Белгең килһә минең хәлгенәмде
Уңған ҡатын
Тыуған төйәгемдең сылтырап аҡҡан йылғаларына, йәшеллеккә төрөлөп үҫкән урман-тауҙарына, ер аҫты байлығына һоҡланмаған кеше юҡтыр. Халҡы ла изге күңелле, эшһөйәр уның. Бына бөгөн шундай уңғандарҙың береһе хаҡында һүҙем. Зимфира Рәшит ҡыҙы Хөсәйенованың балалыҡ йылдары Хәйбулла районының Ғәлиәхмәт ауылында үтә. Өфөгә күсеп килгәс, 20-се башҡорт мәктәбен тамамлай. Яҡшы билдәләргә генә уҡыған, мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнашҡан ҡыҙ артабан уҡыуын Өфө сауҙа техникумында дауам итә. Тәүге мөхәббәте – Рифаты менән сәстәрен сәскә бәйләйҙәр. Улдары Динар һәм ҡыҙҙары Айһылыуҙы тәрбиәләп үҫтерәләр.
Зимфира ҡайҙа эшләһә лә, һынатмай. Тик тормошта барыһы ла ал да гөл генә булып тормай бит. Ауыр 90-сы йылдар, эш урындары кәмей, өмөттәр һүнә барған осор. Зимфира ла, күҙ йәштәренә ирек бирмәй, яңы юлдар эҙләй. Шулай баш ҡалабыҙҙың Үҙәк баҙарында тундар һата башлай. Йәйге эҫелә лә, ҡышҡы сатлама һыуыҡтарҙа ла асыҡ һауала эшен дауам итә… Уңған ҡатын “Уйна, гармун” тапшырыуында ҡатнашырға ла, “Юлдаш” радиоһында “Хеҙмәтеңдә – хөрмәтең” бәйгеһендә ҡатнашып, “Иң гүзәл һәм нәзәкәтле ҡатын-ҡыҙ” һәм “Йырсы һандуғас” номинацияларында еңергә лә, балалар йортонда тәрбиәләнеүселәргә ярҙам ҡулы һуҙырға ла өлгөрә. Мөләйем йөҙө, йылы һүҙе, моңло көйө менән әсир иткән уңған ҡатын ул Зимфира Хөсәйенова.
Рафиѓа ВЄЛИТОВА.
Әсәйебеҙ –тормошобоҙ йәме
Яратыу, бер-береңә йән атыу, матур ғаилә ҡороу – йәшәйештең ғәжәйеп бер мөғжизәһе. Бәхетле парҙар, тигәндә, иң беренсе Саҡмағош районы Яңы Ҡото ауылында йәшәүсе ҡәҙерлеләребеҙ – әсәйем Алма Әмирйән ҡыҙы һәм атайым Фәнил Мирзиәхмәт улы Нуриевтар тора. Улар 51 йыл оҙон ғүмер кисереп, бер-береһенә терәк булып, һоҡланырлыҡ итеп донъя көтє. Уларҙың аталары, беҙҙең олатайҙар, һуғыш ҡырҙарында ятып ҡалғандар. Бала саҡтары һуғыштан һуңғы ауыр замандарға тура килгән.
Атайым ошо ауыл егете, тырыш, уңған булып үҫә. Бала саҡта, үҫкәс, шофер булам, тип үҙенә һүҙ бирә. Бәләкәй генә булыуына ҡарамаҫтан, асы буран тимәй, боҙло ҡар яуһа ла, бата-сума урмандан ботаҡ-сатаҡ ташый, сөнки һыуыҡ өйҙө йылытырға кәрәк. Ике апаһы, әсәһе колхоз эшенән бушамай…
Әсәйем Учалы районы ҡыҙы, Көҙәй ауылында донъяға килгән. Ул бәләкәйҙән эшкә өйрәнеп үҫә, бесән дә саба, утын да киҫә, көтөү ҙә көтә. Ун биш йәше тулғас, Учалы тау-байыҡтырыу комбинатына руда бушатыусы булып эшкә керә. Ябыҡ ҡына, тал сыбыҡтай нәҙек кенә беләкле ҡыҙҙың шул тиклем ауыр эштә эшләгәненә ғәжәпләнмәгән кеше ҡалмай. Һуңынан төҙөлөшкә күсә. 1961 йылда Саҡмағош егетенә тормошҡа сыға. Йәштәр бергә колхозда эш башлап ебәрәләр. Бәләкәстән эшкә сынығып үҫкән ҡыҙ себештәр ҡарай, төҙөлөштә лә, шәкәр сөгөлдөрөндә лә, колхоз баҡсаһында ла эшләй.
Атайым – шофер, колхозда алдынғылыҡты бирмәне. Таңғы 4-5-тәрҙә сығып китер, төнгө 2-3-тәрҙә генә ҡайтыр ине. Беҙ, балалар, атайҙы өйҙә һирәк осрата инек. Әсәйебеҙ иһә, йоҡламай, уның ҡайтыуын көтөп ултыра. Йылы ашы һәр саҡ әҙер. Беҙ, биш бала, әсәйебеҙҙең итәгенә йәбешеп үҫтек.
Атайыбыҙҙың эштә алдынғы булыуында әсәйебеҙҙең өлөшө ҙур. Ул, ғаиләбеҙҙең усағын һүндермәйенсә, йортобоҙ ҡотон, татыулыҡты һаҡлап ҡала белде. Беҙҙе лә бер-беребеҙ өсөн өҙөлөп торорлоҡ итеп тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Бишебеҙҙе лә уҡытып оло юлға сығарҙылар. Фәһим һәм Алмаз ағайҙарым атайыбыҙ юлын һайланы, улар ҙа шофер. Беҙ, өс ҡыҙ – Альмира, Эльвера, Венера – бухгалтер һөнәрен үҙләштерҙек.
Атай-әсәйемде ауылда барыһы ла хөрмәт итәләр. Йортобоҙҙо баһалап, “Өлгөлө йорт” исеме бирелде. Әсәйем бәйләй, тегә, сигә, матур итеп мандолинала уйнай, картиналар төшөрә. Шиғырҙары ла гәзит биттәрендә донъя күреп тора. Мал тоталар, ҡош-ҡорт аҫрайҙар, үҙҙәре үҫтергән йәшелсә-емештәрҙән мул уңыш алалар. Баҡсала, тәҙрә төптәрендә генә түгел, ҡапҡа бағаналарында ла сәскәләр үҫә. Балаларына, 15 ейән-ейәнсәренә бәхет, шатлыҡ теләп, барыбыҙға оло маяҡ булып йәшәй ҡәҙерлеләребеҙ.
Альмира ТАЋИРОВА.
Мәсетле районы.
Бөтә синыф менән
Туған телебеҙҙә сыҡҡан баҫмаларҙы алдырып уҡып барабыҙ. Быйыл бөтә синыф менән «Башҡортостан ҡыҙы»на яҙылдыҡ. Журнал бик бай йөкмәткеле, фәһемле. Ҡыҙҙар өсөн әҙәп, тәрбиә темалары яҡтыртылыуы бик отошло, аш-һыу әҙерләү, ҡул эштәренә өйрәтеү ҙә яҡшы. Һеҙгә ижади уңыштар, ныҡлы һаулыҡ теләп ҡалабыҙ.
З.К.Иҫәнбаева.
Бөрйән районы,
Байғаҙы ауылы.
Һеҙҙән шәл бәйләргә өйрәндем
Мин яратҡан журналымды сыға башлағандан бирле уҡып барам. Бер һанын да ҡалдырғаным юҡ. 1968 йылда миңә ун өс йәш ине. Ҡәҙимге иҫ белә башлаған ҡыҙсыҡ, тәүге һанды ҡулға алғас та, журнал тышындағы һылыу ҡыҙға иҫем киткән ине. “Их, ошондай һылыу еңгәй булһасы!” – тип тә уйланым. Үҙем гел малайҙар араһында үҫкәнгәме, матур ҡыҙҙарға һәр саҡ һоҡланам. Шул ваҡыттан бирле ғәҙәтем: иң тәүҙә тышлыҡтағы ҡатын-ҡыҙҙың кем икәнлеген асыҡлайым һәм уның тураһында уҡыйым. Артабан башҡа ҡыҙыҡлы мәҡәләләр менән танышам.
Шуныһы ҡыҙыҡлы: шәл оҫталары менән дан алған Ейәнсура яҡтарынан булһам да, шәл ситен яратҡан журналым аша бәйләргә өйрәндем. Хәҙер ҙә биҙәктәрҙе ҡарап барам. Элегерәк һәр һанын йыйып бара инем, хәҙер үҙем уҡыйым да, таныш-белештәремә, һылыуҙарыма биреп ебәрәм. Кәрәкле мәҡәләләрҙең күсермєћен алып ҡалам, әлбиттә!
Венера АЙЫТЉОЛОВА.
Баймаҡ районы,
Иҫке Сибай ауылы.
Бәпес ҡарарға ла ярҙам итә!
Минең исемем Алһыу, 27 йәштәмен. Ҡаҙан ҡалаһында йәшәйем һәм эшләйем. Үҙем Октябрьский ҡыҙымын. Йыраҡта йәшәһәм дә, яратҡан журналымдан айырылмайым. Башта әсәйем менән атайым уҡый, шунан миңә ебәрәләр. Баҫмаларҙы ташламайбыҙ, һәр һанын йыйып барабыҙ. Журналдан тормош өсөн бик күп файҙалы кәңәштәр алырға була. Былтыр сентябрь айында ағайым менән еңгәмдең бәләкәс ҡыҙҙары тыуҙы. 2009 йылғы һандарҙы табып, һеҙҙең кәңәштәр буйынса бәпескә дауалаусы гимнастика яһайбыҙ. Күршеләргә, дуҫтарға биреп торабыҙ, улар ҡыҙыҡһынып үҙҙәре лә яҙылдылар.
Алһыу ҒЄЛИУЛЛИНА.
Ҡаҙан ҡалаһы.
Өләсәйемә һоҡланам
Минең өләсәйем Мәйсәрә Насырулла ҡыҙы “Башҡортостан ҡыҙы”нан бер генә өҙөлгәне юҡ. Китапханасы булып эшләгән сағында ла һәр йылдың һәр һанын йыйып барҙы. Журнал иғлан иткән бәйгеләрҙә ҡатнашып, уңыш яулағаны булды. “Аллы-гөллө, селтәрле” алъяпҡыстар конкурсында ҡатнашып алған Маҡтау грамотаһын әле лә оло аманаттай ҡәҙерләп һаҡлай.
Стәрлетамаҡ мәҙәниәт ағартыу техникумын уңышлы тамамлаған йәш белгесте Матрай районына (хәҙерге Йылайыр районы) эшкә ебәрәләр. Юлдыбай мәҙәниәт йортонда художество етәксеһе булып эшләй. Унан Һабыр ауылы мәҙәниәт йорто етәксеһе итеп тәғәйенләйҙәр. Мәҙәни саралар ойоштороу менән ғына тынысланмай, ауылда китапхана ла асып ебәрә. Ҡышын ат санаһында, йәйен ылау менән район үҙәгенән төрлө китаптар ташый.
Һабыр ауылында тыуып үҫкән Сәлихйән Ҡотой улы Атанғоловҡа тормошҡа сығып, дүрт балаға ғүмер бүләк итәләр. Ҡартатайым хужалыҡта идарасы һәм агроном булып эшләне. Тырыш хеҙмәте өсөн Маҡтау грамоталары һәм миҙалдар менән бүләкләнгән.
Мәҙәниәт өлкәһендә 40 йылдан ашыу эшләү дәүерендә төрлө фәһемле саралар, осрашыуҙар ойоштора. Ата-әсәһе эскән балаларҙы ҡурсалаусы ла, киләсәктәренә өмөт осҡоно һалыусы ла, дәрт өҫтәүсе лә ул була. Ауылдаштарын уҡыуға ылыҡтырыу өсөн ижади кисәләр, күргәҙмәләр үткәрә. Үҙенең дәрте, сәме, тырышлығы, һәләте, моңо менән ауылдаштарын әйҙәп, уларҙа йәшәүгә өмөт, дәрт уятып, мәҙәни донъяға, рухи ҡимәттәргә әйҙәй ул.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡартатайыбыҙ арабыҙҙа юҡ инде. Әле өләсәйебеҙ кинйә улы менән матур ҡартлыҡ кисерә. Һигеҙ ейәне, биш ейәнсәре, өс бүләһе, ике бүләсәрен дә ҡарашырға ярҙам итә. Буш ултырырға яратмай: иртә яҙҙан баҡса ултырта башлай. Өй алдын хуш еҫле сәскәләр менән биҙәй. Көҙөн йәшелсә-емештәрҙән төрлө тәм-томдар әҙерләй. Оҙайлы ҡыш көндәрендә ҡул эштәре менән мәшғүл.
Алмас ҠУЖАБӘКОВ.
Йылайыр районы.

Теги: