Ғүмерҙең һәр мәле ҡәҙерле
Ниндәй ҡиәфәттә, ниндәй кәйефтә булһаң да, ғүмер ағышы аҡрынаймай. Зарланыу-мыжыуҙан үтмәһәң дә, яман уйҙар сәсеп йөрөһәң дә, буш хыялдар менән янһаң да, бар донъяға битараф булһаң да, ғүмер үтә лә үтә. Ә шул тормошҡа нисек итеп бәхет ҡундырырға, мәғәнә һәм йөкмәтке өҫтәргә? Быларҙы берәүгә лә әҙер генә көйө килтереп тоттормайҙар ҙа баһа. Бәхетле һәм мәғәнәле итеп йәшәй белеү, ниндәй осраҡта ла кеше булып ҡалыу – үҙе бер сәнғәттер. Балаларын иҫ киткес ныҡ яратҡан әсәй, ейәндәренең һөйөклө өләсәһе, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Рәмилә Сәлимгәрәева бәхетле булыуҙың серен белә. Шунлыҡтан уның күңел донъяһына теүәллек, эске аһәң, гармониялылыҡ хас.
Яратҡандар ғына һоҡлана белә
Рәмилә ханымдың тормош фәлсәфәһенең нигеҙе яратыу һәм һоҡланыу хистәренә ҡоролған. Иҫәпһеҙ-һанһыҙ тамашасының һөйөүен яулаған актриса икһеҙ-сикһеҙ ижад даръяларын иңләрлек көс-ҡеүәтте һәм дәрт-илһамды ла, ғүмер юлында осраған ҡаршылыҡтарҙы лайыҡлы үтеү өсөн ныҡлыҡты ла шул хистәрҙән ала. Юғиһә үтә нескә, һиҙгер күңел менән көндән-көн ҡатмарлаша барған донъяла һис еңел булмаҫ ине уға. Рәмилә ханымдың тик әлеге мәл менән йәшәргә тырышыуы ла уны күңелһеҙ уйҙарҙан ҡалҡан шикелле һаҡлай. Ул ғүмеренең һәр миҙгеле өсөн Аллаһы Тәғәләгә шөкөр ҡыла, әйтерһең дә, туҡтауһыҙ ағып торған күҙгә күренмәҫ ваҡытты туҡтатып, уның һәр минутын, һәр секундын барлап, хатта ҡапшап ҡарай, күҙ асып йомғанда үтеп киткән һәр мәленә һоҡланып өлгөрә.
...Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрындағы сираттағы премьераға биш көн ҡалғанда, үткән октябрь айының урталарында, Рәмилә ханым аяғын һындыра. Гипс һалынған аяғын ҡосаҡлап, өйҙә ултырһа ла, ул журналисты ҡабул итте. Һыҙланалыр ҙа, ауыртыналыр ҙа, тик һиҙҙермәне. Әсәһенең ошо күңелһеҙлеккә тарып өйҙә ултырыуын ишеткәс тә, бөтә эшен ташлап, уны ҡарашырға тип Мәскәүҙән ҡайтҡан ҡыҙы Айһылыу менән бергә, ултырғысҡа таянып, шуны шылдырып йөрөп булһа ла, кухня яғында мәж килде.
Донъяның бөтә сағылыш-күренештәрендә лә тик яҡшылыҡ һәм яҡтылыҡ күреп өйрәнгән Рәмилә ханым:
– Матур ауырыйым, матур йәшәйем, – тигән һүҙҙәренә ниндәй мәғәнә һала, ауырыуҙың ни матурлығын таба һуң?
– Аяғым ҡазаланғас, улым бөтә эшен ташлап килеп етә һалды, күтәреп кенә йөрөттө. Ҡыҙым ҡайтты, нәмәләр генә бешермәй! Йыуындыра, арҡаң талып киткәндер тип, массаждар яһай. Ә иң мөһиме – туҡтауһыҙ һөйләшәбеҙ, икебеҙгә лә күңелле, уртаҡ темаларыбыҙ күп. Шул тиклем рәхәтлек кисерәбеҙ, – ти әсә, – тән һыҙланыуҙарын күңел бөтөнлөгө баҫа. Коллегаларымдың, тамашасыларымдың “ВКонтакте”лағы минең биткә яҙғандары, шылтыратып әйткәндәре йөрәккә май булып ята.
Айһылыу биш-алты йәшлек сағында, Сибайҙа йәшәгәндә әле, Гәрәй Исхаҡовтың “Һайра, һандуғасым” тигән пьесаһы буйынса ҡуйылған спектаклдә уйнаған. Уның героиняһы әсәһенә “әсәкәү” тип өндәшер булған. Шунан бирле Айһылыу ғәләмәт яғымлы был һүҙҙе ташламай икән. “Әсәкәү” менән “бәпесем” араһындағы иҫ киткес йылылыҡ, яратыу, хәстәрлелек, наҙ бөтә өй эсен тултырғандай булды. Айһылыу былтыр Заһир Исмәғилев исемендәге сәнғәт академияһын тамамлаған да әле Мәскәүҙә аспирантурала уҡый, Евгений Светланов исемендәге Дәүләт академия симфоник оркестрында эшләп тә йөрөй.
Әсә бәхетен балаларының яҙмышынан айырып ҡарап булмай. Балалары менән уртаҡ тел тапмай яфаланғандар, үҙ-ара аңлаша алмағандар аҙмы ни был донъяла? Рәмилә Сәлимгәрәева бындай осраҡҡа ҡарата ниндәй кәңәш бирә ала? Уның фекеренсә, бала тыуғандан башлап уның менән туҡтауһыҙ аралашыу, һөйләшеү зарур. Балаға ышанырға кәрәк. Уға ирек бирергә кәрәк.
Айһылыуҙың һөйләгәне лә быны ҡеүәтләне:
– Әсәйем беҙҙе бер ваҡытта ла бер нәмәнән дә тыйманы. Шуға үҙебеҙ уйларға өйрәнгәнбеҙҙер: яраймы был, юҡмы? Кәрәк саҡта үҙебеҙ ниндәйҙер ҡарарға килә беләбеҙ, һәр эшебеҙ, һәр һүҙебеҙ өсөн яуаплылыҡ тоябыҙ – ағайым да, мин дә. Хәҙер ейәндәре (ағайымдың улдары) бында килһә, иректән кинәнә. Улар шул тиклем шуҡ, өй буйлап әсәйем менән бергә сабышып-шашып уйнайҙар, шаяралар.
...Ун өс йыл элек кенә Рәмилә Сәлимгәрәева, Сибай башҡорт драма театрының билдәле актрисаһы, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы, оҙаҡ йылдар эшләгән театрын, ҡәҙерләп ҡорған йорт-ерен, яратышып өйләнешкән ирен ташлап, баш һуҡҡан яҡҡа сығып китергә мәжбүр була.
Бала мәнфәғәте иң алда тора Рәмилә ханым өсөн. Фатир алғанда ла бишенсе, етенсе ҡаттан тәҡдим иткәндәр. Ә ул йортто әйләнеп сыҡҡан да беренсе ҡаттан бер стенаһы арка яғына ҡараған фатирҙы биреүҙәрен һораған. Сәнғәт академияһында уҡыған Айһылыу күршеләргә ҡамасауламай ғына күпме кәрәк – шунса скрипкаһында һыҙҙыра алһын өсөн.
– Балам рәхәтләнеп шөғөлләнде, төнгө 2-ләргә тиклем уйнай ине скрипкаһында, кемгәлер ҡамасаулайбыҙҙыр тип уңайһыҙланманыҡ, шөкөр. Ғөмүмән, өйөмдө яратам, ул шул тиклем яғымлы, үҙем кеүек, – тине Рәмилә ханым, һәм беҙ өй темаһына күсеп киттек. Ысынлап та, өйҙөң ҡото бар, нуры бар. Зал бүлмәһенең бер стенаһы туп-тулы Айһылыуҙың дипломдары, наградалары. Бөтә ерҙә – фотолар, матур, яғымлы йөҙлө, һөйкөмлө кешеләрҙең – хужаларҙың, туғандарының, яҡындарының фотоһүрәттәре. Былар барыһы ла бүлмәне ҡабатланмаҫ итә һәм айырым бер йылылыҡ өҫтәй.
...Ун өс йыл элек кенә Рәмилә Сәлимгәрәева, Сибай башҡорт драма театрының билдәле актрисаһы, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы, оҙаҡ йылдар эшләгән театрын, ҡәҙерләп ҡорған йорт-ерен, яратышып өйләнешкән ирен ташлап, баш һуҡҡан яҡҡа сығып китергә мәжбүр була. Баш һуҡҡан яҡ тигәнең күп осраҡта ғәҙәттә Өфө тирәһе инде ул. Бында килгәс тә Рәмилә ханым баш ҡала театрҙарын, радио-телевидение тирәләрен елдереп йөрөп сыға, тик бер ерҙә лә уны эшкә алмайҙар. Таныштар ҙа, дуҫтар ҙа, талантына ғашиҡ булып ах итеп тороусылар ҙа ул ауыр йылдарҙа битарафлыҡ күрһәтә.
Рәмилә ханымдың күңел төбөндәге...
– Мәҙәниәт министрлығында Динә Дәүләтшина тигән бер ханым эшләй ине, шуның тәҡдиме менән генә Милли йәштәр театрына барып урынлаштым, – тип һүҙен дауам итә Рәмилә ханым ул осорҙағы ауырлыҡтарҙы барлап. – Таныштар күп, урамда осрайҙар ҙа: “Хәлдәр нисек?” – тиеп һорайҙар, ә мин: “Аллаға шөкөр”, – тип яуап бирәм. Ни тиклем гениаль, фәлсәфәүи яуап был! Һәр осраҡҡа бара. Берҙән, Аллаһы Тәғәләгә рәхмәтеңде еткерәһең, икенсенән, эсеңдәгене тәфсилләп һөйләп тороуҙан ҡотолаһың, сөнки һинең хәл-әхүәлең бер кемгә лә кәрәкмәй, бер кемгә лә иҫәп тоторға, өмөтләнергә ярамай. Кешеләр насар булғандан түгел, юҡ, һәйбәт кешеләр бик күп ул, тик бөтәһенең дә – үҙ тормошо, үҙ проблемалары, үҙ мәшәҡәттәре, берәү ҙә һинең хәстәрлектәреңде лә үҙенекенә өҫтәп йөкмәй алмай. Элек бушлай ярҙамға өмөтләнергә була ине, ә хәҙер аҡсаның абруйы самаһыҙ күтәрелде, һәр ярҙамдың хаҡы бар. Тик үҙеңә генә, үҙ көсөңә генә ышанырға кәрәк. Тырыш кеше тауға үрләй ала. Тик бының өс шарты бар: яҡшы тәрбиә, шәп белем, маҡсатҡа өлгәшә белеү. Халҡым, илем, атам-әсәм, олатам-өләсәм минең менән ғорурланырлыҡ булһын – маҡсат ҡуям һәм уға барып етәсәкмен, ҡулымдан киләсәк тип, үҙеңә ышанырға һәм эшләргә, эшләргә, эшләргә. Үрҙә әйткән өс шартты “яратыу” тигән төшөнсә берләштерә. Бөйөк яҙыусының “Донъяны матурлыҡ ҡотҡарыр” тигән фекерен мин башҡасараҡ алыр инем: донъяны һөйөү, мөхәббәт кеүек хистәр һаҡлаясаҡ. Йәмғиәттә эмоциональ аспект юғала бара, ә был бик хәүефле. Яратыу, илһөйәрлек, әхлаҡ булмаһа, илдең арҡа һөйәге йомшара, нигеҙе ҡаҡшай. Әле Рәсәйҙе яратмаған иманһыҙҙар илебеҙҙе-еребеҙҙе талай, халыҡты бөлгөнлөккә төшөрә. Үҙҙәре лә бәхетле түгел, халыҡты ла бәхетһеҙ итәләр. Уларҙың “тырышлығы” менән барлыҡ таяныс-нигеҙҙәр ҡыйралып бөтөп бара. Ә иң ҡурҡынысы – йәштәрҙең бәғзеләре “шулай ярай”, хатта “шулай кәрәк” тигән фәлсәфәне үҙләштерә һәм тормошта үҙен шуға ярашлы тотоуға күнегә.
Мин үҙемде актриса ғына түгел, балаларҙы тәрбиәләүсе лә тип иҫәпләйем. Театрға гөжләшеп, күҙҙәре аларышып килеп ингән йәш-елкенсәк спектаклдән бөтөнләй икенсе тәьҫораттар менән, хатта тетрәнеп сыға икән – был бик ҙур ҡаҙаныш. Сәнғәттең көслө йоғонтоһо аҫтында уларҙың йөҙҙәренә мәғәнә, күҙҙәренә ғәм керә. Үҫеп килгән балаға иғтибар, ихтирам кәрәк. Тик аҡыл өйрәтеүҙән, шулай булма, былай бул, тиеүҙән фәтүә юҡ. Театрҙа йәш кеше хис-тойғоларын ҡуҙғатырлыҡ спектакль ҡарап, бер тетрәнеү кисерһә, был күпкә тәьҫирлерәк.
Ғөмүмән, балалар киң ҡарашлы, төплө, шул уҡ ваҡытта мәҙәниәтле булып үҫһен тиһәң, уларҙы сикләүҙәр, тыйыуҙар аша тәрбиәләргә ярамайҙыр һәм кәрәкмәйҙер ҙә. Балаларыбыҙ сит илдәргә, сит төбәктәргә китмәһен тигән фекергә мин ҡаршымын. Йөрөһөндәр, телдәрҙе өйрәнһендәр, яңылыҡтар тапһындар. Ҡаҙағстан президенты Нурсолтан Назарбаев үҙ иленең йәштәренә: “Барығыҙ, уҡығыҙ, оҡшаһа – ҡалығыҙ”, – ти. Әммә бөтәһе лә ҡайта, сөнки үҙҙәрендә – ирек; сөнки илдәрендә уларҙы тыйып, һәр аҙымдарын үлсәп, ҡалыпҡа һалып ултырмайҙар; сөнки үҙҙәрендә – эшлекле, ижади, теләгән яҡҡа үҫеш алырлыҡ шарттар; сөнки үҙҙәрендә сикләүҙәр юҡ.
Ғөмүмән, кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәргә тыйыу-сикләүҙәр, тупаҫлыҡ бик ныҡ ҡамасаулай. Мин эргә-тирәләгеләрҙән күңелде йылытырлыҡ, кәйефте күтәрерлек һүҙҙәрҙе йәлләмәйем. Аллаһы Тәғәләнән кешелеккә иман, тәүфиҡ, именлек һорайым. Хоҙай беҙгә шул тиклем күпте бирә, киң ризыҡтар, киң ниғмәттәр, бәхет-шатлыҡтар ебәреп тора. Бәндәләрҙең иһә уға бағышлап ниҙер эшләү мөмкинлеге берәү генә – ураҙа тотоу. Был изге ғәмәл – Тәңрегә бар булғандар өсөн шөкөр ҡылып, рәхмәттәр еткереү мөмкинлеге ул. Шуның өсөн иҫ киткес ҡәнәғәтлек менән ураҙа тотам, сәхәргә торам. Күңел таҙара, эскә ҡыуаныс тула.
Һәр тау артында – бәхет...
Фекерле, ғәмле, рухлы, хисле булыуы Рәмилә Сәлимгәрәеваны меңдәрсә тамашасыны әсир итерлек актриса ғына түгел, көслө кеше лә, абруйлы әсә лә иткән.
– Ир-аттан бер ни талап итергә ярамай, – ти Рәмилә ханым, хәләл ефете менән ғүмер иткән йылдарҙан алған тормош тәжрибәһе менән уртаҡлашып. – Уға баҫым яһап, сәменә тейеп, тәрбиәләп үҙгәртергә түгел, нисек бар шулай ҡабул итергә кәрәк.
Ире менән уртаҡ юлды өҙөрлөк хәл иткес бер ваҡиғанан һуң Рәмилә ханым Өфөгә килеп юлыға ла инде. Өфөгә күскәс, – был ваҡытта ҡыҙы Айһылыуға һигеҙ йәш, улы Азамат сәнғәт академияһы студенты – торор урын юҡ, эшкә алмайҙар, ҡыҫҡаһы, эт күрмәгәнде күрә. Мең бәләләр менән урынлашып-нығынып китә, тиҙ арала Өфө тамашасыһының да һөйөүен яулай.
Ҡайһы бер килендәр менән ҡәйнәләр араһы көсөргәнешле лә булып китеүсән. Рәмилә ханым да килен булған, хәҙер үҙе ҡәйнә, мөнәсәбәттәрҙе ул нисек ҡора?
– Йәш ваҡытта ҡәйнәмдәргә барһаҡ, – тип ихлас һөйләп алып китте Рәмилә Сәлимгәрәева, – булдыҡлы килен, имеш, өй эшенә тотоноп китәм. Тик үс иткәндәй белгән эш тә ҡулдан килмәй аптырата. Самауыр ҡуйһам, уныһы ике сәғәт ҡайнай. Ҡәйнәм ҡаты кеше (әле лә иҫән-һау, Аллаға шөкөр, 90-ды үтте). Өйрәтә башлай, мин башты иҫәргә һалып, бер эш рәте белмәгән кешегә оҡшап, ә-ә-ә, шулай итергә кәрәк инеме ни, былай булырға тейешлеме ни, тип шатлана-шатлана өйрәнәм. Эйелгән башты ҡылыс сапмай. Һығылмалылыҡ көсөргәнешле мәлдәрҙе йомшарта, үпкәләшеү-талашыуҙан ҡотҡара. Шулай ярайһың инде ҡәйнәгә. Ул миңә хужабикә булыу серҙәренә өйрәтте, ҙур мәктәп булды был миңә.
Рәмилә ханымдың Эльмира исемле килене бар. Утыҙ биште тултырған улы Азамат Сәйфуллиндың (ул Башҡортостан телевидениеһында эшләй) һөйөклө ҡатыны ул. Эльмира менән Азамат ике ул үҫтерә, ейәндәр өләсәләренә лә бик ҡәҙерле.
– Киленгә тәүге көндәрҙә үк әйтеп ҡуйҙым, – ти Рәмилә ханым. – Балаҡайым, тинем, миңә иҙән йыуыуың да, өй йыйыштырыуың да мөһим түгел, уларын мин үҙем дә эшләйем, тинем. Берҙән-бер үтенесем – миңә һәр саҡ йөҙөң яҡты, телең татлы булһын, тинем. Киленем дөрөҫ аңланымы, әллә үҙенең холҡо шулаймы – минең өсөн өҙөлөп тора. Миңә лә күркәм, киленем дә гел миңә тартылып тора – ишек асылып та китә: “Әсәкәү, беҙ килдек!” – тип йылмайып-балҡып килеп тә инә. Был – бәхет!
Төрлөһө булған Рәмилә ханымдың тормошонда, тик ауырлыҡтар уны бөгә, хистәрен төҫһөҙләндерә алмаған. Һынауҙарҙы, үҙе әйтмешләй, үҙ-үҙенә ихтирамды юғалтмаҫлыҡ итеп үтеп сыҡҡан ул. Изге күңелле, кешелекле булып ҡалған. Маҡсатына барғанда, йәғни тормош юлында осраған тауҙарға үрмәләгәндә, бик күп ауырлыҡ-хәсрәтте лайыҡлы үткәреп, күңел донъяһын таҙа килеш һаҡлай алған. Һәр тау артында олоғара бәхет көтөп тора – күтәрә генә ал!

Әлфиә АҠБУТИНА.
Александр ДАНИЛОВ фотолары.
Александр ДАНИЛОВ фотолары.
Теги: