Сабир ШӘРИПОВ: Уймаҡ хикәйәләр
Ҡайҙа бараһың?
Малай сағында бер танышым атын егә лә, ваҡ-төйәге менән оло ғына ҡатынды тейәп, юлға сыға. Эре генә килә теге ханым арбала! Ауыл урамынан уҙғанда гәп һатып ултырған әхирәттәре һүҙ ҡуша:
– Ҡайҙа юлландың көн ҡаҙағында?
– Кейәүгә китеп барам әле... – тигән була ханым.
– Иҫән-һау ғына йөрөп ҡайт, – ти быға береһе.
– Тиҙерәк әйлән кейәүеңдән, йомош бар ине үҙеңдә, – ти икенсеһе.
– Әллә... – ти ҡатын.
Баҡһаң, ҡатынҡайҙың, ат ектереп, күрше ауылда йәшәгән ҡыҙы менән кейәүенә түгел, уларҙан арыраҡ ятҡан ауылға – үҙен һоратҡан иргә китеп барышы икән.
Судҡа бирәм!
Туҡталышта ауылсараҡ кейенгән бер ҡатын ҡала ҡыҙынан республика дауаханаһына юлды төпсөндө. Башҡортса һораны, тегеһе әллә ҡыйынһынды, әллә аңламамышҡа һалышты – танауын ғына сирҙы.
– Мин һеҙгә ит-һөт ебәреп ятам ауылдан, ферма батҡағын тапап, ауырыуға һабышып, ә һеҙ бальнисҡа юл өйрәтергә лә йыбанаһығыҙ. Тфү, дармайыд!– ҡатындың йәне үртәлде, күҙҙәренән осҡон сәселде.
– Мин башкирса плохо знаю, – тигән булды ҡыҙ, аҙауҙан ағарынып.
– Бел, уҡы – кем тыя һине! Давай, өйрәт юлды, өйрәтмәһәң, судҡа бирәм мин һине.
Туҡталыштағыларҙан кемдер көлдө, кемдер йәмерәйҙе. Мин иһә апаҡайға ярҙамлашырға уҡталған ерҙән туҡталып ҡалдым, сөнки ҡала ҡыҙы башҡортсаны вата-емерә, башы-ҡулы менән ымлап, ныҡыш һауынсыға юлды төшөндөрә ине.
Әҙәм төҫлө “эт”
Түбәндәге лаҡапты ишеткәнегеҙ бармы?
...Имеш, эсеүенән буйтым ялыҡҡан сабырһыҙ бисә иҫерек ирен ауыл осондағы юл сатына сығарып һала. Йәнәһе, күҙенә лә күренмәһен, эт урынына эйәртеп алып китһәләр ҙә риза...
Әмәлгә таянғандай, йүнсел генә бер тол ҡатын һөйрәкләп алып ҡайта «алкаш»ты. Ашатып-эсереп, йыуындырып-кейендереп, тиҙ арала әҙәм төҫөнә индерә һәм һәүетемсә йәшәй ҙә китә былар. Тәүге ҡатыны кире ҡайтарырға маташа ла бит, юҡ шул, ирҙең яңы йәмәғәте яҡын да килмәй, өҫтәүенә, әмәлен дә өйрәтә ти әле көндәшенә:
– Юлдан эҙләйһең инде,
юлдан...
Көлгән булабыҙ, йә...
Алабейә битләүендә мәж килеп уйнап йөрөйбөҙ. Эргәләге һуҡмаҡтан еңелсә кейенгән бер әбей уҙып бара, артынса сибек кенә ҡыҙыҡай юрғалай.
Алыҫта, тау-урмандар ашаһында, бәләкәйерәк ауыл бар, тиҙәр, шундалыр тотҡан юлдары.
Әбейебеҙ бер заман туҡталды, артҡа боролдо, һаубуллашып, төйөнсөкһөҙ ҡулын иҙәне, ә ҡабаҡ башындағы иң ситке өй тупһаһында икенсе бер әбей – ҡасандыр беҙҙең ауылға килен булып төшкәне – башынан яулығын сисеп болғаны ла бәғер телерҙәй тауышы менән ниҙер һөрәнләп маташты. Быныһы иламһырап торҙо ла йән әрнеүе менән әһәүләп ебәрҙе. Торналар китәме ни – әһәүләү тауҙан тауға шаңҡыны.
Беҙ, уйһыҙ малайҙар, көлөшкән булабыҙ...
Әгәр юлаусы әбейҙең, тиҙҙән ахирәткә китермен инде, бәхил бул, тигәнерәк ҡиәфәттә әлеге ҡарындашы менән мәңгегә хушлашыуын белһәк, валлаһи, хихылдашмаҫ инек. Хәйер, бала саҡҡа ни үпкә?
Йылдар уҙғас, өләсәйе менән йәнәш атлаған сибек ҡыҙыҡайҙы – хәҙер инде олпат ҡатынды осратҡан һайын әллә ҡасанғы аһәң ҡолаҡҡа салынғандай.
Баҙарға барһаң...
Эштән ҡайтышлай йыш ҡына бәләкәйерәк баҙар аша һуҡтырам – турараҡ, ҡыҙығыраҡ. Шунда бер мәл шаҡы-шоҡо менән сауҙа иткән элекке һабаҡташты осраттым. Тапҡан кәсеп! Кем бит әле?..
Күрештек, һөйләштек. Уңайһыҙландымы, икенсе юлы күрәйем әле үҙен тиһәм, баҙарҙың аулағыраҡ мөйөшөнә күсеп ултырғайны. Өсөнсөгә иһә күрше баҙарҙа тап иттем, инде эргәһенә үҙем барманым. Эйе, ханым заманында дәртле генә йәмәғәт эшмәкәре, һәйбәт мөғәллимә ине...
Уҡытыусы... Һатыусы... Бер эштең дә насары юҡ, оялма, һине һөнәреңде алмаштырырға мәжбүр иткән заман үҙе оялһын тиһәм, килешер микән? Тик ул баҙарға ниңәлер аяғым тартмай.
Ваҡытһыҙ яусылау
Борон, ғәҙәттә, яусыны көтөү түгел, хатта килерен дә алдан белмәгәндәр. Хәҙер иһә ҡыҙ менән егет үҙҙәре табыша, килешә, никах-маҙарҙы ла үҙҙәре билдәләй.
Был юлы ла шулай була.
Ҡыҙ ата-әсәһен иҫкәртә,
бешеренә-төшөрөнә башлайҙар. Билдәләнгән көндө ҡыҙҙың әсәһе таңдан уҡ өтәләнә: шулайтайыҡ, былайтайыҡ... Атай кеше иһә
сабыр:
— Әйттерергә, ғәҙәттә, кис киләләр, ҡабаланма —
өлгөрәбеҙ, – ти.
Быны ишетеп торған ҡыҙ ҙа иркенләп тын ала, кисә үк ҡунаҡҡа саҡырған әхирәтен тыуған көнө менән ҡотлап ҡайтмаҡсы була. Китә һәм донъяһын онота...
Ҡояш һалыулағас, ауыл осондағы йылға аръяғына “Жигули” килеп туҡтай.
— Килен йортона юл саңын ҡағып-һуғып барайыҡ, — тип туҡтаттырған икән егеттең әсәһе машинаны.
Һыу буйына төшһәләр, ни күрәләр: арғы ярҙа унлап йәш-елкенсәк табын ҡорған. Кем бейей, кем йырлай тигәндәй. Өс-дүрт ҡыҙ, нимәнелер бүлешә алмағандай, ҡырсында тас та тос һуғышып йөрөй.
— Атаҡ-атаҡ, берәүһе беҙҙең килен түгелме һуң?! — ти бот сабып еңгә кеше.
Бер аҙ торғас, егеттең ағаһы төңөлгән ҡиәфәттә:
— Машина аръяҡҡа сыға алмаҫ һымаҡ, нисек уйлайһың? Балаҡты күтәрәм... — тигәс, ҡустыһы ҡәтғи генә әйтеп һала:
— Юлдары алама, күпер ҙә юҡ икән — боролабыҙ!
Бәғзе саҡ юлға һылтана торған ғәҙәте бар шул әҙәм балаһының. Төп-төҙөк юл да кеше яҙмышын бороп ебәрергә һәләтле.
Сүпрәһе генә әсемәгән
Әлегеһенең киреһе булғанғалыр, ишетеү менән был ваҡиғаны ла хәтеремә һеңдерҙем.
...Ирәндек тарафтарындамы, ике йәш ғашиҡтың араһынан ҡара бесәй уҙа: ҡыҙ егетен ҡыуып ебәрә, башҡаны табасағы менән янай. Елһәреп-дөмһәреп ҡайта төн уртаһында мәжнүн тау ашаһындағы ауылына. Юлда уҡ тәүәккәлләргә уйлаптыр, йоҡлап ятҡан барса туғандарын аяҡландыра һәм күндерә: кәләш әйттерергә һыпыртабыҙ. Хәҙер үк!
Егет яғыныҡылар иртәнге һауындан да алда, таң һарыһы менән, килеп тә керә кәрәкле ауылға. Аңлаталар: юл өҙөлмәҫ
борон килдек әле бына... Ҡыҙҙың әсәһе буласаҡ ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарының йомошон тиҙ төшөнә, бары тик:
— Атаҡ-атаҡ, сүпрәм әсемәгән дәһә, — тип кенә яуаплай ҙа он иләгенә йәбешә. Тауышынан иһә аптыраш үә тартыныу ҡатыш һөйөнөс, иң мөһиме, ризалыҡ сағыла.
Эй, башҡорттоң зирәк аҡылы, кинәйәле теле! “Сүпрәм...” тигән һүҙбәйләнеш хәҙер йәтеш кенә лаҡап һымаҡ яңғырай кәләштең ауылында. Ә теге пар һәләк матур донъя көтә, тиҙәр.

Теги: