Тереһыу ул – беҙҙең йөрәктәрҙә

Тереһыу ул – беҙҙең йөрәктәрҙәҺәр балаһын ижади ҡарашлы һәм азат рухлы итеп үҫтергән яҙыусы Мәрйәм Бураҡаеваның туған теленә һәм халҡына булған сикһеҙ мөхәббәте улына ла, ҡыҙҙарына ла күскән. Бигерәк тә Зөһрәнең таланты, ижадтағы ныҡышмаллығы һоҡландыра. Әллә нисә кеше алып барыр йөктө бер үҙе йөкмәп, зарланмай ғына тартып алып килә. Ситтән ҡараһаң, был гүзәл ҡатындың ҡулынан килмәгән нәмәһе юҡ, һәм барыһы ла уға уғата еңел бирелә кеүек. Ләкин тормош ҡанундары барыһы өсөн дә бер: әгәр ҙә һин яҙмыш туҫтағынан алып, умырып ҡалъя тешләргә йөрьәт итәһең икән, һурпаһын һараныраҡ ҡоялар. Йә булмаһа, киреһенсә. Ошоно белә тороп та, сикһеҙ ижад ҡомарының йүгәнен ысҡындырып, иреккә сығарып ебәргән ул.
–​ Бар булмышым менән сәнғәт һәм әҙәбиәт донъяһына сумып йәшәүемдән ҡәнәғәтмен. Нисектер, үҙенән-үҙе шулай тура килә, күберәк йәштәр менән эшләйем. Был миңә башҡорт милләтенең заманға нисегерәк яраҡлаша килеүен һәм башҡа йүнәлештәрҙе күҙәтеп барыу мөмкинлеге бирә. Шул йәш егет-ҡыҙҙарҙың йәшәү рәүешенең әлеге ысынбарлыҡҡа ҡулайлашып китеүенә ярҙам итеү – минең теләп башҡарған бурысымдыр. Ошо юҫыҡтағы күҙаллауҙарымды хыялыма ҡушып, Таңсулпан һылыуым менән бергә «Минең йондоҙом» тигән фильмда күрһәтеп бирә алғанбыҙҙыр, тип ышанам. Йәштәр араһында дуҫтар күп булғас, мине йыш ҡына туйҙарға саҡыралар. Бер мәл хатта уларға йөрөүҙән баш тарттым, туйҙа йәш ғаиләгә бәхет теләргә кәрәк, ә ысынын әйткәндә, мин бәхетле ғаилә тормошоноң серен белмәйем. Үпкәләүсе­ләр ҙә осраны. Мин, ысынлап та, ғаилә бәхетен аңлы рәүештә тынғыһыҙ йәмә­ғәтселек тормошона алмаштырҙым.
Үҙ тойомлауыма, әсәйемдең кәңәш­тәренә таянып, ижади булмышыма хыянат иткем килмәгәндән һәм үҙемдең халыҡҡа хеҙмәтем менән килтерә алған файҙаны самалап, ошо аҙымға барырға мәжбүр булдым. Әсәйем дә, ғаиләлә күңелем тышаулы икәнен күреп, ҡыҙым, һин генә булдыра алған һәм эшләй ал­ған ҙур эштәр бар, шуларҙы ташлама, тәғәйенләнешеңдән тайпылма, тине. Шулай була бит, инде балҡып ҡына килгән байтаҡ ҡыҙҙар кейәүгә сыҡҡас, һүнә лә ҡала. Һүнеү ҙә түгел инде ул, көстәрен икенсе юҫыҡҡа йүнәлтәләр, ғаилә үҙе айырым бер ҙур һәм ҡыҙыҡ­тырғыс, йәмғиәт бөтөнлөгө өсөн мө­һим һәм алыштырғыһыҙ ғаләм инде ул. Шуға ла гүзәл заттан күп көс һәм ваҡыт талап итә.
Тереһыу ул – беҙҙең йөрәктәрҙә
Ләкин үҙемде балалар өсөн насар әсәй тип әйтә алмайым. Төрлө саралар, концерттар туҡтап торған тыныс кис­тәрҙә уларға мотлаҡ ҡысҡырып китаптар уҡыйым. Әле Сельма Лагерлефтың «Нильстың мажаралары»н тамамлап киләбеҙ. Был ара бик уңайлы мәл, элек балалар бәләкәсерәк ине, хәҙер Айназа ҡыҙым үҫмерлеккә аяҡ баҫып килһә лә, бик күңелсәк, романтик йөрәкле, ә Юрматы менән Айсулпан әкиәткә ышанған осорҙалар. Ошо ҡыҫҡа мәлде файҙаланып ҡалырға тырышам. Бергә­ләп фильмдар ҡарарға яратабыҙ, аҙағы­нан хатта ҡыҙыу фекер алышыуҙар ҙа ойоштороп алабыҙ. Компьютерҙы самалап ҡына ҡулланабыҙ. Баланы үҙ яйына ҡуйырға ярамай, ә йүнәлеш бирергә кәрәк, тигән ҡараштамын. Нин­дәй юҫыҡҡа бораһың, ул шунан китә, ә дилбегәне ысҡындырһаң – еңелерәк юлды һайларға, ялҡауланырға һәм ҡы­рағайланырға ғына тора ул бәләкәстәр.
Ни эшләргә лә белмәйем, компьютер артынан тормай, күҙе боҙолоп бөт­тө, тигәндәргә аптырайым, үҙҙәрен ҡуя белмәгән ата-әсәләрҙе йәлләп ҡарайым. Балалар менән күберәк бергә булырға тырышам. Яратҡан һөнәремә тоғро булып, үҙемде кино сәнғәтенә арнаным, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был өлкәлә беҙҙә лайыҡлы эш хаҡы түләнмәй әлегә. Шуға тамаҡ хаҡына һуңға тиклем эш­ләргә мәжбүрбеҙ, ә инде аҡса әҙерәк артһын тиһәң, йоҡо мәлен дә урларға тура килә. Мин шулай эшләргә мәжбүр булып, һаулығыма ла зыян килтерҙем. Киләсәктә, әҙерәк аяҡҡа баҫып алғас, бары тик үҙемде ҡыҙыҡһындырған, рухымды ҡанатландырған проекттарҙы ғына һайлап эшләр көндәр ҙә килер, моғайын.
Ижади даирәләрҙә ҡайнап йәшәгәс, үҙемдең дә тормош бик сағыу, балаларҙы ла үҙем менән йөрөтөргә тырышам. Яңыраҡ «Минең Рәми» бәйгеһенә барҙыҡ. Йыл һайын 18 май «Музейҙар төнө»ндә төнгө өскә-дүрткә тиклем бергәләп йөрөп ҡайтырға күнеккәнбеҙ.
Европа илдәрендә ике ижади кеше матур ғаилә ҡороп, һәр кем үҙ ҡыҙыҡ­һыныуы менән йәшәүе – ғәҙәти күренеш. Уртаҡ тойғолар булһа ла, бер-береһен тышаулауға юл ҡуймай­ҙар. Ә бына минең быуын башҡорт егеттәре ундай мөнәсәбәттәрҙе үҙ итә алманы. Ижади яҡтан алдынғы ҡарашлы булып күренһәләр ҙә, күбеһенең эсендә, бисә ирҙе ҡарарға, өйҙә ултырырға тейеш, тип иҫәпләгән «хан» ултыра. Минең ғаилә тормошо, тәү сиратта, шул арҡала ла килеп сыҡманы. Бер-береңдең эске донъяһына һәм ынтылыштарына ихтирам менән ҡарау йолаһы беҙҙең халыҡта бер аҙ юғалтылып, яңынан саҡ аяҡҡа баҫып килә. Бөгөн ҡулға-ҡул тотоношоп, маҡсаттарын бергә тормошҡа ашырған йәш ғаиләләр күбәйә, уларға ҡарап һоҡланмай мөмкин түгел.
Сит яҡтарҙа йөрөһәм, һин ҡалай күп яҡлы, ашарға ла бешерә беләһең, аҡса ла табаһың, яҙышаһың да, тип иҫтәре китә. Ә беҙҙекеләргә былар ҙа аҙ, бик аҙ. Мәскәүҙә, мәҫәлән, манный бутҡаһы ла бешерә белмәгән урта йәштәге шағирәләр бар. Уларға, һин яҙышып ҡына ултырырға тейешһең, тип, һәләттәренә генә лә ғашиҡ булып йәшәгән ир-егеттәр табыла бит, ҡай­ҙандыр. Ә мине шул тейешһең, тейешһең тиеүҙәре менән йәшәргә тырышып ятҡан ерҙән йәшәй алмаҫлыҡ кимәлгә еткерҙеләр. Ысынында, бер кем дә, бер кемгә лә әллә нимәләр тейеш түгел. Ихтирам һәм бер-береңде аңларға тырышыу булмаһа, нисек торорға?
Беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙар бер ваҡытта ла, үзбәк, тажиктар һымаҡ, ир ҡарап өйҙә генә ултырмаған. Мәҙрәсәләрҙә малайҙар менән бер ҡатарҙан ҡыҙҙар ҙа уҡыған. Бер урыҫ яҙыусыһы үткән быуатта уҡ: «Шуныһы ҡыҙыҡ: башҡорт ирҙәре, башҡа көнсығыш халыҡтарынан айырмалы рәүештә, һәр донъяуи мәсьәләләрҙә лә ҡатындары менән кәңәшләшә», – тип яҙып ҡалдырған. Туйҙарҙа әле лә ололар: “Кәңәшләшеп йәшәгеҙ”, – тип теләй бит. Енестәр тигеҙлеге беҙҙең милли асылыбыҙҙа булған, ләкин төрлө идеологиялар тәь­ҫирендә уның үҙәге бер яҡҡа ауышайып киткән. Беҙ бит юҡҡа ғына Европа һәм Азия тоташҡан ерҙә йәшәмәйбеҙ, ике яҡтың да яҡшы һыҙаттары беҙҙә сағы­лыш тапҡан булырға тейештер.
Әгәр ҙә кешегә тәбиғәттән ниндәй­ҙер һәләт бирелгән икән, ул мотлаҡ халыҡ файҙаһына хеҙмәт итергә бурыс­лы, тип һанайым. Бөйөк аҡыл эйәһе Раджништың: «Әгәр күңелеңдәге сәс­кәне үҫтермәһәң, ул серей башлаясаҡ», – тигән һүҙҙәре бар. Ул кешене рухи яҡтан ғына емереп ҡалмай, тәнде лә ауырыта. Тимәк, ижадсы ҡатын-ҡыҙҙы баҫып өйҙә ултыртыу ғаиләгә лә бәхет килтермәй. Айырыуса ул ғаилә ҡорор алдынан сәнғәттәме, әҙәбиәттәме бал­ҡып алған икән, талант ҡөҙрәте бығауҙа ҡала алмай. Ирҙәрҙең мин-минлегенә буйһоноп баҫылыуҙан ғаилә бәхетле­рәк булып китмәй. Алсаҡлығы, үҙенсә­леклеге менән ғашиҡ иткән һылыуҙың эске булмышы кирегә әйләнеп, емергес көскә – көнсөллөккә, уҫаллыҡ­ҡа әйлә­неүе лә бар бит әле. Яһил ҡатындар ҡайҙан килеп сыға, тип шаяр­тырға ярата бит ҡайһы берәүҙәр, был һүҙҙәр әлеге осраҡҡа бик тә тап килә. Шуға мин ижад азатлығын һайланым.
Тереһыу ул – беҙҙең йөрәктәрҙә
Әлбиттә, балаларҙы атайһыҙ үҫтереүе ҡыйын. Һинд фәйләсүфтәре лә, балалар тәрбиәһе буйынса күренекле белгес Бенджамин Спок та, әгәр ирең атай абруйына тап килмәй икән, ул терәкте икенсе туғандарҙа табырға тырышырға кәрәк, ти. Мин балаларымды Илгизәр ағайыма арҡаланып тәрбиә­ләргә тырышам. Башҡорттар электән аҡылға таянған. Беҙҙең ирҙәр бит йә ихтилал, йә һуғыш сығып, ҡырылып ҡына торған. Шуға шәжәрәләр төҙөү зат-зәүерҙәрен күҙ уңынан ысҡындырмай тотоу өсөн уңайлы булғандыр, тием. Атайһыҙ ҡалғандарҙы олаталары, ағалары ҡурсалаған. Өйҙә бер ҡатын абруйы ғына етмәй, балаларҙың холоҡтары боҙола башлай. Аллаға шөкөр, ижад яғынан да, эшҡыуар­лыҡ өлкәһен­дә лә уңышлы ағайым миҫалында тәр­биәләү минең өсөн бик отошло. Ләкин, ҡабатлап әйтәм, минең тормошом яңы быуын өсөн өлгө булмаһын ине. Беҙҙең быуын ҡиммәттәр алмашынған осорға тура килде, күп рухи һынауҙарға дусар булды һәм байтаҡ ир-егеттәребеҙҙең холҡонда, булмышында ошо һынылыш осоро кире эҙемтәләр ҡалдырҙы. Әле беҙҙең милләт нығынып, аяҡҡа баҫып, үҙ ҡиммәттәрен яңыртып, булдырып, баш ҡалҡытып килә һәм яңы быуындың ғаиләгә мөнәсәбәте лә етдирәк, төп­лөрәк, йәштәр бер-береһенә ихтирамлыраҡ.
Йәштәребеҙ алдында ҡырылып ятып эшләрлек бурыстар байтаҡ. Әле бына Баязит Бикбай тураһында фильм эшләргә йыйынып, әҙәбиәт эҙләһәм, әллә ҡасан яҙылған бер китаптан башҡа нәмә тапманым. Ә бит һәр өлкәлә лә шулай. Оло быуын зыялылары, әсәйем кеүек үк, әллә нисә эште бер юлы атҡа­рырға мәжбүр. Алмашҡа йәштәр тәр-биәләү зарур – был милләт үҫтереү өсөн төп шарт, тип һанайым. Милләтебеҙгә ҡағылған һәр тарафта бихисап башҡарылмаған эштәр көтөп ятҡанда, бар ваҡытыңды ҡашығаяҡ тирәһендә генә уралып үткәреү хилафтыр. Башың­да әҙме-күпме белемең, аҡылың бар икән, ниәтләп, бер ни атҡармай ятыу яҙыҡ. Хәлебеҙҙән килгәнде эшләргә беҙгә берәү ҙә ҡамасау була алмай бит.
Үҙем был яҡлап ваҡытымды йәлләп тормайым, әсәйем, туғандарым менән бергәләп төрлө әҙәби, ижтимағи, мәға­риф өлкәһендәге проекттарға ла тото­набыҙ, төрлө сараларға сценарий­ҙар ҙа яҙып бирәм, балаларым уҡыған мәк­тәп тормошонда ла ҡайнарға тырышам. Милләткә нисек ярҙам итә алам, шул кимәлдә эшләйем, һәм быларҙа, ​– яңғырауыҡлы ишетелгән һымаҡ булһа ла – асылымдыр.
Әҙәбиәткә лә нығыраҡ хеҙмәт итә алыр инем, тип уйлайым да, ләкин кино донъяһы мине барыбер нығыраҡ арбай. Киләсәктә яйлап продюсерлыҡ эшенә лә тотонормон, бәлки. Драматургияла эшләрмен тип уйлайым, әле был өлкәлә бол йыйыу өҫтөндәмен. «Һайрар ҡошом» пьесаһы, яратҡан шағирым Рәми Ғариповҡа бағышланған «Февраль. Буран...», «Өс егет» тамашалары, балалар өсөн яҙылып, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында ҡуйылған «Рух иле» исемле пьесам буйынса спектакль, театрлаштырылған концерттар аша яйлап ҡына тәжрибә лә тупланып килә. Яңы­раҡ төрлө милләт вәкилдәре ҡатнашлығында төшөрөлгән «Карусель» исемле таҫмамды тамашасы хөкөмөнә сы­ғарҙым. Унда инглиз балаһы инглизсә, урыҫтар үҙҙәренсә, беҙҙекеләр баш­ҡортса һөйләшә. Тамашасы бик йылы ҡабул итте.
Хәҙер балалар бер аҙ үҫеп, ҡулым бушаны. Өс көнгә бер булһа ла, иркен­ләп ултырып, яңы фильм ҡарап, донъяла ниндәй йүнәлештәр үҫешә, ниндәй сәнғәт алымдары һәм яңылыҡтар барлыҡҡа килә икәнен күҙәтеп барырға тырышам, ниһайәт, әҙәби китаптарға ла ваҡыт табам.
Тормошта минең өсөн туғанлыҡ мөнәсәбәттәре ҡиммәт. Әсәйем менән күп нәмәләрҙә ҡараштарыбыҙ тап килә. Иң мөһиме: беҙ – ижадташтар. Уның һымаҡ әсәйҙәр йөҙ йылға бер булалыр. Атайым, ғалим, публицист, заманының арҙаҡлы шәхесе Диҡҡәт Бураҡаев миңә һигеҙ йәш булғанда яҡты донъянан китеп барҙы. Шуға уның менән бергә үткәргән мәлдәрем төш кеүек кенә. Бик матур, сағыу төш, әлбиттә, сөнки атайым менән әсәйем беҙҙе саңғы шыуырға, урманға, парктарға, кино, театр, цирктарға күп йөрөттө. Йәй айҙары атайым геология эштәре менән Баш­ҡортостан буйлап сығып китә. Әсәйем ул эшләгән урында, яҡындағы ауылдан берәй йорт табып, беҙҙе лә ауылда ял иттерә, атайҙан айырмаҫҡа тырыша ине. Атайығыҙ һеҙҙе – дүрт балаһын ныҡ яратты, айырылыуҙы ныҡ ауыр кисерә ине, тип иҫләй әсәйем. Атайым биш бала тураһында хыялланған, әммә кинйәкәйен күрергә насип булмаған. Уныњ ѓүмере өґөлгєндє, Таңсулпан һылыуым әсәйемдең ҡарынында ҡалған. Атайым менән әсәйемә хыял кеүек матур бала сағым өсөн бик рәхмәтлемен.
Әсәйем һәр йәйен балалары, ейән­дәре менән тыуған яғында – Ейәнсура районының Ибрай ауылында үткәрә. Быға тиклем халыҡ өсөн тырыштым, хәҙер күберәк өләсәй булып ҡарарға ине, ти. Был да – бәхет. Балаларымдың бәхете. Әсәйемдән күреп, башҡорт ризыҡтарын әҙерләргә, көндәлек тормошта даими ҡулланырға өйрәндек. Улым ҡоротһоҙ ашты ашҡа ла һанамай. Ҡыҙҙарым беҙҙе талҡандан төрлө тәм­лекәстәр әҙерләп һыйларға ярата. Бә­пестәремдең исемдәре менән дә йыш ҡыҙыҡһыналар. Белеүемсә, башҡортта бер ваҡытта ла тере туғандарҙың исем­дәрен ҡабатлап ҡушмайҙар. Ир балаға исем эҙләгәндә, шәжәрә ағасын ҡарай­ҙар, батырҙарҙың исемен тергеҙеү йолаһы бар. Юрматы улымдың исеме шулай ҡушылды. Ул ырыу башлығы булған. Айназа менән Айсулпандар мин ҡуш­ҡанда һирәк исем ине, хәҙер таралып киттеләр. Исем кешенең булмышына ла тап килергә тейештер. Улым тхэквондоға йөрөгәндә, бер көн күнекмә­ләрен тыңлап торам, тренер малайымдың исемен бигерәк йыш ҡабатлай, аҙаҡ ҡыҙыҡһынып һорашһам, Юрматы бик баһадирҙарса яңғырай бит, әйтеүе оҡшай, тип ҡуйҙы. Өс баламдың да Фатима Мостафина исемендәге ҡала башҡорт гимназияһында уҡыуы – үҙе бер шатлыҡ. Унда яралған берҙәмлек, дуҫлыҡтың ғүмерлек икәнен беләм. Синыфташтарымдың балалары хәҙер минең балаларым менән бергә уҡый.
Балаға туған телде өйрәтеү, ысынлап та, хәҙерге шарттарҙа ата-әсәләрҙән егәрлелек һәм өҫтәмә көс талап итә. Һәм туған телде белеү юғары мәҙәниәт­лелек билдәһе лә булып тора.
Төбәктәге киностудиянан Голливуд кимәлен көтөп булмаһа ла, булғанына шөкөр итеп, милли киноға үҫешер киң­лектәр етерлек әле. Милли батырҙарыбыҙ хаҡында таҫмалар юҡ. Салауат Юлаевты һаман да 1941 йылда төшө­рөлгән фильмдан ғына ҡарайбыҙ. Кү­ләмле эш аша донъяға күрһәтер өсөн инвестициялар һәм көслө режиссерҙар кәрәк. Тик улар үҙебеҙҙең милләттән булырға тейеш, башҡорт батырының күңел донъяһын бары уның телен, йолаларын белгән, аңлаған кеше генә тулыһынса аса ала. Шуға ла дәртле, дарманлы егет-ҡыҙҙарыбыҙҙың ошо өлкәгә күберәк килеүҙәрен теләйем. Кино сәнғәтендә эшләгән кеше бер ваҡытта ла ас ултырмай ул. Был юҫыҡта аҡса йүнләрлек мөмкинселектәр күбәй­гәндән-күбәйә. Үҙебеҙҙең асылды асҡан милли йәнһүрәттәр, балалар киноһы һәм сериалдар ҙа булһын ине. Донъя халыҡтарына билдәле булмаған бай халыҡ ижады һәм милли үҙенсәлектәребеҙҙе ҡулланып төшөрөлгән эштәребеҙ менән донъяны «аһ» иттерер яңы һулышлы таҫмалар төшөрөрлөк рухи хазиналарыбыҙ сикһеҙ беҙҙең. Улар үҙ сәғәтен, үҙ оҫталарын көтә.
Алма ағасынан алыҫ төшмәй, Зөһрә Бураҡаеваның ата-әсәһенән күскән ҡомары, даланы балаларына ла аманат булыр. Затлы заттың заңы – милләт яҙмышы менән бәйле, халыҡтың күпте өмөт итеп ҡарауы иңдәренә әллә күпме яуаплылыҡ һалһа ла, бауырҙаштарының хәстәре менән йәшәү уларҙың үҙҙәренә лә ҡеүәт биреп торған илһам шишмә­һелер.

Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА
яҙып алды. Р. ПОЖИДАЕВ фотолары.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook