Рима Сәлимова: «Йөклөлөккә алдан әҙерләнергә кәрәк»

Рима Сәлимова: «Йөклөлөккә алдан әҙерләнергә кәрәк»Беҙҙең балалар үҫкәндә, төрлө тар белгестәргә йөрөгәнемде иҫләмәйем. Барһаҡ, ҡолаҡ, тамаҡ, танау ҡыуышлыҡтарын тикшереүсегә йә күҙ табибына барғанбыҙҙыр. Һорауҙар тыуһа, балалар табибы хәл итә ине. Шәфҡәт туташыбыҙ иһә беҙҙе себештәрен ҡурсыған тауыҡ кеүек ҡараны. Бөгөн иһә әсәйҙәр невролог, эндокринолог, ортопедтарға алдан яҙылыу өсөн йүгереп йөрөй, сиратҡа тора.
– Беҙгә райондарҙан да киләләр, бәләкәс пациенттар араһында өфө­ләр ҙә күп, – тип һөйләй Республика балалар клиник дауаханаһы эргә­һендәге консультация-диагностика поликлиникаһының өлкән шәфҡәт туташы Рима Сәлимова. – Урындағы поликлиникаларҙың йүнәлтмәһе буйынса барыһын да ҡабул итә табиптар. Ҡағиҙә булараҡ, беҙгә ҡатмар­лы осраҡтарҙа, алдан диагноз ҡу­йылған ауырыуҙар мөрәжәғәт итә. Беҙҙең тар белгестәр, заманса ысулдарҙы ҡулланып, ауырыуҙарҙы яҡшылап өйрәнә, ҡайһы саҡта уның бө­төнләй икенсе сырхауы билдәле була. Заманса диагностикалау ауырыуҙы иртәрәк асыҡларға ярҙам итә.
Рима Миңлебай ҡыҙы – үҙ эшенең оҫтаһы. 34 йыл элек ул медицина училищеһының фельдшерлыҡ бүлеген тамамлап килә бында. Бер йыл буйы иң ҡатмарлы һаналған реанимация бүлексәһендә эшләй. Ауырлыҡтар ҡыҙҙы ҡурҡытмай, бары һө­нәрен дөрөҫ һайлауы хаҡындағы фекерен нығыта ғына. Артабан дауахана эргәһендәге поликлиникаға күсә, 1989 йылдан ул – өлкән шәфҡәт туташы.
– Балаларға наҙыңды, изгелегеңде йәлләмәҫкә кәрәк, беҙҙең эштә шун­һыҙ ярамай, – тип дауам итә һүҙен әңгәмәсем. – Улар менән уйнап, шаярып алһаң, ауырттырыусан уколды ла һиҙмәҫтәр, градусник ҡуйырға ла рөхсәт итерҙәр... Ә коридорҙа һәр саҡ шау-шыу булыуына беҙ күнегеп бөткәнбеҙ, ял көндәре хатта нимәлер етмәгәндәй тойола. Ҡайһы бер пациенттарыбыҙ инде үҫеп, үҙҙәре табип булып китте. Күптән түгел йәш кенә доктор эргәмә килде лә: “Иҫ­ләйһегеҙме, мин һеҙгә дауаланырға йөрөй торғайным”, – ти. Бала һау-сәләмәт тыуһын, артабан табиптарға туҡтау­һыҙ йөрөмәйем, тиһәң, кәңәш ябай: буласаҡ атай-әсәйҙәргә ике­һенә лә сәләмәтлектәрен тикшерергә кәрәк. Хәҙер бындай хәл йышыраҡ күҙәтелә – ғаиләне планлаштырыу үҙәктәренә йәштәр парлап килә башланы.
– Рима Миңлебай ҡыҙы – беҙҙең иң тәжрибәле шәфҡәт туташтарыбыҙҙың береһе, – ти баш табиптың поликлиника буйынса урынбаҫары Артур Мостафин. – Ул – республиканың атҡаҙанған медицина эш­мәкәре, үҙенә лә, башҡаларға ла талапсан. Һәр саҡ белемгә ынтыла, медицина университетының фармацевтика факультетын ситтән тороп тамамланы. Уның оҫта етәкселеге аҫтында шәфҡәт туташтары һәр эште теүәл итеп, еренә еткереп башҡара. Шәфҡәт туташтарынан башҡа бер медицина ойошмаһы ла йәшәй алмай, уларҙың әһәмиәте ғәйәт ҙур.
Йәй табиптарҙың эше күбәйә. Аҡ халатлылар әйтеүенсә, йыш ҡына үҙебеҙҙе дөрөҫ тотмау һөҙөмтәһендә бәхетһеҙ осраҡтарға тарыйбыҙ. Беҙ, мәленән файҙаланып, йәй күңелһеҙ хәлдәрҙән һаҡланыу тураһында белгестәрҙән кәңәштәр һораныҡ. Кә­ңәштәр ябай, әммә, ҡабатлауҙан доға иҫкермәй, тиҙәр бит.

Ҡояшта яныу утта яныуҙан да ҡурҡынысыраҡ
Ҡояшта ҡыҙынғандан һуң тиренең ҡыҙарып тороуына күптәр етди ҡарамай, ауыртып алыр ҙа бөтөр, йәнәһе. Әммә ультрафиолет нурҙар күҙәнәктең ДНК-һын зарарларға һәләтле, һөҙөмтәлә уның яман шеш­кә килтереүсе күҙәнәккә әйләнеп китеүе бар. Шуға иртән сәғәт 11-гә тиклем һәм кис 17 сәғәттән һуң ҡыҙыныу хәйерле. Тирене махсус кремдар менән һаҡлағыҙ, уларҙа SPF һәм PPD фильтрҙары булырға тейеш.

Һаламды ҡайҙа түшәргә?
Еңелсә ауыртыу һәм һыҙырылыуға, ҡағиҙә булараҡ, табип кәрәк түгел, әммә яраны зарарһыҙландыра һәм ауыртыуҙы баҫа торған майҙар, кремдар, зеленка, пластырҙар һәр саҡ ҡул аҫтында булһын.
Аяғығыҙ ҡаймыҡһа йәки ауыртһа, һыҙланыуҙы баҫыу өсөн таҫтамалға уралған боҙ ҡуйып торорға була. Шул уҡ ваҡытта өшөтөргә лә ярамай.
Йылытыусы компрестарҙы икенсе көнөнә генә яһарға мөмкин. Тәүге көндәрҙә зарарланған урынға һалҡын кәрәк.
Әлфиә НАФИҠОВА.
Альберт ЗАҺИРОВ фотоһы.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Официальный сайт женского журнала "Башкортостан кызы" на башкирском языке
Copyright © БАШКОРТОСТАН КЫЗЫ 2012-2024