Үҙең булып ҡалыу...

Үҙең булып ҡалыу...Башҡортостандың дүртенсе саҡырылыш парламенты эше тамам, алда республикабыҙҙың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайына яңы һайлауҙар көтөлә. 2008 – 2013 йылдарҙағы ваҡыт арауығы Рәсәй өсөн дә, Башҡортостаныбыҙ өсөн дә ҙур сәйәси-ижтимағи ваҡиғаларға бай осор булды. Закондар сығарыу йортонда тынлыҡ урынлашыр алдынан беҙ Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың урындағы үҙидаралыҡ һәм йәмәғәт ойошмалары комитеты рәйесе урынбаҫары Венера Таһир ҡыҙы Шәрәфетдинова менән осраштыҡ.
–Парламентта эшләү йылдары минең өсөн һәр йәһәттән ифрат мөһим осор булды. Мин республикабыҙҙың тормошон, хал­ҡыбыҙҙың көнитмешен тәрәнерәк өйрәнеп кенә ҡалманым, шатлығына ла, борсолоуына ла бик яҡын булдым. Ошо биш йыл дауамында һайлаусыларым менән бер һулыштан йәшәнем, улар кисергәнде кисерҙем, тиһәм, һис арттырыу булмаҫ. Йөрәгемде һыҙландырған, тыныслыҡтан яҙ­ҙырған осрашыуҙар уларҙың мән­фәғәтен яҡлағанда ныҡышмалы, эҙмә-эҙлекле булырға әйҙәне. Минең өсөн тауыш биргән кешеләрҙең өмөтөн ни кимәлдә аҡлағанмындыр, әйтә алмайым, һәр хәлдә уларҙың йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәҫкә тырыштым.
Урындағы үҙидаралыҡта оҙаҡ йылдар эшләп килгәнлектән, комитет эшмәкәрлеге йүнәлеше минең өсөн бик таныш ине һәм вәкәләттәребеҙгә ярашлы рәүештә Рәсәй закондарына төҙәтмәләр, үҙгәртеүҙәрҙе халыҡ ихтыяжын яҡшы белеүгә нигеҙләнеп индерҙек. Һәм парламентта эшләү дәүерендә тупланған бер ни менән дә сағыштырмаҫлыҡ бай тәжрибәне артабан да халыҡ файҙаһына йү­нәлтергә теләйем. Күләгәлә ғүмер итеү, йә булмаһа ҡул ҡаушырып ултырыу тәбиғәтемә хас түгел.
– Венера Таһировна, үҙегеҙ ауыл кешеһе булараҡ, ауылдың иртәгәһен нисек күҙ алдына килтерәһегеҙ икән?
– Ауылда башлыса эштән ҡурҡма­ған, ауырлыҡтарҙы зарланмай кү­тәреүсе кешеләр йәшәй. Эйе, унда бөгөн тормош еңелдән түгел. Ләкин ауыл халҡы менән осрашҡан һайын, уның выжданлылығына, рух ныҡлы­ғына һоҡланам. Ул үҙе үк ҡалҡы­нырға, тауҙар аҡтарырға тора – саҡ ҡына ярҙам итеп ебәреү кәрәк. Һәр тарафта үткәрелгән шәжәрә байрамдарына ғына ҡараш ташлаһаҡ та, халҡыбыҙҙың, урғылып торған шиш­мәләй, яңырыу ҡеүәтенә эйә булыуын күрербеҙ. Тарихты байҡаусы йәштәр нәҫеленең үткәне менән генә ғорурланып ҡалмай, үҙҙәренең ырыҫлы киләсәген дә күҙаллай, уға илтер юлдарҙы барлай бит.
Һис шикһеҙ, әгәр ауылды социаль яҡлау буйынса әлеге сәйәсәт артабан да дауам итһә, уның иртәгәһе ышаныслы, тип уйлайым. Йәш ғаиләләргә йорт һалыу өсөн ер, ағас бүлеү, эконом класлы торлаҡ төҙөү, ер эш­кәртеүсе, мал үҫтереүсе крәҫтиәнде хуплау, ауыл хужалығы белгестәренә, ауылға ҡайтыусы табиптарға аҡсалата ярҙам күрһәтеү – былар бөтәһе лә төптән уйланып эшләнгән программалар. “Земство табибы” программаһы буйынса райондарға ҡайтҡан ун табиптың, мәҫәлән, һигеҙе шунда төпләнгәндә лә һәйбәт тә баһа.
Ауылға ярҙам күрһәтеү Рәсәйҙә лә, Башҡортостан кимәлендә лә хоҡуҡи яҡтан нигеҙле нығытылған, был маҡсатҡа ҙур аҡсалар бүленгән. Дәүләт ағаларының, урындағы тү­рәләрҙең программаларҙы, закондарҙы тормошҡа ашырыуы ғына кәрәк.
– Бөгөн йәмғиәтебеҙ үҫешенә йоғонто яһап, мөһим ҡарарҙар ҡабул итеүҙә ҡатнашырға теләүсе ҡатын-ҡыҙҙар торған һайын арта. Ғүмерен дәүләт эшенә арнаған кеше булараҡ, һеҙ уларға ниндәй кәңәш бирер инегеҙ?
– Әлбиттә, гүзәл заттың ил тормошон матурыраҡ, ғәҙелерәк итергә үҙ өлөшөн индерергә ынтылыуы ҡыуаныслы. Тарихыбыҙға күҙ һалһаҡ, борон ырыу-ҡәбилә башында тороусы, халыҡ яҙмышы өсөн хәл иткес ғәмәлдәр ҡылыусы арҙаҡлы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың бихисап булыуын күрербеҙ. Бөгөн ундай әүҙем, ҡыйыу һылыуҙарҙың артыуы йәшәйешебеҙҙе лайыҡлыраҡ итәсәгенә иманым камил, сөнки ҡатын-ҡыҙ ҡатнашлығында ҡабул ителгән ҡарарҙар һәм ҡанундар, миһырбанлыҡ менән һуғарылып, йөрәк аша үтә. Әммә улар “министр йә депутат булам да шунан ғаиләмде ҡарайым” тигән маҡсат менән йәшәй икән, был төптө дөрөҫ түгел. Эше ни тиклем дәрәжәле, мөһим булһа ла, минеңсә, ҡатын-ҡыҙ өсөн һәр ваҡыт ғаиләһе, балалары беренсе урында торорға тейеш.
Бындай ҡараштың үҙен аҡлауын шәхси тәжрибәмдән сығып әйтәм: ғаиләңдә тыныслыҡ, татыулыҡ хакимлыҡ иткәндә генә эшең алға бара. Ниндәй генә үрҙәр яулаһаҡ та, беҙ иң элек ҡатын-ҡыҙ, әсә булыуыбыҙ менән бәхетле. Үҙе ифрат талантлы, белемле булып та, мине алдан ебәреп, уңыштарым өсөн ҡыуаныусы ирем Мәжиттән башҡа тормошобоҙҙа бер эш тә эшләнмәй. Беҙ, наҙлы зат, ысынлап та, ир-атты ҡеүәтләргә, дәртләндерергә, әйҙәргә оҫта һәм нисек кенә шәп күренһәк тә, ғәмәлдә ҙур донъяуи эштәрҙе улар башҡара.
– Һеҙҙең өсөн иң мөһиме – ул ...
– Үҙең булып ҡалыу. Әҙип: “Иң ҡыйыны – үҙең булыу ҡалыу”, тип яҙһа ла, минеңсә, иң рәхәте – булмышың нисек, шулай йәшәү. Мин биш балалы ябай ғаиләлә тыуып үҫкәнмен. “Үҙең кеше бул, балаларыңды кеше ит, ғаиләң йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермә”, – ата-әсәм үҙҙәренең ошо ҡатмарлы булмаған, әммә иҫ киткес дөрөҫ тормош тәғлимәтен беҙгә лә һеңдереп үҫтерҙе, беҙ иһә үҙебеҙҙең балаларыбыҙға – Урал менән Лияға тапшырырға тырыштыҡ.
Үҙең булып ҡалыу – ул яҡындарың, ғаиләң янында нисек барһың, шулай булыу, ниндәй генә хәлдәр тыуһа ла, ихласлығыңды, тоғролоғоңдо юғалтмау ғына түгел, ә күпкә киңерәк төшөнсә, тиер инем. Үҙең булып ҡалыу – ул иң элек граждан­лыҡ позицияһы. Йәмғиәт өсөн мөһим мәсьәләләрҙә, нисек ҡабул итеү­ҙәренә ҡарамайынса, үҙ фекереңде ҡыйыу белдереү һәм яҡлау, баш­ҡаларға еткерергә, ғәмәлгә ат­ҡарырға тырышыу. Уны иһә уй-ниәтеңдең хаҡлығына, ғәҙеллегенә, халыҡ өсөн изге икәнлегенә инанғанда ғына эшләп булалыр. Тормош һәм һөнәри тәжрибәң, белемең, эске ҡанундарың, тойомлауың бергә ҡу­шылыуҙан хасил булған бер көс – бында һинең таянысың. Үҙең булып ҡалыу яһалмалыҡтан ҡотҡарып, кү­ңел азатлығы бирә. Был – оло бәхет, тип уйлайым.
– Һеҙҙең бер мәл “Мин ябай ауыл ҡатыны булып ҡалам”, – тиеүегеҙҙе ишетергә тура килгәйне...
– Эйе, мин ябай, хатта үтә ҡәҙимге ауыл ҡатыны булып ҡалам. Парламентта эшләү осоронда бер нисек тә ауылдан айырыла алманым, баш ҡала минең өсөн хеҙмәт урыны булып торҙо. Тыуған яғыбыҙҙа – Архангелдағы йортобоҙҙа донъя көтөүсе ирем биш йыл дауамында ялға алып ҡайтып, килтереп ҡуйып йөрөнө. Эш фатирын тапшырып, ауыл тупрағын табандарым менән яңынан һиҙгәс, оло кинәнес кисерҙем: мин ошо ер, унда йәшәүселәр менән бер бөтөн...
Күңелемдең күптәнге талабын бойомға ашырыуым менән дә үҙемде бәхетле тойоп йөрөйөм: тыуған ауылым Тирәклелә мәсет төҙөлә башланы. Тирәкле – минең өсөн изге төйәк, унда атам-әсәм ғүмер иткән, бик ҡәҙерле кешеләрем йәшәй. Һәм ошоғаса иман йортоноң иҫке кибет бинаһын биләүе эсемде бошороп тора ине. Яңыраҡ боронғо йола буйынса мәсет нигеҙен ҡотлап, ҡөрьән уҡыттыҡ. Бураһын ғаиләбеҙ аҡсаһы­на һатып алдыҡ, көҙгә тиклем эше тамамланыр, тип уйлайым. Ғибәҙәт­хана дини ҡанундарға ярашлы юл янында урынлашҡан. Мәсет һалыу бөтә ауыл халҡын берләштергән, һәммәбеҙҙең күңеленә сафлыҡ бөрк­кән матур ғәмәл булды...
Альмира ШӘФИҒУЛЛИНА
яҙып алды.
Александр ДАНИЛОВ фотоһы.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook