Мине һәр саҡ тауҙар ымһындырҙы...

Мине һәр саҡ тауҙар ымһындырҙы...Ысынбарлыҡ тәүҙә уйҙа ярала, тиҙәр. Алдымда ултырған нурлы ҡатындың да яҙмышы шуны раҫлай. Бик күп йылдар элек ауыл мәктәбенең бәләкәй генә синыфында ултырған уҡыусыларҙан мөғәллимә, ҙур үҫкәс, кем буласаҡһығыҙ, тип һорай. “Єхирәтем Фәтихаға эйәреп, уйлап та тормай, һауынсы булам, тигән булдым. Уҡытыусы шул саҡ: “Яҡшы, ҡыҙҙар, хәҙер был һөнәр бик почетта, һөттө кү-үп итеп һауһағыҙ, Хрущев бабайығыҙ янына барып ҡайтырһығыҙ”, – тине. Һуңғараҡ ауылыбыҙға фельдшер булып килгән апай беҙҙә фатирҙа торҙо. Уны күҙәтеп йөрөп, миндә лә кешеләрҙе дауалаһаң ине, тигән хыял бөрөләнде. Гел ҡурсаҡтарға йә укол һалып, йә яраларын бәйләп уйнағаным хәтерҙә. Юғары белем алып, бер йыл тиҙ ярҙам хеҙмәтендә тир түккәндән һуң, баш ҡалабыҙҙың 1-се поликлиникаһына терапевт булып күстем, ун өс йыл эшләгәндән һуң Башҡортостандың атҡаҙанған табибы исемен бирҙеләр. Һөнәремде шул тиклем яраттым, бирелеп эшләнем, ҡайһы саҡ арып-талып ҡайтып инеүемә ҡара төн етеп, инде балаларым күптән йоҡоға талған була торғайны.
Уҡыған саҡта уҡ функциональ диагностика менән ҡыҙыҡһындым. ЭКГ һәм башҡа шундай ҡағыҙҙарҙағы шифрҙарҙы ла аңлағас, эшләүе лә еңелгә тура килде. Йылдар үтә килә УЗИ аппартын да үҙләштерҙем. Аҙаҡҡы йылдарҙа 52-се поликлиникала УЗИ һәм функциональ диагностика бүлегендә эшләнем. Һауынсы булам, тиеүем һүҙҙә генә ҡалһа ла, уҡытыусы апайҙың әйткәне, күп йылдар үткәс, иҫкә төштө барыбер. 1988 йылда Мәскәүҙә үткәрелгән табиптарҙың Бөтә Союз съезына Башҡортостан делегацияһы менән мин дә барҙым. Күмәгебеҙҙең араһынан бер миңә генә президиумда ултырырға насип булды”, – ти табибә.
Башҡортостандан өс кеше сығыш яһарға тейеш булһа ла, көнө еткәс, исемлектә беҙҙекеләрҙән берәү ҙә булмауы асыҡ­лана. Әминә Сәфәрғәле ҡыҙына, президиумға төшөп барған сағында, хеҙмәттәше ошо хаҡта яҙылған ҡағыҙ тоттора. Ҡы­йыу башҡорт ҡыҙы, оҙаҡ уйлап тормай, үҙенән саҡ ҡына алдараҡ ултырған съезды алып барыусы рәйескә: «Зинһар, беҙҙекеләрҙең берәүһенә булһа ла һүҙ бирегеҙ, хөрмәт менән, президиум ағзаһы Исмәғилева», – тигән хат яҙып бирә. Һө­ҙөмтәлә, икенсе көнөнә булһа ла, беҙҙең төбәктәге һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге мәсьәләләр хаҡындағы сығышты ла ха­лыҡ иғтибарына еткереү маҡсатына ирешәләр. “Хрущевты булмаһа ла, Кремлгә барып, Горбачевты күрергә яҙҙы бит. Ниәт иткән – мораҙына еткән, тигәндәре шул булалыр инде, күрәһең”, – тип йылмая мөләйем әңгәмәсем – бәхетле әсәй, өләсәй, хажиә Әминә Сәфәрғәле ҡыҙы Исмәғилева.
Эшен бөтә күңелен биреп башҡарһа ла, донъяһын да гөр­ләтеп алып бара гүзәл ханым. Ҡыҙы Айгөл менән улы Азамат уның талапсан булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алһа ла, шул уҡ ва­ҡытта хәстәрлекле һәм яҡты күңелле әсәйҙәренә рәхмәтле­ләр. Балалары бөгөн матур ғаилә ҡороп, маҡсатҡа талпынып йәшәй. Хәҙер үҙҙәре – ата-әсәй, аяҡтарында ныҡ баҫып тор­ған уңышлы кешеләр. Айгөл кесе эшҡыуарлыҡ менән шө­ғөлләнә. Азамат – архитектор. Кейәүе Фәнил менән килене Дилбәр ҙә, үҙҙәренә оҡшап, тәүфиҡлы, сәмле, ҡыйыу.
Ҡыйыулыҡ, тәүәккәллек тигәндәй, был сифат Әминә апайҙың һәр эшендә, ғәмәлендә сағылыш таба. Ун йыл элек алтын байрамын спиртлы эсемлектәрһеҙ үткәрә. Ҡунаҡтар табын артына ултырғансы был хаҡта белмәй ҙә, белгәс, аптырап бер самаға тын ҡалалар. Буҙа шешәләренең тышына “башҡорт халыҡ эсемлеге” тип яҙып ултыртып, әхирәте, алып барыусы был эсемлектең файҙаһы хаҡында һөйләп ишеттерә, һәм һүҙен, эсәйек буҙа – булайыҡ таҙа, тип тамамлай. Бер аҙ һағайып ҡалған дуҫтары аҙаҡтан был табынды, шундай күңелле мәжлес булды, тип хәтергә ала. Әле бындай саралар йыш ойошторолғас, әллә ни ғәжәпләндермәй, ә ул ваҡытта Әминә апайҙың был аҙымы ҡаһарманлыҡҡа тиң була һәм оҙаҡ ҡына телдән-телгә йөрөй. Ҡайһы бер дуҫтары яйлап үҙҙәре лә был өлгөгә ҡушыла.
Әйткәндәй, юғары категориялы белгесмен, һөнәремдә өлгәшәһе үрҙәрҙе яулап бөттөм, тип тынысланып ҡалмай ул. Ғәлиә мәҙрәсәһен тамамлай. “Ислам һәм медицина” тигән темаға диплом эше яҙа. Хажға барып, изге ерҙәрҙе күреп, йөрәгенә илһам алып ҡайта.
Әле ул мәж килеп ейән-ейәнсәрҙәрен ҡараша. Мин килеүгә, алты йәшлек ейәнсәре Латифа менән талҡанды ҡуйыртылған һөткә баҫып, өрөк-йөҙөмдәр ҡушып, тултырма һымаҡ итеп әүәләп, бик тәмле ризыҡ әҙерләп ҡуйғандар. Үҙенсәлекле тәғәмде ауыҙ иттереп, уның шифаһы хаҡында ла һөйләп ташланылар. “Өләсәйем ҡоймаҡты ла тәмле бешерә, әкиәттәрҙе лә күп белә, сирләп китһәк, уколды ла үҙе һала, ә ашар алдынан “бисмилла” итергә кәрәк, мин дә доғалар ятланым”, – тип туған телендә татылдап китте бәхетле ейәнсәре. Уны тыңлап ултырған Әминә Сәфәрғәле ҡыҙының йөҙө тағы ла балҡып китте.
Ғүмере буйы үҙендә халҡыбыҙҙың хазиналай холоҡ-һы­ҙаттарын йөрөткән изгелекле, иманлы, сибәр ҡатынға ҡарап, ыуыҙ ғына быуыныбыҙҙың бәхетенә күрә бына кемдәр тота милләтебеҙҙең рух һәм иман бағанаһын, тип уйланым.
“Мине һәр саҡ тауҙар ымһындырҙы, үҙҙәренә тартып торҙо, тауҙан-тауға артылырға яраттым. Рәзгә лә, Бәләкәй Ямантауға ла күтәрелдем, Ирәмәлгә, Ғәҙелша шарлауығының ҡаяһына ла мендем. Ирәмәлгә менеп төшкәндән һуң миңә илһам килде, шиғырҙар, мәҡәләләр яҙа башланым”, – ти Әминә апай. Тауға ҡараған – тау булыр, йәне имен-һау булыр, тиҙәр. Беҙ ҙә һоҡланғыс ҡатынға таштай ныҡлыҡ, тауҙай ҡыуаныстар ғына теләйек!

Гөлнара БУРАНЉАЕВА.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook