Йондоҙло яңылыҡтар

Йондоҙло яңылыҡтарИюнь айында баш ҡалабыҙҙа юғары музыка сәнғәтенә ғашиҡтар өсөн айырыуса тулҡынландырғыс ваҡиға булды. Өфөгә данлыҡлы “Мәскәү виртуоздары” тип аталған Рәсәй дәүләт камера инструменттары оркестры килде. Уның етәксеһе, атаҡлы Владимир Спиваков музыка, һынлы сәнғәт һәм хореография өлкәһендә һәләтле бала­ларға ярҙам иткән “Спиваковтың мәрхәмәт фонды”н ойоштороп, 1994 йылдан бирле талантлы һәм мохтаж балаларға ярҙам итә. Был фондтың бүлеге Өфөлә ун биш йыл эшләп килә һәм ойошманың әлеге стипендиат­тары араһынан 35 кеше – Башҡортостандан. Ҡалабыҙҙа үткән тамашала шул исемлектән иң сағыу өс яҡташыбыҙ танылған дирижер һәм скрипкасы менән бер сәхнәлә сығыш яһау бәхетенә иреште. Улар П.И.Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһының үҙәк музыка мәктәбе уҡыусыһы – билдәле йәш егетебеҙ, виолончель оҫтаһы Искәндәр Ханнанов, Өфөнөң махсуслаштырылған музыка һәм урта белем биреү колледжы пианисы Тимофей Владимиров һәм Санкт-Петербургтағы Н.А. Римский-Корсаков исемендәге консерваторияның 1-се курс студенты Диана Нурмөхәмәтова. Атаҡлы дирижерҙың изге эшенә бәләкәй генә булһа ла өлөш индереп, ауырыу балаларҙы дауалауға ярҙам итеү теләге менән концертҡа килгән зауыҡлы тамашасы йәш егет-ҡыҙҙарыбыҙҙы ла бик йылы ҡабул итте. Әйткәндәй, өс йыл элек баш ҡала­быҙҙа концерт бирер көндө һауа торошо насарайып китеп, Владимир Спиваков тамашаның икенсе өлөшөнә генә ки­леп етә алғайны. Был юлы ни булыр икән, тип һағайып ултырған халыҡтың күңеле яҡташыбыҙ сәхнәгә килеп сыҡҡас та йылынып китте һәм улар, үҙҙәре лә һиҙмәҫтән, виртуозға көс-ҡеүәт өҫтәп ебәргәндәй тойолдо.

Йондоҙло яңылыҡтар
Әбйәлил районында урынлашҡан “башҡорт Голливуды” хаҡында, мо­ғайын да, ишеткәнегеҙ барҙыр. Байым ауылындағы шәхси киностудияның директоры Айгиз Ғабдуллин үҙе видеооператор, үҙе продюсер ҙа. Был студияның “Алмабикә”, “Мораҙым” исемле фильмдарын халыҡ шул тиклем яратып ҡабул итте. Уңыштары Айгизде тағы ла дәртләндереп ебәр­гән, хә­ҙер ул тағы ла ғәләмәтерәк проектҡа тотонорға ниәт итеп тора. Ул Лира Яҡшыбаеваның “Мөжәүир хәҙрәт” китабы буйынса сериал тө­шөрөргә уйлай. Идеяны тормошҡа ашырыу өсөн әле тиктормаҫ һәм милли рухлы продюсер, администратор һәм бағыусылар талап ителә. Әйт­кәндәй, йәштәр ролдәренә төшөргә теләүселәр быуа быуырлыҡ икән. Ә бына олораҡ йәштәге кешеләр өсөн кастинг дауам итә әле. Апайҙар-инәй­ҙәр, ағайҙар-бабайҙар, әгәр ҙә һеҙҙең күңелегеҙҙә “их, берҙе ысын ар­тист һымаҡ киноға төшөп ҡараһаң ине” тигән хыял йәшәй икән, Айгизгә “Бәйләнештә” сайты аша хат яҙығыҙ. Кем белә, бәлки, тап һеҙ “Мөжәүир хәҙрәт” исемле башҡорт сериалының тамашасы яратҡан геройылыр?

Тынғыһыҙ рухлы Алтынай Буринанан да яңыраҡ ҡына шатлыҡлы хәбәр алдыҡ. Ул үҙенең “Алтынай” башҡорт балалар театр студияһы менән май айында Мәскәү ҡалаһында 15-се Халыҡ-ара мәктәп театрҙары фестивалендә ҡатнашты. Йәш артистар ете дипломға һәм маҡтау грамоталарына лайыҡ булып, фестивалдең дипломанттары тигән исем алып ҡайттылар. Фестиваль Рус драма театрында үткән һәм беҙҙең студияныҡылар Р.Ураҡсинаның “Тәгәрәп китте йомғағым...” пьесаһын башҡорт телендә уйнап, мәскәүҙәрҙе туған телебеҙ менән таныштырған. Алтынай ғорурлыҡ менән, һеҙ – фестивалдең асышы, тип әйттеләр, ти. Һәм, әлбиттә, ҙур рәхмәтен, балаларҙың ата-әсәләренә, өләсәйҙәре­нә, спектаклде әҙерләшкән ижадташ дуҫтарына, әсәһенә – студияның етәксеһе һәм спектаклдең режиссеры Әлмирә Ҡыуатоваға белдерә. Театр яратҡан балаларҙы, үҙ телендә саф һөйләшергә теләгәндәрҙе сентябрь айында “Алтынай” студияһында көтәләр.

Йондоҙло яңылыҡтар
Йырсы-композитор, тынғыһыҙ ижадсы Гөл­дәр Ишҡыуатованың да һөйөнөсө ҙур. Ниһа­йәт, ул үҙенең күптәнге хыялын тормошҡа ашыр­ған. Балалар өсөн яҙған йырҙарынан тағы ла бер караоке-диск сы­ғарған. Уның үҙенсәлеге шунда: бәләкәстәр яратып йырлаған бил­дәле йырҙар башҡортсанан урыҫ һәм инглиз тел­дәренә тәржемә иттереп яҙҙырылған. Хә­ҙер кескәйҙәр яратҡан йырҙарын теләһәләр башҡортса, кәрәкһә урыҫса йә инглизсә рәхәтләнеп ҡушылып йырлай ала. Әлегә тиклем республикала бындай өс телле дискының сыҡҡаны юҡ ине. Проект бағыусылар ярҙамы менән тормошҡа ашырылған. Тәүгеһе һуңғыһы булмаһын, бындай дискылар тағы ла донъя күрһен, балаларға сит телдәрҙе өйрәнгәндә алыштырғыһыҙ ярҙамсыға әйләнһен, тип теләйбеҙ, һәләтле ижадсыны ҡотлап.

Йондоҙло яңылыҡтар
Бөгөнгө башҡорт эстрадаһының иң мө­хәббәтле һәм рухлы пары, Милли йәштәр театры актерҙары Алтынай Юнысова менән Шәһит Хамматов бер­гә йәшәй башлауҙарының йыллығын йәшел сәхрәлә бил­дәләргә йыйына. Үҙе бесән мәлен иң хозур осор тип иҫәпләгән Шәһит быйыл Өфө ҡыҙы Алтынайға ла салғы һәм тырма тоттороп, уны уңғанлыҡта һынап ҡа­рамаҡсы икән. “Йәйге ялды Ҡараташ буйында бакуй йыйып, күбә күбәләп үткәреүгә етә­ме ни, ҡышҡыһын бергәләп һуғым ите лә ашарға яҙһын. Башҡортҡа бәхет өсөн тағы ни кәрәк ти?!” – Шәһит. “Һөйгәнеңде яратҡас, оҡшатҡан шөғөлдәрен дә үҙ итергә тура килә, ир кеше һәр саҡ хаҡлы инде”, – тип йылмая йәштәрҙе “Башҡорт халҡына бата теләк” ҡобайыры менән рухландырып өлгөргән һылыуҡай.

Йондоҙло яңылыҡтар
Ә атаҡлы «Ар­ғымаҡ» этно-рок төр­көмө етәксеһе Ринат Рамаҙанов өй аштарын һағынам, тип зарлана. Һағынмай ни, ошо арала ғына улар­ға Төр­киәнең биш ҡа­лаһында, Бөйөк Британияла, Ҡаҙағстанда, Сыуашстанда, Татарстанда концерттар биреп ҡайтырға тура килгән. Ҡайтып етеү менән бер-бер артлы Өфө­лә, Белоретта һәм Салауатта ла сығыш яһағандар. Үҙенсә­лекле тауышлы йырсыға “Хайс” тип ҡушамат та таҡҡандар. Баҡтиһәң, Ринат гастролгә йөрөр өсөн ҡулдан “Тойота Хайс” маркалы ике микроавтобус һатып алған. Шуларҙы үҙ ҡулдары менән йүнәтеп алған, етмәһә. Көнө-төнө автобус йүнәтеүҙән бушай алмаған йырсыға иптәштәре шаяртып, “Хааайс” тип өндәшә башлаған икән.

Йондоҙло яңылыҡтар
Ә ҡатын-ҡыҙ­ҙарҙың яратҡан йырсыһы Хәсән Усманов кәләше, йырсы Зилә Усманова менән ғаилә ҡороп йәшәүҙәре­нә ун йыл тулыуын билдәләп, ҡурғаш туйҙарына бүләк итеп “Бөр­йән ҡы­ҙы” исемле яңы матур йыр яҙҙыр­ған. Шулай уҡ ғә­зиз тормош юлдашының к∆птәнге хыялын ғәмәлгә ашырып, рәхмәт йөҙөнән, бик текә автомобиль алып биргән. Зилә Усманова тимер атҡа йыр ҡанаттары ла ҡундырып, аҡбуҙатталай елерменме, тип дәртләнеп йөрөй, ти.
Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА
әҙерләне.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook