Хыял да итмәгән мөғжизә

Хыял да итмәгән мөғжизәЙыл башында журнал уҡыусыларыбыҙ араһында отош ойошторғайныҡ, сит илгә сәйәхәт Ейәнсура районы Сиреғол ауылынан Мәрйәм Батталоваға насип булғайны. Бына күптән түгел еңеүсебеҙ Төркиәнән ҡайтты.
Ауылдарҙа шундай яҡты күңелле, балалай ихлас йәнле, өлкән йәштә булһа ла, һәр башланғысты күтәреп алырға әҙер, дәртле лә, һөйкөмлө лә апайҙарыбыҙҙың барлығы ҡыуандыра. Диңгеҙ буйына сәйәхәт юҡҡа ғына Мәрйәм апайҙың бәхетенә яҙмағандыр, тип уй­ланыҡ, уның үҙе менән танышып, ғүмер юлын байҡағандан һуң.

Яҙмыш Мәрйәм апайға бә­хетен дә, ауырлыҡтарын да йәлләмәй биргән. Ата­һы һуғышҡа киткәндә, уға ни бары ике ай ғына була. Атай наҙын, иркә­ләүен татып үҫергә яҙмай – аталары һуғыш яланында ятып ҡала... “Әсәйебеҙ, ҡайғыһын беҙгә белдермәҫкә тырышһа ла, төндәрен һыуыҡ мейес­те ҡосаҡлап илар ине. Егәрле, сәмле булды. Балаларҙы уҡытып, һөнәрле итербеҙ, тигән атайымдың васыятын үтәне. “Тик һеҙ, балалар, тырышығыҙ. Атайлы балаларҙан кәм-хур итмәм”, – тиер ине. Өсәүебеҙ ҙә юғары белемгә өлгәштек. Мин, Стәрлетамаҡ зооветтехникумын бөтөп, тәүҙә зоотехник булып эшләнем. Тормошҡа сыҡҡас, ситтән тороп БДУ-ның биология факультетын тамамланым. Сиреғол урта мәктәбендә 30 йылдан ашыу балаларға белем бирҙем. Оҙаҡ йылдар ауыл ҡатын-ҡыҙҙар советын етәкләнем. Тормош гел шатлыҡ-ҡы­уаныстан ғына тормай. Ҡайғылары ла, түҙмәҫлек мәлдәре лә булып китә. Хоҙай шул саҡ үҙ сабырлығын бирә”, – ти ул, хәтер ебен тағатып.
Хыял да итмәгән мөғжизә
Тормош иптәше Мәхмүт Динислам улы Батталов менән 49 йыл бергә татыу ғүмер итеп, 5 бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Бөтәһенә лә юғары белем биргәндәр. Лена менән Әлмира уҡытыусы һөнәрен һайлаған. Ярҙамсыл, тырыш, көслө рухлы улдары ме­нән дә ғорурлана Мәрйәм апай. “Улдарыбыҙҙың барыһы ла армия хеҙмә­тенә үҙҙәре теләп барҙы. Марсель хеҙ­мәт иткәндә, афған һуғышы бара ине. Көн дә хат көтөп, йөрәгебеҙ өҙөлдө. Медбрат (Салауат медучилищеһын тамамлап киткәйне) булып, уңышлы ғына хеҙмәт итте. Әле Иҫке Сибайҙа теш табибы булып эшләй. Ә Илгиз Польшала хеҙмәт итте. Хә­ҙер ғаиләһе менән Мәләүездә ғүмер итә. Кесе улы­быҙ Илшатҡа ғына ауырға тура килде. Физкультура техникумында уҡып йөрөгәнендә армияға алынды. Ә 1994 йылдың 11 декабрендә ҡот осҡос һу­ғыш башлан­ған ине, ә 17-һе Илшатыбыҙҙы армияға оҙаттыҡ. Нальчик ҡалаһында махсус төркөмдә разведка ротаһында хеҙмәт итте. Чечняға һу­ғышҡа эләгеп яраланғанлығын, госпиталдән сығып, ялға ҡайтҡас ҡына белдек. Ҡурҡыныс яу яландарын имен-аман үткән улым, һис уйлама­ғанда, тыуған яғында юл фажиғәһенә осраны. Әле – коляскала. Һаулығы­ның ҡаҡшауына, ҡатынының хыянатына ҡарамаҫтан, Аллаға шө­көр, тырышып йәшәй. Рухы көслө уның. Тормошта осраған ауырлыҡтар рухы көслө кешене сыныҡтыра, тормоштоң матур яғын күреп, ҡәҙерен белеп йәшәргә өйрәтә. Ул аяҡ-ҡулы һау булып та, эшләмәй, эсеп, ата-әсә елкәһендә йәшәгән тиңдәштә­ренә өлгө, тиер инем. Ҡарадигән ауылында матур итеп йорт һалып, яңғыҙы йәшәй. Яңы машинаһын ҡул менән йөрөтөү­гә ҡулайлаштырып алды. Әйткәндәй, шул улым мине Өфөгә “Башҡортостан ҡыҙы”на алып барҙы ла инде! – Мәрйәм апайҙың йөҙөндә нур уйнай. – Ышана, көтә белгәндәр­гә уңыш килә, тиҙәр. Мөғжизә бар икән ул донъяла! Хатта хыялда ла булмаған сәйәхәт бүләк иттегеҙ!”
“Башҡортостан ҡыҙы”на йыл һа­йын яҙылған тоғро уҡыусыбыҙ, баҡтиһәң, журнал ойошторған һәр бәйгелә ҡатнашҡан икән. “Шәл бәй­ләнем”, “Хозурлы табын” конкурста­рында еңеү яулағаны ла булған.
“Был юлы ла яратҡан журналыма яҙылдым да, “ятып ҡалғансы – атып ҡал”, тигәндәй, квитанцияны конвертҡа һалып ебәрҙем дә – оноттом. Бер көн телефон шылтырай: “Мәр­йәм апай, һөйөнсө, Һеҙ Мысырға путевка оттоғоҙ!” – тип журнал редакцияһынан хәбәр итәләр. Шатландым да, ғорурландым да, дөрөҫөн әйткән­дә, ҡурҡып та ҡалдым. Күңелемдә ур­ғылған тәьҫораттарҙан шаңҡып, балаларыма шылтыратам. “Әсәй, бындай бәхет һәр кемгә тәтемәй, барып ҡайт”, – тинеләр. Оҙаҡ уйлап, кәңәш­ләшкәндән һуң, путевканы Мысырҙан Төркиәгә алмаштыртып, кесе ҡыҙым менән барырға ниәт иттек.
Ниһайәт, сит ил паспорты, путев­ка ҡулда – беҙ сәйәхәткә әҙер! Өфө аэропортында самолетља инеп урынлашҡас та, тәүҙә бер аҙ тулҡынланыу ҙа, ҡурҡыу ҙа (ошо йәштә тәүге тап­ҡыр самолетҡа ултырыуым) кисер­ҙем. Ләкин ҡуҙғалып китеү менән шик-шөбһәләр юҡҡа сыҡты. Бына, 4 сәғәт осҡандан һуң, Анталия аэропортындабыҙ! Беҙҙе матур итеп ҡаршылап, отелгә урынлаштырҙылар.
Һәм башланды беҙҙең Төрөк иле менән танышыу! Үҙебеҙҙе әкиәткә эләккән һымаҡ хис иттек. Аланияның тәбиғәте иҫ китмәле! Беҙҙең отель ҡаршыһында – осо-ҡырыйы күрен­мәгән зәп-зәңгәр диңгеҙ... Икенсе яҡтан иһә бейек тауҙар уратып алған. Хатта ҡайһыларының түбәһе лә күренмәй – болот араһына инеп юғала. Урамдарҙа пальмалар, кипаристар үҫә. Әфлисун-мандариндар емеш биреп ултыра.
Аланияның “йөҙөк ҡашы” булған “Ҡыҙыл башня”ла экскурсияла булып, боронғо ҡәлғә буйлап йөрөнөк. Иң боронғо мәсеттәрҙең береһе – Сөләймәниә мәсетенә (1231 йылда төҙөлгән, торараҡ емерелеп, 16 быуатта яңынан тергеҙелгән) индек. Диңгеҙҙә карапта йөрөнөк; Пираттар, Ғашиҡтар мәмерйәләрен, дельфиндарҙы күрҙек; Клеопатра пляжы­на һуғылдыҡ; Дамлаташ (Дамла – тамсы, таш – таш) мәмерйәһенә индек. Һоҡландырғыс мәмерйә, ысынлап та, тамсылар тамып тора, һауаһы тын юлдары өсөн файҙалы, тиҙәр.
Хыял да итмәгән мөғжизә
Ҡала буйлап йөрөнөк. Урындағы халыҡ урыҫ телен белмәй. (Хатта беҙ­ҙең отелдә эшләгән бер төрөк егете, тәүлектең ҡайһы ваҡыты булыуына ҡарамаҫтан, “Добрый вечер!” тип иҫәнләшә ине). Ә беҙ үҙ телебеҙ­ҙә аралаштыҡ. Башҡорт теле менән тө­рөк теле оҡшаш. Башљортостанды бик белмәйҙәр, әммә Татарстанды ишет­кәндәре бар. Мосолмандарға ҙур ихтирам менән ҡарауҙарын тойҙоҡ. Ҡа­лала, аҙым һайын тигәндәй, мәсет. Көн дә иртән аҙан тауышына уянабыҙ. Үҙебеҙ ҙә алты мәсеттә булдыҡ.
Кибеттәр, магазиндар күп. Мага­зиндарҙа ла, баҙарҙағы кеүек, һатыула­шырға мөмкин. Әгәр һатыулашмаһаң, әйберҙе 2-3 тапҡыр ҡиммәткә алаһың. Алдашыу, урлашыу юҡ. Ҡараңғы иртә төшә. Киске 8-9-ҙарҙа сыҡһаң – төн, әммә ҡала буйлап та, диңгеҙ ярында ла ҡурҡмайынса йөрөй алаһың.
Германия, Польша, Америка, Италия илдәренән ял итеүселәр байтаҡ. Сит ерҙә бер-береңде аңлап-аралашҡан кеше – яҡын танышыңдай. Санкт-Петербург, Мәскәүҙән генә түгел, хатта Минск, Киевтан килеү­селәр, яҡташ, тип өндәшә.
Иркенләп һыу инеп, диңгеҙ һауа­һын һулап, ҡояшта ҡыҙынып, 9 көн­дөң үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ. Ҡоштай талпынып, шатлыҡлы кисерештәр менән Өфөгә ҡайтып төштөк!!! Төр­киәгә сәйәхәт бүләк иткән “Башҡортостан ҡыҙы” журналы редакция­һына рәхмәт!” – тип кисерештәре менән бүлеште Мәрйәм апай.
Ошо арала 73 йәшен барлаған һөйкөмлө апайҙың ҡыуанысы беҙҙең дә күңелдәрҙе үҫтерҙе. “Башҡортостан ҡыҙы”н тағы ла йөкмәткелерәк, күркәмерәк, мауыҡтырғысыраҡ мәҡә­ләләр менән байытыуға дәртләндер­ҙе! Әле һаман ауылда ветерандар советын етәкләгән егәрле, сая, тырыш ханыма беҙ ҙә ысын күңелдән рәхмә­тебеҙҙе белдерәбеҙ!

Альбина Ғөбәйҙуллина.
Ейәнсура районы.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook