Тулыраҡ кәүҙәле сибәркәйҙәр өсөн йәйге мода
Йәй уртаһы. Эҫе. Тынсыу... Әммә беҙ, ҡатын-ҡыҙҙар, ҡышҡы һалҡында ла, йәйге селләлә лә бәхетле, күркәм һәм һөйкөмлө булырға теләйбеҙ. Был һүҙҙәр һәр гүзәл затҡа ла ҡағыла. Һеҙ тулы кәүҙәлеме, әллә сибек кенәме, оҙон йәки ҡыҫҡа буйлымы – быныһы мөһим түгел.
Журнал уҡыусыларыбыҙ беҙгә яҙған хаттарында, балалар кейеме һәм зифа буйлы ҡатын-ҡыҙҙар өсөн кейем өлгөләренән тыш, баҫмабыҙ биттәрендә 46-сы үлсәмдән ҙурыраҡ кейем өлгөләре лә күрергә теләүен белдерә. Әйҙәгеҙ, күркәмләнеүҙе дауам итәйек!
Бөгөн буйы 165-167 сантиметр булған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ өсөн 50-52-се үлсәмле кейем һыҙмалары тәҡдим итәбеҙ. 54-се үлсәмле кейем тегеү өсөн һыҙмаларға киңлеге буйынса 2-4 сантиметр өҫтәргә мөмкин. Был һыҙмалар буйынса оҫта ҡуллы хужабикәләр генә түгел, ҡулына энә-еп тота белгән һәр кем һыу буйына кейеү өсөн уңайлы сарафан һәм йәйге күлдәк тегә ала.
Эҫе көндәрҙә асыҡ яурынығыҙға еңелсә генә ел ҡағылһа, рәхәт булып китер. Ә “тын алыусан” туҡыманан тегелгән оҙон күлдәк һәм итәктәрҙә үҙеңде бик уңайлы, еңел тояһың. Асыҡ яурынлы күлдәк өсөн еңел кизе-мамыҡ туҡыма алығыҙ. Киң әберкәләр күлдәккә еңеллек һәм хислелек өҫтәр. Күҙҙе наҙлар фирүзә йәки сағыу ал төҫтө һайлау яҡшы. Зифа буйлыраҡ күренгегеҙ килһә, ҡарағусҡыл күк һәм шәмәхә төҫ уңышлы булыр.
Был һыҙмалар буйынса арзан ситса туҡыманан өйҙә кейеү өсөн уңайлы күлдәк йәки йоҡо күлдәге тегергә лә була.
Һыу буйына кейеү өсөн яртылаш үтә күренмәле шифон туҡыма бара, шул уҡ төҫтәге тәбиғи туҡыманан эске итәк тегергә мөмкин. Һыҙмалар буйынса төрлө оҙонлоҡтағы 4 киң балитәк эшләп, уларҙы беркетегеҙ. Бил тирәһенә резинка ҡуйып, яурынына киң таҫмалар тегеп сыҡһағыҙ, сарафан әҙер.
Биҙәүестәр тураһында ла онотмағыҙ: оҙон ҡарағусҡыл ҡайыш епкә теҙелгән муйынсаҡ кәүҙәгеҙҙе оҙонораҡ күрһәтер. Ҙур балдаҡ һәм алҡалар һеҙгә үҙенсәлек өҫтәр, йөҙөгөҙҙө нәзәкәтлерәк итер. Ә сумкағыҙ ни тиклем ҙурыраҡ булһа, үҙегеҙ шул тиклем нескәрәк күренерһегеҙ.
Йышыраҡ йылмайығыҙ, ҡатын-ҡыҙҙың гүзәллеге мөләйемлектә бит!
Модель: БЮТ каналының “Бауырһаҡ” тапшырыуы алып барыусыһы Ләйсән Мәзитова.
Йондоҙ СУЛПАНОВА,
Зинаида ХАРИТОНОВА.
Александр ДАНИЛОВ фотолары.

Теги: