Алмағастар сәскә атҡанда

Алмағастар сәскә атҡандаБашҡортостандан Бөйөк Ватан һуғышына 10750 ҡатын-ҡыҙ киткән. Йәндәрен аямай ил өсөн ут эсенә ингән һылыуҙарҙың һәммәһенә лә тыуған яҡтарына ҡайтыу насип булмай. Ә Еңеүҙең 68-се яҙын ҡаршы алыу бәхетен 700-ләбе генә татый.
Һуғыштан һуңғы йылдарҙа емерек илде фиҙакәр күтәргән, юҡсыллыҡҡа зарланыу түгел, “аһ!” та итмәй балалар үҫтергән элекке яугирәләр күптәребеҙ зарланған бөгөнгө тормошто ожмахҡа тиң күрә. Сөнки яу яланы тулы ҡорбан ҡалыуына бер тү­гел, йөҙ шаһит булып, үлемдән ҡалған был инәйҙәр йәшәүҙе бар сағылышында – рәхәтлеге, ҡы­йынлығы менән ярата. Үҙҙәрен түгел, илде, яҡындарын ҡайғыртып, бик аҙ менән ҡәнәғәт булып ғүмер уҙғарған инәйҙәргә бөгөн бары тик балаларының, ейәндә­ренең һөйөүе, улар һаҡлап ҡал­ған илдең иғтибары һәм ихтирамы ғына кәрәк.
Яҙмабыҙ шуларҙың береһе – 7-се автобатальон составында 2-се һәм 3-сө Украина фронттарында һуғышҡан Нәҡиә Зин­нәт ҡыҙы Вәлиуллина һәм уның туптар шартлауы аҫтында тыуған оло һөйөүе хаҡында. Курск ду­ғаһы – Ворошиловград – Запорожье – Николаев – Киев – утлы был юлдарҙы хәрби машина руле артында үткән Нәҡиә Зиннәт ҡыҙы II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, Жуков ордены менән бүләклән­гән, бик күп миҙалдар­ға лайыҡ булған. Миәкә районы Йәнәби-Урсай ауылында йәшәү­се туҡһан бер йәшлек инәйҙең ваҡыт саңы ҡунған хәтер һандығында ҡан ҡойғос һуғыштың вәхшәтле күренештәренән бигерәк бәхетен осратҡан көндәре баҙығыраҡ һаҡ­ланған. Йәшәү һәм һөйөүҙең ҡөҙрәте һуғыш һәм үлемдән мең мәртәбә көслө­рәк булыуын дәлилләй яугир инәй яҙмышы.
“Сығарылыш кисәһенән һуң урман-ҡырҙарыбыҙҙы гиҙеп, хозурланып ҡайтып килһәк, ауыл советы янында халыҡ йыйылған. Ҡатын-ҡыҙҙар шым ғына илай, ирҙәр – борсоулы. “Һуғыш башланған!” – тиҙәр. Зәйтүнә, Фатима, Сажиҙә, Мәрйәм – биш әхирәтем менән оҙаҡ уйлап торманыҡ, иртәгәһен Миәкә район хәрби комиссариатына киттек. Кондратьев фамилиялы ир уҙаманы беҙҙе, үҫмерлектән сығып та бөтмәгән ҡыҙҙарҙы, көлөмһөрәп ҡаршы алды.
– Башығыҙ ҡәҙерле түгелме єллє, балалар? Һуғыш уйынмы ни?! – тине, йәлләп ҡарап.
– Башыбыҙҙан бигерәк ил ҡәҙерле! – тип яуап бирҙем мин. Ул арҡамдан тупылдатып һөйҙө:
Алмағастар сәскә атҡанда
– Ярай, күңелегеҙ булһын, исемлеккә яҙып ҡуям”. – Шулай тип һөйләй Нәҡиә инәй, алыҫ йылдар хәтирәләрен байҡап.
Исемлеккә ҡыҙҙарҙың ныҡышыуын тыңлап ҡына индерһәләр ҙә, 15 көндән бишеһенә лә саҡырыу ҡағыҙы килеп төшә. Уларҙы Миәкәнән Өфөгә, Өфөнән Ырымбурға оҙаталар. Таҙараҡ кәүҙәлеләрен шоферлыҡҡа уҡытырға һайлап алалар. Араларында Нәҡиә лә була.
Ҡыҫҡа курстарҙы тамамлаған ҡыҙ 7-се автобатальон составында Украинаға юллана:
– Дошман, аяуһыҙ һуғышып, Днепрҙы кисергә уҡтала. Бар көстө һалып, ҡаршы торорға тигән бойороҡ алдыҡ. Йылға өҫтө тулып, үле һалдаттар аға, һыу ҡан төҫөнә ин­гән...
Харьков эргәһендә ашығыс төҙө­лөп ятҡан хәрби аэродромға көнө-төнө таш, балсыҡ ташыйбыҙ. Минең машинам колоннала бишенсе булып килә. Төндәрен, дошман иғтибарын йәлеп итмәҫкә тип, фараларҙы яндырмайбыҙ. Юлыбыҙ кескенә, әммә тәрән йылға күпере аша үтә ине. Күҙгә төртһәң дә бер ни күренмәгән ҡараңғы төндә ҡайтып килгәндә, машина менән шул йылғаға төшөп кит­кәнбеҙ. Көндөҙ генә унан имен-аман сыҡҡайныҡ, баҡһаң, немецтар күпер­ҙе шартлатып ҡуйған. Алдағы дүрт машина тиҙлек менән барып, урталыҡҡа сумһа, бишенсе булып килгән минең машинамдың артҡы тәгәрмәстәре ярҙағы ағастарға элә­геү сәбәпле генә батмай ҡалғанмын.
Рулгә ятҡан хәлдә күкрәк ситлектәре йәнселгән, һушын юғалтҡан һылыуҙы саҡ тартып сығарып өлгө­рәләр. Нәҡиә Зиннәт ҡыҙы үҙенең шул саҡта ла, колоннаны дошман самолеттары бомбаға тотҡан ваҡыттарҙа ла иҫән ҡалыуын мөғжизә урынына күрә: “Йәҙ­рәләр шартлап, туптар гөр­һөлдәгән юлдар буйлап йөрөгәндә йә­нем аяулы булды. Ҡыл өҫ­төн­дәге ғүмеремдең өҙөлмәй ҡалыуы Хоҙайҙың сикһеҙ ҡөҙрәтенән генә тимәй, нимә тиһең инде!” 3-сө Укра­ина госпиталендә бер нисә ай дауаланғандан һуң, яҡташыбыҙ хеҙмәтен дауам итергә үҙ часына ҡайта.
Артабан булған хәлде ул йәнә бары тик Хоҙай ебәргән мөғжизәүи бүләк тип һанай:
– Һаҡта торған саҡта ҡола­ғыма ишетелә икән тим, берәү йөрәккә май булып яғылыр туған телемдә: “Ћаумыһы­ғыҙ!” – тип өндәшә. Күтәрелеп ҡараһам, әкиәттә­ребеҙҙә тасуирланған батыр кеүек башҡорт егете! Яғымлы ҡара күҙҙәренә бер бағы­уым етте йәнемдең яртыһы ул икәнен аңларға.
Офицер Зиннәт Шаһиев Мәләүез районы Томансы ауылынан булып сыға. Ете-ят ерҙә һис уйламағанда үҙ ҡәүемеңде осратыу ниндәй бәхет, үҙ телеңдә һөйләшеү ниндәй танһыҡ һәм татлы икән! “Беҙ бергә буласаҡбыҙ! Йортобоҙ тирәләй алмағас баҡсаһы ултыртасаҡбыҙ. Яҙын алмағастар сәскә атҡанда, икәүләшеп ишек алдында таңын ҡоштар һайрауын тыңлаясаҡбыҙ!” – ти Зиннәт хушлашҡанда, ҡыҙҙы аптыратып.
“Ҡыҙыл мөйөштә осрашып йөрөй башланыҡ. Зиннәттең тәҡдим яһауы хаҡында рота командирына әйтеп, фатихаһын һорамаҡсы инем, беҙҙе балаларылай ҡурсалаусы командир: “Туҡта әле, ашыҡма. Бәлки, ауылында ғаиләһе барҙыр, башта хат яҙып белеш”, – ти. Томансы ауыл советынан Зиннәттең буйҙаҡ икәнлеге хаҡында хәбәр килеп төшкәс, ҡыуаныуымдың сиге булманы”.
1943 йылдың көҙөндә, яу тынып торған көндәрҙең береһендә, йәштәр, яуҙаштарын йыйып, гөрләтеп туй үткәрә. Ябай һалдат һыйынан торған табын артында командирҙары уларға никах таныҡлығы тапшыра. Был ҡағыҙҙы Нәҡиә апай иҫке ҡара ридикюлендә бөгөн дә күҙ ҡараһылай ҡәҙерләп һаҡлай. Йәш ғаиләгә барактан бүлмә бирәләр. “Ун көн һайын беҙҙе табиптар тикшереп тора ине. Сираттағы тикшерелеүҙә миңә табип: “Бәпес көтәһең. Эх, һин, дөлдөлдәй иреңде ҡалдырып ҡайтып китәһең инде!” – тине. Ә мин: “Һөйөнәм генә!” – тип яуапланым, сөнки Зиннәтемдең мине берәүгә лә алмаштырмаясағына, уның тоғролоғона мөкиббән китеп ышана һәм уға оҡшаған ҡара ҡашлы, ҡара күҙле малай табасағымды белеп, үҙемде күктең етенсе ҡатында тоя инем.
1944 йылда демобилизацияланып, тыуған яғына ҡайтҡан Нәҡиәнең көҙөн улы донъяға килә. Ҡойоп ҡуйғандай атаһына оҡшаған сабыйға Хәниф тип исем ҡушалар.
Алмағастар сәскә атҡанда
… Көндәрҙән-бер көндә өйҙә мейес аҡлап йөрөгән Нәҡиә тәҙрәгә күҙ һалһа, ҡапҡанан бәһлеүәндәй ирҙең килеп инеүен күреп ҡала. Аҡбурлы ҡулдарын һөртөргә лә онотоп, ул ишек алдына атылып сыға: “Зиннәтем!” Бөйөк Еңеүҙән һуң япон һуғышында ҡатнашҡан, ике тапҡыр яраланған, күкрәге тулы орден-миҙалдар таҡҡан ире уны шулай эҙләп таба. “Зиннәт ихатала уйнап йөрөгән йәш ярымлыҡ Хәнифте күтәреп алды ла ҡосағына ҡыҫты: “Был ҙур егет беҙҙең улыбыҙҙыр, Нәҡиә?” – тине ул. 1946 йылдың майындағы был көн ғүмеремдең иң бәхетле көнө булды”.
... Дим буйында йөҙйәшәр өйәң­келәр, бөҙрә талдарға һыйынып ҡына ултырған бер йорт яҙҙарын ап-аҡ сәскәгә күмелә. Алмағас сәскәһенә. Һуғышҡа тиклем агрономлыҡҡа уҡыған Зиннәт Шаһиев үҙ донъяһын гөлбаҡсаға әйләндереп кенә ҡалмай, ауыл халҡын да алмағас үҫтерергә өйрәтә. Ике яугир ѓүмерҙєрен мєѓрифєтселеккє арнай – оҙаљ йылдар балалар уљыта. Был бәхетле йортта тағы ике бала донъяға килә: Альфред һәм Лилиә. Һигеҙ йыл элек баљыйлыҡҡа күскән Зиннәтен хәтерләтә улар һомғоллоҡтары, һылыулыҡтары, яғымлы ҡараштары һәм кешелекле булыуҙары менән. Үкенескә күрә, эргәләрендә Хәниф ағайҙары юҡ, уның яҡты донъяларҙан йәшләй китеүе әсә йөрәгенә төҙәлмәҫ яра һалған.
Бөтмәҫтәй тойолған оҙон ҡышты ҡалала үткәреп, талсығып ҡайтҡан Нәҡиә инәй алмағастарҙың олондарын һыйпай... Аяуһыҙ ҡояштан, ҡаты һыуыҡтан, зәһәр елдән шырауланып бөткән ҡарт олондар быйыл да ҡышҡа бирешмәгән, шөкөр, иҫәндәр, бөрөләре шартлап асылырға тора. Тиҙҙән ишек алды ап-аҡ сәскәгә күмелер, тирә-яҡҡа башты әйләндерерлек хуш еҫ таралыр. Ошо саҡ иң илаһи мәл Нәҡиә инәй өсөн...

Альмира КИРӘЕВА.
Александр ДАНИЛОВ һәм ғаилә архивы фотолары.

Миәкә районы.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook