Интернетта нисек аҡса эшләргә?
Беҙ бик ҡыҙыҡ заманда йәшәйбеҙ. Ҡалыптар емерелә, яҡшы тип уйлағаныбыҙ йыш ҡына яман, зыян тигәнебеҙ үҫеш юлына асҡыс та булып ҡуя ҡайһы саҡ. Технологияларҙың йылдам үҫеше һәм интернет селтәре быға тиклем ете ҡат һаҡ аҫтында булған белем-хазиналарға юл аса. Хатта күп нәмәгә үҫмерҙәрҙән өйрәнергә, балаларҙан фәһем алырға тура килгән саҡтар ҙа була. Ғәләмәт бит донъя, тип «аһ» итәбеҙ шунан.
Әлеге тормош шарттары, боронғо ир-егет – табышсы, ҡатын – усаҡ һаҡлаусы, тигән аҡылды ла ҡырҡ төрлөгә үҙгәртә. Иң сәйере, бының киреһе менән бергә әллә күпме ыңғай яҡтары ла бар. Ул ҡатын-ҡыҙға үҙен теләгән бер өлкәлә һынау, эшҡыуарлыҡҡа тотоноп, сәмләнеп юғары уңыштарға өлгәшеү, яҙмышын үҙ ҡулына алыу мөмкинлеген дә бирә. Элек, мәҫәлән, декрет ялын йәш әсәләр йүргәккә күмелеп, аш-һыу әҙерләүҙән һәм кер йыуыуҙан баш сыҡмаған осор тип ҡабул итһә, хәҙер – киреһенсә. Күп йәш ҡатындар, тап ошо арауыҡта, яңы һөнәрҙәр өйрәнеп, быға тиклем баҙнат итмәгән ғәмәлдәргә тотоноп, төрлө юлдар менән аҡса эшләргә өйрәнә, аралашыу даирәләрен киңәйтә, сит телдәр үҙләштерә. Интернеттың сикһеҙ мөмкинлектәре һәр ябай ҡатын-ҡыҙҙың тормошон төрләндереүгә, ҡыҙыҡлыраҡ итеүгә генә түгел, матди яҡтан тотороҡландырыуға ла юл аса. Бында үҙеңде асыу, үҙ урыныңды яулау өсөн юғары урындарҙа ултырған туғандар йә таныштар талап ителмәй. Компьютер һинең холҡоңа һәм ҡиәфәтеңә лә битараф. Әкрен йә шымтояҡ булыуың, артыҡ йомоҡлоғоң һәм башҡа үҙенсәлектәреңде ул етешһеҙлеккә һанамай, әммә ҡыҙыҡһыныусан, тәүәккәл, ныҡыштарҙы айырыуса үҙ итә.
Ҡул аҫтында интернеты булған һәр кем үҙенең бәләкәй генә һәләтен, мауығыуын йә ҡыҙыҡһыныуын аҡса эшләү сығанағына әйләндерә ала. Шөкөр, әле төрлө социаль селтәрҙәрҙә теркәлеү, үҙеңдең төркөмдәреңде асыу бушлай. Һәм унда һәр кем мауығыуҙары хаҡында иркен һөйләй, фекерҙәштәрҙе, күрһәтә алған хеҙмәте йә эшләй алған тауары менән ҡыҙыҡһыныусыларҙы еңел таба ала. Әлбиттә, һәр эш төрө ваҡыт талап итә. Һәм бәләкәй балағыҙға бүлә торған ваҡытты тулыһынса интернет аша аҡса эшләүгә ҡорбан итеү хилаф. Әммә баланың йоҡо мәлен самалап, алтын урталыҡты табырға мөмкин. Ә инде сабыйын яңғыҙ үҫтергән әсәгә бәпәйен балалар баҡсаһына урынлаштырғансы, селтәр аша аҡса эшләү мең тапҡыр отошло.
Иң тәүҙә һәләттәрегеҙҙе, оҫталыҡтарығыҙҙы барлағыҙ, тағы ла ниҙәргә өйрәнергә теләүегеҙ хаҡында уйлағыҙ. Мәҫәлән: ҡул эштәре. Күп әсәләр декрет ялында бәйләү, сигеү, сәйлән үреү менән мауыға һәм хеҙмәт емештәренең һүрәтен әхирәттәренә күрһәтер өсөн социаль селтәрҙәргә урынлаштыра. Өнһөҙ реклама ла шул уҡ реклама инде ул, яйлап ҡыҙыҡһыныусылар, заказсылар ҙа барлыҡҡа килә. Күҙ нурҙарығыҙҙы түгеп бәйләгән йә сиккән әйберҙәрегеҙҙе йәһәт кенә һатып алыусылар табылмаһа ла, күңелегеҙҙе төшөрмәгеҙ. Бәлки, тәүгеләрен бүләк итергә лә тура килер, уларҙы йөрөтөүселәр оҫталығығыҙ хаҡында хәбәр тарата торасаҡ. Мәҫәлән, бер танышым, ҡыҙы тыуғас, бәпесенә матур байрам күлдәктәре тегергә өйрәнеп алды. Ҡыҙының шул кейемдәрҙә төшкән рәсемдәрен селтәргә һалғас, бер нисә заказсы тапты. Яйлап оҫтарып китте. Хәҙер балалар баҡсаларындағы байрамдар, Яңы йыл, сығарылыш кисәләре өсөн күлдәктәр тектереүгә уға интернет аша бер ай алдан сиратҡа торалар. Әҙер һыҙмалы һүрәттәрҙе ҡулдан сигеп, селтәр аша аҡса эшләгән ҡыҙҙарҙы ла беләм. Ундай һүрәттәр, машинала сиккәнгә ҡарағанда, күпкә юғары баһалана.
Бешеренергә яратаһыңмы? Өйҙә туйҙарға, тыуған көндәргә тематик яҡтан төрлөсә биҙәлгән торттар бешерергә оҫтарып, заказға эшләй башлаған ҡыҙҙар хаҡында ишеткәнегеҙ барҙыр. Ундай торттарҙы бешереп, мастика һәм башҡа нәмәләр менән матурлау байтаҡ ваҡытты ала, әлбиттә, ләкин хаҡы ла шуға торошло. Әгәр ҙә аш-һыуға әүәҫ булһаң, ниңә уйлап ҡарамаҫҡа? Сәк-сәк, бауырһаҡ бешереүгә заказдарҙы интернет аша йыйған оҫталар ҙа, “Бәйләнештә”ге диуарына, һалма йәйәм, тип яҙыусылар ҙа бар. Теләгән йүнен таба. Күп ҡатын-ҡыҙҙарҙың эшләп йөрөүен, туҡмас йәйеп ултырырға ваҡыты юҡлығын иҫәпкә алһаң, был да бик һәйбәт ысул. Һәр башҡорт ғаиләһендә бишбармаҡ яраталар, ә магазинда үҙебеҙсә ҡырҡылған өй һалмаһын табыуы ауыр.
Арабыҙҙа уҡытыусылар күптер, моғайын. Улар ҙа интернет аша кәңәштәр биреү һәм репетиторлыҡ итеү өсөн клиенттар таба ала. Skype, ISQ, электрон почта һәм башҡа программалар ярҙамында интернет аша әллә ҡайҙа ултырған бала менән дә шөғөлләнеп була. Скайп бәйләнешенең бушлай булыуын иҫәпкә алһаң, был бигерәк тә отошло. Уҡыусының өйөнә барып етеү өсөн ваҡытыңды ла әрәм итмәйһең. Үҙегеҙҙең хеҙмәтегеҙ хаҡында иғландарҙы төрлө форумдарҙа һәм сайттарҙа ҡалдыра алаһығыҙ. Ә инде сит телдәрҙе лә белһәгеҙ, интернетта тәржемә менән шөғөлләнеп аҡса эшләргә була. Төрлө фәндәрҙе яҡшы белеүселәр башҡалар өсөн контроль һәм курс эштәре яҙып донъя бөтәйтә.
Илебеҙ халҡы, әрләй-яманлай барып, селтәрле маркетингтың да тормошобоҙға китмәҫкә килеүенә төшөндө. Декрет ялында ултырған күп әсәйҙәр төрлө косметика һәм башҡа тормош-көнкүреш әйберҙәре һатҡан маркетинг компанияларында теркәлә, етеҙерәктәре арыу ғына эш хаҡы алыуға ла өлгәшә. Иң мөһиме –донъя баҙарында хөрмәт яулап өлгөргән ышаныслы фирманы һайлау.
Шулай уҡ ҡулы һөнәр белгәндәр өйгә йөрөп сәс ҡырҡыу, маникюр, массаж, татуаж яһау, керпек үҫтереү менән дә булыша, клиенттарҙы улар, аңлашыла, селтәр аша таба.
Фото эшкәртеүҙе үҙләштереп, реклама баннерҙары эшләгән, фото төшөрөргә өйрәнеп, фотосессиялар үткәреп тә аҡса эшләгән әсәйҙәр байтаҡ.
Был һеҙҙең мауығыуҙар һәм һәләттәрегеҙгә бәйле эшләү ысулдары булды. Уларҙан тыш та интернетта аҡса табыу юлдары етерлек. Баштан уҡ байып китмәһәгеҙ ҙә, һәр хәрәкәтегеҙ аша тәжрибә тупланыуын да онотмағыҙ.
Яндексҡа “интернетта аҡса эшләү” тип баҫһағыҙ, иң тәүҙә копирайтинг, рерайтинг тигән яҙыуҙар килеп сығыр. Интернет – ул текстарға һалынған икһеҙ-сикһеҙ мәғлүмәт яланы һәм ул текстарҙы беҙҙең һымаҡ уҡ ябай кешеләр яҙа. Бушлай түгел, күп осраҡта аҡсаға. Яңы текстар яҙыу мең баҫма тамғаға уртаса 10-50 һумдан баһалана, тиелгән селтәрҙә. Бына был ысулды сирҡаныс алып өйрәнеү өсөн бер нисә юллауыс (ссылка): etxt.ru, neotext.ru и textsale.ru. Тексты алдан заказ алып яҙырға йәки ирекле яҙып һатыуға ҡуйырға мөмкин. Бик шәбәйеп китһәгеҙ, юғарыраҡ баҫҡысҡа – оҫталыҡ класы тигәненә лә тәүәккәлләрһегеҙ, бәлки. Ул да копирайтингља оҡшаған. Копирайтинг аңлайышлы, грамоталы итеп текст йә мәҡәлә яҙыу булһа, оҫталыҡ класында һәр эшеңде аптыратырлыҡ итеп, матур итеп күрһәтә белеү мөһим. Мәҫәлән, киске ашҡа бешергән үҙенсәлекле ризыҡ төрөн әҙерләүегеҙҙең һәр аҙымын фотоға төшөрөп, рәсемдәре аҫтына ҡыҫҡа, әммә аңлайышлы текст яҙһағыҙ, шундай хеҙмәтегеҙгә лә заказсылар табыла. Тегеү, бәйләү, балалар ижады, гөл ултыртыу, һабын ҡайнатыу һәм башҡа хобби төрҙәренә оҫталыҡ кластары һатып алыусы мәҡәләләр биржалары бар.
Интернетта аҡса эшләүҙең тағы ла бер ысулы – сайттар модераторы булыу. Йәш әсәләр, ғәҙәттә, төрлө форумдарҙа донъя көтөүҙең һәр яғы хаҡында аралаша, әңгәмәләшә. Ошондай сайт хужалары уртаса хаҡҡа модераторҙар тота. Модераторҙың бурысы форумдағы тәртипте күҙәтеү, уны темаға ҡағылышлы булмаған йә йөкмәткеһендә алама һүҙҙәр ҡулланылған һөйләмдәрҙән таҙартыу, законһыҙ рекламаларҙы алып ташлау, хәбәрләшеүгә ҡыҫылып, уны теремекләндереп тороуҙан һәм башҡа ваҡ эштән ғибєрәт. Уларға айына уртаса 2-4 мең күсерәләр. Был эш күп ваҡытты алмаһа ла, селтәргә даими инеп тороуҙы талап итә. Мәҫәлән: кис һайын. Быны интернетың булһа, иң төпкөл ауылда йә кеше йәшәмәгән утрауҙа ултырып та башҡарып була. Ә аҡсаны хәҙер бөтә донъяла электрон карталарға йә электрон янсыҡтарға һалалар. Бер кеше әллә нисә сайтта модератор булып тора ала.
Виртуаль иғлан таҡталарына белдереүҙәр урынлаштырыу эше лә бик уңайлы. Бер белдереү ҡуйыу 3-8 һум, уға 1-3 минут ваҡыт китә. Бүтән эш юҡта был да ярап ҡала. Бындай эште freelancejob.ru free-lance.ru юллауыстары аша ҡарарға мөмкин.
Селтәр донъяһына хатта фекер яҙыусылар ҙа кәрәк. Ҡаланың ниндәй ҙә булһа ойошмаһы йә фирмаһы, улар етештергән тауар йә күрһәткән хеҙмәт тураһында үҙеңдең уй-фекереңде кәрәкле форумдарҙа яҙып ҡалдырыуҙан тора был шөғөл. Коляска менән тышта йөрөгәндә шул ойошма баннеры эргәһендә фотоға ла төшөп, tulp.ru сайтына ҡуйһағыҙ, уныһына ла өҫтәп түләйҙәр, тиҙәр. Бер фекер ҡалдырыу уртаса 20 һум тора.
Фото төшөрөргә яратыусылар һүрәттәрен ru.depositphotos.com, dreamstime.com, ru.fotolia.com тигән фотобанктарҙа ҡалдыра ала. Уларҙы төрлө сайттар, баҫмалар һатып ала, әгәр ҙә оҡшатһалар инде. Һәләтлеләрҙең барыбер ҙә шансы бар.
Тағы ла почта рассылкалары сервисы бар. Ҡайһы бер сайттар реклама хаттарын асып уҡыған, оҡшай тип “төрткө” менән төртөп киткән, сайтта теркәлеү үткән өсөн дә бер ғәмәлгә 5 тиндән алып 15 һумға тиклем аҡса түләй. Йәки, мәҫәлән, сайтҡа мең тапҡыр инеп сыҡһаң, янсығыңа 50 һум күсә. Был ысулдар байыу өсөн бармай инде, шулай ҙа тәжрибә йыйыу һәм интернетҡа түләрлек аҡса эшләү өсөн ярап ҡала. Ер шарының ҡайһы мөйөшөндә булыуың да мөһим түгел. Был өлкәлә ошо юллауыстарҙы маҡтайҙар: WMmail.ru, SB-Money.
Тағы бер юл – һорау алыуҙа ҡатнашыу, анкеталар тултырыу. Алдан килешеү буйынса, һеҙҙең почтаға һорауҙар яҙылған бланк ебәрәләр. Бурысығыҙ – шуны тултырып кирегә оҙатыу. Бының уңайһыҙлығы шунда: һәр саҡ почтаны тикшереп торорға кәрәк, ҡайһы бер ерҙә хат килгән минуттарҙа ғына яуап яҙһаң түләйҙәр. Ләкин хәҙер күптәрҙең кеҫә телефонында ла интернет булғас, булышып ҡарарға мөмкиндер. Был юҫыҡ ҡыҙыҡһындырһа, ошонда күҙ һалырға мөмкин: oprosoff.net, anketka.ru.
Ситтән тороп эшләүҙең төрлө сөмбәйҙәре лә бар, бөтә ерҙәгесә, бында ла һаҡ һәм абай булыу ҡамасауламаҫ. Мәҫәлән, алдаҡсылар, ғәҙәттә, ябай ғына эш өсөн ҙур аҡсалар вәғәҙә итә. Бер ҡағиҙәне иҫтән сығармағыҙ: хаҡы һалған хеҙмәтегеҙгә һәм оҫталығығыҙға самалы булырға тейеш. Эш алғанда шарттарына иғтибарлы булығыҙ. Мәҫәлән, копирайтингта ике мең тамғалыҡ файл ебәреп, һеҙҙән аҙаҡ биш мең тамға таптырыуҙары мөмкин. Шуның өсөн һәр заказ һәм түләүҙе теркәп барығыҙ. Бушлай эшләп ҡарағыҙ, булдыраһығыҙмы икән, тигән эштәргә ризалашмағыҙ. Уйлап ҡарағыҙ, 20-30 кешенең бер ҡатлылығы арҡаһында сайттар күпме мәҡәлә йә анкетаны бушлай урынлаштырып ҡала. Эште билдәле, ышаныслы, күп кеше ҡулланған, үтә күренмәле юллауыстар аша алырға тырышығыҙ. Алда һанап кителгән ысулдарҙан башҡа ла әллә күпме юлдары бар селтәрҙә аҡса эшләүҙең.
Ябай хеҙмәттең түләүе әҙерәк, әммә улар интернетта аҡса эшләүҙең беренсе аҙымдары. Бәләкәй балалары булып, селтәрҙә оҙаҡ ултыра алмаһалар ҙа, айына мәҡәләләр яҙып, 6-11 мең һум эшләүсе әсәйҙәр бар. Йәш әсә өсөн был арыу хаҡ, минеңсә. Интернетта ла, тормоштағы һымаҡ, һәр нәмә үҙеңдән тора. Бөгөн ябай ғына ғәмәлдәрҙән башлаһағыҙ ҙа, яйлап, селтәр серҙәрен өйрәнеп алып, бәлки, киләсәктә үҙ сайттарығыҙҙы, интернет-магазиндарығыҙҙы ла булдырырһығыҙ. Уларға халыҡты йәлеп итеп, реклама урындары һатып йә башҡа ысулдар менән ҙур аҡсалар ҙа эшләрһегеҙ, кем белә?!
Миллиондар эшләп торған, ҙур әйләнешле сайт хужалары ла – ҡасандыр интернет ауына ҡыйыуһыҙ ғына аяҡ баҫҡан ҡәҙимге кешеләр бит. Әйткәндәй, үҙеңдең сайтыңды төҙөп ҡарау өсөн хәҙер селтәрҙә бушлай программалар ҙа бар. Был юҫыҡ – үҙе бер айырым тема, уға ла киләсәктә туҡталып китербеҙ.
Бөгөн интернетҡа инеп китәм дә күп аҡса һуғам тип әйтеп булмай, әммә... Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй, ти халыҡ мәҡәле. Һәр уңышҡа ла кәртәләр емереп, хаталар аша, тәжрибә туплап киләләр. Тәүәккәлдәргә уңыштар теләйек!
Г. БУРАНЉАЕВА.

Теги: