Хыял иле менән фани донъяны тоташтырыусы
Тиҫтә йылдар элек Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында гөрләп барған “Ҡыпсаҡ ҡыҙы” спектакленең сағыу күренештәре әлегеләй күҙ алдымда. Бигерәк тә күрәҙәсенең, һуғышҡа ирең менән барһаң, ул иҫән ҡайтасаҡ, тигәнен уйлап, ул ҡаршы булһа ла, бәләкәс сабыйын ҡәйнәһенә ҡалдырып, хәләле менән бергә яуҙа йөрөгән Нәзирә образы күңелгә уйылып ҡалған. Балаһы атайлы үҫһен, ире имен булһын өсөн үҙ ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйырға ҡурҡмаған башҡорт ҡатынының ҡаһарман мөхәббәте Ләйлә, Джульетталарҙыҡынан ҡырҡа айырыла. Башҡорт ҡыҙы шәхси хистәрен алға ҡуймай, үҙен ил именлеге, балаһының киләсәге хаҡына ҡорбан итә.
Драманың авторы Айһылыу Йәғәфәрова, күрешкәндә, бер сер асты миңә. Баҡтиһәң, башҡорт ҡатындарының ҡаһарман асылын данлаған был әҫәр яҡты донъяға тыуыуы менән тап беҙҙең баҫмаға бурыслы икән.
“Бер мәл “Башҡортостан ҡыҙы” журналы иң матур мөхәббәт тарихы хаҡындағы хикәйәләргә бәйге иғлан итте. Ул саҡтағы яуаплы секретарь Булат Өмөтбаев: “Айһылыу, һине лә бәйгеселәр сафында күрергә теләйбеҙ”, – тип үҙемә инселәп хат ебәргәйне. Мин – совет кешеһе, ҡушҡанды тыңлап өйрәнгәнмен, ҡатнашырға булдым. Нисегерәк итеп яҙырға һуң, тип самалап йөрөйөм, мин үҙем кисермәгәнде яҙа алмайым. Ә ул саҡта инде ир ҡатынымын, ике бала әсәһе, йәш ҡыҙ хистәрен тәфсирләп ултыра алмаҫымды аңлайым. Һуң, алайһа, ҡатын кешенең мөхәббәте хаҡында яҙырға кәрәк, тигән ҡарарға килдем. Әллә нишләп башымда халҡыбыҙҙың “Бала ҡарға” риүәйәте өйөрөлә. Хәтерегеҙҙәлер, унда ир менән ҡатын һуғышҡа китеп бара ла, ҡатын юлда бәпәй табып, уны ҡарға ояһына һалып китә. Улар кире әйләнеп килгәнсе, улдарын ҡарғалар ашатып торған була. Был риүәйәт ҡатындың ире менән һуғышҡа китеүе хаҡында һөйләй. Ә ниңә ошо тарихты мөхәббәткә бәйләмәҫкә, тип дәртләнеп киттем. Өҫтө-өҫтөнә фекер төйнәлеп, “Башҡортостан ҡыҙы”на хикәйә тип яҙа башлаған нәмәм йәйелеп, повесть булып бара. Юҡ, былай барһа, роман итергә лә күп ҡалмаясаҡ, ә ҙур әҫәр яҙыр өсөн архивтарҙа ғына күпме ултырырға... Туҡта, мин быны сәхнә әҫәре итәйем, тигән уй килде.
Булат Өмөтбаевҡа: “Ғәфү итегеҙ инде, мин бәйгелә ҡатнаша алмайым, хикәйәм пьесаға әйләнде лә китте”, – тип хат яҙып һалдым. Әҫәремде тиҙ арала “Йәшлек” гәзите баҫып сығарҙы. Сәхнәлә ҙур уңыш менән барҙы ул: көнөнә ике тапҡыр ҡуйылһа ла, халыҡ эркелеп йөрөнө. Әлбиттә, барыһына ла ярап булмай, башҡорт ҡатындарының һуғыштарға йөрөүе иҫбатланмаған хәбәр, тип ғәйеп яғыусылар ҙа булды”, – тип хәтерләй яҙыусы.
Киләһе йыл 1812 йылғы Ватан һуғышының тамамланыуына 200 йыл туласаҡ. Бүтән бер халыҡтың ҡатындары ла ул осорҙа беҙҙекеләр ише ирҙәр менән бер ҡатарҙан һуғышҡа инмәгән. Василий Зефировтың “Йәнтүрә хикәйәләре”ндә нәљ ошондай бер ҡаһарман ҡатын тураһында һөйләнелә. Йәнтүрә ҡарт хәтирәләрендә ҡатынының яуҙа ҡатнашыу ғына түгел, миҙал да алып ҡайтыуы хаҡында бәйән итә. В.Зефиров менән Йәнтүрәнең әңгәмәһен тыңлап ултырған старшина, ҡунаҡтың бик ышанып етмәүен күреп: “Һин нимә, әфәнде, белмәйенсә шаяртып ултырма. Минең ҡыҙҙарҙың ҡалай һыбай йөрөгәнен күрҙең бит, ҡулдарына ҡылыс тотторһаң, әллә ниндәй батырыңды ла атынан осора һуғырҙар”, – тип ҡуя.
Ә яңыраҡ 1-се башҡорт полкы француздар менән бәрелешкән яланда, Смоленск янында, эҙәрмәндәр башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары сәстәренә тағып йөрөгән сулпылар тапҡан, уларҙың фоторәсемдәре интернет селтәренә лә һалынған. Айһылыу апай дөрөҫ әйтә ул, беҙ тарихта тиңе булмаған ҡаһарман ҡатын-ҡыҙ шәхестәребеҙҙең дә данын күтәрә белергә тейеш. Уның “Ҡыпсаҡ ҡыҙы” әҫәре – ошо юҫыҡта башҡарылған тәүге эштәрҙең береһе. Хәйер, Айһылыу апай үҙе лә холҡо менән ҡыйыу һәм тәүәккәл инә-өләсәләренән һис тә ҡалышмай. Ғүмер буйы эш тип сапҡан, үҙ-үҙен онотоп яҙышҡан, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре лә ул.
Әле алдымда ятҡан романын, повестарын, хикәйәләрен, әкиәттәрен, тәржемә китаптарын, ул төҙөшкән дәреслектәрҙе һәм хрестоматияларҙы, уҡытыусылар алдында һөйләгән лекцияларын, көндәлектәрен күреп, уларҙың ғүмер буйы ауыл ерендә йәшәп, ике бала тәрбиәләгән, ир ҡараған, балалар баҡсаһы мөдире булған, ћаман да өс һыйыр һауған, мал аҫраған нескә заттың хеҙмәттәре икәненә ҡапыл ғына ышаныуы ла ауыр. Әйткәндәй, һис бер ҡаршылыҡ алдында ла аптырап ҡала торған кеше түгеллеге уның һәр ғәмәлендә күҙгә салына. Мин барғанда, хәҙер машинка менән баҫҡанды редакциялар ҡабул итмәй, алтмышты үткәс, компьютерҙы үҙләштерҙем, тип, яңы әҫәрен үҙе баҫып ултыра ине.
“Бала саҡта, яҙыусылар килє, тип, Әхмәттән Асҡарға йәйәүләп осрашыуѓа барҙыљ. Абдулхаҡ Игебаев, Мөхөтдин Тажи, Марат Кәримов ағайҙар килгәйне. Ћәр әйткән һүҙҙәре әлегеләй иҫемдә. Абдулхаҡ ағай таушалып бөткән “Аҡбуҙат” тигән китабын килтереп сығарҙы. Мин китабымдың былай иҫкереп бөткәненә ҡайғырмайым, киреһенсә, уны күп бала уҡығанға ҡыуанам ғына, тине. Осрашыу аҙағында, арағыҙҙа яҙышҡан уҡыусылар бармы, тип һоранылар. Тиҫтерҙәрем барыһы ла миңә боролоп ҡараны: “Тор, Айһылыу, шиғырыңды уҡы”, – тиҙәр. Мин баҫтым да, оялышымдан башымды эйеп тик торам. Шул саҡта Тажи ағай: “Һе, хәҙер уҡый алмай торһа ла, үҫкәс Һәҙиә апай һымаҡ роман яҙыр әле ул был ҡыҙыҡай”, – тине. Мин, сәмләнеп, эстән генә үҙемә, яҙасаҡмын, барыбер яҙасаҡмын, тип һүҙ бирҙем”, – ти ул.
Зәйнәб Биишеваның повестарын уҡып дәртләнеп, ауылында тимурсылар командаһы ла ойоштороп ебәрә. Үҙе уйлап сығарған пьесаларҙы дуҫтары менән сәхнәләштереп, ауылдаштарына тамашалар ҙа ҡуя. Шул арала йәйге каникулда әхирәттәре менән фермала утыҙар һыйыр ҙа һауып өлгөрә. Туғыҙынсы синыфтан һуң Ишембай ҡалаһына тәрбиәселәр курсына уҡырға бара. Унан һуң Әбйәлилгә ҡайта.
“Ул саҡта районда дүрт кенә балалар баҡсаһы бар ине, мин Красная Башкирия ҡасабаһын һайланым, сөнки унда еңгәйем йәшәне. Ире һуғышта ятып ҡалғас, ошонда килеп урынлашып, яңынан тормошҡа сыҡҡан ине. Иптәше ферманан һуң ғына ҡайта, беҙ еңгә менән кистәрен серләшеп ултырырға яраттыҡ. Ул йәшлеген һөйләй – нисек Ҡағы яғында урман ҡырҡыуҙарын, атаһының ҡулға алыныуын, мөхәббәт тарихын. Эй-эй, күрелде инде, яҙһаң ине ошо михнәттәрҙе, ти. Еңгә, әйҙә, үҙем яҙам, тинем һәм ун туғыҙ йәштә шулайтып айбарланып роман яҙырға булдым. План төҙөп алдым. Ҡасабаға килгәс, мине былай ҙа шул тиклем итеп эшкә ҡушып ҡуйғандар ине. Комсомолдарҙың киске мәктәбендә староста, комсомол секретары ярҙамсыһы, ҡатын-ҡыҙҙар советы һәм бәлиғ булмаған балалар комиссияһы ағзаһы, район гәзитенә әүҙем яҙышам, “Осҡон”доң штаттан тыш хәбәрсеһе, үҙешмәкәр түңәрәккә йөрөйөм. Кинонан һуң ҡалып, репетициялар үткәрәбеҙ ҙә, сәғәт ун икелә клуб ябыла ине. Шунан ҡайтам, совхоз тып-тын, күңелгә рәхәт, төнгө икегә тиклем яҙам, көн дә ултырырға тырыша инем. Яҙа башлаһам, биттәрем ҡыҙара, йөрәгем тулай, өлгөрә алмай яҙам, әйтерһең дә, өҫтән кемдер һөйләмдәрҙе әйтеп тора. Геройҙарымдың араһында йөрөйөм, кейемдәрен, хатта төймәләренә тиклем күрә инем. Төнгө икеләрҙә күрше Тамара апай ҡайта, ул мунса яғыусы булып эшләй ине, мин уның малайын йоҡлата торғайным. Һаман яҙаһыңмы, туғаным, ти, мин, эйе, өлгөрә алмайым, тием. Улай булғас, һиңә бер нәмә эшләтәм, тине лә бер нисә көндән трибуна күтәреп килеп инде. Өҫтәлгә ҡуйҙыҡ, йәтеш кенә ручка һала торған ере лә бар. Хәҙер тороп яҙа башланым, үҙемде ышандырғанмынмы икән, ысынлап та, йәһәтерәк яҙылған һымаҡ. Биш йыл яҙҙым да ҡуйҙым, меңгә яҡын бит булып китте. Ҡараламанан күсереп яҙыуға тағы ла дүрт йыл сарыф ителде. Ул арала эшләп йөрөйөм, балалар өсөн китаптарым сыҡты, депутат иттеләр, балалар баҡсаһында мөдирмен, фатирым да бар ине. Европалағы һымаҡ, бөтә нәмәне лә булдырып, егерме туғыҙ йәштә Уразбай ағайығыҙға кейәүгә барҙым.
Хәҙер баяғы ҡулъяҙманы ҡайҙа баҫтырырға, тигән мәсьәлә килеп тыуҙы. Таныштар аша Өфөләге радиола эшләгән машинистка ҡыҙға тапшырҙым. Уның бәләкәс балаһы бар ине, ана баҫам, бына баҫам, тип ике йыл ятҡырҙы ла кире ҡайтарҙы. Шунан матбуғат йортондағы ҡыҙҙарға алып барҙым. Яҙа башлағандан һуң ун йылдан ашыу ваҡыт үткәс кенә баҫтыра алдым. Ә инде китап сығарыу тарихы тағы ла оҙонораҡ булды. Рәшит ағай Солтангәрәев, Айһылыу, һин былай оҙон килеш ташҡа баҫтыра алмаясаҡһың, тине. Беләм инде ул ҡыҫҡартыуҙарҙы, тереләй тирене йырғыслаған һымаҡ буласаҡ, тип тә өҫтәне. Ҡыҫҡартыуҙы бит кеше эшләй алмай, үҙемә машинка кәрәк. Һыйыр алырбыҙ, тип аҡса йыя инек. “Башҡортостан” гәзитендә машинка һатыла, тигән иғлан күреп ҡалдыҡ, ул “ә” хәрефе урынына “э” баҫа икән, шуға һаталар. Иптәшем мең бәлә менән шуны алып ҡайтып бирҙе. Ҡыҫҡартылған килеш тә нәшриәттә оҙаҡ ятты, йәнә алып ҡайтам, йәнә ҡыҫҡартам, таѓы сыҡмай ята, шулай мәшәҡәтләнә торғас, өмөтөм дә ҡалмағайны, мең биттән ике йөҙ илле самаһына ҡалған “Килендәр” романымды 45 йәшемә, ниһайәт, ҡулға алдым. Роман сыҡҡас, ҡайҙарға ғына осрашыуҙарға саҡырманылар, китапханаларҙа иң таушалған китап минең романым булып китте. Хатта үҙебеҙҙең район китапхана селтәре шул таушалған китаптарҙы йыйып, күргәҙмә лә ойошторҙо. Шунан да оло бәхет булмағандыр минең өсөн”, – тип хәтирәләре менән бүлешә әҙибә.
Ә шулай ҙа Айһылыу Йәғәфәрова минең өсөн тәү сиратта – әкиәтсе. Уның әкиәттәр донъяһындағы мөғжизәләргә сорналып тотош быуындар үҫте. “Сәнскеле күлдәк”, “Алтын тараҡ”, “Һайыҫҡан-почтальон”, “Ҡойон батшалығында” – ошо һәм башҡа әкиәттәре, уларҙың сағыу һүрәттәре лә, китап исемдәрен атағас, күптәрҙең хәтерендә яңырғандыр. Ул – бик күп донъя халыҡтарының әкиәттәрен башҡорт теленә ауҙарған атаҡлы тәржемәсе лә.
“Балалар баҡсаһында балаларҙы һәр ваҡыт әҙәбиәт аша тәрбиәләнем. Мәғариф министрлығына мәктәпкәсә йәштәге төрлө төркөм балалары өсөн әллә нисә хрестоматия төҙөүҙә ҡатнаштым, ҡайһы берәүҙәрен яңғыҙым да эшләнем. Шундай йыйынтыҡтарҙың береһен әҙерләгән ваҡытта, әйҙә, А.С. Пушкиндың берәй әкиәтен дә уҡыу әсбабына индерәйек, тип тәҡдим иттем. Тапһаң, индер, тинеләр. Аһ, булмаһа ни, үҙем тәржемә итәм, тинем, әммә тотоноп ҡарағайным, тәржемәләнмәй ҙә ҡуя, тәүге хрестоматияға мин атаҡлы шағирҙың әкиәтен шулайтып индерә алманым. А.С. Пушкин бит әкиәттәрен ололар өсөн яҙған, ә миңә балаларға тәғәйенләп тәржемәләргә кәрәк. Сәмләнеп киттем, бөйөк яҙыусы хаҡындағы яҙмаларҙы өйрәнә башланым. Бер ваҡыт Мәскәүҙә А.С. Пушкин менән П.П. Ершов осраша. “Конек-горбунок”ты уҡыным, шул тиклем матур, халыҡсан яҙғанһың, ти ул Ершовҡа. Шунан һуң, Рәсәйҙә ҙур әкиәтсе тыуҙы, мин бүтән әкиәт яҙмаясаҡмын, ти һәм яҙмай ҙа. П.П. Ершов та башҡа әкиәт яҙмай, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Ошо мәғлүмәтте тапҡас, туҡта әле, Ершовты уҡып ҡарайым, тинем. Уҡый башланым, “За лесами, за горами” тип... 8-7 үлсәме, үҙенән-үҙе уҡыла, А.С.Пушкиндың да шул үлсәмдәге шиғырҙары бар, башҡорт эпостары, ҡобайырҙарында ла бындай юлдар йыш осрай, беҙҙеңсә булһын, тип мин дә шул үлсәмдә тәржемәләргә булдым һәм отолманым. А.С.Пушкиндың әҫәрҙәрен төп нөхсәһендәгесє аҙым менән тәржемә итеп ҡарауым уңышһыҙлыҡҡа осраһа, был үлсәмдә ул үҙенән-үҙе башҡортсаға әйләнеп китә ине. Ун йыл эсендә барлыҡ әкиәттәрен дә башҡортсаға ауҙарып бөттөм һәм уны шунда уҡ нәшриәт баҫып сығарып, мәктәптәргә таратты”, – тип үҙе лә балалай шатлана Айһылыу апай.
– Ауыл ерендә эшләп, йәшәп тә ижадҡа гел нисек ваҡыт һәм дарман таба алдығыҙ һуң, – тип һораным яҙыусынан.
“Мин һәр ваҡыт эштең тәүҙә ауыр өлөшөнә тотонам. Оҙаҡлап та ултырмайым, улайтып та булмай ауылда, һыйырҙы ваҡытында һауыр кәрәк, ашарға бешерергә, баҡсаны ҡарарға. Көнөнә ғәҙәттә ике сәғәт эшләйем, әле бына кисен биштән етегә саҡлым ултырам. Ә шулай ҙа төп эш йыл һайын ҡышҡыһын эшләнеп ҡала, декабрь – февраль – ул минең ижад осоро, йәйгеһен күберәк яҙылғандарҙы рәткә килтерәм, компьютерҙа йыям. Яңы роман яҙҙым, нәшриәттә повестарым һәм шиғырҙарым да сират көтөп ята. Яҙған булһа, мәле етһә, сығыр, уныһына артыҡ ҡайғырмайым. Быйыл беҙҙең төбәк оло афәт үткәрҙе – йәй уртаһында ауылдарҙы уйламаған ерҙән һыу баҫты. Бик күп зыян килтерҙе ул. Беләһегеҙме, ошо һыу баҫыуҙың да сәбәбен мин шул тәбиғәткә булған мәрхәмәтһеҙ мөнәсәбәттә күрәм. Халыҡ аҡылы ауыҙ-тел ижадына йәшерелгән бит.
Бер япон әкиәте иҫемә төштө. Унда бер ауылды яҙ һайын аждаһа һыу аҫтында ҡалдыра. Өйҙәр аға, кешеләр бата. Бер егет һыу-аждаһаға ҡаршы ысул эҙләп сығып китә һәм бер бейек тау башында тау эйәһен осрата. Бар аждаһанан ҡотолоу ысулы, мин һиңә бер тоҡ орлоҡ бирәм, шуны күмәкләп ауылығыҙ тирәләй сәсеп сығығыҙ, ти. Шулай итәләр ҙә, үҫентеләр бер йыл эсендә арыу үҫеп, ағасҡа әйләнеп өлгөрә. Баяғы аждаһа туфанын яңынан ҡалҡытып-ҡалҡытып ҡарай, әммә ағастар һыуҙы эсеп бөтөп тора. Шулайтып улар аждаһаны еңә. Аңлағанға ишара, башҡа өҫтәп әйтер һүҙем юҡ”, – тип әңгәмәне тамамланы әкиәтсе ағинәй, әсәй, өләсәй, РСФСР Яҙыусылар союзы ағзаһы, драматург һәм яҙыусы Айһылыу Йәғәфәрова.
Ысынбарлыҡ менән әкиәт арауығы күңел күҙе күргәндәр өсөн үрмәксе ауынан да нескә, тиҙәр. Айһылыу апай ҙа – бүтәндәр өсөн ғәҙәти булған күренештәрҙә мөғжизә сырамытып, хыял илен һәм фани донъяларҙы тоташтырып йәшәүсе әүлиә заттарыбыҙҙың береһе. Именлек, һаулыҡ, ижади илһам һәм дарман теләйек уға!

Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА.
Әбйәлил районы.
Әбйәлил районы.
Теги: