Ысыҡ кисеп, ялан аяҡ

Сынығыуҙың иң ябай һәм һөҙөмтәле ысулы – ялан аяҡ ысыҡ кисеү. Билдәле немец табибы Себастьян Кнейп: “Ялан аяҡ атлаған һәр аҙым – бер минутҡа ғүмерҙе оҙайтыу ул”, – тигән. Иртән ысыҡлы үләндән һәм көндөҙ ямғырҙан һуң ялан аяҡ йөрөү бик файҙалы. Үләндән 15 – 45 минут йөрөү яҡшы. Шунан аяҡты һөртмәйенсә генә ҡоро ойоҡ һәм аяҡ кейеме кейеп, 15 минут самаһы ҡоронан атлау кәрәк. Быныһы инде – аяҡтар йылынһын өсөн.
Үләндән генә түгел, еүеш таш өҫтөнән атлап йөрөү ҙә уғата шифалы икән. Йылға-күл буйҙарында ял итеүгә ни етә!
Көн һайын һыу буйында йөрөү бәхете һирәктәргә тәтей. Ихатағыҙҙа юлдарығыҙ таштан һалынһа, рәхәтләнеп атлағыҙ! Ундай һуҡмаҡтарығыҙ булмаһа, таштарҙы махсус йыйып, үҙегеҙгә “сынығыу майҙаны” булдыра алаһығыҙ. Бындай таштар өҫтөнән 3 – 5 минут йөрөргә кәрәк. Таштар ҙа, үләндәр кеүек үк, еүеш булырға тейеш.
Ташты көҙ-ҡыш та файҙаланырға була. Ванна эсенә йәйеп һалаһың, һалҡын һыу ағыҙаһың да – рәхим ит!
Был файҙалы шөғөл аяҡ тирләүенән дә ярҙам итә. Стенокардия, ҡан баҫымы күтәрелеү, инсульт, йөрәк өйәнәге кеүек ауырыуҙарҙы булдырмау өсөн яҡшы сара ул ялан аяҡ йөрөү.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook