Йәнле ҡурсаҡтар, йәки «Бәпәй ҡоло» булмаған ҡатындар
Өс әхирәтте күргән һайын журнал тышынан төшмәгән эстрада, кино йондоҙҙары күҙ алдына килгәндәй. Һомғол буйлы, зауыҡлы кейенгән, ҡиммәтле хушбуй еҫе аңҡытҡан ҡыҙҙар әкиәт донъяһынан сыҡҡан төҫлө. Уларҙың нәзәкәтле ҡыланышына, иркәләнеп кенә һөйләшеүенә сәғәттәр буйы һоҡланып ҡарап ултырырлыҡ. Тәү күргәндә ҡыҙҙарҙы ысыҡ тамсыһы менән генә туҡланып, изгелек кенә ҡылып йәшәгән алиһәләргә тиңләрлек. Әммә уларҙың донъяға ҡарашын белеү менән йөрәк-зиһенде боҙ һалҡыны ҡаплап ала. Хәйер, быныһы инде яҙмаларымды уҡыусыларҙың хөкөмөндә...
Альбина
Альбина – Сибай ҡалаһында тыуып, Магнитогорск ҡалаһына барып төпләнгән ҡыҙ. Утыҙ ике йәштә булһа ла, уға ике тиҫтәнән артыҡты биреп булмай. Ата-әсәһенең аҡсаһы, үҙенең тырышлығы менән ике юғары белем алған Альбинаның хәҙер үҙ рестораны бар. Уның килеме ике хужаға бүленһә лә, яңғыҙ ҡыҙға матур йәшәүгә, сәйәхәт итеүгә артығы менән етә. Һылыуҡайҙың яңғыҙлығының үҙ хикмәте бар. Ул үҙен “Child free” (“Балаларҙан азат”) хәрәкәтенең ағзаһы тип иҫәпләй.
Был хәрәкәт 1970 йылда Америкала барлыҡҡа килә. Уның рәтенә бала табыуҙан һәм тәрбиәләүҙән баш тартҡан кешеләр йыйыла. Улар үҙҙәрен бала мәшәҡәтенән арындырыу өсөн стерилләү юлын да үтәләр. Йәнәһе, һәр әҙәм тик үҙе өсөн генә йәшәргә тейеш, ә балаға ваҡыт әрәм итеү – мәғәнәһеҙлек.
Эйе, Интернет селтәрендә иркенләп йөҙөү кешеләргә киң мөмкинлектәр асты. Альбинаның да төнгө сәғәттәрҙә “Child free” хәрәкәтенең сайтына килеп инеүе яҙмышының хәл иткес мәленә әүерелә. Ғаиләлә яңғыҙ үҫеп, кескәй балаларҙы яратмаған ҡыҙға был кешеләр уның уй-фекерҙәрен асып биргәндәй була. Ысынлап та, кәрәкле дипломды алып, артабан яҡшы ғына түгел, ә юғары кимәлдәге тормошҡа ынтылған Альбина үҙен әсә, ҡатын итеп күҙ алдына ла килтерә алмай. “Иркемде сикләүҙәрен теләмәйем! Туғыҙ ай буйы ыҙаланып йөрөп, етмәһә, бала тапҡандан һуң йәмһеҙләнеп ҡалған ҡатындарҙы күреп, иҫ-аҡылым китә. Ни өсөн кәрәк был уларға? Сабыйын тапҡандан алып ҡатын уның ҡолона әүерелә. Юҡ, бындай “рәхәтлек”кә аҡса ҡушып бирһәләр ҙә ризалашмаясаҡмын”, – ти ул.
“Икенсе сортлы”
Альбинаның яҡын әхирәте Карина ла уның менән тулыһынса килешә. Карина туризм өлкәһендә уңышлы эшләй. Ҡасандыр миңә уның Рәсәй туризмын нисек үҫтереү тураһындағы сығышын тыңларға тура килгәйне. Матур ҡыҙҙың аҡыллы, төплө фекерҙәре һәр кемде һоҡландырҙы. Ысынлап та, күптәр өсөн яңылыҡ булған өлкәлә ул һыуҙағы балыҡтай йөҙә.
Каринаның фекере:
“Был донъяла ир-егеттәргә йәшәүе күпкә еңел. Уларҙы етәксе урындарға тәғәйенләйҙәр. Бүлектә ир һәм ҡатын эшләй икән, уларҙы вазифаһында үрләтеү мөмкинлеге килеп тыуһа, мотлаҡ ир кеше һайлап алынасаҡ. Белеменә лә, эшенең сифатына ла түгел, ә тәүҙә енесенә ҡараясаҡтар! Эш биреүсе быны: “Ир кеше декретҡа, бала ҡарау өсөн йыш больничныйға китмәй”, – тип аңлатасаҡ. Ысынлап та, әсәйҙәргә, сабыйын йөкмәп, дауаханалар тупһаһын йыш тапарға тура килә. Шуға күрә уға икенсе сортлы хеҙмәткәр итеп ҡарайҙар. Ә бының өсөн уны ниндәй яҙмыш “бүләге” көтә! Көн-төн илаҡ балаһынан айырыла алмаған ҡатынына ҡарата ир һыуына. Ә бит ул әсә генә түгел, уны ашарға бешереү, өй йыйыштырыу, кер йыуыу һәм башҡа мәшәҡәттән бер кем дә азат итмәй. Һөҙөмтәлә, утыҙ йәшлек ҡатын әбей булып күренә. Үҙ ғүмерен бағышлаған баланың киләсәктә ата-әсәһенә ҡарата иғтибарлы һәм ихтирамлы буласағы бик тә икеле. Хәҙерге ваҡытта балаларҙың тәрбиәле, үҙ-үҙен ҡарай алырлыҡ шәхес түгел, ә наркоман, эскесе булыу ихтималлығы күпкә юғары. Ҡыҫҡа ғына ғүмереңде бала табып, казинола отторған аҡса кеүек, елгә осороу мәғәнәһеҙлек, тип уйлайым”.
Бөгөн – әхирәт...
Өсөнсө әхирәттәре Марина – кейәүҙә. Оҙон етен сәстәре, ҙур зәңгәр күҙҙәре менән тормош иптәшенең (хәйер, уның ғына түгел) һушын алып йәшәгән йәш ҡатын, Карина менән Альбина кеүек, үҙенең бала табыуға ҡаршы булыуын ҡәтғи белдермәй. Сөнки уны ҡиммәтле биҙәүестәр, сит илгә сәйәхәттәр менән тәьмин иткән һөйөклөһө йорттарында бәпес ауазы яңғырауын алтынсы йыл өҙөлөп, түҙемһеҙләнеп көтә. Тик юҡ шул. Табиптар икеһен дә тикшереп, һау-сәләмәт булыуҙарын, бәпес алыуға тотҡарлыҡ булмауын белдерһә лә, ике ҡатлы йорт бала тауышынан мәхрүм.
Марина әхирәттәренә: “Минең бала табырға теләмәгәнемде белеп, Хоҙай сабый ебәрмәйҙер”, – тип әйтһә лә, улар ҙа йәш ҡатындың хәйләләшеүен яҡшы аңлай. Сөнки хәҙерге медицинаның ҡөҙрәте киң! Бала табырға теләһәң дә, теләмәһәң дә ярҙам итәсәктәр. Аҡсаң ғына булһын! Ә тормоштоң аяуһыҙлығын белгән Марина йәшерен серен фекерҙәш әхирәттәре менән дә уртаҡлашмай. Донъя хәлен белеп булмай, бөгөн – әхирәт, иртәгә – көндәш. Ошондай ҡанун буйынса йәшәүҙәрен ҡурсаҡтарҙың һәр береһе яҡшы аңлай.
Марина ваҡыты-ваҡыты менән, оҙон керпектәрен елпеп, иренә: “Ниндәй гµнаһтарым өсөн миңә шундай ыҙалар! Әллә ниндәй эскеселәрҙең дә, наркомандарҙың да балалары бар! Бәлки, һиңә икенсе ҡатынға өйләнергәлер? Һинең бит атай булғың килә, ә мин һиңә бер нисек тә ярҙам итә алмайым”, – тип тамаша ла күрһәтеп ала.
Сәстәрен туҙҙырып, бәләкәй балалай кәнәфигә һыйынып ҡына ултырып, йәштәрен ҡойған Мариночкаһын күрһә, ире ҡойолоп төшә. Тиҙ арала хәләл ефетенең ҡаҡшаған нервыларын дауалау өсөн мул ҡояшлы, диңгеҙле илгә ебәреү сараһын күрә.
Тормош иптәшенең бәхеткә, бәпес һөйөүгә тулы хоҡуғы булыуы Мариночканың башына ла килмәй. Һин сабый табырға ҡаршыһың, бер ҡасан да әсәй булырға йыйынмайһың икән, был турала яҙмышыңды уртаҡлашҡан тормош юлдашыңа мотлаҡ әйтергә тейешһең бит. Әммә йәш ҡатын ире менән бергә күнеккән мул тормошонан, үҙенән-үҙе тулыланған аҡса карточкаларынан ҡолаҡ яҙасағын күҙ алдына ла килтерә алмай. Карина менән Альбинанан айырмалы рәүештә, ул бер ҡасан да эшләмәгән. Мәктәпте тамамлағас та, үҙенән ун йәшкә өлкән, янып торған ҡара күҙле, мыҡты кәүҙәле, әхирәттәр теле менән әйткәндә, перспективалы Әбйәлил егетен эләктереп, кейәүгә сыға. Яңылышмаған бит – хәҙер уларҙың Магнитогорск, Өфө ҡалаһында йорттары ла, фатирҙары ла бар. Күңелеңде йыуатырға теләһәң, Әбйәлил районының гүзәл, хозур тәбиғәтенә һыйынып ҡына урынлашҡан өйөңә барып ял ит. Бының өсөн модаға ярашлы үҙгәреп торған еңел машинаңды ҡабыҙыу етә. Быларҙың барыһын да уйлап, бәпес юҡлығын Марина бәхеткә генә тиңләй.
Беҙҙе ҡапсыҡта һаҡлап булмай, тиҙәр. Бәлки, берәй ваҡыт Маринаның ире лә, ҡатынының хәйләһен аңлап, һалҡын һылыулыҡтан килгән мөхәббәттән арыныр, үҙенә тиң кәләш табып, етеш йәшәгән башҡорттар һанын арттырыр. Үкенескә ҡаршы, беҙҙең донъяла күп нәмәгә өлгәшкән, вазифаһы, мул тормошо менән юғарылыҡҡа еткән ир-егеттәребеҙ сит милләт, сит дин һылыуҡайҙарын һайлай шул...
Кешесә йәшәргә теләһәң...
Ҡыҙҙарҙың “бәпәй ҡоло” булырға теләмәүе һәм еңел йәшәү рәүеше кемгәлер һоҡланғыс та булып күренәлер. Ысынлап та, ғүмеренең һәр мәлен үҙенә генә бағышлаған һылыуҡайҙар йәш тә, сибәр ҙә. Әйтерһең дә, ваҡыт улар хаҡында онотҡан һәм йәнле ҡурсаҡтарға бөтөнләй ҡағылмай. Альбина менән Каринаға егеттәр күҙ атһа ла, уларҙың донъяуи ҡарашын белеп, күпмелер ваҡыт үткәс, ситләшәләр.
Хәйер, ҡыҙҙарҙы бөтөнләй туң күңеллелектә ғәйепләп булмаҫ ине. Уларҙың икеһе лә мөхәббәт утын кисергән. Альбина һөйгән егетенә кейәүгә лә сығырға әҙер була. Тик ҡыҙ буласаҡ иренә “Child free” хәрәкәтенә ингән парҙар кеүек балаларҙан баш тартып, стерилләү үтергә тәҡдим иткәс, егет аптырап ҡала. Тәүҙә ул, Альбина шаярталыр, тип уйлай. Күпмелер ваҡыт үткәс тә һаман үҙенекен тылҡыған ҡыҙға ҡарап, “туй алдынан ниндәйҙер һынау үтәмдер”, тигән фекергә килә. Әммә Альбинаның ғүмерендә балаға урын бер ҡасан да бирелмәйәсәген аңлағас, уны аҡылына килергә саҡыра. Ғашиҡ егет, һөйгән йәрен күпме генә кешесә йәшәргә өгөтләһә лә, күндерә алмай. Альбина: “Һин ниндәйҙер балаға буйһоноп тәмле йоҡоңдан, ялыңдан баш тартырға әҙерме? Кеше, тәү сиратта, үҙен хәстәрләргә тейеш. Шул була ул кешесә йәшәү!” – ти. Күпмелер ваҡыт үткәс, егет Альбинаға өйләнеүҙән баш тарта. “Ғәфү ит, әгәр һөйгәнең һинән бала табырға теләмәй икән, бындай мөхәббәткә ышанып булмай”, – ти ул.
Каринаның егете лә ҡыҙҙың “бала ҡоло” булырға теләмәүен аңламай. Карина: “Һин – эгоист, үҙең хаҡында ғына уйлайһың! Һин ул бала бәхетле була тип әйтә алаһыңмы? Көн һайын ниндәй генә енәйәттәр ҡылынмай, кешеләрҙе унда ла, бында ла тәбиғәт һәләкәттәре ҡыра. Ошондай рәхимһеҙ донъяға нисек бала тапмаҡ кәрәк?!” – тип ярһый ҡыҙ. Егет: “Былар хаҡында уйлап – йәшәргә, бала табырға ҡурҡһаң, ошо уҡ секундта аҫылынырға ғына ҡала. Һиңә бит атай-әсәйең ғүмер биргән, ә ни өсөн һинең аҡылһыҙлығың һөҙөмтәһендә уларҙың тамыры өҙөлөп ҡалырға тейеш? Әлбиттә, үҙеңә ҡағылышлыһын үҙең хәл итергә хаҡлыһың. Әммә мин һиңә ҡарап шәжәрә ағасын ҡорота алмайым”, – тип күп тә үтмәй Каринаның иң яҡын әхирәттәренең береһенә өйләнә. Егеттең бала һөйөү теләге ныҡ көслө булғандыр инде – оҙаҡламай уларҙың игеҙәк улдары донъяға килә.
Мөхәббәттән “уңмаған” ҡыҙҙар аҡсалы, бай, өйләнгән ирҙәрҙең һөйәркәләре статусын йөрөтә. Әлбиттә, үҙҙәре аҡса эшләгән ҡыҙҙар йортонан ҡырҡ аҙым киткәс тә буйҙаҡҡа әүерелгән ирҙәрҙән баш тарта алыр ине, ләкин Карина ла, Альбина ла уларҙың “бизнес, карьера” өсөн кәрәклеген белдерә. Күрәһең, күңел төпкөлөндә ҡыҙҙар был “егеттәренән” дә яҙһа, бөтөнләй яңғыҙ ҡаласаҡтарын уйлап шомланалыр. Күп һанлы ҡиммәтле тундар тәнде йылытһа ла, йәнгә йылылығы юҡ шул уларҙың...
Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.
Баймаҡ районы.

Теги: