Ҡөҙрәтле дәрт - бейеүҙәрҙә, Арбарлыҡ моң - йырҙарҙа
Эйе, мәҙәниәт учреждениеларының матди базаһын нығытыу, биналарҙы ремонтлау, сәхнә ҡорамалдары һатып алыу кәрәклеге хаҡында республикабыҙ Президенты Рөстәм Зәки улы Хәмитовтың Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға 2012 йылдыњ ноябрендєге Мөрәжәғәтнамәһендә лә билдәләп үтелгәйне. “Һәр тин иҫәпле бөгөнгө заманда был тиклем зауыҡлы ремонт үтеүенә, әлбиттә, республика һәм район, ҡала етәкселегенә рәхмәтлебеҙ. Ремонт өсөн республика ҡаҙнаһынан 23 миллион һумға яҡын, муниципалитеттан 10 миллион һумдан ашыу аҡса бүленде”, – тип уртаҡлаша филармония директоры Ильвера Турһынбулат ҡыҙы Ғибаева.
Учалы филармонияһы республикалағы биш филармония араһында берҙән-бер муниципаль љарамаљтаѓы ойошма ғына түгел, иң йәш коллектив та булып тора. Әммә һөнәри оҫталыҡ һәм йөкмәтке буйынса уларҙы башҡаларҙан түбәнерәк тип әйтергә берәүҙең дә теле әйләнмәҫ. Киреһенсә, был коллективты таланттар бишеге тип атарға мөмкин, унда ҡанат нығытҡан әллә күпме ижадсы Башҡортостаныбыҙ сәнғәте күгендә яҡты йондоҙ булып балҡый. Ә Учалы артистарының ил кимәлендәге төрлө конкурстарҙа, мәҙәни сараларҙа республикабыҙ исеменән лайыҡлы сығыш яһауы, сит илдәрҙәге фестивалдәрҙән юғары баһа алып ҡайтыуы үҙе үк күп нәмә хаҡында һөйләй. Башҡорт мәҙәниәтен иң сағыу балҡышында еткергән учалыларҙы Франция, Италия, Испания, Греция, Швеция, Израиль, Сирия тамашасылары көслө алҡыштарға күмгән. Мәҫәлән, Израилдә “Планета сәскәләре” халыҡ сәнғәте байрамында беренсе урынды алһалар, Сириялағы халыҡ-ара конкурстан лауреат булып, беренсе дәрәжәләге диплом менән ҡайтҡандар.
“Сит илдәргә фестивалдәргә сығып, йыр-бейеүҙәребеҙҙең иң аҫыл өлгөләрен күрһәтеүгә район хєстєрлегендє булыуыбыҙ, сығымдарҙы урындағы етәкселек үҙ өҫтөнә алыуы һөҙөмтәһендә ирештек. Ғөмүмән, Учалы муниципаль район хакимиәте башлығы Фәрит Фәтих улы Дәүләтгәрәев һәм ҡала биләмәһе хакимиәте етәксеһе Ильяс Хәбибулла улы Килмөхәмәтов мәҙәниәт халҡыбыҙҙыњ рух ҡалҡаны булыуын аңлап, был өлкәгә ифрат ҙур иғтибар бүлә”, – Ильвера Турһынбулат ҡыҙының был һүҙҙәрендә ғорурлыҡ та, ҡыуаныс та сағыла.
Ун беренсе миҙгел илһамланып ижад итеүсе артистар филармонияны ойоштороуға ҙур көс һалған, “йәнтөйәгем” тип янып йәшәгән шәхес – райондың элекке башлығы Ринат Абдуллинды ҙур хөрмәт менән иҫкә алалар, уның яҡты рухы алдында баш эйәләр. “Бәрәкәтле еребеҙҙә тыуған таланттарҙы тупларға ынтылған Ринат Барый улы йыр-моңға мөкиббән ғашиҡ ине, бигерәк тә “Йәнбикә”не онотолоп китеп тыңлай торғайны”, – тип һағынып хәтерләйҙәр уны.
... “Коллективтың йөҙөк ҡашы” – үҙе лә ғүмерен бейеү сәнғәтенә арнаған Ильвера Ғибаеваның халыҡ бейеүҙәре ансамблен шулай тип атауында ҙур хаҡлыҡ ята. Ансамблдең ярһыу, дәртле, ялҡынлы сығыштарында Учалы халҡының борондан килгән бейеү маһирлығы ла (ә бында һәр йортта бейейҙәр, һәр ауылда бейеү ансамбле бар!), маҡсатлы, көслө һәм бөтөн холҡо ла, уттай тәбиғәте лә сағылғандай.
Ансамблдә – ун пар, улар барыһы ла ҡала сәнғәт колледжының хореография бүлеген тамамлаусы бейеүселәр. Һуңғы йылдарҙа ансамбль йәштәр менән тулыланған, филармония асылғандан бирле яҡташтарын дәртле сығыштары менән ҡыуандырыусы Фирүзә Мөлөкова, Айгөл һәм Илшат Исхаҡовтар улар менән тәжрибәһен теләп уртаҡлаша.
Бейеүҙәрҙе башлыса филармонияның тәүге художество етәксеһе, режиссер-ҡуйыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәйехзада Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы лауреаты Рәйес Низаметдинов һалған. Һөнәре буйынса ауыл хужалығы белгесе, ләкин булмышы менән ижадсы – билдәле ҡурайсы ла, ҡубыҙсы ла, өзләүсе лә, бейеүсе лә Рәйес Йәүҙәт улы Учалы ерлегендә тыуған бейеүҙәр үҙенсәлеген өйрәнеп, оло хазина итеп һаҡлап ҡалыуҙы маҡсат иткән. Мәҫәлән, көй ыңғайына учалыларға ғына хас ҡатмарлы тыпырҙауҙы башҡа бер ерҙә лә күрмәҫһең. “Бер нисә быуындан, әллә нисә төрҙән торған тыпырҙау – беҙҙә хасил булған күренеш”, – тип раҫлайҙар бында.
“Тарпандар”, “Марш” бейеүе, “Ҡара-ҡаршы” бейеү, “Ҡайын һуты”, “Солоҡсолар”, “Алтын йыуыусылар”, “Тиле йәшлек” – концерттарґа ҡул сабыуҙар менән оҙатылған бейеүҙәрҙең һәр береһенең үҙ тарихы. Ҡеүәтле бейеү теле халҡыбыҙҙың көнитмешен, холоҡ-фиғелен, кисерештәрен, яҙмышындағы бай ваҡиғаларҙы ябай телдән сағыуыраҡ, күпкә көслөрәк кәүҙәләндерә. Репертуарҙағы рус, украин, татар, һинд, испан, грек халыҡ бейеүҙәрен дә тамашасылар бик яратып ҡабул итәләр. “Бөгөнгө балетмейстер, Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамблдә ҙур оҫталыҡ туплаған бейеүсе Эльвира Мортазина коллективҡа яңы һулыш, йәшлек ҡомары алып инде”, – тип һанай артистар.
Тыуған ерҙәренән илһам алып ижад итеүсе йәш йырсылар – Илдар Жамалов һәм Илдар Усмановтың халыҡ-ара һәм республика кимәлендәге бәйгеләрҙә уңыш ҡаҙанып, танылыу яулай барыуын да әйтеп үтке килә.
Филармония тарихына ҡағылышлы һәр кешене оло шәхес итеп күргән, һәр хәл-ваҡиғаны түкмәй-сәсмәй бәйән итеүсе Раушания Мәхмүтова үҙе лә хеҙмәт юлын ошо сәнғәт йорто асылған көндә башлаған. Яҡташтары тарафынан “сәхнә күрке” тип нарыҡланған һылыу тамашасы менән артист араһында күҙгә күренмәҫ ептәр һуҙыусы – конферансье ғына түгел, коллективтың художество етәксеһе лә, башҡорт халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусы ла.
– Сығыштарыбыҙҙың сағыу, онотолмаҫ булыуын сәхнә кейемдәребеҙҙең бай, таң ҡалырлыҡ матурлығы ла билдәләй. Мәҫәлән, башҡорт милли кейемдәребеҙҙе сит илдәрҙә эргәбеҙгә килеп тотоп ҡарап, тел шарлатып, һоҡланыуҙарын белдерәләр. Затлы күн итек, ҡамсат бүрек, зиннәтле еләндәр, күҙҙең яуын алырлыҡ ҡашмау-түшелдеректәр тамашаларыбыҙҙың бәҫен күтәрә, – тип һөйләй ул. Тамашаларҙың бәҫен күтәреп кенә ҡалмай, сығыш яһаусыларҙы бөтә матурлығында балҡыта, тип өҫтәр инем мин. Сит илдәрҙә гастролдәрҙә саҡта ҡыҙҙарыбыҙҙан күҙ алмай хайран ҡылыуҙары ла юҡҡа түгел. Ә Сирияла саҡта, был илдә һаҡланған йола буйынса урлап алып китә күрмәһендәр тип, сибәркәйҙәрҙе хатта һаҡ аҫтында йөрөткәндәр.
Артистар әле алыҫ гастролдәргә йыйына – Себер тарафтарындағы милләттәштәребеҙгә йыр-моң өләшеп ҡайтмаҡсы. Унан һуң ғәзиз төйәктәренең – Учалы ҡалаһының 50 йыллыҡ юбилей тантаналарына әҙерләнә башлаясаҡтар. “Ул тамаша яҡташтарыбыҙға, һис шикһеҙ, оҙаҡ иҫтә ҡалырлыҡ матур, ҡәҙерле бүләк буласаҡ”, – ти режиссер-ҡуйыусы Минзәлә Яхина.
... Мөғжизәләр иле Учалыға бер барһаң, күңелең гел тартылып торор, аяҡтарың тағы шунда әйҙәр, тиҙәр. Учалы филармонияһы тамашаһын бер күргән кеше лә, арбалып, йәнә һәм йәнә шул моңдо, шул көйҙө ишетергә, бейеүҙәренең тылсымлы көсөн, ҡөҙрәтле дәртен ҡат-ҡат үҙендә тойорға теләр.
Альмира КИРӘЕВА.
Александр ДАНИЛОВ фотолары.
Учалы районы.

Теги: