“Бәхет тамсылары сайпылмаһын...”

“Бәхет тамсылары сайпылмаһын...”Иртән бәләкәй ҡапҡа шығырҙап асылыу менән, ун йәшлек Рәшиҙәнең, тағы ла һалым йыйыусылар килгәндер тип, йөрәге ҡыуарылғандай була. Улар килһә, ҡыҙсыҡтың түгел, әсәһенең дә йөҙө ағарып китә.
– Түләй алһам, түләмәҫ инемме һуң ул һалымды! Биш баламды аҡтан өҙөп, һыйырымды һатайыммы?! – әсәһенең шулай әсенеп өҙгөләнеүенән Рәшиҙәнең йәне өшөй. “Бирә алмағандарын белә тороп, ни эшләп уларға һалым һалалар?” – сабый үҙ күңеленән урғылған ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап таба алмай, зирәк зиһене тормоштоң ғәҙелһеҙлеген аңлауҙан баш тарта. “Мин былай йәшәргә теләмәйем! Үҫеп еткәс, ҙур кеше булам һәм әсәйемде берәү ҙә ҡыйырһыта, уның күҙ йәшен ҡоя алмаясаҡ! Уны донъялағы иң бәхетле әсәй итеп йәшәтәсәкмен!” – бәләкәс йөрәк түренән сараһыҙлыҡтан иңрәп сыҡҡан һүҙҙәрҙе, әлбиттә, үҙенән башҡа берәү ҙә ишетмәй...
Йылдар үтәсәк... Кескенә ҡыҙ күңелендә ярһып тыуған был теләк ысынбарлыҡҡа әйләнәсәк. Әсә ҡыҙын ихтирамлы шәхес итеп ололап хаҡлы ялға оҙатыуҙарын күреп, тауҙай ғорурлыҡ кисерәсәк һәм үҙен донъялағы иң бәхетле әсә итеп һанаясаҡ, уның күркәм, иркен фатирының түрендә ҡәҙерленән-ҡәҙерле кеше булып ғүмер итәсәк. Һикһән биш йәшендә фанилыҡтан мәңгелеккә күскәндә ул ҡыҙының сикһеҙ балалыҡ һөйөүен тойоп, унан бик риза булып күҙҙәрен йомасаҡ. Һалым йыйып йөрөүселәрҙе лә Рәшиҙә ханым бөгөн аңлай һәм аҡлай: “Уларҙы заман мәжбүр иткән. Үҙ ихтыярын түгел, хөкүмәт ҡушҡанды үтәп йөрөгәндәр...” – изгелектең әкиәттә генә түгел, тормошта ла миһырбанһыҙлыҡтан көслөрәк булыуын сағылдыра был һүҙҙәр. Ярты быуат самаһы элек Ырымбур далаһындағы ауылдан бер сумаҙан менән сығып китеп, йылдар үтеү менән, Башҡортостанда иҡтисадтың мөһим өлкәһе – финанс тармағында абруйлы белгес һәм остаз булып танылған Рәшиҙә Ғәббәс ҡыҙы Шакированың бар яҙмышы – хыялдың, ғүмерҙе билдә­ләп, ысынға әүерелеүенә дәлил.
...Беҙ бөтәбеҙ ҙә – бала саҡ иленән. Ғүмер үт­кән һайын, әҙәм балаһы алыҫ йылдар артындағы шул илгә йышыраҡ әйләнеп ҡайтыусан. Ошо көндәрҙә алтмыш бишен тултырған Рәшиҙә Ғәббәс ҡыҙы хәтирәләрҙә генә түгел, төштәрендә лә уға йүгереп ҡайтып, бәләкәй ҡыҙсыҡ сағындағы кисерештәрҙе ҡат-ҡат күңеленән үткәрә.
Һуғыштан һуңғы йылдарҙа колхоз рәйесе булып эшләгән, шунан репрессияға эләккән, Сталин үлгәс, аҡланған атаһын ул томан аша ғына иҫләй. Ләкин был татлы хәтирә бөгөн дә йәненә яҡтылыҡ һибә. Ҡояш нурына мансылған йәйге көн. Рәшиҙә атаһының тубығында ултыра һәм һис кенә лә төшкөһө килмәй. Сәсенән һыйпаған устарының йылыһын хатта әле лә тойғандай...
– Һауынсы булып эшләүсе әсәйем таңдан фермаға китә торғайны. Мин ни өсөн уның ҡышҡы сатнама һы­уыҡта иртәнге дүрттә тороп, көрт кисеп эшкә барырға мәжбүр булыуын аңлай алмайым. “Таң йоҡоһон йоҡ­лап, етелә барһа, һыйыр һөттө аҙы­раҡ бирер инеме икән ни?!” – тип уйлайым. Иртәнге һауындан һуң төшкөһөнөң ваҡыты етә, унан – кискеһенә. Ғорур ҙа, матур ҙа әсәйемдең арыуын һиҙҙермәҫкә тырышыуын күрәм. Уны йәлләүҙән үҙәгем өҙөлөп, нисек тә булһа өйҙәге эште еңеләй­тергә тырышам: әсәйем ҡайтҡансы, туғыҙҙарға тиклем, түшәк-юрғандар­ҙы йыйыштырам, көлөн алып, мейес­кә яғып ебәрәм, самауыр ҡуям. Моғайын, ҡара таңдан көрт йырып бармай торған эш, башҡа тормош барҙыр, тип фараз ҡылам... Ләкин көнитмешебеҙҙең шулай ауыр булыуы мине тырышып-тырмашып уҡыр­ға, яҡшыраҡ тормошҡа ынтылырға әйҙәне лә инде. Бик еңел йәшәһәк, ул ынтылыш минең йәнемде биләп алмаҫ, шул тиклем дә көслө булмаҫ ине.
... Ырымбур өлкәһенең Түлгән районына ҡараған Әүестән ауылы Көньяҡ Башҡортостан менән сик­тәш. Туған Әүестән мәктәбендә етенсе синыфты бөткәс, Рәшиҙә уҡыуын Башҡортостандың Көйөргәҙе районы Мораптал мәктәбендә дауам итә. Ә инде унынсыны тамамлаған йылда уны Тажикстанда йәшәүсе апаһы үҙенә саҡыра: “Уҡырға ла инерһең, миңә лә иптәш булырһың”, – ти.
– Дүшәнбе университетының иҡтисад факультетында бер йыл белем алып, ауылға йәйге каникулға ҡайтҡайным, Әлфирә еңгәм Башҡортостандың баш ҡалаһына ҡунаҡҡа алып китте. Өфө! Урамдары буйлап бер үтеүем булды, мин уға мәңгелеккә ғашиҡ булдым! Тажикстанға кире китһәм дә, ҡайтыу хаҡында хыяллана башланым.
... Хыялындағы ҡала ярты йылдан күҙ асҡыһыҙ февраль бураны уйнатып ҡаршы ала. Ҡыҙ ҡыҙырып эш эҙләй һәм Дәүләт банкыһының Өфө ҡалаһы Орджоникидзе районындағы бүлексәһенә өйрәнсек булып урынлаша. Аҡса эше етеҙлек, бөхтәлек, аныҡлыҡ, ҙур иғтибар һәм, әлбиттә, намыҫлылыҡ талап итеүен һөйләп тороу кәрәкме икән? Ә был сифаттар Рәшиҙәлә хаттин ашҡан. Һәр бурысын тел тейҙергеһеҙ башҡарған һылыуға тиҙ үк иғтибар итеп, бухгалтер итеп күсерәләр. Ярты йылдан – өлкән бухгалтер, бер йылдан иһә артабанғы тикшереү инспекторы итеп тәғәйенләйҙәр.
Баш күтәрмәй эшләү менән бер рәттән белем офоҡтарын киңәйткән һәм юғары кимәлдәге белгес булараҡ билдәлелек яулаған Шакирова йәшен тиҙлегендәге һөнәри үҫешкә өлгәшә: башта бүлексә етәксеһе, унан Баш­ҡортостан Республикаһы Милли банкыһы рәйесе урынбаҫары булып китә. Оҙон хеҙмәт юлы дауамында ул эшләгән банкылар исемен, биләгән вазифаларын һанап тормайынса, шуны ғына әйтәбеҙ: Башљортостандыњ атљаҙанѓан иљтисадсыћы Рәшиҙә Ғәббәс ҡыҙы төбәгебеҙҙең банк сис­темаһын нығытыуға ифрат ҙур өлөш индерә.
– Мин, әлбиттә, һис кенә лә үҙемде, бәләкәй саҡта йөрәк ярып сыҡҡан теләктәге кеүек, оло кеше булып киттем, тип һанамайым, – ти ул, көлөмһөрәп. – Ғөмүмән, шәхестең ҙурлығын вазифаһы түгел, ҡылған ғәмәлдәре, күңел юғарылығы билдәләй. Ләкин далала тыуып үҫкән ябай крәҫтиән балаһының, йылдар уҙғас, республика иҡтисадын үҫтереүҙә ҡатнашыуы үҙе үк мөғжизәгә тиң хәл, минеңсә.
Ә банк – дөйөм иҡтисади киңлектең айырылғыһыҙ бер өлөшө. Уның үҫеше туранан-тура төбәктәге, илдәге, донъялағы иҡтисади-сәйәси хәлгә бәйле.
Рәшиҙә Ғәббәс ҡыҙы билдәләүен­сә, уңышлы етәкселек итеү өсөн өс нәмә зарур: “Беренсенән, эшеңде башынан – иң түбән баҫҡысынан аҙағынаса бик һәйбәт өйрәнеү. Дүрт тиҫтә йылдан ашыу осорҙа һәр баҫ­ҡыс аша үткәнлектән, миңә был өлкә­ләге бөтә нәмә ус төбөндәгеләй асыҡ күренә, шуға ҡарарҙар ҡабул итеүе лә еңел. Бынан тыш, заманды ғына түгел, көн һулышын тойоу мотлаҡ. Әммә иң мөһим сифат – выжданлылыҡ, кешеләрҙең кешелек дәрәжәһен кәмһетмәйенсә идара итеү. Яҡшы етәксе, минеңсә, ҡул аҫтындағыларҙы “яратҡан” һәм “яратмаған”дарға бүл­мәй, тик эше буйынса баһалай. Бе­рәүҙең һөҙөмтәһе көткәндән түбән икән, уға асылырға, өмөттәрҙе аҡ­ларға мөмкинлек бирә. Мин үҙем шундай етәксе булырға тырыштым. Һәм һәр ваҡыт кешеләргә мөнәсәбәт­тең уларҙың ихтирамы булып ҡайтыуын тойҙом. Шуғалыр ҙа, бәлки, Хоҙай Тәғәлә оҙон хеҙмәт юлымда хыянатсы, намыҫһыҙ бәндәләрҙән, ҡазаларҙан аралағандыр”.
“Рәшиҙә Ғәббәс ҡыҙы мәктәбен үткәнбеҙ!” – остаздарынан һөнәр нескәлектәренә өйрәнеп, республикала билдәле иҡтисадсы булып киткән уҡыусылары, бөгөн, ғорурланып, шулай ти. Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһы, Рәсәй дәүләт сауҙа-иҡтисади университетының Өфө филиалында доцент Шакировала белем алған шәкерттәр ҙә, ҡағиҙә булараҡ, унда практика үткән, шунан эшкә ҡалған һәм хеҙмәт баҫҡыстары буйлап күтәрелгән. Рәшиҙә Ғәббәс ҡыҙы тиҫтәләрсә фәнни мәҡәләләр, методик әсбаптар авторы, финанс мәсьәләләре буйынса фәһемле консультациялар биреүсе булараҡ та билдәле.
– Эшем бар булмышымды биләгән – һандар, күрһәткестәр хаҡында уйлап йоҡлап китәм, шул уҡ уйҙар менән уянам, – тип һөйләй Рәшиҙә ханым. Ләкин был уға бәхетле әсәй һәм өлә­сәй булырға һис кенә лә ҡамасауламай. Ҡыҙы Алина, әсәһе юлын һайлап, яҙ­мышын банк системаһына арнаһа, улы Роберт юридик хеҙмәт­тәр күрһәтеү буйынса үҙ эшен алып бара. Өләсәй­ҙәренең өйҙә иң ҡәҙерле зат булыуын күреп үҫкән балаларының бөгөн “Әсәй!” тип өҙөлөп торо­уынан ул йән рәхәте кисерә. Һөйөнөслө мәлдәрендә лә, көйөнөс килгән саҡтарҙа ла туғандарының йөрәк ҡайнарлығын тойоу шулай уҡ күңел бө­төнлөгөн нығыта – оло һәм татыу нәҫелдең ҡәҙерле һәм игелекле ҡыҙы ул. Әммә ғаиләһенең йылы ҡосағында ни тиклем генә бә­хетле булмаһын, үҙен ҙур, ҡайнап торған тормоштан башҡа күҙ алдына килтерә алмай: “Көсөм барҙа артабан да мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ҡат­нашырға, йәшәйешебеҙҙе лайыҡ­лыраҡ итеүгә үҙ өлөшөмдө индерергә теләйем”, – ти ул. Ике саҡырылыш рәттән Өфө ҡалаһы Киров район советына депу­тат итеп һайланып, район бюджетын төҙөүҙә ҡатнашыуы ла – тынғыһыҙ­лығынан, йәмғиәтебеҙ тормошона битараф булмауҙан.
... Бала саҡтың йәнә бер сағыу хә­тирәһен бик йыш иҫенә төшөрә ул. Ыжғыр һыуыҡ ҡышҡы көндә Рәшиҙә әхирәте менән йылғаға һыуға китә. Мәкенән һонолоп һыу алырға эйел­гән саҡта биҙрәләре ауырлығына тартылып, боҙло һыуға бара ла төшә. Бала беләктәренең ауыр биҙрәләргә көсө етмәгәндер инде. Әхирәте ярҙа­мында мәкенән көс-хәл менән сыға, ләкин биҙрәләрҙе ҡулдан ысҡындырыу юҡ! Һыуҙан сығыуы була, Боҙһы­лыуға әйләнә: сәстәре, керпек-ҡашта­ры, өҫтөндәге кейеме шаҡырҙап ҡата. Ләкин буш биҙрәләр менән ҡайтыу башына ла инмәй: уларҙы мөлдөрәмә тултырып, көйән­тәләренә элә лә тамсыһын да сайпылтмаҫҡа тырышып, алып ҡайтып еткерә. Рәшиҙә Ғәббәс ҡыҙы йылдар аша шул ғәжәйеп ны­ҡыш, маҡсатлы балаға һис йәлләп түгел, ә һоҡланыу һәм оло яратыу менән баға. Әйтерһең, ҡыҙсыҡ биҙрә тулы һыу түгел, бәхетен сайпылтмаҫҡа тырышып юрғалай ...

Альмира КИРӘЕВА.
Александр ДАНИЛОВ һәм ғаилә архивы фотолары.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook