“Балам, балам, балаҡайым …”
Мөхәббәтле өйгә бер көн килеп ҡайғы ишек ҡағыр, тип берәү ҙә уйламай. Ғаилә башлығы, нефть университетын тамамлап, төньяҡта эшләп йөрөгән Ирек, юғары белемле иҡтисадсы, һалым инспекторы Гөлшат, уларҙың үҫмер улы менән ҡыҙы – был ғаиләнең тормошо кинолағылай матур, етеш, өлгөлө була. “Өйөбөҙ йәмен арттырып, бәхет өҫтөнә бәхет өҫтәп, өсөнсө сабыйыбыҙ Айгөл тыуҙы. Уға һоҡланмаған кеше юҡ ине. “Ҡыҙығыҙҙың, әкиәттәгесә, бер бите ай, икенсеһе ҡояш, үҙе йыл үҫәһен ай үҫә”, – тип тупылдатып яратты бөтәһе лә. Бер йәше тулғас, 2006 йылда, гөл кеүек ошо бала башта көйһөҙләнә, унан ҡапыл ғына һулый башланы. Тәпәй китергә талпынып торған еренән аяҡҡа баҫмаҫ булды. Хафаланып, табиптарға йөрөтөргә тотондоҡ. Бөтәһе лә, һөйләшеп ҡуйғандай, бер һүҙҙе ҡабатлай: “Ҡыҙығыҙ сәләмәт”.
Ирем вахтаһын тултырып ҡайтҡан һайын: “Бәләкәсебеҙ, май шәмдәй, һүнгәндән-һүнә бит”, – ти. Йоҡом – йоҡо, ашым аш түгел. Мыжып ҡына торған бәпесем, ҡулдан төшөрһәң, илай, көнө-төнө тиерлек күтәреп йөрөтәм: “Эй, балам, ниҙәр генә булды үҙеңә?” Сабыйғынам оло кешенеке кеүек аҡыллы күҙҙәре менән, хәлен аңлатырға теләгәндәй, ҡарап тора ла тағы илап ебәрә.
Көндәрҙән-бер көндө аяҡтарым үҙҙәренән-үҙҙәре мәсеткә илтте. “Ярҙамыңдан ташлама, Хоҙайым!” – тип, ҡулыма Ҡөрьән алдым. Табиптарҙан бүтән һүҙ ишетмәгәс, сараһыҙҙың көнөнән, һаламға йәбешкәндәй, имселәргә йөрөй башланыҡ. Шуларҙың һуңғыһы былай тине: “Ҡыҙығыҙға ҡаты күҙ тейгән – ҡарашы менән үҫеп ултырған ағасты тамырынан ҡороторлоҡ әҙәм һоҡланған. Ул бик ҡеүәтле булғанлыҡтан, ошоғаса бөтә юлдарығыҙ ябылып торған. Ләкин изге доғаларыбыҙҙың көсө ҙурыраҡ, улар ярҙамында хәҙер юлдарығыҙҙы асам”, – тип, доғаларын уҡып ебәрҙе. Ышанырлыҡ та хәл түгел: бер йыл буйы “ҡыҙығыҙ һау” тип йөрөгән табиптар был сәфәрҙән һуң Айгөлдөң сирен асыҡланы. Уларға ла үпкәләй алмайым, бәлки, имсе әйткәнсә, күҙҙәре бәйләнгән булғандыр. Тик айы түгел, көнө, сәғәте ҡәҙерле ваҡытты әрәм итмәйенсә, шунда уҡ дауалай башлағанда, сир ҙә аҙмаҫ ине”. – Биш йыл элек булған кисерештәрен Гөлшат бөгөн дә тыныс ҡына һөйләй алмай. Керпек осона эленеп торған йәшен һөртөп алыуға күҙҙәре йәнә дымлана.
Ә ул саҡта,ҡыҙы менән бергә үҙе лә һүнә барғанда, күңелдәге өмөткә ҡанат ҡуйырға инвалид балаларҙы реабилитациялау үҙәге етәксеһе Рауил Миңлебаевтың өс һүҙе етә: “Баланы аяҡҡа баҫтырабыҙ”. Бына дүрт йыл инде Гөлшат Ибраһимова ҡыҙы Айгөл менән Өфөләге ошо үҙәккә йөрөй. “Табиптар, шәфҡәт туташтары менән ҡулға-ҡул тотоношоп, алға барабыҙ”, – ти ул.
Былтыр Рауил Кәүсәр улы менән ултырып кәңәшләшәләр ҙә үҙәктә әсәләр йәмғиәте төҙөргә булалар: ҡаты сырхау бала тәрбиәләүселәрҙең проблемаларын уларҙан да кем яҡшыраҡ белә ала? Балаһын ошонда йөрөтөүсе һәр әсә менән яҡындан аралашып, ғаилә яҙмыштарын да яҡшы белгән Гөлшат Әхәт ҡыҙы йәмғиәттең рәйесе булырға ризалаша: “Мин был эште етәкләүгә күңелем менән өлгөргәйнем”. Ярҙам көтөп тә, тейешле тиклемен ала алмаған, алдында күп ишектәр шапылдап ябылыуынан арыған әсә шуны төшөнә: бер-береһенә рухи терәк булыу өсөн генә түгел, балаларының ауырыуын сигендереү, былай ҙа күп нәмәнән мәхрүм сабыйҙарҙың бөгөнгөһөн, киләсәген ҡайғыртыу өсөн улар бер көс булып тупланырға тейеш.
Бөгөн республикала ун дүрт меңгә яҡын инвалид бала йәшәй. Шуларҙың егерме проценттан ашыуы интернаттарҙа көн итә. Ә бит бындай балаларҙы махсус йорттарҙа йәшәтеү уларҙы ғаиләлә тәрбиәләүгә ҡарағанда биш-ете тапҡырға ҡиммәтерәккә төшә.
Атайҙарҙың яртыһынан күберәге баланың инвалид булып тыуыуын йәки ауыр дауалана торған сиргә тарыуын белгәс, ғаиләнән китә, рәхәт юл һайлап, именерәк оя ҡора. Һәм шуларҙың утыҙ проценты үҙҙәрен көтөп зарығыусы сырхау улы йә ҡыҙы менән бүтән бер ҙә осрашмай, әйтерһең, тормошонан һыҙып ташлай. Былар – “Атай – ата ҡаҙ” тигән әйтемдең хаҡлығын раҫларға ынтылып, ирҙәрҙең атайлыҡ хисенә таш ташлау түгел, аяуһыҙ статистика мәғлүмәттәре.
Ауырыу сабыйы менән әсә япа-яңғыҙ ҡала. Тәүлек әйләнәһенә йөрәк парәһе менән бер һулышта йәшәп, уның хәлен мөмкин тиклем еңеләйтеүгә ғүмерҙәрен арнаған был ҡатындарҙың үҙҙәренең дә һаулығы тамам ҡаҡшаған. Иңдәренә төшкән оло ҡайғыны күбеһенсә яңғыҙ күтәреүсе әсәләрҙең үҙ сәләмәтлеген уйлау түгел, “аһ” тиергә лә форсаты юҡ. Аралашыу даирәһе бик тар ҡалған ул ҡатындар, бөтәһенән бигерәк, йән терәгенә мохтаж. Артабан да һынмаҫ-бөгөлмәҫ өсөн, өлөшөнә төшкән тәҡдирҙе лайыҡлы үтеү өсөн.
– Был йәһәттән Хоҙайым мине ҡурсаланы. Айгөлөбөҙҙөң сирләүе беҙҙе тағы ла нығыраҡ берләштерҙе, – тип һөйләй Гөлшат ханым. – Ҡыҙыбыҙ саф һауала күберәк булһын өсөн Өфөләге өс бүлмәле фатирҙы Дим биҫтәһендә шәхси йортҡа алмаштырҙыҡ. Ирем уны үҙ ҡулдары менән өр-яңынан ике ҡатлы итеп ҡорҙо. Мунса һалдыҡ: ҡыҙыбыҙға йылы быу, миндек бик килешә. Йөҙөү файҙалы, тип, ишек алдында бассейн яһап ҡуйҙыҡ. Ирем эштән ҡайта ла көн дә ҡыҙыма махсус күнекмәләр яһата, икәү велосипедта йөрөйҙәр. Ун ете йәшлек Иршат улыбыҙ менән ун биш йәшлек Гөлдәр ҙә туғандары өсөн өҙөлөп тора. Уны үҙҙәре яратҡан музыка мәктәбенә йыр дәрестәренә йөрөтәләр. Айгөл үҙенең бик ҡәҙерле бала икәнен белеп үҫә. Көндән-көн уның алға барыуын күреп, табиптар: ”Һеҙ уны һөйөү менән дауалайһығыҙ”, – тиҙәр.
Гөлшат Бишбүләк районы Ҡасҡын ауылында йәшәүсе әсәһе менән атаһы Таусиә Ғәлләметдин ҡыҙы һәм Әхәт Ҡонаҡол улы Вәлиевтарға, Дәүләкән районы Буранғол ауылында ғүмер итеүсе ҡәйнәһе Рая Йәмғетдин ҡыҙы Ибраһимоваға ла бик рәхмәтле. Сабыр ҡанаттары талғанда, арыуҙары етеп, ҡыл да ҡыбырҙата алмаҫлыҡ хәлгә килгәндә, улар тип йән атып торған яҡындарының йөрәк йылыһын алып, тауҙай эштәр аҡтарырлыҡ көс алып киләләр.
Ә Гөлшатты, ысынлап та, тауҙай эштәр көтә. Ул етәкләгән “Әсә йөрәге” көндән-көн йоғонтолораҡ, һүҙе үтемлерәк йәмғиәт була бара. Инвалид балаларҙың яҙмышына бөгөн дәүләт кимәлендә оло иғтибар бирелә икән, тимәк, йоҡоһоҙ төндәр ҙә, янып-көйөп йөрөүҙәр ҙә юҡҡа булмаған. Психологик көсөргәнеште алып ташлау маҡсатында йәмғиәткә йөрөүсе әсәләр менән ҡуйған спектаклдәрҙә йомшаҡ тауышы өсөн гел ҡуян ролен башҡарыусы был ипле ханым асылында арыҫлан йөрәкле заттарҙан. Һәр мөмкинлекте – Хөкүмәттә, ҡала хакимиәтендә үткән түңәрәк өҫтәлдәрҙе лә, төрлө кимәлдәге осрашыуҙарҙы, радио, телевидениелағы тура эфирҙы ла, хатта аш-һыуға арналған “Тәмле” тапшырыуын да ҡаты сиргә дусар сабыйҙарҙы ҡурсалау һүҙен йәмғиәткә еткереү өсөн файҙаланыусы был ханым тәбиғи баҫалҡылығын еңергә лә өйрәнә.
Ибраһимова һөйөнөстәре менән уртаҡлашырға ашыға:
– Уй-теләктәребеҙгә ауаздаш ниәтле “Мәрхәмәт” фондының беҙгә ышаныслы иңен ҡуйыуы иртәгәһе көнгә өмөттө нығытты. Исеменә есеме тап килгән фондты Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Зәки улының тормош юлдашы Гөлшат Ғәфүр ҡыҙы Хәмитова ойоштороп, үҙе үк уның попечителдәр советын етәкләй. Әллә күпме изге ғәмәлдәр башында тороусы оло йөрәкле, миһырбанлы был ханымға инвалид балалар тәрбиәләүсе барлыҡ әсәләр исеменән күңел түренән сыҡҡан рәхмәтебеҙҙе еткерәм.
Сентябрҙә шәфҡәтлелек күрһәтеү генә түгел, мәғарифты үҫтереү менән дә шөғөлләнеүсе “Мәрхәмәт” фонды баш ҡалабыҙҙа балалар үҫеше үҙәге асты. Сит телдәр, математика, һүрәт төшөрөү, йыр, бейеү – балаларыбыҙ хәҙер йәне теләгән шөғөлдө һайлап, унда һәләттәрен аса ала.
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрованың, республикабыҙҙың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Линара Иванованың, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Павел Качкаевтың беҙҙе борсоған мәсьәләләрҙе дәүләт кешеләре булараҡ ҡына түгел, үҙ йөрәге аша үткәреп ҡабул итеүе лә күңелгә дәрт ҡуйҙы. Беҙ, проблеманы үҙ башынан кисергән кешеләр булараҡ, эстән белеп күтәрһәк, улар уны киңерәк ҡарап, юғары кимәлгә сығарыуға өлгәште. Эшенән китергә мәжбүр булып, көнө-төнө инвалид балаһын ҡараусы әсәләрҙең хеҙмәте өсөн түләү, был йылдарҙы эш стажына индереү, уларға ҡулай эш табышыу, инклюзив мәктәптәр асыу – ошо һәм тағы әллә күпме мөһим мәсьәләләр хәл ителеү алдында тора. Инвалид бала тәрбиәләүсе ата-әсәләрҙең күп һанлы мөрәжәғәттәрен иҫәпкә алып, Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Зәки улы Хәмитовтың шәхси ҡатнашлығында “Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында”ғы Законға үҙгәрештәр индерелде. Уларға ярашлы, бындай ғаиләләргә, шулай уҡ өс һәм унан күберәк бала тәрбиәләүселәргә йорт төҙөү өсөн бушлай ер алыу хоҡуғы бирелә.
Ауыр сирле сабый ҡараусы әсәй менән атай, яҡындары ғына түгел, улар менән аралашыусы һәммәбеҙ ҙә кешелеклеккә һынау тота. Был һынауҙы көн дә үтеүсе реабилитация үҙәге етәксеһе – яҙмышын мөмкинлектәре сикләнгән балалар менән эшләүгә арнаған Рауил Миңлебаев, уның ҡул аҫтында хеҙмәт итеүсе табиптар, шәфҡәт туташтарының Хоҙай алдында ла, кешеләр алдында ла йөҙҙәре аҡ һәм пак. Ғөмүмән, был сабыйҙар яҙмышына аҙ ғына ҡағылып үтеүсе лә күңеле сафланыбыраҡ китеүен һиҙәлер.
– Икенсе йыл рәттән, бөтә республиканан һәләтле малайҙарыбыҙҙы һәм ҡыҙҙарыбыҙҙы йыйып, “Таланттар йондоҙлоғо” бәйгеһе үткәрәбеҙ. Баһалама биреүсе билдәле шәхестәр балаларҙың сығыштарын башта тетрәнеп ҡарап, илай, унан уларҙың сәхнәләге кисерештәре менән йәшәй башлай, – ти Гөлшат Ибраһимова.
Тиҫтерҙәре кеүек йүгереп, һикереп уйнау ғына түгел, ҡайһы берҙәре үҙ аяҡтары менән ерҙе тойоу, ҡояш нурын күреү, әсәһенең яғымлы тауышын ишетеү шатлығынан да мәхрүм был сабыйҙар тормошто сәләмәт балаларға ҡарағанда нескәрәк тоя, бәләкәй генә ҡыуанысты ла оло бәхет тип ҡабул итә. Фәрештәләй гөнаһһыҙ был йәндәр донъяға беҙҙе миһырбанлы булырға өйрәтеү өсөн киләлер, бәлки.
… Көндөҙөн мең мәшәҡәт менән мәшғүл әсә төндәрен ҡулына ҡәләм ала. Аҡ дәфтәргә аҡ нур булып йөрәк түренән сыҡҡан юлдар төшә:
Балам, балам, балаҡайым,
Бәғеркәйем минең, күҙ нурҡайым,
Биш яҙмышҡа торош һынауҙарҙы
Күтәрәһең сабыр, ныҡлыҡайым.
Ҡояш сыға һин йылмайған һайын...

Альмира КИРӘЕВА.
Александр ДАНИЛОВ фотолары.
Александр ДАНИЛОВ фотолары.
Теги: