Ирина Шейк өләсәһе менән ҡоймаҡ бешерә
Башҡорт һылыуҙарының бер-бер артлы донъя подиумын яулауы ғәҙәти күренешкә әйләнеп килә шикелле. Ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе – матурлыҡ алиһәһе тип танылған, Португалия футболсыһы Криштиану Роналдуның йөрәген әсир иткән билдәле топ-модель Ирина Шейктың (Шәйхелисламова) яҙмышы, бер ҡараһаң, ысынбарлыҡҡа әйләнгән әкиәтте хәтерләтә. Armani, Lacoste, Intimissimi кеүек абруйлы сауҙа маркалары “йөҙө” булып тороусы һәм сикһеҙ уңыш ҡаҙаныусы һылыуҡайҙың бала сағы Сибайҙа уҙған. Уның атаһы ла, әсәһе лә тыумышы менән Сибайҙан, улар тап ошонда таныша, өйләнешә. Бер ни тиклем ваҡыттан ғаилә Силәбе өлкәһенең Еманжелинск ҡалаһына күсеп китә. Атаһы – шахтер, әсәһе музыка уҡытыусыһы булып эшләй. Иринаның уға оҡшаған бик сибәр Татьяна исемле һеңлеһе лә бар. Ун һигеҙ йәшендә “Мисс-Силәбе” конкурсында еңеп сыҡҡандан һуң Ирина Мәскәүгә юллана, артабан Нью-Йоркта танылыу яулай. Ғәҙәти булмаған матурлыҡҡа эйә һылыуҙың һүрәте бөгөн гламур журналдар битенән төшмәй, атаҡлы агентлыҡтар уның менән яңынан-яңы килешеүҙәр төҙөй. Ҡыҙҙың: “Мин модель булып дан яулар өсөн түгел, әсәйемә ярҙам итер өсөн эшләй башланым. Атайым үлгәс, һеңлемде һәм мине ул яңғыҙы үҫтерҙе”, – тиеүе иһә уның маҡсатлы, бик тырыш һәм әсә йәнле булыуы хаҡында һөйләй. Ирина үҙен яңы өлкәлә – кинола ла һынап ҡарамаҡсы, Голливуд режиссеры Брэтт Рэтнерҙың “Геракл. Фракия һуғыштары” тигән фильмында Гераклдың ҡатыны Мегара ролен башҡара. Июнь айында төшөрөлгән фильм киләһе йылда донъя күрәсәк.
Быйыл йәй яҡташыбыҙ Сибайға өләсәйҙәре, туғандары янына ҡунаҡҡа ҡайтҡан. Сәфәр хаҡындағы иң йылы тәьҫораттары менән ул үҙенең социаль селтәрҙәге битендә бүлешеп, Ғәлиә өләсәһе менән ҡоймаҡ бешергән сағындағы һүрәттәрен ҡуйған. Ҡыҙ газ плитәһе янында йылмайып тороусы өләсәһенең һүрәте аҫтына: “Өләсәйемдән ҡоймаҡ диетаһы! Был – иң яҡшы диета!” – тип яҙған. Ә икенсе фотола икәүләшеп төшкәндәр, Ирина ҡулында – ҡоймаҡлы тәрилкә. “Өләсәйем – Ватан һуғышы батыры! Мин уның менән бик ғорурланам! Ул әле ни эшләй тип уйлайһығыҙ? Мин яратҡан ҡоймаҡтарҙы бешерә!” – тигән ҡыҙ.
Һикһән һигеҙ йәшлек Ғәлиә Ғәйнислам ҡыҙы Шәйхелисламова – Сибайҙа билдәле шәхес. Ул Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында өсөнсө Украин фронтында разведкала хеҙмәт иткән, ҡыйыулығы күп миҙалдар менән билдәләнгән. Йәш сағында ул да, ейәнсәре кеүек, таң ҡалырлыҡ сибәр була. Һуғыштан һуң егерме йыл элеваторҙа эшләй. Иринаның икенсе өләсәһе лә Сибайҙа абруйлы кеше. Нина Федоровна Коренкова оҙаҡ йылдар ҡалалағы Дәүләт страховка идаралығына етәкселек иткән, “Башҡортостандың атҡаҙанған иҡтисадсыһы” исеменә лайыҡ булған. Ҡыҙ ике өләсәһен дә бик ярата, бүләктәр менән ҡыуандырып тора, йыш шылтырата, форсат сыҡҡан һайын яндарына ҡайтырға тырыша. “Улар – донъялағы иң һәйбәт өләсәйҙәр! Шундай өләсәйҙәрем булыу менән бәхетлемен!” – ти.
Ирина, ҡайҙа ғына йәшәһә лә, ниндәй генә үрҙәр яулаһа ла, Сибай йөрәгендә һәр ваҡыт айырым урын биләйәсәген белдерә. “Был ҡалала мин тормош ығы-зығыһынан бөтә күңелем менән ял итәм. Сөнки бәләкәй ваҡытым тап ошонда уҙҙы. Сибай менән Еманжелинск араһын атайым менән машинала күпме үткәнбеҙҙер! Бала сағым ҡалаһы минең өсөн ғүмер буйы бик ҡәҙерле төйәк булып ҡаласаҡ”, – ти үҙенең бер интервьюһында топ-модель.

Альмира КИРӘЕВА әҙерләне.
Теги: