Таңһылыу ҠАРАМЫШЕВА

Таңһылыу ҠАРАМЫШЕВА
Офоҡ
Кем булдым мин һиңә? Ни булдым мин?
Булдым, буғай, һинең яҡының.
Яҡыным, тип һиңә, алтыным, тип,
Йөрәгемдең бирҙем ялҡынын.

Яҡынайған һайын алыҫайҙың!
Булдың миңә бары офоғом.
Юҡ, булманың миңә ялҡынымдан
Инеп йәшенерҙәй ышығым.

Алыҫлашты ғына минән офоҡ!
Яҡынайған һайын сигенде:
Киңлек арттарында киңлек асып,
Икһеҙ-сикһеҙ итте һөйөүҙе!

Үжәт
Эй, ҡаҙамын, ҡаҙамын!
Ә һыу сыҡмай ҙа сыҡмай.
Дарҫ-дорҫ типкән йөрәккенәм,
Әйтерһең, хәҙер туҡтай!

Дөрөҫлөккә ҡарышыуҙан
Буламын инде үләт!
Һыу бар ерҙе ҡаҙмаҫ өсөн
Ҡамасаулайҙыр үжәт.

Был урында юҡ бит инде
Бер ниндәй һыу ятҡыһы.
Белә тороп ниңә ҡаҙам?
Шулмы өмөт сатҡыһы?

Иң һуңынан үлгән өмөт
Күпме тағы илатыр?
Һыу сыҡмаған ҡоҙоҡтарҙы,
Ҡаҙ, тип күпме йыуатыр?

Ә эргәлә көтөп тора
Күпме һыулы урындар!
Яңы дуҫ-иш, лайыҡ иптәш,
Төйәк итер ҡуйындар!

Яңы урындан ҡаҙамын –
Мәғәнәле үжәтем!
Һаумы, яңы донъям минең!
Барҙыр һиңә хәжәтем.

Ышаныс
Ағыҙмайым мин бит йылғаларҙы, –
Мин уларҙан һыуҙар эсеүсе,
Эсер һыуым эсеп бөткәнемсә
Ер йөҙөндә ғүмер итеүсе.

Яуҙырмайым мин бит болоттарҙы, –
Мин уларҙан хуш еҫ һулаусы,
Һулар һауам һулап бөткәнемсә
Күктең аҫтындағы юлаусы.

Башаҡтарға дымды мин бирмәйем,
Үҫтермәйем хатта әремде.
Ейер ризыҡтарым бөткәненсә
Аҫыраусы мин тик йәнемде.

Тәндә йәнем барҙа, ғүмер барҙа
Ҡулланыусы мин тик әҙерҙе.
Файҙаланам ғына тәбиғәттән, –
Һәм күрһәтәм уға ҡәҙерҙе.

Хоҙай теләмәһә, ағастағы
Япраҡ та бит хатта һелкенмәй.
Үҙ ағышы менән бара донъя,
Минән рөхсәт талап ителмәй.

Минең ихтыярға бәйле түгел –
Ҡанундар бит һәр саҡ үҙ аллы.
Миңә ҡала бары ышанырға,
Күтәрергә генә Алламды.

Үрмәлсек
Үрмәле гөл үргә үрләй,
Борғаланып-борғаланып.
Аҫҡа үҫмәй, өҫкә үҫә
Һуҙған епкә сырмаланып.

Үҫер өсөн уға бары
Бер башланғыс нөктә кәрәк.
Бер орлоҡтоң тумаланып,
Асылыуы бик тә кәрәк.

Бер шартлауҙан хасил йыһан,
Бер нөктәнән – бер йәҙрәнән.
Үрмәләнеп үҫәбеҙ беҙ,
Үрмәгөлдәй шул пәйҙәнән.

Үҫәбеҙ беҙ! Үҫешәбеҙ –
Нәҡ үрмәгөл әйләнсеге.
Үҫә, хасил була бара
Яңы үрҙәр үрмәлсеге.

Үҫер өсөн минең дә бит
Күңелдә бар башланғысым:
Үрмәләнәм яҡшы һүҙҙән!
Үҫмәүҙән шул һаҡланғысым...



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook