғәлимә һеңлеләреңә еткер. Һеҙ – љол затынан түгел, уҡымышлы, бай тоҡомдан. Уҡырға, матур йәшәргә тырышығыҙ”.
Өләсәһе ауыҙынан сыҡҡан һәр һүҙ тормош ҡағиҙәһе булғанын Зифа үҫә төшкәс төшөнә. Улар шул тиклем ябай һәм мөһим. Мәҫәлән: “Берәйһе өйгә инеп килһә, ашатығыҙ, эсерегеҙ, шунан ғына хәбәр башлағыҙ”. Кеҫәһендә гел ҡорот киҫәге йөрөтөр өләсәһенең “Һәр өйҙә көл болғаусы бар бит” тигәне “Һәр йортта бала бар (көл болғап уйнаусы), күстәнәсһеҙ инеү килешмәй” тигән һүҙ булған икән. Былары инде кейәүгә сыҡҡас биргән кәңәштәре: “Ирең менән нисек асыуланышһағыҙ ҙа, түшәк һыуытма. Асыуланһын, айырым ятһын. Ә һин шым ғына мендәреңде ал да янына барып ят – тик арҡаңды ҡуйып ят”.
Ысынлап та, ҡайһы бер әйткәне, онотолған кеүек булһа ла, тап кәрәк мәлдә хәтеренә төшә: “Йәш саҡта мәшәҡәт менән бер-береңдең ҡәҙерен белмәйһең. Ҡартайғас кәрәк ишле булыу. Бабайың менән бер-береңә арҡа ҡуйып ултыраһың да аяҡтарыңды ергә ныҡ итеп терәйһең. Оборон тотор өсөн. Кемдән тип әйтәһегеҙме – үҙ балаларыңдан. Сөнки үҙ балаңдан ишеткән ауыр һүҙ дошман хәнйәренән үткерерәк ҡаҙала”.
“Ғаиләбеҙҙә хис-тойғолар бик тыйнаҡ белдерелә ине. Атайым менән әсәйемдең башҡорттарға ғына хас булғанса мәрәкәләп – йомшаҡ шаяртып һөйләшеүе, бер-береһенә “атаһы”, “әсәһе” тип өндәшеүе хәтерҙә ҡалған. Еткән ҡыҙ булғас, мөғжизәүи көс – мөхәббәт тураһында белергә теләп, өләсәйебеҙҙән: “Өләсәй, олатай һине яраттымы?” – тип һорайбыҙ. “Ул мине йәлләй торғайны. Йәлләгәс, яратҡандыр инде. Љышын тышта ғөсөл ҡойонғанда боҙ суҡтары булып туңған сәстәремде тыны менән өрөп йылыта ине”, – өләсәйебеҙҙең һөйөү хаҡындағы тәрән һәм ипле төшөнсәһе бөгөн бигерәк тә илаһи яңғырай”, – тип хєтер ебен ћ∆тє Зифа апай. Ҡыҙҙар өләсәләренең йомшаҡ, наҙлы телен, зирәк аҡылын күңелдәренә һеңдереп үҫә. Ләкин йөрәктә иң ныҡ уйылып ҡалған һүҙе шул була: “Башҡортостанға ҡайтып йәшәгеҙ!”
18 йәшлек Зифаның беренсе тапҡыр Өфөгә килеүе бөгөнгөләй хәтерендә. Ике туған ағаһы уны үҙенең туйына саҡыра. Милли йолалар буйынса уҙғарылған ысын башҡорт туйын күреп, ҡыҙ үҙен матур әкиәттә йөрөгәндәй хис итә. Йәштәр һылыуҙарын гел үҙҙәре менєн йөрөтә. Бына ҡайҙа талпынған икән уның күңеле! Бында бөтәһе лә башҡортса һөйләшә. Ул үҙенең айҙай түңәрәк йөҙөнән дә, ҡыҫыҡ күҙҙәренән дә, дегеттәй сәстәренән дә оялмай – бөтәһе лә уға оҡшаған. “Мин бик матур икән дә!” – быны тойоу үҙе өсөн дә көтөлмәгән асыш була. Театр, концерттарға йөрөй, ағаһының студент дуҫтары менән аралаша. Сүллектән сарсап килеп, ниһайәт, саф шишмәлә һыуһынын ҡандырған юлсы һымаҡ һиҙә ул үҙен: “Мин бында ҡалам һәм туғандарымды ла алып киләм!”
Башҡорт дәүләт педагогия институтының филология факультетына уҡырға ингәс, башта янына Зөлхизәне, унан Ғәлимәне күсерә. “Беҙ үҙебеҙҙе туған мөхитебеҙҙә һыуҙағы балыҡ һымаҡ тойҙоҡ”, – тип хәтерләй улар студент йылдарын. Ҡала ихатаһында күп милләтле мөхиттә уйнап үҫеүҙәре, баҡһаң, уларҙы үткер, ҡыйыу иткән. Ауылдан килгән үтә тыйнаҡ тиҫтерҙәре араһында был сифаттары менән айырылып торған ҡыҙҙар тиҙҙән комсомол, профсоюз башлыҡтары булып китә.
... Ҡыҙҙарҙың мәғрифәтселек юлын һайлауына ғәжәпләнергә түгел: быуаттар дауамында дин үә ғилем ярҙамында халыҡ рухын яҡтыртыуға хеҙмәт иткән нәҫелдән бит улар. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының кафедра мөдире, профессор Зөлхизә Исламова республикала абруйлы ғалим булараҡ билдәле булһа, кесе һеңлеләре Ғәлимә Йәнсуринаны баш ҡалала иң һөҙөмтәле алымдар буйынса эшләүсе көслө инглиз теле уҡытыусыһы итеп беләләр. Ул – “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә Рәсәйҙең иң яҡшы мөғәллимдәре конкурсы еңеүсеһе, “Йыл уҡытыусыһы-2007” республика бәйгеһе лауреаты. Хеҙмәт юлын мәктәптә башлаған Зифа апайҙары ла алдынғы уҡытыусы һәм ойоштороусы булып таныла. Бынан тыш, Зифа Исмәғил ҡыҙы оҙаҡ йылдар Белорет район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары вазифаһында эшләп, уны үҫтереүгә ҙур көс һалыусы шәхес булараҡ ихтирам яулаған. Ауыр тормош хәлендәге ҡатын-ҡыҙҙарҙы һыйындырыусы үҙәкте, инвалид балаларҙы реабилитациялау үҙәген, башҡорт лицей-интернатын, башҡорт гимназияһын, башҡорт балалар баҡсаһын асыу һәм башҡа тарихта ҡалырлыҡ бихисап күркәм эштәрҙе атҡарыу өсөн йөрәк көсөн биргән кеше ул. Зифа Юлсурина бөгөн, хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, Республика дистанцион белем биреү үҙәгендә инвалид балаларҙың телмәрен үҫтереүсе уҡытыусы-дефектолог булып эшләүен дауам итә. Өс бер туғандың мәғариф өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн юғары исемдәрен һанап сығыу ғына ла әллә күпме урынды алыр ине... Әле иһә Зифа ханым күптән йµрєгендә йөрөткән уйын ғәмәлгә ашырырға ниәтләй: күңелдәргә иман нуры һиберҙәй белем эстәп, Рәсәй ислам университетына имтихандарға әҙерләнә. “Тоҡомобоҙҙоң бер ҡыҙы – Магнитогорскиҙа йәшәүсе ике туған апайым Нәғимә Кинйәбаеваның Өфөгә килеп, дини ғилем биреүсе ошо уҡыу йортона инеүе лә хаҡ динебеҙгә тоғролоҡтары өсөн золомға дусар ителгән ата-бабаларыбыҙҙың эшен бергәләшеп дауам итәсәгебеҙгә, өҙөлгән сылбырҙың ялғанасағына ышанысты нығыта”, – ти ул.
...Апалы-һеңлеле өсәү ғүмерлек мөхәббәттәрен дә ошонда, тыуған ерҙәрендә, таба. Зифа Исмәғил ҡыҙының тормош юлдашы полковник Ирек Азат улы – Бөрйән егете. Үҫтереп, үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫтырған балалары өсөн ғорурланалар ҙа, шатланалар ҙа. Улдары Айрат – Дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында дәүләт теркәүсеһе, Илфат – тєжрибєле энергетик, ҡыҙҙары Айгөл – Федераль ҡаҙнасылыҡтың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында бүлек етәксеһе. Зөлхизә Исмәғил ҡыҙы менән уның хәләле, Башљортостандыњ атљаҙанѓан тренеры Федор Васильевичтың улы Руслан – нефтсе, “Урал” быраулау компанияһының производство-техник бүлегендә баш инженер. Ә төпсөктәре Ғәлимәнең яҙмышын балҡытҡан оло йөрәкле, ғәжәйеп талантлы уҙаман Рәшит Йәнсурин, үкенескә күрә, бик иртә яҡты донъяларҙан китеп бара – ғүмере ни бары 30 йәшендә өҙөлә. Һөйөклөһөнөң төҫө булып үҫкән ҡыҙы Лира – педагогия фәндәре кандидаты, йәш ғалимдар өсөн тәғәйенләнгән бер нисә грантҡа лайыҡ өмөтлө фән эшмәкәре.
Өләсәһе аманатын тотоп һәм атаһының, әсәһенең ғәмәлгә ашыра алмаған мөҡәддәс теләктәрен атҡарып, тыуған тупраҡтарында ғүмер итеүҙәре, балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең ошонда тәпәй китеүе менән бәхетле улар – Зифа, Зөлхизә, Ғәлимә. Был бәхеттең сикһеҙ оло һәм ни тиклем татлы икәнлеген сит ерҙәрҙә йәшәп, йәнтөйәкте өҙөлөп һағыныу быуындан быуынға күсеүсе, һәр күҙәнәкте биләүсе тойғо булыуын белгән кеше генә әйтә алалыр...

Альмира КИРӘЕВА.
Теги: