Бер күрешеү – үҙе бер ғүмер

Бер күрешеү – үҙе бер ғүмерҠунаҡтар бала саҡ, йәшлек эҙҙә­рен һаҡлаған тыуған ауыл урамдарынан уҙҙы. Байрамды ойоштороу комитеты рәйесе Рим Яхин уларҙы йорт хужалары менән таныштыра барҙы, ә ҡапҡа алдарында табын ҡорған алсаҡ ҡатын-ҡыҙҙар ҡунаҡ­тарҙы сәй, буҙа, ҡымыҙ, тәмле-татлы ризыҡтар менән һыйлап ҡалырға тырышты.
Рысҡужа тәбиғәттең хозур ерен­дә, Ҡыҙыл, Ырғайҙы йылғалары буйында, урынлашҡан, тауҙар һәм урмандар менән уратып алынған. Мәға­риф ветераны Рәжәп Яҡупов ауылға 460 йыл элек Нөгөш буйҙарынан кү­сеп килеүселәр нигеҙ һалыуы хаҡында бәйән итте. 1900-сө йылдарҙа ауыл­да мәҙрәсә эшләүе, унда бар тирә-яҡ балалары белем алыуы тураһында һөйләне. 1911 йылға тиклем ауыл бер генә урамдан торған. Бөгөн иһә бында 174 йорт иҫәпләнә, 550 кеше ғүмер итә. Башҡа ауылдарҙа байтаҡ йәштәр яҡшы тормош эҙләп ситкә китһә, мәктәптәр ябылыу алдында торһа, Рысҡужала йәш ғаилә­ләр күп, мәктәптә иһә ҡырҡ бала уҡый. Был – райондағы башланғыс мәктәптәр араһында иң күп һан. Быйыл уны ун ике уҡыусы тамамлаһа, беренсе синыфҡа ла шунса уҡ бала киләсәк. Сағыштырмаса ҙур булма­ған ауылда балаларҙың байтаҡ булы­уы, әлбиттә, ҡыуандыра. Артабанғы йылдарҙа уҡыусылар һаны тағы ла артасаҡ.
Тимәк, Рысҡужа халҡы кәмемә­йәсәк. Ауылдың иң өлкән кешеләре булып Насирйән Асҡаров менән Фариза Шәйәхмәтова һанала, ә бына иң йәш кешене билдәләгәндә ҡыҙыҡ хәл тыуҙы. Алдан комиссия был исемде Юлиә һәм Самат Асҡаровтарҙың бәпестәренә “бирергә” ҡарар итһә, тарихҡа инеп ҡалырға теләгәндәй, Илүзә һәм Тимерхан Сөләймәновтарҙың ҡыҙҙары донъяға килде.
Бер күрешеү – үҙе бер ғүмер
Ғүмер буйы татыулыҡтары менән башҡаларҙы һоҡландырған ҡәйнәләр һәм килендәр ҙә маҡтауҙарға лайыҡ булды – Хәмирә һәм Сәбилә Ҡорбанғәлиналар, Сәбилә Һәм Айһылыу Әхтәмовалар йәш ғаиләләргә бар яҡлап өлгө һанала. Байрамда шулай уҡ ярты быуат бергә ғүмер иткән “алтын”парҙар – Хәҙисә һәм Рафиҡ Яҡуповтарҙы ололап, хөрмәтләп тәбрик иттеләр.
Иң ҡатмарлы эш өлгөлө йорттарҙы билдәләү булғандыр. Комиссия ағзалары өй торошон ғына түгел, хужаларҙың матур көнитмешен дә, уларҙың балаларҙы нисек тәрбиәлә­үен дә, йәмәғәт тормошонда ҡатнашыуын да иҫәпкә алды. Һөҙөмтәлә Таңһылыу һәм Рәжәп Яҡуповтар, Зи­лә һәм Сәрим Мостафиндар, Фәүзиә ћәм Хәлил Зәйнуллиндар, Гөлфиә һәм Илфат Зыяевтар, Фәһимә һәм Вәкил Баҡыевтар, Зөһрә Мәһәҙиева өлгөлө йорт хужалары тип табылды. Бынан тыш, күркәм ғаиләләр, бик матур өйҙәр, шулай уҡ алтын ҡуллы оҫталар айырым билдә­ләнде. Абруйлы аҡһаҡал Булат олатай Абдуллин, урта мәктәпте тамамлаусы ҡыҙҙарѓа һәм егеттәргә мө­рәжәғәт итеп, өгөт-нәсихәттәрен, кәңәштә­рен еткерҙе, ауылды артабан да өл­гөлө итеп тоторға саҡырҙы, уларға быуындар эстафетаһын тапшырҙы. Йәштәр иһә, үҙ сиратында, ауыл намыҫына тап тө­шөрмәҫкә, ололарҙың матур ғөрөф-ғәҙәттәрен ҡә­ҙерләп һаҡларға вәғәҙә бирҙе.
Байрам йәме – ҡунаҡта ла бүләктә. Уға һәйбәт әҙерләнгәндәре өсөн депутаттарға, мәктәп, клуб хеҙмәткәр­ҙәренә, бөтә ауыл халҡына рәхмәт әйтеп, район хакимиәте исеменән муниципаль район Советы секретары Булат Исламбаев рысҡужаларға 20 мең һум аҡса бүләк итте. Ошо ауылда тыуып үҫкән район мә­ғариф бүлеге етәксеһе Вєлит Зәйнуллин менән мә­ҙәниәт бүлеге баш инспекторы Элиза Ҡунафинаның бүләге музыкаль үҙәк һәм ҡумыҙҙар булһа, йәнтөйәктәре­нән ситтә йәшәүсе башҡалар ҙа буш ҡул менән ҡайтмағайны.
Бер күрешеү – үҙе бер ғүмер
Ҡунаҡтарҙың сығышы ауыл һәүәҫ­кәр артистарының, район мәҙәни­әт һарайы хеҙмәткәрҙәренең концерты менән аралашып барҙы. Бил­дәле йырсы, Шәйехзада Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы лауреаты Хәсән Усманов һәм уның ҡатыны Зиләнең сығышы тамашаның йө­ҙөк ҡашы булып, йәм өҫтөнә йәм өҫ­тәгәндер. Усмановтарҙың байрамға ҡайтыуы ла осраҡлы түгел – Хәсәндең атаһы Хажиәхмәт ағай тамырҙа­ры менән ошо ауылдан.
Алыҫ араларҙы яҡын итеп, тыуған ауылдарын һағынып ҡайтыусылар ҙа, рысҡужалар үҙҙәре лә был матур байрамдан көс-ҡеүәт, илһам алып таралышты. Бер күрешеү – үҙе бер ғүмер, тип юҡҡа ғына йырланмай бит йыр­ҙа ла.

Земфира СӘЛИМЙӘНОВА.
Иштимер ЙОСОПОВ фотолары.

Әбйәлил районы.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook