Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Помидор – бик наҙлы йәшелсә. Һалҡын йә эҫе һауа тәьҫирендә тышы ярылып, сатнап бара. Тәме лә үҙгәрә. Шунлыҡтан уны һыуытҡыста йә ҡояш нуры төшөп торған тәҙрә төбөндә һаҡлау килеш­мәй. Иң яҡшыһы – аш бүлмәһендә, бер ҡат ҡына йәйелгән килеш һаҡлау. Ҡышҡылыҡҡа туңдырып ҡуйып та була. Бының өсөн йәшелсәләрҙе бер нисә урындан әүернә рәүешендә ҡырҡып сығалар, 1-2 минутҡа ғына ҡайнар һыуҙа тоталар һәм һалҡын һыуҙа һыуыталар. Шулай иткәндә, тышы еңел генә әрселә. Иҙеп, уңайлы һауыттарға тултырып, һыуытҡысҡа урынлаштырһаң, ҡышҡылыҡҡа витаминдың бер төрө әҙер. Ашҡа, башҡа төр ризыҡҡа уны иретеп тормай ғына һалыу яҡшы.
***
Йәшелсәләр төҫөн юғалтмаһын, иҙелеп китмәһен, тиһәгеҙ, бешер­гәндә 1 литр һыуға бер балғалаҡ сода өҫтәү кәңәш ителә.
***
Һуған турағанда иламаҫ өсөн, теш араһына 2-3 шырпыны көкөртлө яғын ҡабып тешләп тороу ярҙам итә.
Ҡашығаяҡ тирәһендә таҫтамалдар тиҙ тапланып-бысранып бара. Уларҙы таҙартыу еңел генә. Гәрсис онтағына ҡайнар һыу һалып, болғаталар ҙа, төбөнә ултырғансы көтәләр. Шунан һөҙәләр. Ошо һыуға таҫтамалдарҙы бер нисә сәғәткә һалып тор­һағыҙ, улар ағарып, таҙарып китер, микробтары ла бөтөр.
***
Артыҡ таҙа булырға тырышыу ҙа файҙаға түгел икән. Көн һайын өйҙө ентекләп йыуыу кешенең ауырыуҙар­ға ҡаршы тороу көсөн кәметә. Ғалимдар артыҡ таҙалыҡҡа ынтылыусылар­ҙың аллергия менән йышыраҡ яфаланыуын билдәләй. Организм, күнегелгән тәбиғи “дош­ман”дарын тапмағас, әйләнә-ти­рәләге әйберҙәргә ҡаршы көрәшә башлай. Сәскә һеркә­һеме, хайуан-йәнлектең ҡылдары тура киләме… Шуға ла һәр нәмәне ҡырып-һепереп, ялтыратып ваҡыт үткәреү мотлаҡ тү­гелдер.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook