Йырсы ла, иҡтисадсы ла

Йырсы ла, иҡтисадсы лаОшо йыр-моң фестивалендә тағы ла бер яҡты йондоҙ булып бал­ҡыған йырсыбыҙ – Гүзәл Әҙеһәмова. Әйткәндәй, уның музыка өлкәһенә бер ниндәй ҙә ҡа­ғылышы юҡ икән. Күмертау ҡала­һында ҡә­ҙимге бер мәктәпте тамамлаған. Унан һуң Башҡорт дәүләт университетының иҡдисад факультетына уҡырға ингән. Әле Гүзәл ошонда 3-сө курста уҡып йөрөй. Ә йырлау уның тә­биғи талантынан килә­лер инде.
– “Гәлсәр һандуғас“тар Кү­мертау ҡалаһына йәш йырсыларҙы һайлап алыу өсөн кас­тинг үт­кә­рергә килгәй­не. Мин дә үҙемде һы­нап ҡа­рарға булдым. Күп тә үтмәй конкурс етәксеһе Земфира Байбулдина миңә шыл­тыратып, фестивалдә ҡатнашырға са­ҡырҙы, – ти Гүзәл.
Йәш йырсының рес­­публика та­ма­шасы­һы ҡарама­ғына алып сыҡ­ҡан тәү­ге эше Рә­диф Зариповтың “Бер генә күр­гән инем“ йы­ры була.
Телевизор ҡа­раусылар ҙа Гү­зәл­дең тырышлығын, талан­тын ба­һа­ламай ҡалмай. “Гәлсәр һандуғас“ телевизион йыр-моң конкурсының 2010 йылғы лауреаты була ул.
Быйылғы йәйге ялын да бик фай­ҙалы үткәргән йырсы. Көйөр­гәҙе ра­йонының Таймаҫ ауылындағы туғандарында ял иткән, Кү­мертау ҡа­ла­һындағы магазиндар­ҙың бере­һенә эшкә урынлашып, бер аҙ аҡса эш­ләп тә өлгөргән. Бынан тыш Томск, Мәскәү ҡалаларында уҙға­рылған “Ял­ҡын” корпоратив фес­тивалендә “Аҡ ҡайын” тигән баш­ҡорт халыҡ йырын баш­ҡарып, 3-сө дәрәжәле диплом яулаған.

Булат ИБРАҺИМОВ.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook