Оҙон ғүмер – үҙе бер риүәйәт
Фәндә, баҡтиһәң, туҡһанға етеүселәрҙе генә ысынлап оҙон ғүмерлегә иҫәпләйҙәр икән. Шулай дөрөҫтөр ҙә. Ер йөҙөндә туҡһан йыл дауамында ғүмер кисергән кешенең яҙмыш китабы үҙе бер риүәйәткә тиңләнергә хаҡлылыр. Уның кем, ниндәй һөнәр эйәһе икәнлеге лә мөһим түгел, ябай йә билдәле, әүҙем эшмәкәр йә һәүетемсә тормош алып барыусы булыуына ҡарамаҫтан. Шул арауыҡта күпме осоштар һәм аяҡтан йығылыуҙар, осрашыуҙар һәм юғалтыуҙар, ни хәтле ҡыуаныс һәм күҙ йәштәре түгелгәне беҙҙең төшкә лә инерлек түгелдер, моғайын. Шуны белеп тә, беҙ оҙон ғүмерле аҡ инәй, сал бабайҙарға һәр ваҡыт тәрән ихтирам менән ҡарарға күнеккәнбеҙ. Был беҙҙең ҡаныбыҙға һеңгән, затыбыҙға хас ғәҙәт.
Яңы Петровка ауылынан 90 йәшен билдәләүсе Хөпбөниса Таһированың да яҙмышы тау-ташһыҙ, бөгөлдәрһеҙ юлдан ғына тәгәрәп бармағандыр. Зиһене асыҡ, үҙе теремек булһа ла, мин уға төрлө һорауҙар яуҙырып, төпсөнөп йонсотҡом килмәне. Гәзиттәрҙе лә күҙлекһеҙ уҡый әле ул, хәтере лә шәп, тик аламараҡ ишетеүе, әленән-әле башы әйләнеп китеүе генә теңкәһенә тейә.
“Юлдаш” ЯСЙ-һында малсы булып эшләгән Рәжәп улының ҡатыны – килене Лилиә Фазлыева уны өҫтөнә саң да ҡундырмай тәрбиәләй. Лилиә Йосоп ҡыҙы инде бына егерме йыл ҡәйнәһе менән бер ҡыйыҡ аҫтында татыу көн итә. Һуңғы йылдарҙа хатта балаларының өләсәһенән күҙ яҙҙырыуҙан ҡурҡып, уға хәстәр кәрәк, тип эшен дә ташлап ҡуйған.
Хөпбөниса Барый ҡыҙы Хәйбулла районының Ҡыпсаҡ ауылында тыуған. Кейәүгә сығып, самалауымса, тормош иптәше менән илле йыллап иңгә-иң терәп ғүмер кисергән (Ҡорманғәле Иҙрис улы 1995 йылда вафат булған). Алты бала үҫтергәндәр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, икәүһе яҡты донъяларҙы иртә ташлап киткән. Ғаиләһе менән Аҡъярҙа тороусы Рауил улының улы – һөйөклө ейәне лә Чечня һуғышында һәләк булған. Ҡыҙҙары Хәсилә менән Минсилә, ризыҡ ҡушҡас, әсәләренән алыҫта төпләнгән, береһе – Мәскәүҙә, икенсеһе Татарстанда йәшәй.
Оҙон ғүмерле инәйҙең ун ете ейәне, ун бер бүләһе бар – шул үҙе бәхет түгелме ни? Яңыраҡ хөкүмәт уға йорт алыу өсөн тәғәйенләнгән сертификат бүлгән, шул аҡсаға балалары Уфимский ауылынан өс бүлмәле йорт алып биргән. Тиҙҙән ғаилә шунда күсенәсәк. Юбиляр район, республика етәкселәренән дә ҡотлау алып ҡыуанған. “Ҡарт көнөңдә ошонан башҡа тағы ни кәрәк”, – тип йылмая тойғоларын күрһәтеп йәшәргә күнекмәгән Хөпбөниса инәй.
Мәрғиә ЗЕМСКОВА.
Хәйбулла районы.

Теги: