Бында киң офоҡтар асыла

Бында киң офоҡтар асыла Мәктәпте тамамлаусы егеттәр һәм ҡыҙҙар тулҡынландырғыс, шул уҡ ваҡытта яуаплы ҡарар ҡабул итеү – һөнәр һайлау алдында тора. Республикала урта һөнәри белем биреүсе уҡыу йорттары араһында лайыҡлы урын биләүсе Өфө дәүләт технология һәм дизайн колледжы хаҡында яҙмабыҙ йәштәргә бөгөн хеҙмәт баҙарында ҙур һорау менән файҙаланған һөнәрҙәр хаҡында киңерәк мәғлүмәт алырға булышлыҡ итер, тигән уйҙабыҙ.
Уҡыу йорто тарихы алыҫ 1957 йылдан юл ала – ошо йылдың 1 июнендә Өфөлә киске еңел сәнәғәт техникумы асыла. Техни­кум башта боронғо Ҡунаҡһарай биналарын биләгән кизе-мамыҡ комбинатында урын ала һәм тәүге 43 уҡыу­сыһы ошо комбинатта, Өфө, Стәрлетамаҡ тегеү фабрикаларында эшләүсе­ләр була. Ярты быуаттан ашыу ваҡыт эсендә уҡыу йорто республикала ғына түгел, Рәсәйҙә, хатта унан ситтә лә киң йүнәлешле инновацион белем усағы булараҡ танылыу ала һәм егерме меңләп уҡыусыны һөнәрле итеп, үҙ аллы оло тормош юлына сығара.
“Иҡтисад һәм бухгалтер иҫәбе”, “Банк эше”, “Логистикала операцион эшмәкәрлек”, “Идара итеүҙә документтар эшен алып барыу һәм архив эше”, “Мәғлүмәти системалар”, “Дизайн”, “Кейем моделдәрен эшләү технологияһы”, “Парикмахер оҫталығы” – әле ошо белгеслектәр буйынса көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә 1200-ләп ҡыҙ һәм егет уҡый.
Бында киң офоҡтар асыла
Колледж әҙерләгән белгестәргә ихтыяж һәр йылда ла ҙур. Мәҫәлән, кейем моделдәрен эшләү технология­һы бүлеге сығарылыш курсы ҡыҙҙарының һәр береһенә бишәр ойошманан эш тәҡдим итәләр. Уларҙы республиканың тегеү һәм трикотаж фабрикаларында, ательеларҙа, оҫтаханаларҙа, модалы кейем кибеттәрендә ҡуш ҡуллап көтөп торалар. Дизайнер һөнәре­нә эйә булыусылар интерьер-салондарҙа, реклама агентлыҡтарында эш­ләй, web-дизайн, ландшафт төҙөү менән шөғөлләнә. Йәш парикмахер­ҙарҙың күбеһе, бер ни тиклем тәжрибә туплағандан һуң, ҡағиҙә булараҡ, үҙ эшен асып ебәрә. “Банк эше” нескәлеген өйрәнеүселәр – банктарҙа, төрлө финанс ойошмаларында, страховка компанияларында, “Иҡтисад һәм бухгалтер иҫәбе” бүлегендә белем алыусылар иҡтисадтың төрлө тармаҡтарында һөнәри оҫталығын аса. Әле ҡолаҡҡа ятыраҡ яңғыраған логист һөнәре – яҡын киләсәктә юғары баһа­ланасаҡ ун һөнәр исемлегенә ингән, логистың бурысы сығымдарҙы кәметеүҙең, компания ресурстарын мөмкин тиклем һөҙөмтәле файҙаланыу юлын билдәләүҙән ғибәрәт. “Мәғлүмәти системалар” бүлеген тамамлаусыларҙың һәр өлкәлә үтә кәрәкле белгестәргә әйләнеүен һөйләп тороу ҙа кәрәкмәй­ҙер. “Идара итеүҙә документтар эшен алып барыу һәм архив эше” ћөнєрен һайлаусылар офис-менеджерҙар, референттар булып китә, дәүләт һәм шәхси ойошмаларҙа архив эшен алып бара, кадрҙар хеҙмәттәрендә эшләй.
“Колледжда алған белем артабан йәштәргә предприятиеларҙа хеҙмәткәр булып та, урта звено етәксеһе вазифаһында ла, эшҡыуарлыҡ өлкәһендә лә уңышлы эшләү мөмкинлеге бирә”, – ти, ғорурланып, уҡыу йортоноң директоры, техник фәндәр кандидаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй Феде­рацияһы урта һөнәри белем биреүҙең почетлы хеҙмәткәре Рәмилә Клюева. Һәм был һүҙҙәрҙә хаҡлыҡ ята. Рәмилә Ғаян ҡыҙы сирек быуат етәкселек итеү осоронда юғары квалификациялы һәм заман менән бергә атлаусы коллектив туплауға өлгәшкән. Уҡытыусылар студенттарҙы ғилми-тикшеренеү һәм ижади эшмәкәрлеккә әүҙем йәлеп итә. Халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй, республика фестивалдәрендә, төрлө бәйгеләрҙә йылдың йылында яулаған еңеүҙәр шул эҙмә-эҙлекле эштең емеше булып тора ла инде. Был еңеүҙәрҙең барыһы ха­ҡында ла яҙыу өсөн айырым мәҡәлә кәрәк булыр ине һәм беҙ бары бер нисәһенә – иң сағыуҙарына туҡталып үтәбеҙ.
Бында киң офоҡтар асыла
Ун йыл дауамында “Иҡтисад һәм бухгалтер иҫәбе” бүлегендә уҡыусыларҙың “Студенттар – ирекле эшҡы­уарлыҡта” халыҡ-ара конкурсының төбәк этабында тәүге урындарҙы алып килеүе етди ҡаҙаныштарҙан һанала. Модельерҙарҙың “Глория” дизайн-студияһы әҙерләгән коллекциялар “Евро-Өфө-Азия”, “Иҙел буйы палит­раһы”, “Халыҡ-ара мода ассамблеяһы”, “Подиум” һәм башҡа абруйлы ярыштарҙа уңыш яулаһа, “Парикмахер оҫталығы” бүлегендә уҡыусылар “Алтын тараҡ” бәйгеһендә даими ҡатнашып, сәнғәткә тиң һөнәрҙә маһирлыҡ­тарын күрһәтә. “Дизайн” белгеслеге ижад өсөн бигерәк тә ҙур мөмкинлек­тәр аса: буласаҡ дизайнерҙар эштәре йыл һайын Халыҡ-ара заманса сәнғәт күргәҙмәһе сиктәрендә Мәскәүҙә уҙға­рылған Рәсәй сәнғәт аҙнаһында, Сән­ғәт ассамблеяһында, “ПродУрал” халыҡ-ара күргәҙмәһендә юғары баһаға лайыҡ була.
Быйыл апрель аҙағында иһә туғыҙ студенттан торған колледж командаһы Тольяттиҙа уҙғарылған WorldSkills Russia тәүге милли чемпионатында Баш­ҡортостаныбыҙ исеменән лайыҡ­лы сығыш яһаны һәм өсөнсө урынға сыҡты. Был халыҡ-ара хәрәкәттең маҡсаты – бөтә донъяла эшсе һөнәр­ҙәрҙең абруйын арттырыу, әҙерлек кимәлен күтәреү.
Вячеслав Зайцев ҡатнашлығында шаулап-гөрләп үткән Мода аҙналығында Гран-при алған студенттарҙың Мәскәүгә атаҡлы модельерҙың Мода йортонда тәжрибә тупларға барыуы хаҡында әйтеп үтмәһәк, яҙыҡ булыр, моғайын.
Колледжда сифатлы белем алыу өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар. Бындай бай, заманса матди-техник база менән һәр юғары уҡыу йорто ла маҡ­тана алмай. Уны тамамлаусыларҙың туҡһан проценты үҙ һөнәре буйынса эшләүе алған ғилемдең ғәмәли яҡтан һәйбәт ны­ғытылыуы хаҡында һөйләй. Мәҫәлән, буласаҡ модельерҙар иң һуңғы талаптарға яуап биреүсе сит ил ҡорамалдарында эшләргә өйрәнә. Бынан тыш, колледжды тамамлаусылар, те­ләктәре булһа, республиканың юғары уҡыу йорттарында ҡыҫҡартылған программа буйынса уҡыуҙарын дауам итә ала.
Шулай уҡ улар сит илгә сығып эшләү мөмкинлегенә лә эйә. Мәҫәлән, колледж күп йылдар инде Испаниялағы “Armengol” парикмахер оҫталығы академияһы, “Интеробразование” халыҡ-ара һөнәри белем биреү үҙәге (Мәскәү ҡалаһы), РUМ эшмәкәрлеге буйынса тәжрибәле белгестәрҙең нидерланд ойошмаһы менән хеҙмәт­тәшлек итә. Әйҙәүсе сит ил белгес­тәре даими килеп, мастер-кластар үткәрә.
Әлбиттә, студенттарҙың тормошо уҡыуҙан ғына тормай. Улар ҙур теләк менән төрлө спорт секцияларына, ижа­ди түңәрәктәргә йөрөй. Ситтән килеү­селәр өсөн бөтә уңайлыҡтары булған дөйөм ятаҡ бар, ашханала әҙерләнгән ризыҡтар өй ризыҡтарынан кәм түгел.
Бында киң офоҡтар асыла
“... Єсәйем кеүек, алтын ҡуллы тегенсе булғым килде. Ошо теләгем колледжға алып килде лә инде”, – ти бер-бер артлы Бөтє Рєсєй бєйгелєрендє уњыш љаҙаныусы Ксения Шафикова. Маҡсатлы ҡыҙ уҡыуын Санкт-Петербург дәүләт технология һәм дизайн университетында дауам итергә һәм киләсәктә билдәле модельер булырға хыяллана.
Эйе, Өфө дәүләт технология һәм дизайн колледжы Ксения кеүек йәш­тәргә хыялдарын тормошҡа ашырыу өсөн киң офоҡтар аса һәм ошо көн­дәрҙә абитуриенттарҙан документтар ҡабул итә башланы. Белем биреү көн­дөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлек-тәрендә, бюджет һәм коммерция ниге­ҙендә ғәмәлгә ашырыла. Уҡырға инер­гә теләүселәр дөйөм нигеҙҙә, йәғни аттестат йомғаҡтары буйынса конкурс үтә. Буласаҡ модельерҙар һәм дизайнерҙар ижади имтихан да (“Һүрәт” һәм “Композиция”) тотасаҡ.

Альмира КИРЄЕВА.
Александр ДАНИЛОВ фотолары.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook