Мөхәббәт алдында теҙләнәм...

Мөхәббәт алдында теҙләнәм...“Ә ни өсөн һуң бәйге “Аҡйондоҙ һәм Аҡ­йегет” тип атала? Белеүемсә, улар Мостай Кәримдең төрлө әҫәрҙә­ренән алынған персонаждар бит?”
Әле яңыраҡ ҡына бөйөк яҙыусының ижадынан алыҫ булған танышымдың ошо һорауын ишетеп, күңелем тантана итте. Була бит шундай кешеләр, тормошонда барыһы ла бар уның: йөрәгенә ятҡан эше лә, тоғро тормош иптәше лә, матур балалары ла. Ә күңеленә барыбер ниҙер етмәй, ул ҡайҙалыр ашҡына-талпына. Бәхетенә сыҙай алмай, көнөн-төнөн бушҡа бошоноп, яҡындарын хафаландырып йөрөгән ханымды былтыр “Аҡйондоҙ һәм Аҡйегет” бәйгеһен ҡарарға саҡырҙым. Сараның иң матур мәлен мәңгеләштерергә теләп, сәхнәнең ул яғына ла, был яғына ла сығып, фото төшөрәм. Шул саҡ залда ултырған танышымды күреп ҡалдым. Ул бөтөнләй икенсе кеше ине: бар донъяһын онотҡан, күҙҙәрендә йылтыраған йәштәрен һөртөп-һөртөп ала. Байрам кисәһенән ҡанатланып, үҙе Аҡйондоҙҙай талпынып ҡайтып китте. Һәм сираттағы кешенең “Мостай ауырыуы” башланды. Быйыл да бәйгене ҡарап, хәҙер инде уның исеме тура­һында уйланған ханым өсөн ҡыуаныуымдың сиге булманы.
Эйе, 1996 йылдан үткәрелгән йәш­тәр ярышы тураһында һорауҙар биреү­селәр бик күп. Ошо мәл эсендә донъяла әллә ниндәй саралар уйлап табылып, юҡҡа сыҡты. Ә “Аҡйондоҙ һәм Аҡйегет” бәйгеһе йәшәй, унда еңеү түгел, хатта ҡатнашыу ѓына ла – Баймаҡ йәштәре өсөн оло мәртәбә. Араларында үҙ бәхетен – ғүмерлек мөхәббәтен тапҡан тиҫтәнән ашыу парыбыҙ ҙа бар. Улар гөрләтеп донъя көтә, балалар үҫтерә. Мостай Кәримдең үҙенән фатиха алған йәштәрҙең йорттарында Мөхәббәт хакимлыҡ итә. Үҙҙәре лә – йәмғиәттә урынын тапҡан, мәртәбә­ле, билдәле кешеләр. Һәр әҙәм балаһы кеүек донъя мәшә­ҡәтенә сумһалар ҙа, Аҡйондоҙҙар һәм Аҡйегеттәр насар­лыҡ ҡылыуҙан, кеше рәнйетеүҙән, ялҡаулыҡтан ары йөрөй. Һәр йорттоң түрендә уларҙы ҡауыштырған Мостай Кәримдең китаптары ҡәҙерләп һаҡлана. Ғөмүмән, “Аҡйондоҙ һәм Аҡйегет”тә ҡатнашып, бер-береһенә ғашиҡ булып, өйләнешкән парҙар тураһында айырым яҙырға кәрәктер, сөнки йыш яңғыраған “йәштәр насар, йәштәр бо­ҙоҡ” тигән һүҙҙәрҙе тулыћынса инҡар итә улар.
Бәйгенең исеменән үк паклыҡ, сафлыҡ бөркөлә. Йәштәр ошо үҙен­сәлекле ярышта бөйөк яҙыусының әҫәрҙәрен сәхнәләштерергә, уның шиғырҙарын яттан һөйләргә, баһалама комиссияһының сетерекле һо­рауҙарына тапҡыр яуап бирергә, вальста өйө­рөлөргә тейеш. Һәм бына тамашасы алдына Ану һәм Салауат, Агазия һәм Прометей, Айгөл һәм Ричард Галин, Мөнирә һәм Ильяс, Зөбәржәт һәм Аҡйегет, Аҡйондоҙ һәм Мәрә­һим бер-бер артлы сыға. Улар был донъяла мөхәббәттең бар­лығына, уның сафлығына, үлемһеҙлегенә шул тиклем инандыра. Йомабикә Ильясованың: “Һеҙ үҙегеҙ ҙє, Прометей кеүек, был донъяныњ яљтылыѓын ћаљлайћыѓыҙ”, – тиеүе ҡыҙҙар һәм егеттәрҙең һәләтенә ысын баһа булды.
Шулай уҡ сараның мәртәбәле ҡунағы, Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе Рәшиҙә Солтано­ваның: “Бµйµк яґыусыбыґ ћуњѓы кµндєрен­дє лє, љаты ауырыуына љарамаѕтан: “Мин баймаҡтарҙы күрергә тейешмен!” – тип һеҙҙең яҡтарға ашҡын­ды. Үҙе ялғанды һөймәгән әҙип, әҫәрҙәренең шундай эскерһеҙ, сикһеҙ һөйөү менән башҡарылыуын күреп, бик тә шатланыр ине. Эйе, бөгөн мин Мостай рухыныњ Баймаҡтың Аҡйондоҙ һәм Аҡйегет­тәрендә йәшәүенә инандым”, – тигән һүҙҙәре һәр кемде уйға һа­лырлыҡ.
Шуныһы һөйөнөслө: йылдан-йыл Аҡйондоҙ һәм Аҡйегет исеменә лайыҡ булырға теләгән йәштәребеҙ күбәйә бара. Шуға күрә быйыл Баймаҡ ҡала­һында үткән финал ярышына 16 пар сыҡты! Береһенән-береһе һәләтле, аҡыллы, матур, зирәк йәш­тәрҙе күреп, һоҡланыуыбыҙҙың сиге булманы.
Бер ҡатнашыусының әсәһе: “Мостай Кәримдең китабын ҡосаҡлап йоҡлап китә, уяна ла тағы уҡый. Быға тиклем компьютерға ғына текләп ултырған балабыҙҙың китап уҡыуы беҙҙең өсөн ҙур асыш һәм ҡыуаныс булды. Ошондай күркәм бәйгене ойоштороусылар­ға ҙур рәхмәт”, – тигән һүҙҙәре, икенсе әсәнең: “Был конкурсты ҡара­ғандан һуң мин 15 йәшлек ҡыҙымды нығыраҡ аңлағандай булдым. Йыш ҡына, бәхәс­ләшеп киткән саҡтарҙа, аңлашылмаусанлыҡтарҙы уның үҫмерлеге менән генә бәйләй инем. Ә хәҙер үҙемдең дә хаталарым барлығын, уның хис-тойғо­ларын һанламауымды аңланым”, – тип уйҙары менән уртаҡлашыуы сараның оло әһәмиәтен билдәләй бит.
Мөхәббәт алдында теҙләнәм...
Ярыш һынауҙарын һәр пар бик тә ла­йыҡлы үтте. Байыш ауылынан Инсаф Ҡолмөхәмәтов һәм Фидалиә Минишева, Һаҡмарҙан Ғәфүр Мәм­бәтов һәм Эльвина Мәһәҙиева, Сәйғәфәр­ҙән Йәҙгәр Йәндәүләтов һәм Алина Аманғолова, Ҡолсоранан Рәфис Самарбаев һәм Гөлфиә Сыңғыҙова, Ғәҙелбайҙан Фәиз Дәү­ләтбаев һәм Зинара Баймөхәмәтова, Үрге Яйыҡ­байҙан Азамат Рахманғолов һәм Ниғәмәттән Зөлхизә Хәсәнова, Йылымдан Радик Әхмәров һәм Таң­сулпан Ишбаева, Баймаҡ ҡа­лаһынан Айназ Шәрипов һәм Ләйсән Италма­сова, Сыңғыҙҙан Айгиз Буранғолов һәм Зиниә Буранбаева, Күгиҙелдән Вилдан Ғүмәров һәм Темәстән Зарина Байбу­рина, һоҡ­ланғыс сығыш яһап, тамаша­сыларҙың һөйөүен яуланы.
Әлбиттә, еңел булмаһа ла, иң ла­йыҡлыларҙы билдәләү мөһим ине. Өсөнсө урынға – Өмөтбай ауылынан Эльвина Сәғәҙәтова менән Ильяс Сөләймәнов, Беренсе Этҡолдан Айзилә Хәмитова ме­нән Рәфис Амангилдин, икенсегә – Ишейҙән Розалия Ҡарасурина менән Ри­нат Исҡужин, Төркмәндән Нурзилә Мәҡсүтова менән Илнар Ниғмәтуллин, беренсегә Әхмәрҙән Рәзилә Өмөтбаева менән Фирғәт Мәтинов сыҡты.
2013 йылдың Аҡйондоҙо һәм Аҡйегете тип, хаҡлы рәүештә, Иҫке Сибай ауылынан Эльза Ҡотлоғәл­ләмова ме­нән Вадим Хәйруллин иғлан ителде. Уларҙың сәхнәлә үҙен ысын артистар кеүек тотоуы, айырыуса “Ай тотолған төндә“ трагедияһынан Аҡйегет һәм Зөбәржәтте күңелдәрҙе тетрәндерерлек итеп сәхнәләштереүе һәр кемде әсир итте.
Мостай Кәрим ижадына бағышланған бєйгенең нисек барлыҡҡа килеүен һорап, уның ойоштороусыһы, Баймаҡ район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Луиза Дәүләтшинаға мөрәжә­ғәт иттем. “Сере ябай уның. Һәр һүҙе алтынға тиң булған, бер генә лә кире ҡатын-ҡыҙ образы тыуҙырмаған, киреһенсә, гүзәл затты даһилаған, алла­лаштырған, ысын саф мөхәббәтте ысыҡтай күҙ йәштәренє тињ һынландыра алған бө­йөк Мостай Кәримдең әҫәрҙәре аша киләсәк быуынды тәр­биәләү. Мостай Кәримдең бер әҫәре лә күңелгә һуғылмайынса, йөрәккә эҙен һалмайынса үтмәй. Залда ултырған балаларҙың күҙ­ҙәре яныуын күреп, уларҙың да ағай-апайҙары кеүек Аҡйегет һәм Аҡйондоҙ булырға хыялла­ныуын аңлайһың. Тимәк, был мәртәбәле сараның ки­ләсәге өмөтлө. “Мөхәббәт барыһын да аҡлай, ярлыҡай”, – тигәйне ҡасандыр Мостай ағайыбыҙ. Беҙҙең Аҡ­йондоҙ һәм Аҡйегеттәр был һүҙҙәр­ҙең тик изге хистәргә ҡағылыуын аңлап йәшәй”, – тине Луиза Љаћармановна.
Эйе, “Аҡйондоҙ һәм Аҡйегет” бәй­геһе – заманыбыҙ асышы, гәүһә­ре ул. Ошондай тәрбиәүи, матур, сағыу сара­ны бар республика буйынса үткәр­гәндә бик яҡшы булыр ине. Күҙ алдына килтерегеҙ, Башҡортостандың бөтә райондарынан Аҡ­йондоҙ менән Аҡйегеттәр йыйылған! Был бит иҫ китмәле байрам буласаҡ. Мостайҙың юғары хис-тойғоларын, рух ныҡлығын алған йәштәребеҙ йәшәгән, идара иткән илебеҙҙең яҙмышы ла тик сағыу нурҙарға сорналыр.
Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.
Баймаҡ районы.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook