Илде имен иткән ҡиммәттәр
Мәркәзебеҙ Өфө – бар йәһәттән Башҡортостаныбыҙ йөҙө. Республикалағы социаль сәйәсәттең өҫтөнлөклө йүнәлеше – ғаиләне, әсәлекте, балалыҡты яҡлауҙың нисек бойомға ашырылыуын баш ҡала миҫалында күрергә ынтылып, беҙ Өфө ҡала округы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Әлфирә Миңнулла ҡыҙы Баҡыева менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
– Өфө ҡалаһы башҡарма власының төп эшмәкәрлеге ғаиләне ҡурсалауға йүнәлтелгән, тиһәк, һис хата булмаҫ. 2011 – 2015 йылдарға балаларҙың һаулығын яҡшыртыу буйынса ведомство-ара саралар планы раҫланыуы, 2008 йылда “Сәләмәт әсәлек һәм балалыҡ – 2008 –2010 йылдарға Өфө ҡалаһының демография ҡеүәте” программаһы ҡабул ителеп, һуңынан 2019 йылға тиклем оҙайтылыуы ла ошо хаҡта һөйләй. Был программаның төп маҡсаты – сабыйҙар һәм әсәләр үлемен, ауырыуын һәм ғәриплек осраҡтарын кәметеү, баланың үҫешенең һәр осоронда уның сәләмәтлеген нығытыу. Ошо осорҙа Өфөлә демография хәле тотороҡланды, сабыйҙар үлеме күрһәткесе 1,5 тапҡырға кәмене, халыҡтың тәбиғи артыуы күҙәтелә.
Халыҡ һанының үҫеше балаларға медицина ярҙамы күрһәтеү сифатына ла бәйле. Программаны тормошҡа атҡарыу дәүерендә Ашығыс ярҙам дауаханаһының, 4-се бала табыу йортоноң, 17-се ҡала балалар клиник дауаханаһының, 2-се балалар поликлиникаһының, 3-сө һәм 7-се балалар стоматология поликлиникаларының матди-техник хәле нығытылды.
Әлеге мәлдә программаға өҫтәмәләр индереү ҡарала. 2012 йылдан илебеҙҙең һаулыҡ һаҡлау өлкәһе донъяға килгән сабыйҙар һаулығын яңыса баһалауға күсә. Етлекмәй тыуған бәпестәрҙе, үтә бәләкәй ауырлыҡтағы сабыйҙарҙы һаҡлап ҡалыу өсөн бала табыу йорттарын үпкәне яһалма эшләтеү йыһаздары менән өҫтәмә тәьмин итергә уйлайбыҙ. Бала тапҡанда ҡан китеү арҡаһында өҙлөгөүҙәрҙе булдырмаҫ өсөн сейл-сервер аппараттары ҡуйырға торабыҙ. Ошо үҙенсәлекле ҡорамал ярҙамында кешенең үҙ ҡаны таҙартылып, уға кире ебәрелә.
– Ике йыл элек ғаилә проблемалары менән шөғөлләнеүсе хеҙмәттәрҙе туплап, ведомство-ара совет ойошторолғайны. Ауыр хәлдә ҡалған ғаиләләрҙең көнитмешен еңеләйтеү менән мәшғүл был совет эше хаҡында ла һөйләп үтһәгеҙсе.
– Тормоштары ауыр ғаиләләр һәр ваҡыт иғтибарҙа булып килде. Ләкин һәр йүнәлеш үҙенсә эшләгәнлектән, был иғтибар тарҡауыраҡ ине.
Күмәкләгән яу ҡайтарған, тиҙәр бит. Көстәрҙе туплау эшебеҙ һөҙөмтәһен бермә-бер арттырҙы. Дөйөм тырышлыҡ менән күберәк ғаиләләрҙе хәстәрлек менән солғай алдыҡ. Ярҙамға мохтаждар ике тапҡырҙан ашыуға күберәк булып сыҡты: 2009 йылдың авгусында 281 ғаилә иҫәптә торһа, быйыл улар һаны 654-кә етте.
Был ғаиләләрҙең башлыса бәлиғ булмағандар эштәре буйынса инспекторҙар һәм педиатрҙар тарафынан асыҡланыуын билдәләп үткем килә. Сөнки, мәҫәлән, табиптар балалар тәрбиәләнгән ғаиләләрҙә бөтәһенә ҡарағанда ла йышыраҡ була. Улар йорттағы мөхитте, сабыйҙың ниндәй шарттарҙа тәрбиәләнеүен, ата-әсәнең кемлеген баһалай ала. Шуға ла тәүге мәғлүмәтте йышыраҡ медицина хеҙмәткәрҙәренән алабыҙ.
Бынан тыш, ҡыйналған балалар килтерелгән осраҡта, дауаханаларҙан хәбәр итәләр. Ата-әсәнең балаға шәфҡәтһеҙлек күрһәтеүе асыҡлана икән, ғаиләне шунда уҡ иғтибар үҙәгенә алабыҙ. Мотлаҡ хәлде асыҡлап, унан сығыу юлын эҙләйбеҙ.
Йышыраҡ осраҡта бындай балаларҙы тәүҙә социаль приюттарға, унан балалар йорттарына йәки сабыйҙар йортона урынлаштырабыҙ. Уларҙың байтағы, йүнле тәрбиә күрмәгәс, сырхау, шунлыҡтан башта дауаханаға илтелә. Ҡағиҙә булараҡ, балалар дауаланған арала, уларҙы артабан ҡайҙа ебәреү яҡшыраҡ булыуын хәл итәбеҙ.
Ведомство-ара советҡа иҫәпкә алыныусыларҙың бөтәһе лә тиерлек аҙ килемле. Тулы булмаған йәки ишле ғаиләләр, инвалид бала тәрбиәләүсе, йә өлкән инвалидты бағыусылар, сабыйҙарын һәйбәтләп ҡарамаусы, йәғни, үҙ бурыстарын үтәмәүсе ата-әсәләр – уларҙың һәр ҡайһыһына айырым ҡараш, айырым асҡыс кәрәк.
– Был ғаиләләргә күрһәтелгән ярҙам нимәнән ғибәрәт?
– Ярҙам төрө ярайһы уҡ киң. Мәҫәлән, уларға бушлай кейем, аҙыҡ-түлек бирелә. Субсидиялар, пособиелар, башҡа түләүҙәр алыу өсөн кәрәк-ле документтар йыйышабыҙ.
Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн бурысты ҡаплашыу ҙа түләүҙәрен атҡарып сыға алмай яфаланыусыларҙың бер аҙ күҙен асып ебәрә. Мәҫәлән, быйыл өс кварталда ведомство-ара советта иҫәптә тороусы 288 ғаиләгә был маҡсатта 2 миллион 132, 9 мең һум аҡса бүленгән.
Үтә мохтаж тағы 150 ғаиләгә йәмғеһе 806,4 мең һумлыҡ матди ярҙам күрһәтелгән. Социаль хеҙмәткәрҙәребеҙҙең балаларҙы – баҡсаларға, ауырыуҙарҙы – дауаханаларға, халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәктәре менән берлектә ата-әсәләрҙе эшкә урынлаштырышыуын да әйтеп үтеү кәрәктер. Улар ярҙамында быйыл 89 ата-әсә эшле булған, 146 сабый балалар баҡсаһына йөрөй башлаған, 252 кеше һаулығын нығытҡан.
Комплекслы социаль ярҙам үҙәктәре консультация биреү менән дә мәшғүл. 779 кеше хоҡуҡи кәңәш алған, 428 ғаилә психологик реабилитация үткән.
Бәлки, кемгәлер был һандар әллә ни йоғонто яһамаҫ. Ләкин улар тормошобоҙ ысынбарлығын сағылдыра, яҙмышының һынылышлы мәлен кисереүселәргә күрһәтелгән дәүләт ярҙамы хаҡында һөйләй.
– Баш ҡалала яңы тыуған сабыйҙарынан баш тартыусы әсәләр менән ҙур эш алып барылыуы, был эште тап һеҙҙең етәкләүегеҙ билдәле.
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, социаль етемдәрҙең байтағы – әсәләре баш тартҡан балалар. Бала табыу йортонда ҡалдырылған бәпестәрҙең күпселеге сабыйҙар йортона ебәрелә. Улар яҡты донъяға килгәс, тәүге айҙарын дауаханала хәрәкәтһеҙ, саф һауаһыҙ, уйынсыҡһыҙ, иң аянысы – әсә наҙын татымайынса үткәрә. Ғаиләләге тиҫтерҙәренән үҫеш буйынса артта ҡалыусы был кескенә йән эйәләре, оло кешеләй, тәрән күңел төшөнкөлөгө лә кисерә.Тап-таҙа, хатта стериль дауахана шарттарында ла улар йоғошло ауырыуҙарға шунда уҡ бирешеп бара.
Әсәлек хисенең тәбиғилектән тайпылыуы сәбәптәре һаман да ныҡлап өйрәнелмәгән. Ләкин беҙ был ҡатмарлы социаль проблеманы хәл итеүҙең, уның киҫкенлеген кәметеүҙең ниндәйҙер юлдарын табырға тейешбеҙ, тип, эште әүҙемләштерҙек. Тырышлығыбыҙ бушҡа китмәне: бәпестәренән баш тартыусы әсәләр кәмене. Былтыр туғыҙ айҙа сабыйын ҡалдырып китеүселәр ҡырҡ алтыға етһә, быйыл был аяныслы һан ун бишкә аҙыраҡ.
Маҡсатыбыҙ – әсә менән сабый араһындағы нескә бәйләнеште һаҡлап ҡалыу, гүзәл затҡа әсәлектең ни тиклем мөһимлеген төшөндөрөү. Бәләкәсенән баш тартырға ниәтләгән ҡатын менән дауалаусы табип, акушерлыҡ бүлеге мөдире, балалар бүлеге мөдире, бала табыу йорто юрисконсульты, психолог, социаль хеҙмәткәр оҙайлы һөйләшә. Уның бәпесте ниңә ҡалдырырға теләүе асыҡлана. Йыш осрай торған сәбәптәр: йәшәргә шарттар, торлаҡ булмауы, баланың сирле булып тыуыуы, атайһыҙ донъяға килеүе, ғаиләләге ҡатмарлы мөнәсәбәттәр.
Балаларын ташларға йыйынған әсәләрҙең береһе булһа ла аҡылына килеп, бер сабый булһа ла етемлек ғазабына дусар ителмәй ҡала икән, тимәк, эшебеҙ юҡҡа түгел.
– Һеҙҙең тәҡдим буйынса өс йыл элек баш ҡалала йөклөлөк осоронда һәм бала тапҡандан һуң ауыр хәлдә ҡалған ҡатындарҙы ҡурсалаусы хеҙмәт асылды. Һуңғы өмөтө һүнергә торған әсәләр һыйыныр урынды булдырыу ниәте нисек тыуҙы?
– Баш төртөр ере, барыр кешеһе булмаған йөклө ҡатындар, сабыйҙарын саҡ тапҡан әсәләр өсөн кризис үҙәге асыу хаҡында тәү тапҡыр 2007 йылда уйлана башланыҡ.
Өфөләге бала табыу йорттарында әсәләрҙең сабыйҙарынан баш тартыу күренешен ентекле тикшереү шуны күрһәтте: уларҙың 42 проценты был теләген торлаҡ юҡлығы менән аңлата, 31 проценты матди ҡыйынлыҡтарға һылтана, 11 проценты сабыйын туғандарының баш тартыуы арҡаһында ҡалдыра, алты процентын бәпесенең тыумыштан зәғиф булыуы ҡурҡыта, ун проценты башҡа сәбәптәр килтерә. Ләкин бөтәһе лә тиерлек был аҙымға яҡындарының һәм туғандарының аңламауы, ярҙам итмәүе лә этәреүен билдәләй. Бындай ҡатындар яҙмыштарының әсе осоронда һыйыныу табып ҡына ҡалмайынса, үҙҙәренең проблемаларын хәл итеүҙә ярҙам да алырлыҡ бер урын булырға тейеш, тип уйланыҡ. Һәм 2008 йылдың ғинуарында баш ҡаланың Киров районы “Изгелек” социаль хеҙмәтләндереү үҙәгендә улар өсөн стационар бүлексә асып ебәрҙек.
Башта ул биш әсә һәм биш бәпескә иҫәпләнгәйне. Мөрәжәғәт итеүселәр артҡас, бүлексәне киңәйтергә булдыҡ. Яңыраҡ унда үҙгәртеп ҡороу эштәре тамамланды, хәҙер урындар унау түгел, егерме. Артабан үҙәктең эске мөмкинлектәре иҫәбенә ауыр тормош хәлендәге ҡатындар өсөн ун урынлыҡ социаль ҡунаҡхана асыу күҙҙә тотола.
Үрҙә әйтеп үткән бүлексәлә әсә һәм бала тулыһынса дәүләт ҡарамағында алты айға тиклем йәшәй ала. Улар көндәлек көнкүреш һәм башҡа ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү өсөн бөтә нәмә – санитария-гигиена әйберҙәре, памперс, кейем-һалым менән тәьмин ителә. Һәр әсәнең ошо көнгә төшөүе сәбәптәре аныҡланып, әңгәмәләр, махсус тестар менән диагностикалау нигеҙендә уны социаль реабилитациялау программаһы төҙөлә.
Үҙәк тупһаһы аша үткәс үк әсәнең социаль статусын тергеҙеү хаҡында ҡайғырта башлайҙар. Белгестәр һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, эске эштәр, ЗАГС органдары, Рәсәй Федерацияһының Башҡортостан буйынса Федераль миграция хеҙмәте идаралығы, хакимиәттәр менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. Документтар яңыртыу, балаға пособие юллау, паспорт, Рәсәй гражданлығы алыу хәстәрләнә. Әсәләрҙең туғандары менән эшләүгә ҙур иғтибар бирелә. Күп осраҡтар бәхетле тамамлана: әсә менән бала ғаиләләренә ҡайта.
Үҙәктә уларҙың һаулығы ныҡлап тикшерелеп кенә ҡалмай, әсә менән бала тәүлек әйләнәһенә аҡ халатлылар иғтибары менән уратып алынған, тиергә мөмкин. Бәпес көткән осорҙа ла, уны тапҡас та ҡатындар тейешле күләмдәге медицина ярҙамын тулыһынса ала.
Улар өшөгән күңелдәрен йылытһын, көстәренә ышанып, үҙҙәренең, балаһының хоҡуҡтарын белеп, тормошҡа ҡарашын үҙгәртһен өсөн үҙәктә бөтәһен дә эшләргә тырышалар. Бер нисә үтә мохтажына дөйөм ятаҡтан бүлмә юллап алып бирелде, егермеләбе эш менән тәьмин ителде, ун дүрт сабый сираттан тыш балалар баҡсаһына урынлаштырылды.
Кризис бүлексәһе асылғандан бирле унда бөтәһе һикһән ете ҡатын йән таянысы тапҡан, артабан йәшәрлек ҡеүәт алған. Һәр ҡайһыһының яҙмышы – ҡатмарлы бер тарих. Үҙәктән киткәс тә, уларҙы онотмайҙар: тормоштарын яйға һалып ебәрә алһындар тип, йәшәү урындары буйынса социаль патронаж ойошторола.
– Үҙәккә ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәре киләме, әллә уларҙы ебәрәләрме?
– Әсә сабыйынан баш тартырға йыйына икән, бала табыу йортонан был турала халыҡты социаль яҡлау идаралығына мөрәжәғәт итәләр. Социаль хеҙмәткәр, юрист, психологтан торған төркөм әсә менән осрашып, ярҙам тәҡдим итә. Ул риза булһа, дауахананан сыҡҡан көндә үҙәк белгестәре килеп ала. Әсәләрҙең бер өлөшө ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы, поликлиникалар юллауы буйынса ебәрелә. Һуңғы ваҡытта үҙҙәре килеүселәр ҙә күбәйҙе: кемдер ауырлы сағында килә, кемдер: “Бала тапҡандан һуң, зинһар, һеҙҙә йәшәргә рөхсәт итегеҙ”, – тип һорай. Башлыса улар – яңғыҙ әсәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, араларында әле үҙҙәре үҫмерлектән сығып бөтмәгән бәлиғ булмағандар ҙа бар.
– Һеҙ үтә нескә һәм ҡатмарлы өлкәне етәкләп, һәр ғаиләгә яҡын мәсьәләләрҙең хәл ителеше өсөн тырышаһығыҙ. Журналыбыҙҙы уҡыусы ғаиләләргә әйтер теләктәрегеҙ ҙә барҙыр, моғайын?
– “Башҡортостан ҡыҙы”н уҡыусыларҙың иң элек ғаиләләрендәге йылыны, ихласлыҡты ҙур хазиналай күреп һаҡлауҙарын, ҡомартҡы итеп балаларына тапшырыуҙарын теләйем. Ғаиләлә һалынған мөнәсәбәттәр, ҡиммәттәр кешене ғүмер буйы оҙатып килеп, уның яҙмышын ғына түгел, илебеҙ именлеген дә билдәләй.

Альмира КИРӘЕВА әңгәмәләште.
Александр ДАНИЛОВ фотолары.
Александр ДАНИЛОВ фотолары.
Теги: