Күңелдәрҙә йыр тынмаһын

– Сәскәләрҙең һәр береһенең – үҙ фиғеле. Бына был үрмәгөл аяҙ сыуаҡ көндә асыҡ шәмәхә төҫөндә күҙҙең яуын алып ултыра, күкте болот ҡаплағанда иһә ҡарағусҡылланып китә. Уларҙы күҙәтеп, бөгөнгө һауа торошон да күҙаллап була. – Яратҡан шөғөлөң тураһында һөйләге килеп кенә тора бит ул шулай. Руфина апай ҙа, ана, гөл-сәскәләр хаҡында һүҙ сыҡҡас, йәнләнеп китә.
Ер эшен ярата Фазуловтар. Шулай булмаһа, тормоштары инде яйланды, тигәндә, яҡшы ғына урындарҙа эшләп йөрөгән ерҙән баш ҡаланан ауылға ҡайтып китмәҫтәр ине. Йәштәр күберәк ҡалаға ынтылған заманда бит әле ул! Руфина апай менән Валерий ағайҙы тыңлаһаң, барыһы ла уларға тик уңай ғына килеп торғандыр, бәхет, уңыш үҙҙәре ҡулдарына осоп ингәндер кеүек тойолоп китә. Һалған хеҙмәттәре, борсолоу-һыҙланыуҙары, әйтерһең, һис тә булмаған, уларҙы тик изге күңелле кешеләр, бар яҡлап матурлыҡ-гүзәллек кенә уратып алған.
Үткән быуаттың етмешенсе йылдары аҙағында Нуриман районы Баш-Шиҙе ауылында береһе – әхирәтенең туйына килгәндә, икенсеһе өләсәһе янына ҡайтҡанда танышалар. Бер йылдан сәстәрен сәскә бәйләйҙәр. Өйләнешкәс, бер-ике ай ғына икеһе ике ятаҡта йөрөй йәштәр, Черниковка биҫтәһендә йорт һатылыуы хаҡында иғлан күреп ҡалалар. Әле генә ғаилә ҡорған парға ата-әсәләре шул өйҙө алып бирә. Ике хужалы шәхси йорттоң яртыһы була ул. Уға төкәтмә эшләп, бар уңайлыҡтарын булдыралар. Нимәгә тотонһа, шул ҡулдарынан килә йәштәрҙең. Баш ҡалала йәшәгән һигеҙ йыл инде әллә ҡайҙа ҡалғандай. Ваҡ мәшәҡәттәре лә, бәләкәс балаларҙы баҡсаға алып барып, сәғәт етегә тиклем завод ишегенән инеп өлгөрөү өсөн йүгереүҙәр ҙә...
Бер саҡ Яңы Күл ауылында ремонт-техника станцияһына инженер кәрәклеген белеп ҡала Валерий. Етмәһә, йәшәргә урын да бирелә икән. Ике лә уйлап тормай, ҡайталар ауылға. Ҡатынына ла эш табыла. Баҡһаң, ҡалала һис кемдән кәм-хур булмай, матур ғына йәшәп ятһалар ҙа, ер, тәбиғәт, ауыл тартҡан икән дә уларҙы! Хәҙер һөтөбөҙ ҙә, итебеҙ ҙә үҙебеҙҙеке буласаҡ, тип ҡыуана йәш ғаилә.

Яҙмыш тигән юлдың саттары күп, тиҙәр бит. Юл сатында уңға боролаһыңмы, һулға ҡайырылаһыңмы – үҙеңдән тора. Фазуловтар иһә барған юлдарының уң булыуына һәр саҡ ышанған, күңеле менән тойған, көсөн-дәртен йәлләмәгәндер. Тирә-яҡта абруйы таралған өлгөлө ғаиләнең бәхет сере, минеңсә, шунда. Үҙгәртеп ҡороу елдәре иҫеп, донъялар үҙгәреп киткәс тә юғалып ҡалмай улар, үҙ эшен асыу өсөн еңдәрен һыҙғана. “Уңыш-2” крәҫтиән-фермер хужалығы шул йылдарҙан бирле уңышлы эшләп килә. Тәжрибәле эшҡыуар Валерий Фазулов бөгөн райондың крәҫтиән-фермер хужалыҡтары ассоциацияһын етәкләй. Нуриманда әле өс тиҫтә фермер хужалығы бар. Үҙе кеүек ер эшен үҙ иткәндәргә, тәүәккәл һәм ҡыйыуҙарға кәңәштәрен йәлләмәй ул, ярҙам ҡулы һуҙыуҙан да баш тартмай. Тәүге аҙымды баҫыуҙары, ай-һай, еңелдән түгел – онотоп өлгөрмәгән әле. 90-сы йылдарҙа беренселәрҙән булып фермер хужалығы ойошторорға йөрьәт итә улар. Улар, тигәнем – Яңы Күлдән ун ике кеше. Бер нисә ғаилә берләшеп эшләйҙәр: кемдәлер – трактор, икенсеһендә йөк машинаһы бар... Берҙәмлектә көс икәнлеген аңлап, эште шулай ойошторҙолармы икән? Шулай ҙа иң мөһиме тәүәккәллек булғандыр ул йылдарҙа.
Барыһы ла үҙе генә яйға һалынған тиһеңме?! Эш яйын белеү генә етмәй, тормош тәжрибәһе лә кәрәк. Тәүге йылдары ашлыҡ, картуф емерелеп уңа, тик мәлендә генә ташып алырға техника етмәй... Күрше колхоз менән килешәләр ҙә, улары, үҙ эшен тамамламайынса, машина-тракторын тоттороп ебәрәме? Йыйған уңыштың байтағы ваҡытында сығарылмайынса сереп әрәм булыуы ла, хәләл көстө түгеп үҫтергән йәшелсәне һатыу юлын таба алмай йөрөгәндәре лә төш кеүек кенә хәҙер. Тыуған ер ҡәҙерен белеүҙән түгел, бары мал туплау өсөн генә тотонғандар бындай һынауҙарға сыҙамай, байтағы ул эште күптән ташлағандыр. Үҙ юлының хаҡлығына инанғанлыҡтан, Фазуловтарҙы ауырлыҡтар ҡурҡытмай, еңеп сыҡҡан кәртә-ҡатмарлыҡтар оло тәжрибә булып туплана.
…Көҙгө уңыш йыйыу осоро, уттай ҡыҙыу эш ваҡыты. Валерий ағай баҫыуҙан ҡайтмай тиерлек, Руфина апай эшселәргә аш әҙерләү менән мәшғүл. “Әсәй, – ти бер көн ҡыҙы Эльмира. – Мин яңы бейеү өйрәндем, бөгөн концертта сығыш яһайым. Тиҙ генә килеп ҡарап китәһеңме әллә?” Балаларының һәр башланғысын күтәреп алып, һәр шатлыҡ-һағышын да уртаҡлашып өйрәнгән әсә, ҡырҡ эшен ҡалдырып, йәһәт кенә клубҡа юллана. Арттан бик шәп тиҙлектә килгән трактор тауышына иғтибар итмәй ул. Ҡапыл тәгәрмәстәрен сыйылдатып, эргәһенә килеп туҡтағас ҡына һиҫкәнеп китә.
“Техниканың нимәһелер ватылды ла, йүнәтер өсөн запас часть артынан елдерәм. Күҙгә аҡ-ҡара күренмәй, эште туҡтатҡы килмәй бит! Урамдағы кешеләргә ҡарап тороу ҡайҙа! Шулай ҙа бер һын нимәһе менәндер иғтибарҙы йәлеп итте, маңлай күҙем менән түгел, күңел күҙем менән тойоп ҡалдым ахыры. “Ҡалай сибәр ҡатын!” Ҡырҡҡа ярылырҙай булып йөрөһәм дә, матурлыҡты күрмәй үтмәйем ахыры. Яҡшылап ҡараһам, үҙемдең Руфинам! Матур итеп кейенгән, ихлас йылмая.
– Ҡайҙа киттең?
– Клубҡа.
– Клубҡа?.. Нисек?
– Ҡыҙыбыҙ концертта ҡатнаша.
Күҙ алдына килтергәнһегеҙҙер инде минең хис-тойғоларҙы... Икенсе яҡтан, ҡара-ҡаршы ултырып һөйләшеү түгел, шул концерт тураһында һүҙ алышырға ла ваҡытыбыҙ булмағандыр инде. Эш тип, бер туҡтауһыҙ ҡара ер өҫтөндә тир түгеп, сибәр ҡатыныма баш ҡалҡытып ҡарарға ла форсат тапмауыма бөгөн бер аҙ үкенеп тә ҡуям. Аш бешереүсегә, алъяпҡыслы хеҙмәтсегә ҡарағандай баҡҡанмын. Тик уға һөйөүем һис тә һүрелгәне булманы” , – Валерий ағай ҙа, Руфина апай ҙа был мәлдәрҙе көлөп хәтерләйҙәр хәҙер.
Балалары ла йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәй Фазуловтарҙың. Өлкән улдары Руслан – үҙҙәре эргәһендә, ата-әсәһенең уң ҡулы. Ҡыҙҙары Эльмираны күптәр 1998 йылда “Һылыуҡай” бәйгеһе еңеүсеһе булараљ хєтерлєйҙер єле. Бөгөн юридик факультетты тамамлап, Иглин районында адвокат булып эшләп йөрөй, кейәүҙәре Рус-лан менән ике ҡыҙ үҫтерәләр. Кинйәләре Азамат та – юрист, район үҙәгендә эшләй, ейәндәренә ун бер ай.
– Был аҙнала балалар ҡайта алманы әле, үҙҙәре өй мәшәҡәттәре менән була, – ти һағышҡа бирелгәндәй әсәй кеше. Шунан йөҙө яҡтырып китә. – Ейән-ейәнсәрҙәребеҙ беҙгә ашҡынып тора, ҡайтып инеү менән йүгереп майҙансыҡта уйнарға керешәләр.
Эйе, һағынып ҡайтырлыҡ та шул был майҙансыҡты! Күркәмлеге, үҙенсәлеклеге менән тирә-яҡта “дан” алып өлгөргән бит ул. Күрше-күлән балалары ғына түгел, оло йәштәгеләр ҙә был матурлыҡты күрергә, фотоға төшөргә килеп етә. Дөрөҫөн әйткәндә, мин үҙем дә – һуңғылары иҫәбендә.
Фазуловтарҙың ихатаһындағы әкиәт ҡаласығы хаҡында айырым һөйләмәү мөмкин түгел. Әйтеп үтеүемсә, Руфина апайҙың теләге өй алдын сәскәләргә күмеү була. Артабан иһә, матурлыҡ матурлыҡты тартҡандай, ишәйә, өҫтәлә бара.
Көндәр йылына башлау менән, Фазуловтар йәшелсә ултыртыу мәшәҡәтенә сума. Тал сыбыҡтарын һығып, ергә беркетеп, өҫтөнә шыптыр ябып әҙерләнгән махсус ҡоролма аҫтына сәсәләр орлоҡтарҙы. Ошоға тәғәйенләнгән ихата тулы тал сыбыҡтарынан ситән үреү теләге үҙенән-үҙе килеп тыуа. Мең төҫлө сәскәләр күҙҙе иркәләр түтәлдәр ҙә әҙер. Газ яғыулығы үтеү сәбәпле һүтеп ырғытылған мейестең ҡәҙерһеҙ булып ятҡан кирбестәренән иһә һәр ере ентекләп уйланған уңайлы мейес ҡалҡып сыға. Бына хәҙер шешлек ҡыҙҙырырға ла, сөгөндә өләсәйҙәр бешергәнсә аш ҡуйырға ла, хатта тирә-яҡҡа тәмле еҫтәр таратып икмәк һалырға ла була! Эш араһында ултырып торорға яраған эскәмйә генә етмәй төҫлө хәҙер – уңайлы ғына ял итеү урыны кәрәк. Беседканың яҡ-яҡтары шул уҡ тал сыбыҡтарынан үрелә. Дүрт мөйөшөндә – имән бағаналар. Уларҙың да махсус рәүештә бәшмәклеһе һайлап алынған. Тәбиғи һәм ҡабатланмаҫ ҡоролманың һәр өлөшө бер яңылыҡ асҡандай. Йәтеш кенә ояһына бына-бына ҡошсоҡ килеп ҡуныр ҙа моңло йырын һуҙа башлар кеүек.
Үҙе республиканың нисәмә төбәгенә төҫлө ҡалай ташыған ағай алдында, ҡоролманың ҡыйығын нимә менән ябырға, кеүек һорау тыуыуы ла мөмкин түгел һымаҡ. Әммә тәбиғәтте яратыу, үҙенсәлекле булыу теләге һаман үҙенекен итә. Беседканың башын йүкә ҡабығы менән ябырға булалар. Һалабаш һалыусы ауылдаштарынан йүкә ҡабығы һорап алалар, уны еүешләп тигеҙләйҙәр. Шунан ҡырҡып, “черепица” әҙерләйҙәр...
Һәр ғаиләлә һандыҡтарҙа ҡәҙерләп һаҡланған ҡомартҡылар бар. Фазуловтар уларға бик йәтеш урын тапҡан. Сағыу милли биҙәкле япма, боронғо бизмән, йылтыр самауыр һәм башҡа аш-һыу кәрәк-ярағы оло апайҙарының һандығынан алынған һәм нәҡ ошо урында тәғәйенләнешен тапҡан. Ата-бабаларҙан ҡалған боронғолоҡ менән тәбиғилек һәм уңайлылыҡ шулай ярашҡан.
Һунарға йөрөргә яратҡан кейәүҙәре йәнлек тиреләрен килтергән, Валерий ағайҙың юбилейына үҙе тотҡан ҡабан сусҡаһының ҡарасҡыһын эшләп бүләк иткән.
– Йәйен бында һалҡынса булһа, ҡыш көндәре, киреһенсә, йылыраҡ кеүек. Бигерәк тә балалар ошонда уйнарға ярата. Күрше-тирәнән дә киләләр, бергә күңеллерәктер инде.
Эргәлә балалар өсөн әүһәләй (беҙҙә уны таған тиҙәр), һауа тултырылған балалар бассейны ла урын ала.
– Бына бассейн тишелде әле. Киләһе йыл ерҙе ҡаҙып, бер күл әтмәләп ҡуймай булмаҫ, – ти Валерий ағай. – Тирә-яғын таштар менән уратып алғанда... – тәмләп күңелдә йөрөткән ниәттәре менән уртаҡлаша башлай.
Мин инде барыһы ла тап Валерий ағай һөйләгәнсә буласағына шикләнмәйем дә. Ике ҡулының береһе эшһеҙ торһа, тағы берәй шөғөл эҙләй торған бик тынғыһыҙ, сәмле, уңған кеше ул. “Беҙ бит, фермерҙар, йәйен бар көсөбөҙҙө һалып эшләйбеҙ, ә ҡышын тынысыраҡ барыбер ҙә. Хоҙай биргән ғүмерҙең бер генә минутын да әрәм итке килмәй”, – ти. Тик ултырғансы, тип транспорты менән такси хеҙмәтенә сығып китә, бер машинаһын төҫлө ҡалай (профнастил) ташыуға ҡулайлаштырған, төҙөлөш менән булған балаларына ла барып ярҙам итеп килә. Барған-йөрөгән ерҙәрендә ниндәй генә өйҙәр, башҡа ҡоролмалар күрергә тура килмәй уға. Береһенән-береһе күркәм, зауыҡлы, бай итеп төҙөйҙәр. Халыҡ матур йәшәүгә ынтыла, ни әйтәһең. Шулай ҙа матур тип танылған яңылыҡтарҙың күбеһе асылда тәбиғи булмаған материалдарҙан торған бер төрлөлөккә ҡайтып ҡалғандай булып китә. Фазуловтарҙың әлеге эше бөгөн беҙгә тап ана шул тәбиғилек, тамырҙарға тоғролоҡ, асылды һаҡлау етмәүен тойоуҙан, глобаль бер төрлөлөктән ҡасыу юлын эҙләүҙән дә түгелме икән?
– Ихлас яратып эшләнек был әкиәт ҡаласығын, – тип йылмая хужа. – Хыялымды ысынбарлыҡҡа әйләндерҙем. Хыял сикһеҙ, ә ҡул эш белә, шөкөр. Руфинама элек етмәгән иғтибарымды ла күрһәтә алдым.
– Тимәк, мөхәббәтегеҙҙе шулай сағылдырҙығыҙ?
– Тал сыбығында ла, йүкә ҡабығында ла сағылдырып була ул күңел йылыһын, хәләлеңә тоғролоҡто, тип яҙ әйҙә, – тип ихлас көлә Валерий ағай. Ирен ярты һүҙҙән аңлап торған Руфина апай ҙа йылмайып башын ҡаға. Әйткәндәй, ағайҙың үҙенең исемендә лә тоғролоҡтоң бер сағылышы йәшәй. Атаһы Талибулла ағай Свердловскиҙа йәшәгән сағында иң яҡын, ярҙамсыл рус дуҫының исемен улына ҡуша.
Ҡыҙыҡһыныусан, тиктормаҫ уңған Валерий ағайҙың белмәгән эше юҡ. Йәшләй генә һыуытҡыс, телевизорҙарҙы йүнәтеүсегә лә уҡый, сантехниканы өйрәнә, электрик, машина йөрөтә... “Ҡулымдан эш килә, Хоҙай биргәнгә шөкөр, – ти Валерий ағай. – Ике генә һөнәргә эйә түгелмен – гармунда уйнай һәм йырлай белмәйем”. Күңелегеҙҙәге йыр тынмаһын, Фазуловтар!
Гөлшат ҠУНАФИНА.
Нуриман районы.
Нуриман районы.
Теги: