Иң шатлыҡлы мәлдә

Иң шатлыҡлы мәлдәБәпестең донъяға килеүен көтөү – иң шатлыҡлы мәлдәрҙең береһе. Әммә үҙегеҙ яратҡан билле кейемдәрҙе ташлап, ваҡытлыса иркен күлдәк һәм киң блузалар кейергә тура килеүе генә бер аҙ эсте бошора. Хафаланыуҙарығыҙҙы ситкә ҡуйығыҙ, бер нисә генә “хәйлә” һеҙҙе заман менән бергә атлаған зауыҡлы, хатта башҡаларҙан һөйкөмлөрәк затҡа әйләндерер.
Быға тиклем ғәҙәтләнгәнсә кейенһәгеҙ, үҙегеҙҙе еңелерәк тойорһоғоҙ. Әйтәйек, ҡара кейемдә уңайлы һәм ышаныслы тояһығыҙ икән, бала көтәм, тип кенә сағыу төҫтәргә күсеү мотлаҡ түгел. Мәҫәлән, һоро, һорғолт йәшел, көл төҫөн һайларға мөмкин. Бант, әберкә һәм башҡа биҙәүес әйберҙәрҙе яратмайһығыҙ икән, борсолмағыҙ – һеҙҙең күркәмлек улара бәйле түгел.
Фасонды һайлауҙа дөйөм ҡағиҙә: күкрәк, яурынбаштар һәм эсте һыҙыҡ өҫтөнә алыу. Туҡыманың һүрәтенә лә иғтибарлыраҡ булығыҙ. Эре сәскәле күлдәк һәр кемде лә биҙәмәй, әммә ул итәк осонда бик уңышлы күренә. Ҡыя һыҙыҡлы кейем отошло, буй һыҙыҡлыны һайларға тырышмағыҙ. Кәүҙә үҙенсәлектәрен дә иҫәпкә алығыҙ.
Бер төҫтәге кейемде шарф, яулыҡ, оҙон мәрйендәр кеүек аксессуарҙар менән төрләндерегеҙ. Аҡ блузка һәм ҡара юбка кейеү кәүҙәне икегә бүлеп күрһәтә, шунлыҡтан буйҙың ҡыҫҡалығы тағы ла нығыраҡ беленә. Шуға ла кәүҙәгә оҙон булмаған ябыҡ ҡатындарға кейемде ҡапма-ҡаршы төҫтәр менән бүлеү күркәмлек өҫтәмәҫ. Оҙон буйлы һәм таҙа кәүҙәле ҡатын-ҡыҙҙы туника һәм киң булмаған салбар ҡупшы күрһәтер. Ә бына оҙон һомғол буйлыларға, нимә кейһә лә, килешә.
Иң шатлыҡлы мәлдә

Гүзәл мәлегеҙҙә ошондай кейемдәр һеҙҙе һылыу күрһәтер:
- биле юғары күлдәк һәм топтар,
- “ҡәләм”-итәк һәм блузка,
- биле аҫҡа төшөрөлөп тегелгән итәк, салбар һәм үтє кињ булмаған футболка,
- асыҡ һәм сағыу туҡымалар, биҙәүестәр ҡулланмау.
Серегеҙҙе оҙағыраҡ йәшереп торорға йәки күҙ тейеүҙән, хеҙмәттәштәрегеҙҙең ҡырын ҡарашынан һаҡланырға теләһәгеҙ, артыҡ хәйлә талап итмәгән бер-ике кәңәш бирә алабыҙ. Һомғолораҡ күренеү өсөн ҡысҡырып торған, ҡапма-ҡаршы төҫтәрҙәге ҙур яҙыуҙар, һүрәт һәм аппликацияларҙы ҡулланыу кәрәкмәҫ. Тоноҡ туҡыма ҙурайтып күрһәтмәй, шуға ла ялтыр тауарѓа ҡарағанда отошлораљ. Бәйләнгән (трикотаж), эластанлы һәм стрейч туҡымалар уңайлы.
Иғтибарҙы икенсегә йүнәлтеүҙә ярҙамсылар:
- сағыу, иғтибарҙы йәлеп итеүсән аксессуарҙар – сумка, шарф, бирсәткә;
- кейемдең вертикаль рәүештә сағылышы, мәҫәлән, күлдәк өҫтөнән оҙайтылған жакет йәки кардиган кейеү;
- жилеттар;
- әберкә, симметриялы булмаған итәктәр, кейемдең төрлөсә ҡатлап биҙәлеше.
Кибет-бутиктарҙың бихисап булыуына ҡарамаҫтан, был мәлдә кейем-һалым мәсьәләһе барыбер ҙә ҡалҡып сығыусан. Буласаҡ әсәләр ҡайһы саҡ яратҡан кейемен әле генә махсус кибеттән һатып алғаны менән яраштыра алмай баш вата.
Ауырлы ҡатындар өсөн кейем ниндәй булырға тейеш һуң?
- Ул кәүҙәлә яҡшы ултыра, эстең ҙурайыуы ғына түгел, арҡа, янбашта һәм кәүҙәнең башҡа өлөштәрендәге үҙгәрештәр ҙә иҫәпкә алып тегелгән;
- әсәй һәм бәпес өсөн хәүефһеҙ: ҡан әйләнешен боҙмай, хәрәкәт итеү һәм тын алыуға ҡамасауламай, эсте ҡыҫмай, ә уның менән бергә “үҫә”, бының өсөн күлдәк, итәк һәм салбарҙарҙа билдең үлсәмен кәрәгенсә үҙгәртеп була;
- ауырлы ҡатындар өсөн кейем һауа үткәреүсән, аллергияға килтермәй торған етен, мамыҡ, йөн кеүек тәбиғи туҡымаларҙан тегелгән булырға тейеш.
Әйткәндәй, бәпес донъяға килгәс тә, беренсе айҙарҙа был кейемдәр һеҙҙең өсөн уңайлы һәм матур булып ҡалыр әле. Йәй – бала табыу өсөн ињ уњайлы осор. Был беҙҙе буласаҡ әсәләр өсөн сарафан уйлап табыуға этәрҙе. Ћыҙмалар 46-сы үлсємгє иҫєплєнгєн. Сарафан итәктән әҙерләнә. Ҡулдан ғына тегергә лә мөмкин. Иң мөһиме – тәүәккәлләп тотоноуығыҙ. Һүрәттәрҙә барыһы ла күрһәтелгән. Тик шуларҙы иҫәпкә алырға онотмағыҙ: туљыма үтә күренмәле булһа, эске итєк тє кєрєгер.
Итәктең тиҫкәре яғын әйләндерәбеҙ ҙә билбау өлөшөн ҡырҡып алабыҙ. 30 – 40 сантиметр оҙонлоғонда 4 киҫәк ҡырҡып алып, таҫмалар тегәбеҙ. Уларҙы буласаҡ сарафанға ҡулбаш аша үткәреп беркетәбеҙ (ике яҡта ла икешәр таҫма). Итәктең эслеге булһа, икеһен бергә эләктереп тегәбеҙ. Таҫмаларҙы икеһенең араһында ҡалдырабыҙ.
Итәкте уң яғына әйләндерәбеҙ һәм өҫкө яғынан, шунан өҫтән 13 – 15 сантиметр самаһы ҡалдырып тегәбеҙ. Машинала теккәндә, йыйнағыраҡ, бөхтәрәк сығыр. Итәк киң, ҡабарып торһа, туҡыманы бөрөбөрәк тегергә була. Тегеп сыҡҡан урындарға резинка кейҙерәбеҙ.
Беҙ шулай уҡ ҡатмарлы булмаған һыҙма буйынса болеро тегергә тәҡдим итәбеҙ. Ул – бик уңайлы кейем. Йәйен ямғыр яуырға торһа, бер аҙ ғына һалҡынса, әммә свитер йә плащта эҫе булһа, һәр саҡ йоҡа туҡыманан тегелгән болероны эләктереп алырѓа мөмкин. Бындай болероны аҙаҡ та ҡуллана алаћыѓыҙ.

Йондоҙ СУЛПАНОВА.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook