«Тормош китабы» яҙған уҙаман
Әлеге мәҡәләмде яҙыр алдынан геройым Ирек Кинйәбулатовҡа шылтыраттым: «Ағай, етмеш биш йәшлек юбилей алдынан ниҙәр кисерәһегеҙ?» – тием. Был һорауға ағай, ғәҙәтенсә, шаярып яуап бирер, тиһәм, ул етди итеп: «Әллә, бер ниндәй ҙә үҙгәреш һиҙмәйемсе, утыҙ, илле, алтмыш йәштә ниндәй булһам, әле лә шулаймын, – ти. – Тормош һаман ҡатмарлы, ҡыҙыҡ, әүрәткес: уйландыра ла, моңландыра ла, һыҙландыра ла, ҡыуандыра ла...»
Ысынлап та, шағир күңеле ҡартая тиме ни?! Йәш, дәртле, уяу булмаһа, нисек итеп шиғыр яҙһын ул?! Шуныһы ҡыуаныслы: һуңғы йылдарҙа шағир, хаҡлы ялда булыуынан файҙаланып, йәшерәк, журналистика, тормош мәшәҡәттәренә сумып йәшәгән саҡтарына ҡарағанда ла илһамланыбыраҡ ижад итә кеүек. Юҡҡа ғынамы ни ул «Ҡартаяммы икән?» исемле шиғырында:
– Бөтәһе лә шулай тиҙ үттеме
Күҙҙе асып йомған арала,
Ә ниңә һуң ҡапыл йәмдәр күрһәм,
Барлы-юҡлы зиһен тарала? – тип, йәшлек осороноң тиҙ генә уҙып китеүенә ышанмайыраҡ тора.
Барыбер ҙә ғүмер үтеүе уйландыра кешене. Тик нисек үтә бит әле ул? – шуныһы мөһим. Ирек Лотфый улын ҡырҡ ете йыл белгәнгә әйтәм: изгелекле, илһамлы булды уның үткән йылдары.
Есеме лә исеменә тап килә: беҙҙең илдә, беҙҙең дәүерҙә мөмкин булғанса ирекле йәшәне ул: теләгән кешеләре менән генә дуҫлашты, күңеленә ятмағаны менән аралашҡан булып ҡыланманы, яратҡан ҡыҙына өйләнеп, ҡырҡ биш йылдан ашыу гөрләтеп ғүмер иттеләр, береһенән-береһе аҡыллы, тәүфиҡлы, белемле балалар үҫтерҙеләр. Республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге иң ҙур наградаға лайыҡ күренекле шағир, билдәле йәмәғәт эшмәкәре, үткер ҡәләмле публицист, халыҡ араһында абруй ҡаҙанған хөрмәтле кеше ул Ирек Лотфый улы Кинйәбулатов. Әҙәби кисәләрҙә, республика, район-ҡала тантаналарында, юбилей байрамдарында уның сығышын һәр ваҡыт көтөп алалар. Сөнки әҙиптең ихлас күңелдән әйтелгән тос фекерҙәре, әлеге сараға ҡарата белдерелгән шағир ҡарашын, үҙенсәлекле уйланыуҙарын ишетеү бик тә фәһемле. Халыҡ менән тиҙ арала уртаҡ тел табып, уның ышанысын яулай алыу бәхете шағирҙарҙың да бөтәһенә лә эләкмәй әле ул. Бында уның тәбиғи алсаҡлығы, һиҙемләү һәләте, киң эрудицияһы, тормош тәжрибәһе лә ярҙам итәлер.
Яңы ғына, шағирҙың юбилейы уңайы менән, автор үҙе ғүмер буйы яҙған шиғырҙарының, поэмаларының иң шәптәрен туплаған алты йөҙ битлек ҙур йыйынтығы – «Ғүмер китабы» донъя күрҙе. Унда тәүге «Баҫыу юлы» тигәненән башлап, алты китабынан шиғри өлгөләр һәм өр-яңы әҫәрҙәр индерелгән. Ысын мәғәнәһендә ғүмер китабы шул. Шиғырҙарының тематикаһы төрлө, диапазоны, ваҡыт арауығы, географияһы киң. Китапта шағирҙың серле үткән быуаттарҙан ҡатмарлы һәм ҡапма-ҡаршылыҡлы бөгөнгө тормош, ер һәм йыһан берҙәмлеге, йәшәү һәм үлем, мөхәббәт һәм нәфрәт хаҡында фәлсәфәүи уйланыуҙары иғтибар йәлеп иттерһә лә, уларҙа, әлбиттә, авторҙың биографияһы, тормош позицияһы, кисерештәре һәм булмышы сағыла.
Шиғырҙа алдашып булмай. Үҙен һәйбәтерәк, замансараҡ итеп күрһәтергә теләгән шағирҙың әҫәрҙәре барыбер яһалма сыға. Ирек Кинйәбулатовтың шиғыры ниндәй темаға яҙылһа ла, төп лирик герой – ул үҙе.
Шуға ла «Тормош китабы»н уҡығанда авторҙың тормош юлы ла, эске донъяһы ла, ижади портреты ла күҙ алдына килә.
... Тормош, булмышым
Тора асылып,
Һәр бер һүҙемдә –
Барлыҡ асылым, – ти шағир китапҡа инеш һымаҡ итеп индерелгән «Ғүмер китабы» шиғырында.
1938 йылда тыуған ижадсы – һуғыш осоро балаһы. Бала саҡ кисерештәре йөрәккә ғүмерлеккә уйылып ҡала. Аслыҡ, яланғаслыҡ, өшөп-туңыуҙар, нахаҡҡа рәнйетелеүҙәр...
Уйнап ҡына йөрөр саҡта көс етмәҫлек эштәр, атайҙың һуғыш яланында һәләк булыуы хаҡындағы ҡот осҡос хәбәр, балаларҙы үҫтереп кеше итеү һәм еңеү өсөн тип, көн-төн баҫыуҙарҙа бил бөккән әсәй һәм апай-ағайҙар образы, әлбиттә, шағирҙың әҫәрҙәрендә лә үҙ урынын таба.
Шиғыр – күңел һәм аҡыл емеше. Бына Ирек ағайҙың етмешенсе йылдарҙа яҙған «Баҫыу юлы» тигән шиғырындағы хәлдәрҙе үҙе кисермәгән шағир ошондай тетрәндерерлек сағыу, йәнле юлдарҙы яҙа алмаҫ ине.
Ураҡ өҫтө,
Әсәй ураҡ ура,
Әҙер кеүек осоп үтергә.
Төш алдынан хат ташыусы беҙгә
Әллә ниндәй хәбәр килтергән.
Урған арышмы ни, ауҙы әсәй,
Их, мин, ғәмһеҙ, ниңә белмәнем.
Ә шулай ҙа әсәм ҡулдарынан
Осоп киткән хатты эҙләнем.
Таптым.
Уны иң яҡыным күреп,
Ҡулды йәйеп ергә йығылдым...
Ҡояшлы ҡыр шул саҡ атайымдың
Яңаҡтары төҫлө тойолдо.
Ғөмүмән, Әсә образы Ирек Кинйәбулатовтың ижадында айырым урын алып тора. Һәр шиғыр китабында ла бар бындай әҫәрҙәр. Шуныһы ҡыуаныслы, улар бер-береһен ҡабатламай. Әсә күңеле, әсә хистәре кеүек, икһеҙ-сикһеҙ тема. Шуға ла ул шиғыр һайын өр-яңы яҡтан асыла. Авторҙың әсәһенә арналған “Сыйырсыҡтар бала осора” исемле лирик поэмаһы менән шағир үҙенең ижадын тағы ла юғарыраҡ баҫҡысҡа күтәрҙе, тип уйлайым. Ошо поэманы яттан һөйләүселәрҙе һәм тыңлаусыларҙың илап ултырғанын күргәнем бар. Сөнки Бөйөк Ватан һуғышында ирҙәрен юғалтҡан, итәк тулы балаларын яңғыҙ үҫтергән әсәләр йорт аралаш булды бит. Әсәләрҙең уртаҡ һағыш-хәсрәттәрен, балаларына булған һөйөүҙәрен, ирҙәренә лайыҡлы быуын тәрбиәләүҙәге ролен, өмөт-ышаныстарын, һуғыш осоро балаһы булараҡ, үҙ йөрәге аша үткәреп, тетрәндерерлек хис-кисерештәр менән яҙылған поэманы уҡыусылар күңелдәренә яҡын итте. Иҫкермәй торған тарихи-документаль әҫәр ул был поэма. Бөгөнгө көндә лә уның эмоциональ-тәрбиәүи роле ҙур.
Ғәҙәттә, яҙыусыларҙан: “Әҫәр яҙыр өсөн теманы ҡайҙан алаһың?” – тип һорайҙар. “Тормоштан”, – тип яуаплайбыҙ, ҡыҫҡа ғына итеп.
Башланғыс мәктәптә генә уҡып йөрөгәнендә шиғыр яҙып, редакцияға ебәрергә баҙнат иткән малай тормош тураһында уйланмағандыр, тип кем әйтә ала?! Үҙенсә шиғри асыштарын башҡалар менән уртаҡлашырға теләүҙән тыш, ысын шағир булыу хаҡында ла хыялланғандыр әле ул. Бала хыялы осҡор була. Ныҡыш та икән үҙе. Бер нисә тапҡыр “Пионер” журналынан: “Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, баҫа алмайбыҙ”, – тип яҙылған хаттар килгәндән һуң да, яҙышыуын дауам итә. Үҙ көсөнә, мөмкинлегенә ышанғандыр, моғайын. Бәлки, киләсәк яҙмышының юл күрһәтеүен тойомлағандыр.
Бына, ниһайәт, 1957 йылдың февралендә уның “Шыршы” исемле тәүге шиғыры баҫылып сыға. Ошо кескәй генә шиғыр малай йөрәгендә яҡты өмөттәр тоҡандыра. Шиғри шәлкемдәре менән бер рәттән, мәктәп, колхоз тормошо, ауылдаштары хаҡындағы мәҡәләләре республиканың башҡа баҫмаларында һәм район гәзите биттәрендә йыш ҡына донъя күрә башлай. Ирек Кинйәбулатов тигән исемгә “Йәш шағир”, “Йәш хәбәрсе” тигән һүҙҙәр ҙә өҫтәлә.
Ирек ағайҙың китаптарында үҙе күреп-белеп, ишетеп яҙылған диңгеҙ, диңгеҙселәр тормошо хаҡындағы шиғырҙар ҙа бар. Был тема әҙип ижадына нисек килеп ингән, тиһегеҙме? Әлбиттә, тормошонан.
Үҙе өсөн быға тиклем гел өлгө булған Әхәт ағаһы флотта хеҙмәт иткәнлектән, Иректең дә мотлаҡ моряк булғыһы килә. Ҡабул була уның теләге: егеттең һаулығын, буй-һынын, белем кимәлен тикшергәс, Ҡара диңгеҙ флотына алалар. Унда үткән дүрт йыл ғүмерен йәлләмәй Ирек Лотфый улы. Тормошто, кешеләрҙе нығыраҡ аңларға, ысын дуҫлыҡтың ҡәҙерен белергә, ауырлыҡтарҙан ҡурҡмаҫҡа, үҙеңдең көсөңә нығыраҡ ышанырға өйрәтә уны хеҙмәт иткән йылдары.
Эшләп үҫкән кешегә флот хеҙмәте ауыр тойолмай. Шиғырҙар яҙыуын дауам итә. Флот гәзитендә мәҡәләләре лә даими сығып тора. Карапта рулевой, рулевойҙар командаһы старшинаһы була. Өлгөлө хеҙмәте өсөн караптың Почет кенәгәһенә индерелә, Командующийҙың Почет грамотаһы менән бүләкләнә.
Диңгеҙ элекке моряктың күңелендә бөгөн дә шаулай, төштәренә инеп һағындыра, һиҫкәндерә. Был хис-тойғолар шиғыр юлдарына һалына. “Матрос ҡулдары”, “Приказ”, “Диңгеҙ” тигән шиғырҙарҙа йәшлек хыялдарының тулҡындары бөгөнгө уй-кисерештәрҙе ҡуҙғытып ебәрә, ил-донъя яҙмышы хаҡында уйландыра.
Республика гәзит-журналдарында эшләүсе өлкән яҙыусылар йәш ҡәләм тибрәтеүселәрҙең һәр береһен иҫәпкә алып, уларға иғтибар күрһәтә, ярҙам ҡулы һуҙа ине ул саҡта. Ирек тә ҡәләмдәш тиҫтерҙәре, өлкән яҙыусылар менән дә хат алыша. Эйе, уға мотлаҡ уҡырға кәрәк. Шуға ла, флот хеҙмәтенән ҡайтышлай уҡ Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына имтихандар тапшыра. Оҙаҡламай ул гөрләп, ҡайнап торған студент тормошона инеп сума. Ижади бәхәстәр, БДУ-ла һәм башҡа вуздарҙа, эшсе йәштәр ятаҡтарында үткән онотолмаҫ шиғыр кисәләре, ваҡыты-ваҡыты менән республика гәзиттәрендә эшләп йөрөүҙәр, күмәкләшеп спектакль, концерттарға барыуҙар, күпме ваҡыт үткәнен дә һиҙмәйенсә китапханала ултырыуҙар һағынып хәтерләрлек гүзәл мәлдәр булып иҫкә төшә хәҙер.
Студент саҡ мөхәббәтһеҙ була тиме ни?! Ғүмерлек йәре итеп һайлаған ҡыҙҙы ла БДУ-ла тапты Ирек. Алһыу йөҙлө, оҙон ҡоңғорт сәсле, көләкәс, зифа буйлы Әй һылыуы Лида география факультетында уҡый ине. Ғашиҡтар оҙаҡламай ғаилә ҡороп ебәрҙе. Күңелгә яҡын кешеңдең тыуған яҡтары ла яҡын.
Быға тиклем дә Башҡортостан радиоһында, республика гәзиттәрендә эшләп үҙен һәләтле журналист итеп танытҡан Ирек Кинйәбулатов юғары уҡыу йортон тамамлағас “Совет Башҡортостаны” гәзитенең (“Башҡортостан”) Урал аръяғы райондары буйынса үҙ хәбәрсеһе итеп ебәрелә. Йәш ғаилә Сибай ҡалаһына килеп төпләнә. Был эш Ирек ағай өсөн донъя, республика тормошо менән яҡынданыраҡ танышыу урыны һәм илһам сығанағы булһа, Лидаға ҡыйынғараҡ тура килә. Әлбиттә, сит ер, халыҡтың менталитеты ла был яҡтарҙа башҡасараҡ, әсәй, туғандар алыҫ. Ул саҡта поездар ҙа йөрөмәй, тыуған ауылда телефон да юҡ. Ярай ҙа оҙаҡҡа һуҙмай ғына фатир бирәләр.
Әле килеп дүрт тиҫтә йылдан ашыу ғүмерен балалар уҡытыуға бағышлаған, “Башҡортостан мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы” исеменә лайыҡ булған Лида Заһит ҡыҙы Сибайҙа йәшәгән, эшләгән осорҙо: “Иң бәхетле йылдарым”, – тип хәтерләй. 1968 йылдан 1980 йылға тиклем йәшәй Кинйәбулатовтар Сибайҙа. Балалар шунда үҫә. Йәшлектең иң матур, иң дәртле, иң емешле ваҡыттары! Үҙ хәбәрсе булып эшләгән йылдарҙа айырым кешеләр, хеҙмәт батырҙары хаҡында шиғырҙар, поэмалар, очерктар, мәҡәләләр яҙыла.
Ирек Лотфый улы өсөн халыҡ төшөнсәһе һис тә абстракт түгел. Уның өсөн халыҡ айырым кешеләрҙән тора. Шуға күрә “Ғүмер китабы”на ингән арнау-шиғырҙарҙы мин бер һөйләм менән: “Улар халҡыбыҙ хаҡында яҙылған”, – тиер инем. Арнау-шиғырҙар тигәндә, беҙ уларға бөҙрә маҡтауҙарға, ябай теләктәргә ҡороп, рифмаға һалынған юлдар, тип ҡарарға күнеккәнбеҙ. Ә Ирек Кинйәбулатовтың ниндәй генә ошондай шиғырын алма, улар – ысын шиғриәт өлгөләре. Уның геройҙары араһында Һәҙиә Дәүләтшина, Мостай Кәрим, Зәйнәб Биишева, Хәким Ғиләжев, Нәжип Асанбай, Рауил Бикбаев, Ғайса Хөсәйенов, Әхмәт Сөләймәнов, Динис Бүләков, Сергей Чекмарев, Рәшит Назаров кеүек ҡәләмдәштәре лә, күренекле артист һәм ғалимдар ҙа, ил ағалары һәм ябай эшселәр ҙә бар. Ҡатын-ҡыҙға махсус арналғандары ла һанап бөтөргөһөҙ. Шағирҙың ҡатын-ҡыҙҙарға булған ихтирамы, моғайын да, уның әсәһенә булған һөйөүенән, хөрмәтенән киләлер.
Дуҫтарына һәм үҙ күңеленә ҡарата тоғролоҡло, ғәҙел кеше ул Ирек Лотфый улы. Йыйылыштарҙа, табындарҙа, бәхәстәрҙә булһынмы, ул ышандырырлыҡ дәлилдәр менән, ҡыҙмай-туҙмай ғына үҙ позицияһын яҡлай ала. Был сифат, ҡайһы яҡтан ел иҫеүгә ҡарап, ҡараштарҙың да үҙгәргән осоронда бигерәк тә ҡиммәт. Ҡырҡ биш йыллап аралашып йәшәп, мин уның ғәйбәт һөйләгәнен, кемделер нахаҡҡа рәнйеткәнен, таныштарының артында берҙе һөйләп, алдарында ялағайланып торғанын күргәнем юҡ.
Ижады кешенең холҡонан айырылмай, тинем. Үрҙә әйтелгән сифаттар уның ижадында ла сағыла, әлбиттә. Шиғырҙары ла ихлас һәм тәбиғи Ирек Кинйәбулатовтың. Сәхнәләрҙән илһамланып шиғыр уҡығанда ла, мәртәбәле табындарҙы алып барғанда ла күренә уның ихласлығы. Һыҙландырып көлдөргән дә, көлдөрөп уйландырған саҡтары ла күп уның.
Гел халыҡ араһында булған, халыҡ мәнфәғәте тип йәшәгән әҙиптең әҫәрҙәре халыҡсан булмау мөмкин түгел. Күптән хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, тиңдәш ҡәләмдәштәре араһында иң ҡыҙыҡһыныусан, бер нәмәгә лә битараф булмаған шағирҙарҙың береһе. Әле булһа һәр саҡ юлда, сәфәрҙә ул. Республика, ҡала-район сараларында ла, сәнғәт, әҙәбиәт байрамдарында ла иң әүҙем ҡатнашыусы – Ирек ағай. Белә ул: берҙән, әҙип һүҙе халыҡҡа кәрәк, икенсенән, кешеләр менән аралашыу, хәл-ваҡиғаларҙың уртаһында ҡайнау ижад кешеһе өсөн илһам сығанағы бит инде.
Ситтән һәйбәт күренә. Халыҡҡа, ҡайһы бер етәкселәргә үҙенең кәңәштәрен итәғәтле генә итеп еткерә лә белә шағир. Бигерәк тә, мәҙәниәт, мәғариф, гәзит-журналдарға яҙылыу, тәбиғәтте, телде, йолаларҙы һаҡлау, ауыр хәлдә ҡалғандарға ярҙам ойоштороу мәсьәләләрен барған бер ерендә күҙ уңынан ысҡындырмай. Иғтибарһыҙ ҡалдырһалар, гәзит биттәрендә лә яуаплы кешеләрҙең иҫтәренә төшөрөп китә ул.
Ҡайҙалыр бара алмай, хәл-ваҡиғаларҙы үҙ күҙҙәре менән күрә алмай ҡалған саҡтарында, унда ҡатнашыусыларҙың һәр береһенән тиерлек һорашып, барыһын да белешеп ҡуя. Был күңел талабы ғына түгел, ғүмерлеккә ҡанға һеңгән журналислыҡ ғәҙәтелер ҙә, моғайын.
Ирек ағайҙың “ҡартайғанымды тоймайым”, тигәненә ышанмау мөмкин түгел. Ағайыбыҙ ауырлығына, оҙонлоғона ҡарамай, һәр саҡ юлда. Күҙәтеүсән, ҡыҙыҡһыныусан, йәш сағынан ҡалышмай дәртләнеп ижад итә. Иң мөһиме – оптимист рухлы ул. Күпме ауырлыҡтар, юғалтыуҙар кисерһә лә, аһ-зарҙарын бер кем ишеткәне юҡ. Шиғырҙарында ла, хатта уларҙың хәүеф-борсолоуҙар һағышлы, иҫкәртеүле булғандарында ла уҡыусыны төшөнкөлөккә төшөрөрлөк, өмөтһөҙлөккә этәрерлектәре юҡ. Ҡарттарға хас юҡ-барға йәштәрҙе битәрләү ҙә, уларҙы өлкән быуынға ҡаршы ҡуйып мыжыуҙар ҙа ят Ирек Кинйәбулатов әҫәрҙәренә. Ҡайһы берәүҙәр, олоғая килә маҡтансыҡҡа, өгөт-нәсихәт тылҡыусыға әйләнә. Ирек ағайҙа был күренеш һиҙелмәй. Мөхәббәт шиғырҙары яҙыуҙан да туҡтағаны юҡ. Шулай булғас, нисек инде уны ҡарттар рәтенә индермәк кәрәк?
Шулай ҙа, ижад мәсьәләһенә килгәндә, Ирек Кинйәбулатовтың шиғырҙарында хәҙер йәшлек романтикаһы түгел, ә аҡһаҡалдар аҡылы, бай тормош тәжрибәһе туплаған әҙиптәргә генә хас фәлсәфәүи уйланыуҙар иғтибарҙы күберәк йәлеп итә.
Дүрт йәшендә атайҙан етем ҡалып, ғүмер буйы үҙ юлын үҙ күкрәге менән ярып, бары тик үҙ көсөнә, үҙ мөмкинлегенә генә таянып ғүмер кисергән, төрлө жанрҙарҙа илһамланып ижад иткән шағир ағайыбыҙға 17 июлдә етмеш биш йәш тула.
Уның ижади әҫәрҙәре – китап кәштәһендә, халыҡ күңелендә. Эргәһендә һөйөклө ҡатыны, һәр ҡайһыһы тормошта үҙ юлын тапҡан ғәзиз балалары. Ергә ныҡлап тамыр йәйеп, көслө ботаҡтарында һутлы япраҡтар шаулатҡан, башҡаларға ла таяныс булырлыҡ ғорур, мөһабәт имәнде хәтерләтә ул. Юбилейығыҙ, “Ғүмер китабы”ғыҙ ҡотло булһын, шағир! Илһамлы, сәләмәт, оҙон ғүмер теләйбеҙ!
Гөлфиә ЮНЫСОВА.
Йыһандан ҙур сер булып ҡал
Ирек Кинйәбулатов
Минең йыһан
Бөтә ғүмер – осош, мин дә шулай
Осоп киттем әсәм ҡулдарынан.
Уй йүнәлгән донъя серҙәренә,
Оса хыял асыш юлдарына.
Маҡсат – алыҫ, ҡараштарым асыҡ,
Ғаләмемдә күпме серҙәр бикле.
Ә йыһаным – әсәм ҡулдарынан
Кешеләрҙең күңеленә тиклем.
Йәтәс айырыштыҡ
Ваҡыт менән йәтәс айырыштыҡ,
Мин оторға тейеш ваҡытты.
Һабаҡтары хәтеремдән сығып,
Гел отолдом, инде ялҡытты.
Ваҡыт отто мине, отоп килде,
Йәнә мин уныңса эшләнем.
Һөйөүҙәрҙә, көйөүҙәрҙә отто –
Мөхәббәт тип телде тешләнем.
Ул сабырлыҡ биреп отто ҡай саҡ,
Йә сабырлыҡ бирмәй отто ул.
Юлға сыҡһам, серле һуҡмаҡ ҡуйып,
Ҡулдарымдан тағы тотто ул.
Бөгөн тағы йәтәс айырыштыҡ,
Шаһит уға асыҡ көн бите.
Асыҡ көнгә инде айыҡ бағам,
Һаташмайым төштө өн бит, тип.
Отолоуҙар оноторлоҡ түгел,
Онотманым иртән, кисен дә.
Төш етһә лә,
Әле кис булмаған,
Һабаҡтары хәҙер иҫемдә,
Иҫемдә.
Көтмәгәндә
Юлда көтмәгәндә осраның да,
Үттең мине, йүгереп уҙып.
Һине хатта шәйләмәй ҙә ҡалдым,
Үттең киттең яҡты нур һуҙып.
Ашыҡтыңмы, ҡайҙа, ҡайҙа киттең,
Оялдыңмы,
Әллә йәш инең?
Мине уҙып киткәс, тағы туҡтап,
Ҡарап алдың үҙең йәшенеп,
Шулдыр, ахыры, минең йәшлегем.
***
Ҡояштың был ҡыҙҙырыуы,
Ерҙең мәңге әйләнгәне –
Һис сер түгел, мәңгелек сер
Юлым һиңә бәйләнгәне.
Мин төңөлөп бөткән саҡта,
Һағыш даръялары кисеп.
Күп меңдәрҙең араһында
Һин туҡталдың миңә нисек?
Бер ҡарашың менән бары
Бар донъямды бер иттең һин.
Күҙ асып йомған арала
Үлгән ерҙән терелттең һин.
Таш бәғерле был донъяла
Күпме ут-һыу киселмәһен;
Йыһандан ҙур сер булып ҡал,
Серең мәңге сиселмәһен.
***
Эҙләгәнмен һине ғүмер буйы,
Һиңә ғүмер буйы килгәнмен.
Нимә уйлап, кемде көттөң икән,
Ерҙә барлығыңды белгәнмен.
Бөтә эҙләгәнем һиндә булған,
Һиндә булған бөтә көткәнем.
Ҡайҙан белеп осраштыра яҙмыш,
Көтөр әмәлдәрем бөткәнен.
Йәнем хәҙер нисек түҙер икән,
Башҡа һыймай фараз итеүе.
Ҡалған ғүмер – һине юғалтыуым,
Ҡалған ғүмер һинән китеүем.

Теги: