Балалар табынына

Тәмле дөгө бутҡаһы
Балалар табынына
Ярты стакан дөгө ярмаһы, 1 стакан һыу, ярты стакан һөт, 1-2 балға­лаҡ шәкәр, ҡурай еләге кәрәк.
Яҡшылап йыуылған дөгө ярмаһын һалҡын һыуға һалып бешерергә ҡуйыр­ға. Ҡайнап сыҡҡас, болғата-болғата, 10 минут тирәһе бешерергә. Ҡайнар һөт, шәкәр, тоҙ өҫтәп, 10 – 15 минут бешерергә. Уттан алғас, 5 – 10 минут ҡаплап тоторға.
Ҡурай еләгенә шәкәр өҫтәп, ағас ҡалаҡ менән иҙергә. Бала еләктең төштәрен яратмаһа, иләктән үткә­рергә була.
Бутҡа өҫтөнә ҡурай еләге иҙелмә­һен һалып бирергә.
Ҡурай еләге урынына, миҙгеленә ҡарап, башҡа еләк, ҡайнатма, бал һәм киптерелгән емештәрҙе ҡулланырға була.

Мейестән сыҡҡан алма
200 грамм әсе алма, 3 йомортҡа аѓы, лимон, 1 ҡалаҡ шәкәр кәрәк.
Алманы йыуып, уртаға бүлергә, уртаһындағы орлоғон алырға. Табаға һалып, эҫе мейестә әҙер була яҙғансы бешереп алырға.
Лимондың һутын һығып алырға. Йомортҡа ағын, шәкәр, лимон һутын өҫтәй-өҫтәй, яҡшылап туғырға.
Алма өҫтөнә туғылған йомортҡа ағын һалып, бер аҙ ғына эҫе мейестә тоторға.

Еләкле эсемлек
1 стакан һалҡын һөт, 1 ҙур булма­ған банан, ярты стакан еләк кәрәк.
Еләк һәм бананды иҙергә. Бал, шәкәр ҡомо йәки туңдырма өҫтәргә лә мөмкин. Һөт ҡойоп, 20 секунд ти­рәһе блендерҙа яҡшылап туғырға.

Лимонад
1 әфлисун, 1 лимон, 4 ҡалаҡ шә­кәр, 1 литр ҡайнап һыуынған һыу кәрәк.
Әфлисун һәм лимонды яҡшылап йыуып, түңәрәкләп ҡырҡырға. Кәст­рүлгә һалырға һәм шәкәр өҫтәргә. Талғын ғына утта, болғата-болғата, шәкәре иреп бөткәнсе тоторға.
Һыуытырға ла бер сәғәткә һыуыт­ҡысҡа ҡуйырға. Һыу ҡойоп, яҡшылап болғатырға һәм һөҙөргә.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook