Ике йәшлек балалар өсөн ризыҡтар
Шаҡмаҡ һалынған һурпа
500 грамм ит, 1 кишер, 1 шәфәри тамыры, 1 сельдерей, 1 һуған, 100 грамм манный ярмаһы, тоҙ кәрәк.
Итте, йәшелсәләрҙе 2 литр һыуҙа бешереп алырға.
Манный ярмаһынан ҡуйы итеп бутҡа бешерергә лә еүеш һалҡын тәрилкәгә һалырға. Һыуынғас, бутҡаны шаҡмаҡлап киҫергә.
Тәрилкәгә бер нисә шаҡмаҡ бутҡа һалып, һурпа ҡойорға һәм йәшел тәмләткес үләндәр менән биҙәргә.
Тәмле “мәрйендәр”
Ананас (консерваланған булһа ла ярай), киви, груша, еләк һәм шешлек өсөн таяҡсалар кәрәк.
Шешлек өсөн таяҡсаларҙы уртаға бүләбеҙ. Һәр таяҡсаға әрсеп, матур итеп ҡырҡылған емештәрҙе сиратлап теҙеп сығырға. Шунан таяҡтың осло башын ҡырҡып ырғытырға кәрәк.
Был “мәрйендәр” байрам өҫтәлендә лә бик матур күренә.
Картуф һәм алманан тәмлекәс
1 картуф, 1 алма, 1 йомортҡа һарыһы, 1 ҡалаҡ ҡырғыстан үткәрелгән сыр, 1 балғалаҡ аҡ май, 1 балғалаҡ һөт, 1 балғалаҡ шәкәр, бер аҙ тоҙ кәрәк.
Картуфты әрсемәгән килеш – быуҙа, алманы мейестә бешереп алырға. Картуфты әрсеп, эҫе килеш иләктән үткәрергә һәм аҡ май, һөт, тоҙ өҫтәп, иҙелмә әҙерләргә. Алманы ла иләктән үткәреп, шәкәр өҫтәргә.
Картуф һәм алма иҙелмәләрен бергә ҡушып, яҡшылап туғырға ла йомортҡа һарыһын өҫтәп болғатырға. Майлы табаға һалырға. Өҫтөнә ҡырғыстан үткәрелгән сыр һибеп, 5 минутҡа мейескә ҡуйып алырға.
Татлы былау
2 ҡалаҡ дөгө, 1 кишер, 4 күрәгә, 1 ҡалаҡ йөҙөм, 2 ҡара емеш, 4 киҫәк киптерелгән алма, 2 балғалаҡ шәкәр, 2 балғалаҡ аҡ май кәрәк.
Киптерелгән емештәрҙе былау бешерерҙән 3-4 сәғәт алда яҡшылап йыуып, ебетеп ҡуйырға кәрәк.
Кишерҙе турап, бер аҙ һыу һәм 1 балғалаҡ аҡ май менән 5 минут самаһы быҡтырып алырға. Йыуылған дөгө ярмаһын һалып, бер аҙ ҡайнар һыу өҫтәп, болғатмай ғына тағы 5 минут быҡтырырға.
Ҡара емеш һалып, 10 минут быҡтырғас, алма өҫтәргә. Тағы ла 10 минуттан былауҙың өҫтөнә күрәгә, йөҙөм һибергә, киптерелгән емештәрҙе ебеткән һыуҙы ҡойорға. 10 минут быҡтырғандан һуң шәкәр өҫтәп болғатырға, 2-3 минуттан уттан алырға.
Табынға аҡ май менән бирергә.

Теги: