«Асылыбыҙ – тамырҙарҙа»

«Асылыбыҙ – тамырҙарҙа»Асыҡ, бер аҙ шаян, шул уҡ ваҡытта үткер ҡараш, билгә тиклем төшөп, йылҡылдап торған ебәк сәс, нескә буй – тәү күргән берәү ҙә уға үҙ йәшен бирмәй, үҙ аллы тормош көтөүсе ҡыҙы, ейәндәре бар, тип әйтә алмай. Ҡарап тороуға кисәге студенткалай тойолған һылыуҙың ил кимәлендә ҡаҙаныштарға эйә бер түгел, өс ойошма етәксеһе икәнен белеү тағы ла нығыраҡ ғәжәпләнеү, унан һоҡланыу уятыр. “Өфө трикотаж фабрикаһы” акционерҙар йәмғиәтенењ директорґар советы рєйесе, “Ағиҙел” Башҡорт художестволы кәсептәр дәүләт унитар предприятиеһы һәм “Аҡбуҙат” милли аштар рестораны генераль директоры Зөһрә Исмәғилева менән әңгәмәбеҙ ул етәкләгән предприятиелар эшмәкәрлеге хаҡында ғына түгел. Ҙур форум­дарҙа сығыш яһағанда һәм матбуғатта, ҡағиҙә булараҡ, үтә тыйнаҡ һәм аҙ һүҙле Зөһрә Салауат ҡыҙы “Башҡортостан ҡыҙы”н уҡыусыларға үҙе баһалаған ҡиммәттәр тураһында, йөрәк кисерештәрен, балалар тәрбиәләүгә ҡарашын һәм күңел түрендәге башҡа уйҙарын бәйән итә.
–Күңелемә моңһоулыҡ йүгергән, йөрәк көсөм кәмеп киткән саҡтарҙа мин гел икенсе ҡаттағы музейға (автор: “Ағиҙел” предприятиеһы музейы) күтәреләм. Һәм һәр ингән һайын, тәүге тапҡыр килгәндәй, үҙемә яңы донъя асам. Берекмә асылғандан бирле йыйылып барған экспонаттарҙы – батмандарҙы, семәрле туҫтаҡтарҙы, сигеүле таҫтамалдарҙы, аҫалы балаҫ­тарҙы ипләп кенә һыйпап йөрө­йөм һәм... яңынан йәшәй башлайым. Улар минең алыҫ йылдар артында ҡалған бала сағымды хәтерләтә, хал­ҡымдың үткәнен күҙ алдына баҫтыра. Быуаттар һулышы һирпелгән, заман заңы һәм дә­үерҙәр ғәме тойолған боронғо әй­берҙәргә һаҡ ҡына ҡағы­лып үтәм, улар­ҙа – ата-бабаларыбыҙ­ҙың донъяны күҙаллауы, матурлыҡ хаҡындағы тө­шөнсәһе. Был аҙмы-күпме ғүмер кисергән һәр кем өсөн мөһимдер, тип уйлайым. Кеше тыуған төйәгенән өҙө­лөп, ғүмер буйы ситтә йәшәгән хәлдә лә, һут алыр тамырҙа­рына тартыла. Төрлө төбәктәрҙә күр­гәҙмәләрҙә Баш­ҡортостан экспозицияһына йыйылған, тирмәбеҙгә инеп, милли аштарыбыҙ­ҙан ауыҙ итеүҙән үҙҙәрен бәхетле тойған милләттәш­тәребеҙ миҫалынан сығып әйтәм: был тартылыу һәммә­беҙҙең булмышына ҡан менән күскән.
«Асылыбыҙ – тамырҙарҙа»
Ғөмүмән, донъяла глобалләшеү көсәйгән һайын, халыҡтарҙың үҙ тамырҙарын барлау, милли асылына тә­рәнерәк төшөнөү, башҡаларҙан айыр­малы үҙенсәлеген һаҡлау ынтылышы нығына бара. “Ағиҙел” етештергән тауарҙар – башҡорттоң быуаттар бу­йы ҡәҙерләп һаҡлаған мәҙәниәтенең, көнкүрешенең ифрат та мөһим өлө­шө. Мин биш йыл элек берекмәне етәкләргә ҡыйыулығым ете­үенә ҡыуа­нам: ул саҡта тарҡалыу сигендәге ойошманың ҡыйығы башында ағас­тар үҫеп ултыра ине. Коллектив өсөн иң ауыр ул мәлдәр күптән үтте. Бөгөн мин мөһимлеге менән дә, йән талабыма яуап биреүе менән дә үҙемә ҡәҙерле эш менән мәшғүлмен.
– Һеҙҙеңсә, уңышлы эшмәкәр­лек өсөн етәксегә ниндәй сифаттар мөһим?
– Иң тәүҙә һөнәреңде бөтә нескәле­гендә, бөртөкләп белеү, тип уйлайым. Тотонған һәр эшемдең айышына тәф­сирләп үҙем төшөнгәндә генә, уның ырамлы барасағына ышанам. Мәҫәлән, солоҡ балын батмандарға тултырыу­ҙы яйға һалырға булғас, Бөрйәнгә кит­тем. Был төбәктең тылсымлы сихәтен тойоп, солоҡ ағасының нисек үҫкәнен, балы нисек йыйылыуын күрмәйенсә, үҙем солоҡҡа менеп, балын алып ҡа­рамайынса, күңелем булманы.
Аҫалы балаҫ һуғыуҙы үҙләштерергә ҡарар иткәс иһә, балаҫ һуғыу оҫталары йәшәгән Дим буйына, Миә­кә районына юлландыҡ. Көн оҙонона уларҙың эше менән танышып, яндарында ултырҙыҡ, был үтә зауыҡлы кәсеп серҙәрен өйрәндек.
“Аҡбуҙат” ресторанында ла милли ризыҡтарыбыҙҙың саф боронғо беше­реү ысулын тергеҙеү өсөн әллә күпме төпкөл башҡорт ауылдары буйлап гиҙҙек. Инәйҙәребеҙ менән осрашып, уларҙың бала саҡтарын хәтерләүен үтенеп, әсәйҙәре, өләсәй­ҙәре аш-һыу­ҙы нисек әҙерләүен яҙып алдыҡ.
Ә Учалыла кафе асҡан саҡта нисек итеп эс-ҡарын бәлешен әҙерләргә өй­рәнеү өсөн бөтә районды айҡауым хәтеремдә. Уның ҡамырын дөрөҫ баҫыу ғына ла – тотош бер сәнғәт, эслеге тураһында һөйләп торорға ла түгел. Былар барыһы ла – йыр-моңо­боҙ, бейеү­ҙәребеҙ, ауыҙ-тел ижадыбыҙ кеүек, тарихи хәтеребеҙ. Һәм бөгөнгөбөҙҙә ул ҡомартҡылар, яңы балҡыш алып, лайыҡлы урын биләргә тейеш, тип уйлайым.
Тағы шуға инанам: етәксенең эш­мәкәрлеге кешеләр хаҡында хәстәрлек менән һуғарылғанда, социаль йүнә­лешле булғанда ғына уңышлы. Һәм бының ғәмәлдәге көндәлек эш­тәрҙә лә, ойошманың киләсәк үҫешен билдә­ләүсе киң ниәттәрҙә лә сағылыуы мө­һим. Мәҫәлән, трикотаж фабрикаһында ла, “Ағиҙел”дә лә совет заманында­ғы матур ғәҙәт – көнөнә ике тапҡыр билдәрҙе яҙып, гимнастика яһау һаҡ­ланған, хеҙмәткәрҙәр бушлай төшкө аш менән тәьмин ите­лә, уларҙы эшкә автобус йөрөтә, балаларҙы йәйге лагерҙарға ебәреү мөмкинлеге бирәбеҙ.
Берекмәнең эшмәкәрлеген артабан киңәйтеү хаҡындағы уйҙарыбыҙ ҙа халыҡты эшле итеп, көнитмешен еңеләй­теү теләге менән бәйле. Республикала күпселекте тәшкил иткән ауыл кешелә­ре йәйен үҙ хужалығында мәшғүл бул­һа, ҡышын эшһеҙ интегә. Төбәктәрҙә халыҡ кәсепселеген тергеҙеп, оҫталар­ҙың эштәрен туплаусы үҙәк булдырыу хаҡындағы моратыбыҙ бына-бына тормошҡа ашырға тора – тәҡдимебеҙ рес­публика етәкселегендә хуплау тапты. Минеңсә, үткән­дәрҙә ҡалыуға хаҡһыҙ дусар ителгән бик күп файҙалы әйбер­ҙәрҙе халыҡ кәсепселәре ярҙамында бөгөнгөгә ҡайтара алабыҙ. Мәҫәлән, хатта ауылдарҙа юҡҡа сығып барған сәңгелдәк­кә яңы ғүмер биреү генә лә ниндәй изге эш булыр ине – бәпестең йомшаҡ һөйәктәре үҫеше өсөн коляска ла, карауат та түгел, әсә ҡарыны торо­шон хәтерләткән бишек файҙалы булыуын табиптар ҙа раҫлай бит!
– “Аҡбуҙат” милли аштар ресторанында “Һауап” тигән акция ойоштороуығыҙ тураһында ла һөй­ләп үтһәгеҙ ине.
– Осто осҡа саҡ ялғап көн итеүсе ғаиләләрҙәге балалар ни эшләп зауыҡ­лы табын мәҙәниәтенә йәлеп ителеү­ҙән мәхрүм булырға тейеш, тигән уй һуңғы ваҡытта йыш күңелгә килде. Шул уй ишле йәки мохтажлыҡ кисереү­се ғаиләләрҙә тәрбиәләнеү­селәр өсөн айына ике тапҡыр һауап көн­дәре үткә­реүгә этәргес булды. Эш уларға һыйлы өҫтәл әҙерләүҙә генә түгел. Ап-аҡ япмалы өҫтәлдәр артында ултырып, зат­лы ниғмәттәрҙән ауыҙ иткән, матур хеҙмәтләндереүҙе күргән балаларҙа зауыҡҡа ынтылыу уяныр, был уларҙа яҡшыраҡ уҡып, сифатлы белем алыуға, үҫеп еткәс, тормоштарын лайыҡлы ҡороуға ынтылыш тыуҙырыр. Һәр хәлдә мин күңелгә һа­лынған һәр орлоҡтоң, ваҡыты еткәс, үҙ шытымдарын бире­үенә ышанам.
– Күптән түгел билдәле модельер Вячеслав Зайцев берлектәге проектығыҙҙы – Өфө трикотаж фабрикаһында етештерелгән яңы мәктәп формаһын йәмәғәтселеккә тәҡдим итте...
– Минең уйымса, уҡыусылар өсөн мәктәп формаһы мотлаҡ талап булыр­ға тейеш. Ул баланы, беренсенән, тәр­типкә өндәй, икенсенән, һәммәһе лә тигеҙ, белем кимәлең менән генә үҙең­де раҫлай алаһың, тигән фекерҙе һала.
Бәйләнгән туҡыманан беҙ етештер­гән мәктәп формаһының өҫтөнлөктәре һанап бөткөһөҙ: ул уңайлы ла, сифатлы ла, ҡупшы ла, тәнгә лә рәхәт, ҡиммәт тә түгел. Тәбиғи һәм зыянһыҙ ептәрҙән туҡылған тауар ултырмай, көн дә иләп кейһәң дә, бәҫе китмәй. Етмәһә, кейем­дәр уҡыусылар һаулы­ғын ҡайғыртып эшләнгән: кәүҙәне төҙ тоторға булыш­лыҡ итеүсе йомшаҡ резина яйланма­лар ҡуйылған. Быны бала сәләмәтлеген хәстәрләүсе ата-әсәләр ҙә баһа­лар, тип уйлайым. Ҡыҙҙар өсөн еңел һәм йылы кофталар, итәктәр, кардигандар, малайҙар­ға салбар, пуловер, жилеттарҙан торған комплекттарҙы биш вариантта һәм зәңгәр, алһыу, күк­шел һоро төҫтәрҙә етештерҙек.
Беҙҙең бөгөнгө ҡеүәттәребеҙ иң нескә зауыҡҡа тура килерлек, иң талым­лы һатып алыусының талабына яуап бирерлек кейемдәр әҙерләү мөмкинлеген бирә. Бәйләнгән әйбер­ҙәр бер ҡасан да моданан сыҡмауы менән дә отошло.
Заманса ҡорамалдар ҡуйыуыбыҙ, дизайн һәм етештереү технологияһын яңыртыуыбыҙ, ихтыяжды тәрән өйрә­неп, төптән уйланылған хаҡтар сәйә­сәте үткәреүебеҙ һөҙөмтәһендә фабрика Рәсәй еңел сәнәғәте өлкә­һендә алдынғылар сафына сыҡты. Һәм уның кибеттәре үҙебеҙҙә генә түгел, илдең башҡа төбәктәрендә лә асылған.
– Уҡыусыларыбыҙ һеҙҙең яҡын­дарығыҙ хаҡында ла белергә теләр, моғайын.
– Мин бик иртә, кооператив техникумда саҡ уҡый башлағанда, кейәүгә сыҡ­тым, ун һигеҙ йәшемдә ҡыҙым Илира тыуҙы. Йәшәр өсөн йәштән егелеп эшләргә тура килгән­лектән, балама тейешле иғтибар бирә алмауыма, туй­ғансы янында тормауыма гел үҙәгем өҙөлә торғайны. Шуға кү­рә бөгөн уның һоҡланғыс әсә булыуы – иң ҙур ҡыуанысым. Илираның үҙен тулыһынса әсәлек бәхетенә арнауын күреп, оло кинәнес кисерәм. Уның заманса педагогия алымдарын ата-бабаларыбыҙ­ҙың тәр­биә ҡағи­ҙәләре менән оҫта яраштырыуын ғәжәпләнеп күҙәтәм. Мәҫәлән, ейәнсәрем Камилә тыуғас, ейәнем Исламда көнләшеү тойғоһо тыумаһын тип, Эмиль кейәү менән икәүләшеп уға: “Һең­лең һине бик ярата, был – уның һиңә бүләге”, – тип, алдан һатып алынған ҙур уйынсыҡ машина тотторҙолар.
Улар минең тыуған яғымда – Учалы­ла йәшәй. Ҡаланан айырмалы булараҡ, ауыл балалар өсөн торғаны бер ожмах инде: һауаһы саф, ризығы тәбиғи.
Тағы шуға шатланам: улар мал, ҡош-ҡорт ҡараша, баҡсаға һыу һибә, ҡыҫ­ҡаһы, ерҙән айырылмай тәрбиәләнә. Ислам менән Камиләгә ҡарайым да, үҙемдең ялан аяҡ бала сағыма әйлә­неп ҡайтам, беҙҙе, ете балаһын, боронғо ҡанундарыбыҙ буйынса үҫтергән атайым һәм әсәйемде иҫкә төшөрәм. Яңы уҡыу йылына мәктәп формаһы алыр өсөн барыбыҙ ҙа алтынсы синыф­тан каникулдың ике айында питомник­та эшләй торғайныҡ. Иптәштәребеҙ һыу ингәндә беҙ йәйге ҡояш аҫтында түтәлдәр утай инек. Әле иһә атайым менән әсәйемдең беҙҙе шулай хеҙ­мәт һөйөргә, сыҙамлы һәм ныҡлы булырға, алған кейемдең, ҡулға ингән аҡсаның ҡәҙерен белергә өйрәтеүенә рәхмәттәр уҡып бөтә алмайым. Һәм быуындан-быуынға күсеп килгән тәр­биә ҡанундарына ниндәй тәрән аҡыл һалынған, тип һоҡланам. Был ҡанундарҙың да рухыбыҙҙы байытыусы, зиһенебеҙҙе яҡтыртыусы хазиналар­ҙан булыуын онотмаһаҡ ине. Һүҙемде йомғаҡлап, һәр әсәгә бәхет мин те­ләйем!

Альмира КИРӘЕВА
әңгәмәләште.
Александр ДАНИЛОВ фотолары.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook