Төрки рухын һаҡлай Каспий тулҡындары


Июль башында Әзербайжандың баш ҡалаһы Баҡыла «Бөтә донъя төрки халыҡтарының йәш яҙыусылар берлеге” үҙенең ун биш йыллығына арнап, биш көнлөк форум үткәрҙе. Ойошма етәксеһе, ижадташ дуҫым Әҡбәр Ҡошалының саҡырыуы буйынса миңә лә ошо ҡоролтайҙа ҡатнашыу бәхете тейҙе. Бай тарихлы был ҡалаға мин, әлбиттә, бик тулҡынланып барҙым. Ҡырғыҙ, ҡаҙаҡ, хатта алыҫыраҡ ятҡан төрөктәр һәм башҡа төркиҙәр араһында ла яҡын аралашҡан кешеләрем бар, уларҙы мин һәр яҡлап аңлап торам һымаҡ, ә әзербайжандарға ҡарата ниндәйҙер бер һағайыу бар ине. Уларҙың йүнселлеге, беҙҙең яҡтарҙа ла үзбәк-тажиктар һымаҡ ябай ҡара эштә түгел, ә күберәк туҡланыу өлкәһендә йә төҙөлөштә үҙ эштәрен алып барыуҙарын да күрә-белә йөрөлә бит. Бик тә булмаһа, кибет тоталар йә баҙарҙа һатыу итәләр. Яңыраҡ, тыуған яҡтарымдан ҡайтып килгәндә, юлда тамаҡ ялғап алыр өсөн арыу ғына, ресторанға тартым бер кафеға туҡталдыҡ. Хужаһы менән танышып һөйләшергә тура килде. Ул беҙҙең яҡтарға Әзербайжандан бер тинһеҙ килеп төшөүен, урындағы диаспораның аяҡҡа баҫып китеү өсөн аҡса биреүен (әллә биреп тороуын микән), шул аҡсаға туйҙар һәм башҡа байрамдар үткәрерлек, етмәһә, юл саты кеүек төшөмлө ерҙә урынлашҡан ошо матур кафены төҙөтөп, үҙ эшен асып ебәрә алыуын ихлас бәйән итте. Бына бит ул берҙәмлек көсө! Беҙ әле үҙ еребеҙҙә мандый алмайбыҙ, ә улар әллә ҡайҙан килеп... Йәшермәйем, уға бер ни тиклем асыуым да килеп ҡуйҙы. Беҙҙә кемдер берәүгә баш ҡалҡытып китерлек мал биреп торған икән, тигәне ишетелгәне лә юҡ таһа, хәйер, ундай ярҙамсыл түгел, һаран байҙарҙы ла осратыуы ауыр.
Баҡыла әзербайжандарҙың ҡуныҡсыллығына хайран ҡалдым. Беҙ, башҡорт ҡунаҡсыл да ҡунаҡсыл, тип берсә маҡтана, берсә меҫкенләнә торғас, шул һәйбәт сифатыбыҙҙан күптән ҡолаҡ ҡаҡҡанбыҙ, ахырыһы. Уның урынын тупаҫлыҡ һәм битарафлыҡ биләп алырға тырыша. Былай тип яҙыуым үкенесле, әммә дөрөҫ һүҙгә яуап та юҡ шул. Уларҙағы ябайлыҡ та әсир итте мине.
Мәскәүҙән Баҡыға осҡан самолетҡа ултырғас, бер табип ханым менән таныштым һәм, үҙем төбәп барған сараның программаһын күрһәтеп, тәржемәләп биреүен үтендем. Уның, ооо, һеҙҙе Гәнирә Пашаева үҙе киске ашҡа саҡырған даһа, тип күҙҙәре дүрт булыуынан ул көндө бик хөрмәтле кешегә барасағыбыҙҙы самаланым. Гәнирә милләт өсөн янып йәшәгән, халҡы хаҡына күп эштәр башҡарған сәйәсмән, уның билдәлелеге президенттыҡынан ҡалышмай, тигәс, урта йәштәрҙәге, уҫал ҡиәфәтле ханымды күрергә әҙерләндем. Өс ҡатлы йорто алдындағы бассейн тирәләй теҙелгән өҫтәлдәрҙәге ризыҡты теүәлләп йөрөгән хужабикәне күргәс, хаталанғанымды аңланым. Был сибәр ханымға саҡ утыҙ һигеҙ йәш булып килә икән, тормошта тағы ла күпкә йәшерәк күренә. Дәүләт думаһы депутаты, уларса әйткәндә, милләт вәкиле генә түгел ул, билдәле шағирә лә. Һомғол, һылыу ҡатынға ҡарап, сәйәсәттә ҡалай ғына “тере” йөрөй икән, тип уйлап ҡуйҙым. Әммә табын артында уның төрки халыҡтары хаҡында бер кем ауыҙ асып ҡаршы һүҙ әйтмәҫлек дәлилдәр менән тотҡан ышаныслы телмәре хайран итте. Алда телгә алынған халыҡ шағиры, шулай уҡ Дәүләт думаһы депутаты Сабир Рөстәмханлы иһә беҙҙе эш урынында ҡабул итте һәм тантаналы төшкө аш ойошторҙо. Уның һәр төрки халыҡтың да эске мәсьәләләре менән хәбәрҙар булыуы һоҡландырҙы. Әйткәндәй, ярҙамсыһы уйғыр ҡыҙы булып сыҡты. Ҡоролтайҙа һәр төрки үҙ телендә сығыш яһаны, был юлы ҡунаҡтар араһында уйғырҙар юҡ ине, шуға күрә Сабир бей, улар исеменән һүҙ әйтһен, тип, ярҙамсыһын баҫтырҙы. Уйғырҙарҙы мин төҫкә-башҡа башҡортҡа оҡшатам. Уларҙың холҡонда ла беҙгә хас ябай ихласлыҡ һәм эске бер яныу бар. Дан шағирҙарыбыҙ Рәйес Түләк, Ғәбиҙулла, Ҡол-Дәүләттәрҙә булған милләт өсөн үҙеңде ҡорбан итергә әҙерлек, тиер инем хатта. Улар ҙа үҙ илдәрен булдырырға хыялланған, шуның өсөн ғүмер буйы көрәшкән халыҡ бит, бәлки, шуғалыр. Беҙҙең әле күңел өсөн генә булһа ла республикабыҙ бар, ә уйғырҙарҙың бер ниндәй ҙә дәүләтселеге юҡ. Бешкәктә уйғыр шағирының сығышын тыңлағанда, ирекһеҙҙән күҙемә йәш эркелгәйне. Был юлы ла уйғыр ҡыҙы менән бер-беребеҙҙе бүтәндәрҙән айырып алдыҡ. Бергә рәсемгә төшөп ташланыҡ, һөйләшеп һүҙ бөтмәне.
Белеүебеҙсә, әзербайжан халҡының яртыһынан күберәге хәҙерге Иран ерендә йәшәй. Иранда халыҡтың һанын алыу ваҡытында милләт билдәләнмәй һәм рәсми булмаған сығанаҡтарға ярашлы унда 30-40 миллион әзербайжан төркиҙәре йәшәүе мәғлүм. Иран үҙе рәсми мәғлүмәттәрҙә уларҙы әзербайжан түгел, ә төрки телле иранлылар тип белдерә. Ләкин тап шул милли аңлашылмаусанлыҡтар арҡаһында унда күп йылдар эске һуғыштар бара. Тағы ла минең өсөн Кәркүк төркмандары (төркмән менән бутамаҫҡа) менән танышыу үҙе бер асыш булды. Баҡтиһәң, Төньяҡ Ираҡта (Көньяҡ Ҡурдистан) 500 меңгә яҡын төркман йәшәй, улар –аҡҡуйлы һәм ҡараҡуйлы тигән төрки ырыуҙарының вариҫтары. Әҙәбиәт донъяһында иң билдәле кәркүктәрҙең береһе тип шағир Физулиҙы атап китергә мөмкин. Иң күп йыйылып йәшәгән ҡалалары Кәркүк, унда 200 мең төркман көн күрә, шулай уҡ улар яҡын-тирәлә ауыл-ауыл булып ултырған. Ираҡтан килгән Шәмсетдин Кәсәджи урындағы төрки матбуғат сығарған баҫмаларҙы ла алып килгәйне. Уларҙың телевидениеһы ла бар икән. Ләкин хәлдәре артыҡ маҡтанырлыҡ түгел. Ираҡта бына нисә быуат ғәрәптәр менән ҡурдтар араһында һуғыштар бара, Ҡурдистан айырылып сығырға теләй, Ираҡ ебәрмәй, сөнки нефтле ерҙәрҙе ысҡындырғыһы килмәй. Ә инде ҡурд ерҙәрендә йәшәгән төркмандарға икеләтә ауыр, улар үҙ милли хоҡуҡтарын яҡлар өсөн үҙҙәре лә иҙелеп йәшәп, шул арҡала мәңге асыулы ҡурдтар менән дә, ғәрәптәр менән дә көрәшергә мәжбүр. Бына уларҙың кәйефен тойор өсөн Шәмсетдиндең шиғырынан бер өҙөк:
Кәркүк өсөн сарпылды тупраҡтарға йөрәгем,
Елдәр уны зыңғырлатып туҙҙырҙы.
Елдән йондоҙҙай ҡойолдо тау булып,
Шул тауға бар күҙ йәшемде тамыҙҙым...
Ҡунаҡханала ғағауз ҡыҙы менән бергә йәшәнем һәм уның ҡайһы бер ҡылыҡтарын бигерәк ҡыҙыҡ күрҙем. Улар – христиандар. Әммә донъяла ғағауздан башҡа Аллаға шөкөр, Алла бирһә, Хоҙай ҡушмаһын, тип һөйләшкән христиан юҡтыр ул. Ул да, Молдавияла йәшәһә лә, беҙҙең һымаҡ урыҫлашыуҙары өсөн борсола. Әйткәндәй, улар күпләп йөҙөм үҫтерә һәм һәр ғаилә көҙөн 600-700 литр йөҙөм шарабы әҙерләй, ти. Уны һәр тәғәм алдынан әҙләп кенә тәмләү – ғәҙәти күренеш. Ғағауздар электән шарапҡа күнеккән, шулай булһа ла, эскеселәр улар араһында һирәк икән.
Баҡыла шулай уҡ әхирәтем, ҡаҙаҡ шағирәһе Танагөз менән дә йәнә бер осрашырға яҙҙы. Уның ире лә билдәле ҡаҙаҡ шағиры, өс бала үҫтерәләр. Ул юғары белемде Францияла алған, ете йыл француз консуллығында эшләгән. “Хөкүмәт бер бүлмәле фатир бүләк иткәйне. Балалар күбәйгәс, һатып, ипотекаға өс бүлмәлене алдыҡ. Тик ике йылдан түләүе ауырлашты, етмәһә, төҙөлөш тә туҡтаны, – ти ул. – Шул арала бер ҙур ойошма, юбилейы айҡанлы, йыр һүҙҙәренә заказ бирҙе. Улай яҙмайым тип, баш тарттым тәүҙә, тик һеҙ генә яҙа алаһығыҙ, тип ныҡышҡас, эшләп бирҙем. Улар беҙҙе юбилейға саҡырып джип ебәргән, йыр өсөн ат хаҡылай итеп түләнеләр. Барҙыҡ ирем менән. Етәкселәре менән танышып, дуҫлашып киттек. Иремә әйтәм, әйҙә, ипотеканы түләй алманыҡ, тип һөйләйек, тием. Ир кешенең меҫкенләнгеһе килмәне. Үҙем өндәштем. Һөҙөмтәлә ул эшҡыуар беҙҙең төҙөлөштө ҡуҙғатып ебәрҙе, бурысыбыҙҙы түләп кенә ҡалманы, яңы фатирыбыҙға ремонт яһап, йорт йыһаздарын да тултырып ҡуйҙы. Уңайһыҙ, тип ҡаршылашҡайныҡ, ижад кешеләрен яҡларға, һаҡларға тейешбеҙ, тине. Бына шулай, көтмәгәндә Хызыр Ильясыбыҙҙы осраттыҡ”,– тип үҙ тарихын бәйән итте ул. Ошо ҡатмарлы осорҙа ла донъяла һүҙ ҡәҙерен, һәләт бәҫен белгәндәр барлығына мин дә ҡыуандым.
Кире ҡоролтайға әйләнеп ҡайтайыҡ әле. Төрки телле йәш яҙыусылар берлеге 1998 йылда Ҡаҙағстанда ойошторолған. Әле уның үҙәге Баҡыла. Ошо арала улар илленән ашыу китап нәшер иткән, бик күп шиғыр байрамдары үткәргән. Төрки ижади йәштәрен бер тупҡа туплаған. Былтыр журналистарҙы йыйғандар, алдараҡ прозаиктарҙы, быйыл – шағирҙарҙың сираты. Һайлауҙар булды, мине лә идара исемлегенә индерҙеләр, ләкин киләһе йылдан унда бары тик утыҙ йәшкә тиклемгеләрҙе генә ҡалдырасаҡтар. Йыйылыш ваҡытында бик фекерле, ҡыйыу йәш яҙыусылар булыуына һоҡланып ултырҙым, улар төрөксә лә, инглизсә лә яҡшы белә. Ләкин күп осраҡта үҙ телдәрендә сығыш яһанылар, саҡ ҡына иғтибарлап тыңлаһаң, барыһын да аңларға була. Ҡоролтайға Әзербайжандың Ҡаҙаҡ тигән төбәгенән килгән егеттәрҙең телмәрен Танагөз менән мин бик тиҙ төшөндөк. Улар йөҙгә лә ҡаҙаҡҡа тартым. Башҡа әзербайжан төрөктәрен аңлаһам да, ойошма етәксеһенең һөйләгәне ятыраҡ тойола. Бер көнө, аптырағас, дуҫынан һорай ҡуйҙым. Әҡбәр бей үҙ телендә һөйләһә, уны аңламайым да ҡуям, әллә берәй диалектта һөйләшәме, тип. Шуны аңғарҙығыҙмы, тип ул көлөп ебәрҙе. Ысынлап та, рәйесебеҙ үҙ төбәгенең ерле һөйләшендә аралашҡан икән, дуҫтары уға күнеккән, ә бына мин төшөнә алмай бер булдым.
Ҡайҙа ғына, кемдәр генә ҡабул итмәне беҙҙе. Аҡ йорттарына ла барҙыҡ, премьер-министр урынбаҫары, шағир Эльчин Эфендиев менән осрашыу бик фәһемле булды. Телевидениела, тура эфирҙа башҡортса шиғырҙар уҡыным.
Әзербайжандарҙың йән яраһы – Ҡарабах. Аҙаҡҡы көн Танагөз менән икәү генә ҡалдыҡ, башҡалар ҡайтып бөттө. Икебеҙҙе шағирә Шәфәҡ Сәхипле өйөнә алып ҡайтты. Күрмәгән ерҙәрегеҙ ҡалмаһын, тип, яйлап ҡаланы күрһәтеп сыҡты, диңгеҙгә алып барҙы. Ул да Ҡарабахтан икән. “Ауылыбыҙҙы төндә әрмәндәр килеп баҫып, халҡын һуйып сыҡтылар. Мин ул мәлдә ҡалала инем, – тип күҙ йәштәре аша хәтерләй ул. – Ҡан ҡойош оҙаҡҡа һуҙылмаһын өсөн шул иң шәп ерҙәрҙе дошмандарыбыҙға тотторорға ҡарар итте ҡарттар. Бәлки, берәй ҡасан, тыныс юл менән тыуған ерҙе кире ҡайтарырбыҙ. Хәҙер ауылымды ҡайтып күреп йөрөй алмайым, былтыр алыҫтан, тау башынан ғына ҡарап киттек”, – ти ул. Беҙ телевизорҙан ғына ишетеп белгән фажиғәнең тере шаһиттары, шул һуғышта ҡатнашҡан егеттәр менән осрашыу ныҡ тәрән тәьҫир ҡалдырҙы. “Әрмәндәр кешеләрҙе генә түгел, беҙҙең шағирҙарыбыҙҙың һәйкәлдәрен дә утҡа тотто”, – ти Әҡбәр бей. Пулялар менән тишкеләнгән ул һындарҙы әле бер урынға йыйып ултыртҡандар. Уларҙы әрмәндәр Грузияға һатҡан булған, улары кире ун тапҡырға арттырып беҙгә һатты, тиҙәр. Йөҙҙәре тишкеләнгән, пулялар һеңгән аҡыл эйәләренең ҡорос һындарына ҡарап, һәр төрки халыҡтың үҙ фажиғәһе булыуы хаҡында уйлайым. Тағы ла уларҙың әлеге көндә тере булыуҙарына, баш ҡалҡытып килеүҙәренә лә ҡыуанам үҙем. Беҙҙең ошолай бер булып йыйындар үткәреп йөрөүҙәребеҙ, бер-беребеҙҙең ижадын туған телдәребеҙгә ауҙарырға йыйыныуҙарыбыҙ, уртаҡ эштәр һәм хыялдарыбыҙ булыуы төрки донъяһының рухи бергәлеге хаҡында ла һөйләй бит. Йылы ҡосағығыҙ, ҡу-наҡсыллығығыҙ өсөн рәхмәт һеҙгә, әзербайжан төркиҙәре, тип әйткем килә!
Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА.
Әзербайжан.
Теги: