Булмышынан – ҡөҙрәт, йөҙөнән нур бөркөлә

Булмышынан – ҡөҙрәт, йөҙөнән нур бөркөләХалҡыбыҙҙың киләсәге хаҡында борсолған, йәшәйешебеҙҙе һәр яҡлап йәмлерәк итергә тырышҡан арҙаҡлы һәм абруйлы ҡатын-ҡыҙ­ҙарыбыҙ байтаҡ. Бары бәләкәйҙән күңеленә һалын­ған әхлаҡи камиллығы, намыҫы, милли үҙаңы булған шәхес кенә ысынбарлығында тыуған иленең һәм халҡының яҙмышы өсөн янып йәшәй, эшендә юғары үрҙәргә өлгәшә, уңыш яулай алалыр. Әңгәмәсебеҙ Ишембай ҡала һәм район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Ғайса ҡыҙы Шәһиева үҙенең эше, йәшәйеше, изге ниәттәре менән ошо хәҡиҡәтте тулыһынса иҫбат итә. Халҡыбыҙға хас төплө аҡыл, эшлеклелек, ихласлыҡ, иплелек тә бар үҙендә.
Республикабыҙҙың иң аҫыл төбәктәренең береһе Ишембай районы Һайран ауылында Яҡуповтарҙың татыу ғаи­ләһендә унынсы бала булып донъяға килә Гүзәл. Атаһы кескәй ҡыҙын күҙ ҡараһылай ҡурсалай, ауыр һүҙ ҙә, алама ҡараш та ҡағылдырмай. Фарфор ҡурсаҡтай аҡ йөҙлө, һөйкөмлө, алсаҡ һылыуҙарын ағалары менән апалары ла ярата. Бәләкәстән һәр нәмәгә үҙ ҡарашы булған һәм ихласлығы, мөләйемлеге, теремеклеге менән арбап торған ҡыҙсыҡ ғаиләгә ҡот, йәм өҫтәүсе һөйкөмлө нур сы­ғанағына әйләнә.
Әсәһе – уҡытыусы, атаһы – мәктәптең хужалыҡ мөдире. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан һәм ғәрәсәтле ҡан ҡойошто башынан үткәргән Ғайса ағай тыныс атҡан һәр таңға ҡыуанып йәшәй. Балаларында ла тормош һөйөүсәнлек, ҡаһарман рух тәрбиәләй ул. Бәхет ипкененә төрөнөп, артабан да шатланып йәшә ине лә бит. Әммә кө­төлмәгән ҡайғы шаҡып инә йорттарына. Атаһы бәләкәсенә: “Ҡыҙым, әгәр мин үлеп китһәм, һине берәйһе ҡыйнатһа йәки рәнйетһә, ҡәберемдән тороп, ярҙамға килермен”, – тип йыш ҡабатлаған була. Үҙенең ғүмере иртә өҙөләсәген һиҙгән тиерһең. Ул аяныслы көндө Ғайса ағай ауылдаштары менән урманға утын ҡырҡырға бара. Уйламағанда ғына өҫтөнә ағас ауып, баш һөйәген йәрәхәтләй. Ошо яранан мандый алмай, бер айҙан донъя ҡуя һөйөклө атайҙары. Өлкәндәре Ғаяз утыҙ йәшен саҡ тултырған, ә кескәйҙәре Гүзәлгә – ни бары һигеҙ генә. Йәш ҡатын был ауыр ҡайғыны нисек күтәргәндер? Ун баланы яңғыҙына тәрбиәләп, уҡытып, аяҡҡа баҫтырып, оло тормош һуҡмағына сығарырға тура килә Әсмә апайға. Бер-береһе өсөн тауҙай ныҡ тороу, ярҙамсыллыҡ, фиҙакәрлек – ул ваҡытта ла, әле лә туғандарҙың уңыш серен билдәләгән төп сифаттар.
“Үҙ-ара ныҡ татыубыҙ, әгәр туғандарыбыҙҙың береһе ниндәйҙер ҙур әйбер һатып алырға ниәтләһә, тиҙ генә аҡса йыйып бирәбеҙ. Бер-беребеҙгә ярҙам итеү ғәҙәте бәләкәстән ҡаныбыҙға һеңгән. Атайым менән әсәйем, унан апайым менән ағайымдар, ауыр һүҙ әйтмәй, иркәләтеп кенә үҫтерҙе мине. Үҙ һүҙле, ныҡышмал, сәмле булыуым да шунан киләлер. Әле, киреһенсә, ихлас күңелдән апай-ағайҙарыма үҙем терәк булырға тырышам. Үкенескә ҡаршы, бер ағайым мәрхүм булып ҡалды. Кеше ғүмеренең бәхеттән, шатлыҡтан ғына тормауын, ә төрлө сағылыштарҙан хасил булыуын бәләкәстән үҙ тормошом миҫалында аңланым. Яҙмышымдағы юғалтыуҙар, тетрәнеүҙәр мине сыныҡтырҙы, нығытты, көслөрәк итте. Шуғалырмы юҡ-барға көйөп, көн­ләшеп, үсләшеп, ҡәҙерле ваҡытымды әрәм итмәйем. Башҡаларға яҡшылыҡ эшләгәндә лә, күңел йылыһын, йән ҡеүәтен сарыф итәм, тип тә ҡурҡмайым. Биргән йөрәк йылыңдың йылдар ауазы аша ла үҙеңә йәки балаларыңа әйләнеп ҡайтыуына ышанам. Ошо һыҙаттар бөгөн эшемдә һәр ваҡиғаны төрлө яҡлап аңларға, башҡаларҙың хәленә инергә ярҙам итә. Атай-әсәйемдең изге фатихаһы, улар өсөн дә йәшәп ҡалыу сәме туғыҙыбыҙҙы ла ныҡлыҡҡа әйҙәп, тырышып донъя көтөргә ҡеүәтләп тора”, – ти Гүзәл Ғайса ҡыҙы.
Булмышынан – ҡөҙрәт, йөҙөнән нур бөркөлә
Әйткәндәй, уның апайҙары менән ағайҙары ла тырыш һәм уңған. Әсмә апай балаларының һәр береһенә юғары белем биреп кенә ҡалмаған, ә эш һөйөүсәнлек, маҡсатҡа ынтылыусанлыҡ, бәхетте ҡулда тотоу маһирлығы ла һалған. Улар араһында фән кандидаттары ла, етәкселәр ҙә, шәхси эшҡыуарҙар ҙа, йәмәғәт эшмәкәрҙәре лә, өс мәғариф алдынғыһы бар. Ғаиләләре лә ишле, татыу, берҙәм уларҙың. Барыһын да ҡурсалап, йө­рәктәрендә рух, дәрт уты ҡабыҙып тороусы өлкән апалары Нәсимә Ғайса ҡыҙы Этҡол ауыл биләмәһенең ҡатын-ҡыҙҙар советын етәкләй. Үт­кер ҡарашлы, рухлы, әүҙем ханым туғандарының һәр башланғысын күтәреп алырға әҙер.
Ишембай ҡала һәм районында баланы, әсәлекте, ғаиләне һаҡлауға, тәрбиә һәм рухи ҡиммәттәрҙе тергеҙеүгә йүнәлтелгән социаль сәйә­сәттең уңышлы тормошҡа ашырылыуында район хакимиәте етәкселегенең өлөшө ҙур. Гүзәл Шәһиева етәкләгән социаль өлкә – яуаплылыҡ, тәртип, төрлө яҡлап та мәғлүмәтле, ғәҙел булыуҙы талап иткән иң ҡатмарлы һәм күп тармаҡлы даирә. Уның ҡарамағына халыҡты социаль яҡлау, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, спорт кеүек етди өлкәләр инә. Йәштәр, өлкәндәр, инвалидтар, ғөмүмән, ғаиләне борсоған бөтә мөһим мәсьәләләр үҙә­гендә ҡайнап йәшәргә тейешһең. Кеше ҡайғыларына битараф ҡалһаң, мохтаждарға ваҡытында ярҙам ҡулы һуҙмаһаң, башҡарған эшең үҙ мәғә­нәһен юғалта. Был йәһәттән улар һәр тармаҡты үҙ күҙәтеүе аҫтына алған һәм урындағы үҙидара вәкил­дәрен, йәмәғәт ойошмаларын, мәҙә­ниәт һәм мәғариф хеҙмәткәрҙәрен, йәштәр советын, ауыл старосталарын да йәлеп иткән.
Гүзәл Ғайса ҡыҙының яҡташтарым тип өҙөлөп тороуын, халыҡ өсөн хеҙмәт итеүен, ғәжәйеп ярҙамсыллығын һәм кешелеклеген күреп, нескә генә был ханымда күпме ихтыяр көсө, ныҡлыҡ, рух, сәм, ирҙәрсә таҫыллыҡ барлығына ғәжәпләнәһең дә, һоҡланаһың да. Юғары вазифа йыш ҡына кешене үҙгәртә. Күптәр сабатаһын түргә элеүсән. Гүзәл Ғайса ҡыҙына маһайыусанлыҡ та, эрелек тә хас түгел. Ябай кешеләр менән дә үҙен тиң ҡуйып һөйләшә. Етди мәсьәләләрҙе, шау-шыу тыуҙырмай, үҙе һәм эше хаҡында ҡысҡырмай, тыныс һәм тыйнаҡ ҡына хәл итергә өйрәнгән. Заман зыялыларына хас тәрән аҡыл, иплелек, юғары интеллект, тәрбиәлелек, әҙәп – уның хол­ҡон биҙәгән матур һыҙаттар. Эштә­ренең уң барыуы һәм яҡташтарының ышанысын, хөрмәтен яулауы ла иң тәүҙә ошо сифаттарға бәйлелер, тигән һығымтаға киләһең.
Булмышынан – ҡөҙрәт, йөҙөнән нур бөркөлә
“Әсәйем сабыр йәнле ине, эшемдә берәй ҡатмарлы хәл тыуһа, ул әлеге мәлдә үҙен нисек тотор ине икән, тип уйлайым. Уның күңеле түрендә, беҙҙән, ун баланан тыш, ике өләсә­йемә лә лайыҡлы урын табылды. Әсә­һе менән бейемен һуңғы көндәренә тиклем һис зарланмай ҡараны ул. Тик үҙенә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең уңышты, бәхетте күрергә, тормош рәхәтлеген татып йәшәргә насип булманы. Уның да ғүмере иртә өҙөл­дө. Бар тормош йөгөн яңғыҙы тартып, ун баланы аяҡҡа баҫтырыу еңел булмағандыр, йән көсө лә шуға тиҙ һурылғандыр ҡәҙерлемдең. Әле иҫән булһа, өрмәгән ергә ултыртмай ҡарар инек тә бит. Үткәндәр күҙ алдыма баҫһа, алтынға тиң ғүмерҙәренең тамсы ла ҡәҙерен белмәгән хаяһыҙ бәндәләргә йәнем көйә. Сәләмәтлек­тәре шап-шаҡтай булып та, эшләмәй, ғаиләһен ҡарамай, хәмер ҡоллоғона эләккән ирҙәрҙе, ҡатындарҙы күреп, йөрәгем һыҙлай. Райондың ҡатын-ҡыҙҙар советтары һәм йәмәғәт ойошмалары менән берлектә төрлө саралар, акциялар үткәреп, наркомания, алкоголизм кеүек милләтебеҙҙең ки­ләсәгенә янаған яман ғәҙәттәргә ҡаршы көрәшәбеҙ ҙә ул. Ләкин күп нәмә барыбер кешенең үҙенә бәйле шул. Яҙмыш үҙәктәрҙе өҙгөс һынауҙар ҡуя, кемдер уны күтәрә, нисек тә балаларын аяҡҡа баҫтырыуҙы хәстәр­ләй, кемдер ауырлыҡтарға сыҙай алмай – һына. Бына шундайҙарға ярҙам итеү, кисерештәрен  тыңлау, ауырлыҡтан сығыу юлдарын эҙләү маҡсаты килеп тыуа. Юҡ, беҙ уларҙы ғә­йепләргә лә, тикшерергә лә тырышмайбыҙ. Бары хәлдәренә инеп, ни өсөн ҡыйынлыҡҡа тарыуҙарының сәбәбен асыҡлайбыҙ. Һәр осраҡ айырым ҡарала. Яңғыҙы бәлиғ булмаған балалар тәрбиәләгән, ләкин, эскелек менән мауығып, хәсрәт һаҙлығына батҡан әсәйҙәр генә түгел, атайҙар ҙа осрай. Эскелектән ҡотолдороп, эшкә урынлаштырып, тормоштарын яйға һалырға тырышабыҙ. Ышанып башҡарған эш барыбер үҙен аҡлай. Күҙҙәре асылып, киләсәккә өмөт осҡоно тоҡанып, балалары хаҡына дәртләнеп донъя көтөп киткәндәр байтаҡ.
Бөтә халҡы менән эсеүҙән баш тартҡан ауылдар бар. Былтыр Этҡол ауыл биләмәһенең “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашыуы башҡаларҙа ла сәләмәт тормош алып барыуға сәм уятты, тип әйтергә була. Уларҙың өлгөһөнә күрше-тирә ауылдар ҙа ҡушылды. Фәһемле саралар ойоштороуҙа һәм сәләмәт тормош алып барыуҙы таратыуҙа ауыл ҡатын-ҡыҙҙар советтарының әһәмиәте ба­һалап бөткөһөҙ.
Мөмкинлектәре сикләнгәндәргә ярҙам итеү маҡсатында “Әсә йөрәге” тип аталған әсәйҙәр советы төҙөнөк. Инвалид балаһы булған йәки өсөн­сөгә сабыйы тыуған ғаиләләргә – бушлай ер, йәштәргә торлаҡ төҙөү өсөн субсидия биреү ҙә яйлап хәл ителә. Әлбиттә, ҡаралаһы мәсьәләләр етерлек әле. Яңыраҡ ҡына әсәлек капиталы менән төрлө мутлыҡ ҡорған ҡара риэлторҙарға ҡаршы яу астыҡ. Беҙҙең халыҡ бер ҡатлы, еңел аҡса эшләүгә тиҙ ышана. Алданып, һөҙөм­тәлә аҡсаһыҙ ҙа, торлаҡһыҙ ҙа ҡалған ғаиләләр бар. Шуға халыҡ араһында йөрөргә, аңлатыу эштәре алып барырға тура килә. Юғиһә, үҙ тормошона яуапһыҙ ҡараған ҡайһы бер йәштәр һәм ярҙамға мохтаж өлкәндәр мәкерле әҙәмдәрҙең тоҙағына элә­гергә генә тора. Төптән уйлап эш итмәү, артыҡ ихласлыҡ, сит кеше­ләргә ышаныу ҡайһы ваҡыт шундай күңелһеҙ эҙемтәләргә килтерә”, – тип әсенә урынбаҫар.
Хоҙай Тәғәлә ҡатын-ҡыҙҙы донъяны йәмләүсе, дауам иттереүсе итеп яралтҡан. Ғаилә ҡороу, бала табыу, бағыу – уның тәүбурыстарының береһе. Хәҙер замана ҡатын-ҡыҙына етәксе йөкләмәһен уңышлы атҡарыу ҙа, ғаиләһен гөл итеп көтөү ҙә ауырлыҡ тыуҙырмай. Гүзәл Ғайса ҡыҙы­ның өлгөлө ғаиләһе быға асыҡ дәлил. Тормош иптәше Венер Нәбиулла улы менән татыу донъя көтөүҙәренә 23 йыл. Ҡыҙҙары Юлиә БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында юридик факультетты ҡыҙыл дипломға тамамлаған. Улдары Юлдаш быйыл 11-се синыфҡа барасаҡ. Ул – уҡыу алдынғыһы.
“Ер йөҙөнә тыуған һәр әҙәмдең – үҙ тәғәйенләнеше, үҙ бурысы. Кемдер өйҙә генә ултырып бәхетле, ә мин эшләмәйенсә, йәмәғәт тормошонда ҡайнап йәшәмәйенсә бәхетле була алмайымдыр ул. Эшемде яратып башҡарыуым, уңыштарым камиллашыу, рухи һәм һөнәри йәһәттән үҫеү, тәжрибә туплау мөмкинлеге бирә. Был, үҙ сиратында, ғаиләләге татыу­лыҡҡа, рухи һәм матди ҡиммәттәргә өлгәшеүгә, балаларҙы үҙ миҫалыңда лайыҡлы шәхестәр итеп тәрбиәләүгә туранан-тура бәйле. Тормош иптә­шем тыныс холоҡло, итәғәтле, эшем яуаплы икәнде аңлап, бер ҡасан да ризаһыҙлыҡ белдермәй. Бергә булған һәр мәлдең ҡәҙерен белергә тырышабыҙ.
Юлдаш улыбыҙ үткер холоҡло, ҡыйыулығын, үҙ һүҙен һүҙ итергә яратыуын үҙемә оҡшатам. Ә Юлиә бигерәк ипле, баҫалҡы, артығы менән итәғәтле инде. Ҡалғандарҙың мәнфә­ғәтен алға ҡуйып, үҙе хаҡында онотоуы ихтимал.
Ғаиләң уңышлы, балаларың тәр­биәле булһын өсөн көнө буйына улар менән бергә булыу ҙа талап ител­мәйҙер, тип уйлайым. Артыҡ өгөт-нәсихәт тә кәрәкмәй. Бары ғаиләгә бүленгән ваҡытыңдың фәһемле, фай­ҙалы үтеүе фарыз. Кистәрен, ял көн­дәрен үҙемде тулыһынса ғаиләмә бағышлайым. Уларға гүзәл Башҡортостаныбыҙҙың иҫтәлекле урындарын күрһәтеп, риүәйәттәр, легендалар, арҙаҡлы шәхестәр хаҡында һөй­ләйем. Үҙем байтаҡ йылдар тарих уҡытыусыһы булып эшләнем – шул да ярҙам итә. Йәш йөрәктәрен рухи ҡөҙрәт, илһөйәрлек тойғоһо менән һуғарып, яҡшыны ямандан айырырға, туғанлыҡ, дуҫлыҡ төшөнсәләренең ҡәҙерен белергә өндәйем.
Кистәрен табын артына бөтәбеҙ ҙә йыйылып, яҡындарымды тәмле аштар менән һыйлаған арала һәр береһенең хәл-әхүәлен һорашып сығам. Көндәлек кисерештәребеҙ менән бүлешәбеҙ. Теләк теләй-теләй аш-һыу әҙерләйем. Әсәнең изге уйҙары, йомшаҡ ҡулдары оло көскә эйә, ти. Ғаиләнән дә ҡәҙерлерәк, ҡөҙрәтлерәк нәмә юҡтыр әсә өсөн!
Власть, дәрәжә – ваҡытлыса. Уны мәңге битеңә ҡаплап йәки ҡулыңа тотоп йөрөп булмай. Кешеләргә ярҙам итә, тормоштарын нисек тә еңеләйтә алыуҙан кинәнес кисерәм. Был – буш һүҙҙәр түгел, ә йөрәгемдән сыҡҡан ысынбарлыҡ. Бөгөн тағы кемгәлер ярҙам итә алғанымды тойоп, өйгә ҡыуанып, талпынып ҡайтып инәм һәм ошо ҡөҙрәт нурын яҡында­рыма ла өләшәм”, – ти, ихлас йылма­йып, Гүзәл Ғайса ҡыҙы.
Гүзәл Шәһиеваның башҡарған һәр эше, ғәмүмән, йәшәү асылы тыу­ған ергә, халҡына тоғролоҡ, илһө­йәрлек тойғоһо менән һуғарылған. Абруйлы ҡатын-ҡыҙ етәксегә ғаилә бәхете, балаларының ҡыуанысын тойоп йәшәү, эшендә һәм йәмәғәт тормошонда яңы үрҙәргә өлгәшеү насип итһен!
Альбина ҒӨБӨЙҙҐУЛЛИНА.
Александр ДАНИЛОВ һәм ғаилә архивы фотолары.

Ишембай районы.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook