Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА: һәр бер хисем минең ғәзиз генә

Ысын булһын
Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА: һәр бер хисем минең ғәзиз генә

Үҙ һүҙле бер хыялый ҡатын мин,
Тик түгелмен һис тә мин ҡылтым.
Хистәр менән йәшәү минең булмыш,
Оҡшамай ҙа, әммә шул – холҡом.

Илаҡ ҡына, йомоҡ бер ҡатын мин,
Йомоҡ ҡына, түгел инде йомаҡ...
Йомоҡлоғом – бары ҡурсаланыу,
Донъя йомаҡ һөймәй, һинең һымаҡ.

Һин дә яратмайһың ямаҡ саҡты,
Ҡыҙығаһың көләс саҡтарыма.
Тик ямғырҙа ғына урман үҫә,
Тик дауылда тауҙар аҡтарыла.

Миңә лә бит ҡабыҡ ташлар кәрәк,
Яңырыуҙар фарыз йәшәү өсөн.
Донъя йәме тик бәхет тә түгел,
Гел һөйөнөс түгел минең исем.

Яратмайым алдаҡ матурлыҡты,
Һөйһөнмәйем кәйеф ялғанын.
Нисек бармын – шулай ҡабул ит һәм
Үҙең уйлап сығар ҡалғанын.

Мәйелең бар, нигә төрһәң дә төр,
Нисек күрәм тиһәң – хаҡың бар.
Теләгем бер – ысын булһын йәрең,
Ысын булһын, булғас, яҡындар.

Ябай ғына, ихлас бер ҡатын мин,
Тик түгелмен бер ҙә бер ҡатлы.
Һәр бер хисем миңә ғәзиз генә,
Ғүмер минуттарым эй татлы.

Аптырайым, йәнем
шундай һатлыҡ...
Үлдем. Бөлдөм.
Сараһыҙҙан көлдөм.
Ҡанат урынына иңгә таш ятҡас.
Белдем. Бүлдем
Түңәрәкте, шуға килдем
Аллам итә яҙып яратҡас...
Донъя хәҙер һис түңәрәк түгел, –
Ысыҡ кеүек төшкән сәс(е)рәп.
Осондороп алып йөрөтөргә
Ҡанат түгел хисем – хәс(е)рәт.
Үҙ-үҙемде йыйып бер йомғаҡҡа,
Терелергә кәрәк, терелергә...
Терәк булыр өсөн тереләргә,
Ҡояш булып эргә-тирәләргә...
Өрәм, өрәм ҡуҙ терелтмәк булып,
Ҡараңғылыҡ күреп, китәм тағы олоп.
Ҡыйын икән үҙеңә хужа булып,
Һәләкәттән алыуҙары йолоп.
Үлдем. Бөлдөм.
Сараһыҙҙан көлдөм.
Йүгәнләргә торам күңелемде.
Терелергә теләгәндә аңлау
Ҡыйын унһыҙ бер кем түгелеңде...
Аптырайым, йәнем шундай һатлыҡ.
Аҡыл сыға берсә алға,
Берсә хистәр еңә.
Бер һүҙенән йәнем боҙҙай ҡатып,
Бер ымынан йәнә
Йылы инә эстәремә.

Минең донъям
Минең донъям зәңгәр, шундай зәңгәр,
Сит-ситтәре ап-аҡ уҡалы.
Сиңерткәләр йырлай, әйтерһең дә,
Сың-сың килә ҡыҙҙар һаҡалы.

Сың-сың килә ҡашмау тәңкәләре,
Эй күңелле, килә бейеге.
Күҙәтәһең ошо хозурлыҡты,
Ҡулдарыңа ҡуйып эйәгең.

Минең донъям зәңгәр, зәңгәр генә,
Иркенлектән башың әйләнә.
Ҡолап китмә тиеп, ҡулдарымды,
Ҡулдарымды, зинһар, бәйләмә.
Минең донъям зәңгәр, зәңгәр генә,
Аҡ уҡалы уның ситтәре.
Ул уҡалар – минең ҡанаттарым,
Түгел улар донъя сиктәре.

Эсем бошто инде
Эсем бошто инде,
Йәнем ҡорошто инде,
Һәр минутым, минутҡайым
Йөҙгә торошло инде.
Көтөүҙәре ҡыйын шул,
Белмәй көтһәң – бигерәк.
Йә «эйе» тип, йә «булмай» тип
Әйтһәләрсе тиҙерәк.
Эсем бошто инде,
Күңелем төштө инде.
Шик-бырауым, мең һорауым
Йәнемде тиште инде...
Көтөүҙәре ғазаплы,
Минуттарым – аҙаплы.
Ышанмаһаң, көтмәһәң,
Шул буламы азатлыҡ?
Мөхәббәттең септәре,
Сырмалсыҡлы ептәре
Ҡармап алған уйҙарымды,
Һөйөүҙә – ғәйептәрем.
Эсем бошто инде,
Йәнем ҡорошто инде.
Яҙмышҡынам, сабырһыҙ, тип
Йәнә орошто инде.
Юл эйәһе, ҡаҡмасы,
Юлҡайҙарҙы япмасы?!
Көтөк итеп бөтөрөргә
Тағы сәбәп тапмасы!

Өлөш бәхет
Етмәй китә,
Артыҡ булып китә,
Йә өндәшмәй генә сират көтә –
Минең, йәнәһе лә, китмәй иҫем.
Тик шулай ҙа, телдән әйтмәһәм дә,
Тел осонда йөрөй уның исем.
Артыҡ яҡын түгел,
Белеш кенә,
Бәхет тиәйемме,
Әллә өлөш кенә...
Уға ғына була алмамындыр,
Булһам – булыр-булмаҫ
Кәләш кенә,
Йәрәшелеп өлгөрмәгән,
Инәлмәгән, тилмермәгән,
Мәңге танһыҡ.
Шуға ла ул һәр саҡ минең янда,
Әберкәле япма һымаҡ, баш осонда.
Ә мин - һандыҡ.

Саҡ һәм Суҡтай
ғына булырбыҙ...
Ерҙең аҫты өҫкә килгәндә лә
Киҫелмәҫтер беҙҙең донъялар.
Ике мөхит, ике ысынбарлыҡ,
Төрлө бейеклектә – оялар.

Ерҙең аҫты өҫкә килгәндә лә
Йәнәш төшмәҫ беҙҙең юлыбыҙ.
Беҙ мәңгегә бына ошолай ғына,
Саҡ һәм Суҡтай ғына булырбыҙ.

Ерҙең аҫты өҫкә килгәндә лә
Пар килһәк тә, юлдар ҡуш булмаҫ.
Ергә күләгәләр төшмәһен тип,
Йөрәгебеҙ осар ҡош булмаҫ.

Һин әрнерһең, мин илармын яңғыҙ,
Меңдәр араһында йомолоп.
Айырылып ҡалғас, аймылышып,
Яҙмыш даръяһында ҡамалып.

Ерҙең аҫты өҫкә килгәндә лә
Бер-беребеҙгә була алмағас...
Нисек кенә тыныс ҡалырға һуң,
Ошо аянысты аңлағас?

Ғәйрәт бар ул һиндә, миндә лә бар,
Килтерерлек ерҙең аҫтын өҫкә.
Тик донъяның һиллектәре хаҡын
Эйә түгелбеҙҙер түләр көскә...

Хоҙайым, бер ым көтәмен!
Алдымда тағы ла минең
Сата – юл саты.
Ҡайһы яҡҡа ҡайырғанды
Хоҙай оҡшатыр?
Икеләнеү баштарымда,
Күҙемдә – томан.
Тойомлау тота алмайым,
Әллә ни булған.
Йөрәгем аптырап тора,
Күңелем ҡурҡа.
Кире юл булмаясаҡ шул,
Бер аҙым – ҡырҡа.
Ҡырҡасаҡ минең яҙмыштың
Тағы бер сатын.
Эх, әүлиә түгелмен шул,
Ябай бер ҡатын.
Хәйерле булырмы икән,
Әллә үкенес...
Хоҙайым, бер ым көтәмен,
Шул – бар үтенес.
Үҙемдең йөрәгем бөгөн
Бер ни ҙә тоймай.
Ҡыуанырға ла белмәй ул,
Күҙ-йәш тә ҡоймай.
Ҡайҙа ғына ҡайырайым?
Эх, яуаплы мәл.
Булһын ине ошо аҙым
Сауаплы әмәл.
Яҡындарыма төшмәһен
Был аҙым хаҡы!
Ниндәй хөкөмгә лә риза,
Тик шуның хаҡҡа!
Ғәзиздәремә төшмәһен
Был аҙым көсө!
Бер ымыңа интизармын
Мин шуның өсөн!
Бер ишараға мохтажмын,
Эй, Аллам, зинһар!
Ошо һайлау аша мине
Хаҡ юлға сығар!

* * *
Онотҡайным ниндәй булғанымды,
Йөрәгемдә ярһыу ут барын.
Ҡабыҡ ташлай минең хозурлығым
Ярып үткәс һөйөү уҡтары.

Онотҡайным ниндәй булғанымды
Бәхет шарлауығы аҫтында.
Тик бер һүҙең, бер ҡарашың менән
Шул шаршыға алып ҡастың да...

Һин уяттың миндә хыялыйҙы,
Ғәйептәрең сикһеҙ, юймаҫлыҡ!
Был йәйғорло ғына минуттарым
Эй, ҡыҙғаныс, йәлләп туймаҫлыҡ!

Онотҡайным ниндәй булғанымды,
Йөрәгемдә ниндәй ут барын...
Эй, ваҡытым, бәхетемә ҡарап,
Мине аяп, бәлки, туҡтарһың?!

Ҡорама
Йыртылған, ҡырҡылған,
Ялғанып ямалған
Йөрәгем – ҡырҡ киҫәк ҡорама.
Йөйҙәрен күп тимә,
Ептәрен сүп тимә,
Хәлемә шикләнеп ҡарама.
Түгелмен шып-шыма,
Бер төрлө, ялҡытҡыс
Ялтыраҡ.
Нисек тип һорама,
Ҡарама, ҡарама
Аптырап.
Һуң мин бит ҡорама!
Бер булып торһам да,
Ҡырҡ төрлө биҙәгем йөҙөмдә,
Мин сәскә, мин алма,
Томбойоҡ, гөлйемеш, йөҙөм дә...
Ҡырҡ есем, ҡырҡ асыл үҙемдә...
Бер битемдә ҡояш,
Айҙыр бер битемдә,
Гел танһыҡ һәм яҡын,
Ят һымаҡ,
Ҡайһы саҡ – ситен дә...
Ә? Нимә? Зауығың бүтәнме?
Ҡорама заманы үткәнме?
Аңлайым, тотмайым,
Юлыңда бул әйҙә!
Ҡырҡ ямау, ҡырҡ ҡоршау,
Йөрәктә былай ҙа...
Энәнән сәнселеп арыным,
Инде һин турама,
Һәр битемде асып,
Был да һинме, тип, һорама!
Ҡорама биҙәге биҙҙермәй,
Китмәҫеңде беләм бит инде,
...Ялғанырмын әле яңынан,
Ептәремде тарт та һүт инде...
Ҡағылмай, тиҙәр, зәхмәт тә,
Ҡорама күлдәк кейһәң,
Уйланыңмы, ниҙәр булмаҫ,
Ҡорама йөрәк һөйһәң?
Йыртаһың, һүтәһең,
Ҡайсылап үтәһең,
Тағы ла өҫтәлер ҡорауҙар.
Йөрәктең ҡоршауы күбәйгәс,
Артырҙар һинең дә юрауҙар.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook