“Балама йөрәгемде бирәм”

“Балама йөрәгемде бирәм”Республиканың Учалы районы буйынса дәүләт техник күҙәтеүе инспекцияһы кабинеты эргәһендә һәр саҡ сират. Кемдер үҙ техникаһын теркәтеү өсөн документ йүнәтә, икенселәр, киреһенсә, ауыл хужалығы транспортын иҫәптән төшөрә, йә үҙйөрөшлө техниканы һатыу йәки һатып алыу мәсьәләләре менән мөрәжәғәт итә. Бындай техникаға таныҡлыҡ, водитель категорияһы ла ошонда бирелә. Инспекторға, районға сығып, ауыл хужалығы техникаһын, ҡаргиҙәрҙәрҙең торошон тикшерәһе лә бар... Был тынғыһыҙ һәм яуаплы эште бына ун алты йыл инде һомғол буйлы, мөләйем йөҙлө ҡатын Вилора Фәхретдинова атҡара. Әммә һүҙем уның һөнәре тураһында түгел, ә ҡатын-ҡыҙ булараҡ, әсәлек хеҙмәте тураһында булыр. Сөнки балаға ғүмер биреүҙе күптәр булдыра ала, әммә һәр кем барлыҡ булмышын ғәзизенә бағышлап оло сабырлыҡ күрһәтә алмай. Ә Вилора Тельман ҡыҙы бына ун өс йыл инде арымай-талмай аутизм диагнозлы улын тормошҡа яраҡлаштырыу өҫтөндә эшләй. Уның тәжрибәһе ошондай уҡ ауырыулы балаларҙы ҡараған әсәләргә фәһем булырлыҡ. Сөнки йыш ҡына бындай әсәләр үҙ хәсрәттәре менән яңғыҙ ҡалыусан.
Мин был малай менән уҙған йыл таныштым. Юл ыңғайы, тип уларҙың автомобиленә ултырғайным. Алда атаһы янында ултырған малай боролоп миңә ҡарарға кереште.
– Сәләм! – тинем, йылмайып. Ул яуап ҡайтарманы. Кире боролоп ултырҙы. “Минең машинаға ултырыуҙы яратманы буғай”, – тип кенә уйлап ҡуйҙым.
– Был минең кесе улым Марсель, – тип таныштырҙы уның менән әсәһе Вилора Тельман ҡыҙы. – Ул аутизм менән яфалана. Был ауырыу тураһында ишеткәнегеҙ барҙыр?
– Эйе. Ул – үҙ-үҙенә бикләнгән кеше. Таныш булмағандар менән аралашырға ҡурҡа. Бынан тыш, үҙенә генә билдәле ҡанундар менән йәшәй.
– Нәҡ шулай. Аутист бала ғәҙәти тормошҡа ҡулайлаша алмай. Уны һәр саҡ оҙатып йөрөүсе кеше кәрәк, – тине Вилора ханым.
Был турала артабан да һүҙ ҡуйыртыу урынлы булырмы-юҡмы, тип уйлап, шымып ҡалдым. Әммә әңгәмәсем, асыҡ күңелле кеше булараҡ, хәбәрен дауам итте. Мин иһә, ара-тирә һорауҙар биреп, һөйләшеүгә асыҡлыҡ индерҙем.
– Ғаиләлә икенсе бала булып тыуған Марселдә ниндәйҙар ҡайтышлыҡ һиҙ­мәнек. Алты айҙа ултырырға өйрәнде. Башҡа балалар кеүек үк төрлө өндәр сығарҙы, һүҙ ҙә әйткеләне. Бала ваҡы­тында атлап китте, әммә бер йәш тә ике айҙа уның бүѕеренә операция яһа­тырға тура килде, ә йәш ярымда иһә сираттағы прививка эшләнде. Бына шунан һуң балабыҙ танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе. Һуңынан ғына белгестәр, наркоздың тәьҫире һәм организмы сирҙән нығынып өлгөрмәгән балаға прививка эшләү үҙ-үҙен белдермәй ятҡан аутизм­ды уятҡан, тип фаразланылар, ә тәүҙә, дөрөҫ диагноз ҡуйғанға тиклем, ҡайҙа ғына алып барманыҡ. Хатта Мәскәү табиптарына ла күрендек. Бары ике йәш ярымда ғына Өфө республика балалар клиникаһының баш табибы балаға дөрөҫ диагноз ҡуйҙы. “Һеҙҙең сабыйығыҙҙа – аутизм”, – тип белдерҙе.
Аутизмды сир тип тә әйтеп булмай, сөнки бала физик яҡтан һау-таҙа, аҡыл яғы ла зәғиф түгел кеүек, әммә күңел торошонда ниндәйҙер тайпылыш бар, сөнки сабый үҙ мөхитендә генә йәшәй, тирә-яҡ менән бәйләнеш юҡ. Бынан тыш, үҙ хис-тойғоларын еткерә алмай, – тип һөйләй әңгәмәсем.
– Балаға инвалидлыҡ төркөмө бир­гәс, яҙмыш алдындағы көсһөҙлөк­тән күҙҙәремә йәш тулды, – тип дауам итте ул. – Әммә артабан йәшәргә, балаға ҡулайлашырға, уның өсөн көрәшергә кәрәк ине. Ошо көндән алып ғаиләбеҙ­ҙәге башҡа мәсьәләләр артҡы планға күсте һәм улар, алда торған бурысыбыҙ менән сағыштырғанда, энә осондай ғына булып күренде. Татыу ғаиләбеҙҙә­ге һәр кем, үҙ ихтыяжын икенсе урынға ҡуйып, Марселдең үҫеше өсөн тырыша инек. Ә был иһә бары сабырлыҡ һәм һөйөү аша ғына мөмкин.
Балаға 2 йәш тә 6 ай булғас, беҙ уны ҡалалағы 10-сы һанлы балалар баҡсаһына бирҙек. Тәүге көндө үк тәр­биәселәр, ә һуңынан балалар баҡсаһы мөдире: “Был бала беҙҙеке түгел”, – тип белдерҙе. “Ике йәш ярымда бала үҙе ашарға, кейенә белергә һәм үҙ аллы уйнарға тейеш”, – тинеләр.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был талаптарҙың береһен дә беҙ үтәй алмай инек. Ике аҙна йөрөгәндән һуң, улар 16-сы коррекцион балалар баҡсаһына мөрә­жәғәт итергә тәҡдим итте һәм беҙ бында юлланыуыбыҙға үкенмәнек.
Учреждениеның мөдире Роза Хәбирова сит кеше хәсрәтен үҙенекеләй ҡабул итә белгән, киң күңелле ҡатын булып сыҡты. Ниндәй генә диагнозлы балалар йөрөмәй ине бында. Баҡсала ғәрип балаларҙың үҫеше, ә иң мөһиме, уларҙы йәмғиәткә ҡулайлаштырыу өсөн шарттар булдырылған. Бында Марсель кейенергә, үҙ аллы ашарға, шулай уҡ яҙырға өйрәнде. Балалар баҡсаһында музыка дәрестәре лә үткәрелә ине, – тип һөйләне әңгәмәсем.
... 8 йәше тулғансы Марсель балалар баҡсаһына йөрөй. Ошо осорҙа ул үҙе­нең ғәжәйеп һәләттәрен дә күрһәтә. Барыһын да уның бер күреүҙән фотоға төшөрөп алғандай хәтер ныҡлығы хайран итә, бигерәк тә пазлдар йыйыуы үҙе бер тамашаға әйләнә. Марселдең меңләгән киҫәктәрҙе 15 минут эсендә йыйыуын ололар ҙа ғәжәп ҡылып күҙә­тә. Шуныһы ҡыҙыҡ, пазлдар баштүбән ятһа ла, ул эҙләп тә тормай, һүрәттәрҙе урынына ҡуя. Был осорҙо әсә “пазл бумы” тип атай. Сөнки өйҙә лә, балалар баҡсаһында ла пазлдар йыйыу баланың яратҡан шөғөлөнә әйләнә.
5-6 йәштә малай башҡаларға яҙырға өйрәткәнде ҡарап, баҫма рәүештә алфа­вит хәрефтәрен яҙа башлай, иң мөһиме, хәрефтәр дәфтәргә тигеҙ, матур итеп теҙелә. Ҡалала йөрөгәндә лә урамда осраған хәреф-һүҙҙәрҙе хәтерләп йө­рөүе менән ата-әсәһен аптырата. Ул өйгә ингәс тә, урамда күргән барлыҡ реклама-баннерҙарҙың эстәлеген компьютер мониторына күсерә. Коррекцион балалар баҡсаһынан һуң Марселде өйҙә уҡыта башлайҙар.
Алда әйтеүемсә, аутизм диагнозлы бала үҙ ҡабығына бикләнеп йәшәй. Шуға ла үҙенә йүнәлтеп әйтелгән һүҙҙе ишетмәмешкә һалышыу, өндәшкән кешегә боролоп ҡарамау уның өсөн хас күренеш. Әммә наҙ менән һуғарылған тәрбиә алымдары үҙенекен итә: алты йәшендә Марсель тәү тапҡыр әсәһенең күҙенә ҡарай.
– Тәү тапҡыр күҙемә ҡарауын байрамдай ҡабул иттем. Сөнки уның миңә ышаныуын, үҙ мөхитенә индереүен аң­ланым. Ниндәйҙер ваҡыт үткәс, ул аға­һының да, тағы ла бер аҙҙан атаһының да күҙенә ҡараны. Беҙҙең татыу ғаилә өсөн был оло шатлыҡ ине. Сөнки арабыҙҙа булған күңел ҡаршылығы емерел­де һәм уның менән аралашыу ҙа күпкә еңелләште. Хәҙер Марсель уҡытыусы­һының да күҙенә ҡарай.
Аутизмлы балаға һәр нәмәне әйтеп эшләтергә кәрәк. Сөнки уның алдына аш ҡуйылыуына ҡарамаҫтан, асығыуҙан илап та ултырыуы мөмкин. Шуға ла “ҡалаҡты ал, хәҙер ауыҙыңа килтер, ашты ҡап, икмәк тешлә” кеүек фармандар бирергә тура килеүе тураһында ҡайҙалыр уҡыған инем. Шуға ла әңгәмәсемдән дә был турала белешергә булдым.
– Һәр нәмәне көнөнә 50-шәр, 100-әр мәртәбә ҡабатларға тура килә ине. Нимәгә тотонһам да, һөйләп-аңлатып тороу ғәҙәти күренешкә әйләнде. Мәҫә­лән, “Мин кишер таҙартам, хәҙер аш бешерәбеҙ”. Йә “Хәҙер алманан бәлеш бешерәбеҙ, ҡамыр өсөн он, тоҙ, шәкәр, май, йомортҡа, сода һалабыҙ” һ.б. Хәҙер Марсель үҙе үк нимә кәрәк, шуны белеп тора. Мин бешеренергә йыйыныу менән ул рецепҡа ярашлы аҙыҡ-түлекте кәштәнән йә һыуытҡыстан алып килтерә башлай. Ғөмүмән, аш-һыу әҙерләүҙә ярҙамлаша. Яратҡан аш-һыу төрҙәре лә бар: борщ, манты, көртмәле һәм мүк еләге эслектәре менән бәлештәргә өҫтөнлөк бирә.
– Хәҙер ул үҙ-үҙен хеҙмәтләндерә аламы? – тип һорайым.
– Эйе, беҙ ярайһы ғына уңышҡа ирешкәнбеҙ. Улым иртүк урынын йыя, тешен таҙарта, кейем-һалым кәштәһен, өҫтәлдәге эш урынын тәртиптә тота, әйбер үтекләй, газ яндыра белә, бутерброд эшләй, сүп-сар сығара, һауыт-һаба йыуа, ағаһының әйберҙәрен дә йыйыштырып ҡуя. Бынан тыш, үҙ хис­тәре менән дә бүлешә. Мәҫәлән, компьютерҙа ниндәйҙер ҡыҙыҡлы нәмә тапты икән, яҡындарына ла күрһәтә, ә был иһә үҙ-ара бәйләнештең булыуына дәлил.
Әйткәндәй, Марселдең ағаһы Альбертты айырыуса билдәләп үтерлек. Ул, һәр саҡ әсәһенең уң ҡулы булып, ҡустыһын тәрбиәләүҙә ҡатнаша. Хәҙер Марсель ағаһына ныҡлы ышана, уға тартыла. Улар бер-береһен бик ярата, Альберт йыш ҡына Марселде үҙе менән дә ала. Шуға ла малай заманса йыр-моң менән таныш һәм үҙе лә йырларға ярата.
Альберттың дуҫтары ла Марселде ихтирам итә. Сөнки ул компьютерҙа төрлө программалар белеүе буйынса үҙ тиҫтерҙәренән күпкә алдараҡ килә. Бынан тыш, ҙур һандарҙы хәтерҙә үк ҡушыу йә ҡабатлау уның өсөн бер ни тормай.
– Әммә улымды бер үҙен тиҫтерҙәре янына урамға сығарырға хәүефләнәм, ул бик изгелекле, әммә балалар өсөн ул сәйер тойоласаҡ, – ти әсә.
– Марселдең киләсәген нисек итеп күҙаллайһығыҙ? – тип тә һорарға баҙнат иттем.
– Ул һис шикһеҙ банк структураһында эшләй алыр ине. Кеше менән аралашмайынса, робот кеүек ниндәйҙер операцияны үҙенә генә хас теүәллек менән башҡарыр ине, буғай. Әммә йәм­ғиәттең йәшәйеш ҡанундары ҡаты. Йәмғиәт ундайҙарҙы ҡабул итмәй, сит­кә тибә, – тип көрһөнә Вилора ханым. Бары ғаилә ағзалары ғына аутизмға тарыған баланы ҡурсалауын дауам итә. Марселде тәрбиәләүҙә олатай һәм өлә­сәй ҙә ҙур өлөш индерә. Мәҫәлән, олатаһы ейәнен быйыл саңғыға баҫтырһа, өләсәһе кескәйҙән уға шиғриәткә мө­хәббәт уятҡан. Малай Пушкиндың байтаҡ шиғырҙарын яттан белә. Бынан тыш, өләсәһе менән ҡышҡы урман буйлап йөрөүҙе, ә йәйен йылға буйына, күл утрауында ял итеүҙе үҙ итә.
Ғаиләлә яҡын кешегә әйләнгән Майкамал апай тураһында ла әйтеп китеү урынлы булыр. Ул йыш ҡына бала менән бергә ҡалып, әңгәмәсемдең ауыр һәм яуаплы эшен дауам итеү мөмкинлеген булдырған. Шуға ла был изге күңелле инәй ғаилә ағзалары өсөн икенсе әсәй һымаҡ ҡабул ителә.
Аутизмлы баланың тәбиғәт менән тығыҙ бәйләнеше тураһында ла әйтеү урынлы булыр. Сөнки беҙ йыш ҡына үҙебеҙҙе уратып алған матурлыҡҡа туҡ­талып һоҡланырға ваҡыт тапмайбыҙ, ә Марсель иһә ямғыр йә ҡар яуыуын онотолоп күҙәтә. Усына төшкән семәр­ле ҡар бөртөктәре, бармаҡтар буйлап аҡҡан көмөш ямғыр тамсылары уға бер мөғжизәүи күренеш. Уҙған йыл Ҡара диңгеҙ буйындағы шифаханала ял иткән осорҙағы хәл дә иғтибарға лайыҡ. Диң­геҙҙә Марсель әсәһе менән икәүҙән-икәү йөҙөп йөрөгәндә, ике дельфин Марселгә бик яҡын йөҙөп килә һәм уның менән һөйләшергә теләгәндәй ниндәйҙер тауыштар сығара. Улар, әй­терһең дә, үҫмерҙе диңгеҙ буйлап уйнарға саҡыралар. Күпмелер ваҡыт бар­ғас, күҙҙән юғалалар.
Ғөмүмән, баланың сәләмәтлеге, уның киләсәге өсөн ғаилә ағзалары бар тырышлығын һала. Ошондай һы­науға дусар булған ғаиләләргә лә битараф түгел әңгәмәсем. Ул тормош тәжрибәһенән тупланған кәңәштәрен йәш әсәләргә лә еткерә:
– Аутизмлы баланың холҡон үҙгәр­тергә тырышырға кәрәкмәй. Бары әсә­нең һөйөүе, һәр ғаилә ағзаһының иғтибары аша ғына ул тормошҡа ҡулайлаша ала. Бала үҙенең кәрәклеген тойорға тейеш.
Әле Учалы районында дүрт балаға аутизм диагнозы ҡуйылған. Әммә был өлкәлә яҡшы кәңәш бирерҙәй белгес­тәр юҡ.
... Яҙмыш ошондай һынау ҡуйғанға һис үкенмәй әңгәмәсем. Был бала икенсе ғаиләлә тәрбиәләнһә, уның яҙмышы, киләсәге ниндәй булыр ине, билдәһеҙ...
Марсель иһә донъяла бәхетле бала. Сөнки уны аңлаусы, һөйөүгә сорнаусы, тормош һуҡмағы буйлап оҙатыусы яҡындары бар, ә оло йөрәкле әсә үҙ ғүмерен улына бағышлай.
Гәүһәр МОЗАФАРОВА.
Учалы районы.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook