“Улар оҙаҡ һәм бәхетле ғүмер кисергән…”
1-се дәрес
Яңы өйләнгәндәрҙең күбеһенә шундай хата хас: өйләнешкәс тә, улар ялҡаулана һәм үҙ өҫтөндә эшләүҙән туҡтай. Ир кеше хәҙер ғаиләне тәьмин итергә, башҡа ҡатын-ҡыҙға ҡарамаҫҡа, яуаплылыҡ тойорға… тейеш, ҡатын-ҡыҙҙың мәшәҡәте иһә – балалар ҡарау, йорт эштәрен башҡарыу, тәмле бешереү… Ә романтика, һәр ғаилә ағзаһының шәхси үҫеше, бер-береңде һәм “беҙ” тип аталған үҙенсәлекле киңлекте өйрәнеү? Ә бит туйҙан һуң барыһы ла башлана ғына әле!
Йәштәргә шуны әйтке килә: ултырығыҙ ҙа нисек бергә йәшәргә теләүегеҙ хаҡында һөйләшегеҙ! Мөхәббәтегеҙҙең көсөн артабан да үҫтереү өсөн ниҙәр мөһим? Һөйөүегеҙҙе нисек еткерергә? Аңлашығыҙ, кемгә нимә оҡшай йә оҡшамай, барыһы хаҡында ла фекерҙәрегеҙ менән ентекләп бүлешегеҙ.
Бына һеҙгә өйгә эш: Гэри Чепмендың “Мөхәббәттең биш теле. Юлдашыңа һөйөүҙе нисек белдерергә” тигән китабын бергәләп уҡып сығығыҙ.
2-се дәрес
Бәхетле ғаилә тыныслыҡ, тигеҙлек һәм рәхәтлектән генә тормай. Күп йәштәр һынауҙарға әҙер түгел һәм баллы ай үтеү менән тәүге ҡапма-ҡаршылыҡтар алдында баҙап ҡалыусан. Аңлашылмаусанлыҡ килеп сыҡҡан икән, тимәк, ғаилә йәшәй алмай, кеүек тойола уларға. Кемдер ата-әсәһе янына йүгерә, йә айырылыу хаҡында уйлай башлай. Байтаҡ ғаиләләр шул рәүешле бер минутлыҡ хис-тойғолар арҡаһында йәшәүҙән туҡтай. Күпмелер ваҡыт үткәс, элекке ир менән ҡатын бер-береһенә ни тиклем кәрәклеген аңлай, әммә йыш ҡына үкенесле хатаны инде төҙәтергә һуң була.
Йәш ирҙәр һәм ҡатындар, ҡәҙерлеләрем, дуҫтарса һөйләшеүҙәр алып барырға өйрәнеү бик кәрәк! Талашыуҙан файҙа юҡ. Үҙ уйҙарығыҙ, тойғоларығыҙ, ҡараштарығыҙ менән тыныс ҡына бүлешегеҙ. Был мәсьәләне нисек аңлайһығыҙ, тояһығыҙ? Күпселек дөрөҫ һанағанса йәшәү тап һеҙҙең ғаиләгә килешмәүе бар. “Беҙ хәҙер үк шулай итергә тейеш”, ”Һин мине асыуландырҙың! ” – тип әйтер урынға, тойғоларығыҙ өсөн яуаплылыҡ алып: ”Һин шулай иткән өсөн асыуланам”, “Мин хәҙер ошолай итеүебеҙҙе теләр инем, сөнки...” – тигәнерәк һөйләмдәрҙе ҡулланһағыҙ, яҡшыраҡ булыр.
Бер-берегеҙгә ошондай һөйләмдәрҙе әйтеп күнекмәләр үткәрегеҙ.
3-сө дәрес
Ғаиләлә һауыт-һаба шылтырамай тормай. Һәр ҡаршылыҡ – үҙеңдең парың хаҡында күберәк белергә мөмкинлек ул. Ошо сағында уны мөнәсәбәттәрҙе өҙөү өсөн түгел, ә үҫеш өсөн файҙаланырға була. Сергей Есениндың: ”Ҙур нәмә алыҫтан яҡшыраҡ күренә”, – тигән һүҙҙәрен иҫкә төшөрөгөҙ. Бәхәс – икенсе яртыңа һиндә нимә оҡшамаған, нимәгә иғтибар итергә, ни менән иҫәпләшергә – шуны асыҡлау юлы. Йыйылып килгән көсөргәнеште бөтөрөү өсөн мөмкинлек тә әле ул.
Йәштәр, бер-берегеҙҙе күҙәтеп, ҡатмарлы мәсьәләләрҙе килеп сыҡҡан мәлендә үк сисергә тырышһағыҙ, үҙегеҙгә еңелерәк булыр. Ваҡиғанан бер аҙға ”сығып тороу” ҙа файҙалы. Мәҫәлән, туңдырғысҡа бер емеш һалығыҙ ҙа уның туңып сығыуын көтөгөҙ. Шунан ғына бәхәсте дауам итегеҙ, әлбиттә, теләгегеҙ ҡалһа...
Был дәрестә өйгә эш шундай – хәләлегеҙгә көсөргәнешле хәлдән сығырға ярҙам итергә өйрәнегеҙ. Мәҫәлән, төрлө һылап-һыйпау ысулдарын ҡулланыу отошло.
4-се дәрес
Ғаилә – ул яңы уҡыу, эш, йәшәү урыны кеүек. Бер һүҙ менән генә әйткәндә, ир һәм ҡатын булып күнегергә кәрәк. Хәҙер һеҙ – бер бөтөндөң ике яртыһы. Ярҙам итеү, хәстәрләү, ышаныс, һөйләшеү, бергә, дөйөм... был һүҙҙәр һеҙҙең ғаиләнең бөтөнлөгөн аңлатыу өсөн ҡулланыла. Үҙегеҙ барлыҡҡа килтергән яңы киңлектең үҙ тәртиптәрен, ҡағиҙәләрен, ғөрөф-ғәҙәттәрен булдырһағыҙ, күпкә еңелерәк. Һеҙ тәү күрешеп танышҡан көн, тәү ҡат мөхәббәт һүҙҙәре яңғыраған урын... һеҙ икәүгә генә ҡағылған айырыуса ҡәҙерле нәмәләр бар. Өйгә эш итеп тап һеҙҙең ғаилә өсөн иҫтәлекле көндәрҙең теҙмәһен булдырыуҙы йөкмәтәм.
5-се дәрес
Беҙҙең илдә бары 7 процент кешеләр генә психологҡа, ғаилә консультантына мөрәжәғәт итә һәм йыш ҡына был аҙымды хәлдең иң киҫкен мәленә барып еткәс кенә, ҡырҡа саралар күреү кәрәк булған мәлдә генә эшләйҙәр. Бөгөн ғаилә мөнәсәбәттәрен булдырыу, һаҡлау һәм үҫтереү менән шөғөлләнгән белгестәр арта бара. Егеттәр һәм ҡыҙҙар, психологтарға мөрәжәғәт итегеҙ! Шул иҫәптән беҙҙең үҙәккә лә һорауҙарығыҙ менән килә алаһығыҙ.
Галина ИВАНОВА, ”Индиго” ҡала психология-медицина-социаль үҙәге педагог-психологы.

Теги: