«Иң матур бүләк ул – «Башҡортостан ҡыҙы», – ти буранбайҙар

«Иң матур бүләк ул – «Башҡортостан ҡыҙы», – ти буранбайҙар Районыбыҙҙың матур йолаһына ярашлы, Изгелек эшләү көнөндә Буранбай ауылына юл алдыҡ. Баймаҡ ҡатын-ҡыҙҙар советы тәҡдиме буйынса гүзәл зат вәкилдәре һәр кесе йома үҙҙәрен яҡшылыҡ эшләүгә бағышлай. Кемдер ауылындағы ололарҙың хәл-әхүәлен белешеп, уларға тел йоторлоҡ тәмле ҡоймаҡ-бутҡалар бешерә, икенселәр күп балалы ғаиләләргә күстәнәстәрен тотоп сәйгә килә, бәғзеләр “ҡырын һалырға” яратҡан ата-әсәләрҙе айыҡ табынға саҡырып ала. Ә ҡайһы берәүҙәр эш мәшәҡәтенән арынып, һөйөү наҙына сарсаған балаларына күпмелер буш ваҡытын, күңел йылыһын бирергә тырыша.
Буранбай ауылы халҡы элек-электән матурлыҡ һөйөүе, алтын ҡуллы, сәсән телле, йыр-моңға маһирлығы менән айырылып тора. Ошо бәләкәй генә ауыл республикабыҙға күпме билдәле шәхестәрен бүләк иткән!
Буранбай китапханаһы айырым бер нурға сорналғандай. Китапханасы Зәкиә Фәйзулла ҡыҙы Ғәйетбаеваның янына йыйылып, гәзит-журналдар уҡыған, ҡул эштәре, аш-һыу серҙәре менән уртаҡлашҡан ағинәйҙәрҙе күреп һоҡланыуы­быҙҙың сиге булманы. Эйе, был ауылда һәр эште бергәләп, урын-еренә еткереп һәм башҡаларҙан уҙҙырып башҡарырға яраталар. “Башҡортостан ҡыҙы”на яҙылыу буйынса иғлан ителгән бәйгегә лә буранбайҙар тәүгеләрҙән булып ҡушылды. Шуға күрә беҙҙең маҡсатыбыҙ ошо үҙен­сәлекле ярыштың еңеүселәре менән осрашыу ҙа ине. Бөйөк Ватан һу­ғышы ветераны, 1924 йылғы Зәбихулла Исламғол улы Нәүширбанов журналды килене Рәмзиәгә һөйө­нөслө бүләк итеп яҙҙыртҡан. Ҡанлы һуғыш михнәттәрен күреп, ике тапҡыр контузия алып, күкрәге тулы наградалар тағып ҡайтҡан олатайыбыҙ ныҡлығы, кешелеклеге менән күптәргә үрнәк булырлыҡ. Ауыл йәштәре, ветерандың ишек алдында физик күнекмәләр эшләүен күреп, хайран ҡала. Эшкә өйрәнгән аҡ­һаҡалыбыҙ ҡарҙың күберәк яуыуын теләй. Сөнки ап-аҡ, шығырҙап торған ҡарҙы йырып, юл һалыу – уның иң яратҡан шөғөлө. Зәбихулла Исламғол улы: ”Ҡатын-ҡыҙҙарға мин һәйкәл ҡуйыр инем, улар – ысын ҡаһармандар. Эштә янып эшләйҙәр, бала көтәләр, ир тәрбиәләйҙәр. Араларында һис зарһыҙ зәғиф балаларын, олоғайған ата-әсәләрен ҡараусылар ҙа бихисап. Нисек уларға һоҡланмайһың?”– ти.
Сер итеп кенә әйткәндә, хөрмәтле ветеран “Башҡортостан ҡыҙы”н килененә яҙҙырһа ла, үҙе лә уны мауығып ҡарап-уҡып сыға. Зәбихулла олатай өсөн уға ғүмер биргән әсәһе лә, һуғышта иңгә-иң терәп бергә алышҡан телефонсы Наташа ла, хәҙер инде мәңгелек донъяға күскән тормош юлдашы ла, журнал битенән матур итеп йылмайған һылыуҙар ҙа – сикһеҙ матурлыҡ һәм ғорурлыҡ донъяһы булып ҡала. Аҡһаҡалды ҡәҙерләп-хөрмәтләп тәрбиәләгән килене Рәмзиә Нәүширбановаға оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерге килә.
Ошо уҡ ауылда йәшәгән “Баш­ҡортостан ҡыҙы” журналының тоғро дуҫы Нурия Халис ҡыҙы Үтәбаева—1927 йылғы. Инәйҙең белгән таҡ­маҡтарына иҫ-аҡылың китер. Уларҙа хатта башҡорт халҡының төр­лө дәүерҙәге тарихы сағыла тиһәң дә, һис хата булмаҫ. Нурия инәй кейәүе Сырлыбай һәм ҡыҙы Зифаның татыу, матур ғаиләһендә донъя күрә. Хөр­мәтле инәйебеҙ тирә-яҡҡа даны таралған имсе лә: ул балаға уҙа алмаған ҡатындарға ла, яңы донъяға килгән сабыйҙарға ла ярҙам итә. Шифалы ҡулдары менән һылап-һыйпап, йүгертеп ебәрә ул кешеләрҙе! Нурия инәйгә заманында көслө сихыр ебәрәләр. Матур йәшәп ятҡан парҙың донъяһы ла, хистәре лә селпәрәмә килә. Аяҡтан йығылған инәй данлыҡлы Мөжәүир хәҙрәткә барып етергә көс таба. “Сихырлағандар бит һине, өс мәртәбә килергә кәрәк булыр. Ҡайғырма, аяҡҡа баҫырһың, һеңлекәш. Ә инде һиңә яманлыҡ теләүселәргә сихырҙары кире әйлә­неп ҡайтасаҡ”, – ти. Ысынлап та, ошо хәлдән һуң күп тә үтмәй, ҡара уйлы кешеләрҙе әжәл алып китә.
«Иң матур бүләк ул – «Башҡортостан ҡыҙы», – ти буранбайҙар
Нурия инәйгә имселәү һәләте атаһы яғынан килә. Шулай уҡ ул өс мәртәбә Хызыр Ильясты күреүе тураһында бик мауыҡтырғыс итеп һөйләй. Колхоз эшенең иң ауыр эштәрен дә уңышлы башҡарған, артабан һауынсы булып дан ҡаҙанған Нурия инәйҙең күп һанлы миҙалдары, Маҡтау ҡағыҙҙары бар. “Күҙем барыһын да күрмәһә лә, яратҡан журналымдан айырыла алмайым”,– тип, инәйебеҙ “Башҡортостан ҡыҙы”ның биттәрен һыйпап-һыйпап ала.
Эйе, Буранбай Баймаҡ районының бәләкәй ауылдарының береһе булһа ла, башҡорт ҡатындарының яҡын күргән журналына яҙылыу буйынса беренсе урынды яуланы. Был конкурс, милли матбуғаттың киләсәге хаҡында улар йыйылышып йәнле әңгәмә лә ҡорҙо. Әлбиттә, хәҙерге ваҡытта күптәрҙе ауылға почтаның һирәк барыуы, гәзит-журналдарҙы ваҡытында алып килеп еткермәүҙәре бошондора. Был хаҡта Баймаҡ район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Луиза Дәүләтшинаның: ”Эйе, матбуғаттың ваҡытында килеп етмәүе оло борсоуға әйләнде. Почта хеҙмәткәрҙәренең ҡыҫҡартылыуы, эш хаҡының бик түбән булыуы ошо хәлгә еткерҙе лә. Әммә беҙ, беткә үс итеп, тун яҡҡан кешегә тиң булмайыҡ. Сөнки “барыбер килеп етмәй” тип башҡорт матбуғатынан баш тартһаҡ, беҙ милләтебеҙҙең киләсәген юҡҡа сығарасаҡбыҙ. Әллә ниндәй сәйә­сәткә ҡоролоп, почта эше һүлпә­нәйгән һайын, беҙ әүҙемләшә барайыҡ. Башҡорт телендә баҫылған бар баҫмаларға яҙылайыҡ! Бөгөн бында ауылды тотоп торған, уны тәрбиә­ләгән кешеләр йыйылған. Тимәк, барыһы ла – беҙҙең ҡулда. Ошондай яуаплы, изге, милләт хәстәрен иңенә алған кешеләр һынатырға тейеш түгел”, – тигән һүҙҙәре көслө алҡыштарға күмелде. Луиза Ҡаһарман ҡыҙы шулай уҡ районда йома көндәрендә һәм 1 июндә иҫерткес эсемлектәрҙән баш тартыу ыңғай һөҙөмтәләргә килтереүен билдәләп үтте. Ҡатын-ҡыҙҙар рәйесе ағинәйҙәрҙе “Алъяпҡыстар”, “Файҙалы үлән сәйҙәре”, “Файҙалы аш-һыу” бєйгелєрендє әү­ґем ҡатнашырға саҡырҙы.
“Башҡортостан ҡыҙы” журналы тураһында был көндө матур фекерҙәр, изге теләктәр яңғыраны. Ә Гөлнур Раева үҙенең йылы хис-тойғоларын шиғри юлдарға һалған.
“Башҡортостан ҡыҙы”н
ҡулыма алһам,
Күҙ алдымда—башҡорт ҡыҙы.
Ҡолағында селтер-селтер,
Сыңлап китә сулпы сыңы.
Күңелдәрем күтәрелә—
Башҡорт ҡыҙы бейеһә ойотоп.
“Башҡортостан ҡыҙы”н мин уҡыйым,
Донъяларым онотоп.
Икеһе лә һөйкөмлөләр,
Икеһен дә яратам.
Улар бит бер туғандар,
Әсәләре – Башҡортостан.
Фәриҙә Һағынбаева иһә: “Журналды ике тиҫтә йылдан ашыу алдырам. Һәм беләһегеҙме – һәр бер һанын һаҡлап барам. Шуға күрә үҙемде бай кешеләр рәтенә индерәм, сөнки ҙур сумаҙан тулы “Башҡортостан ҡыҙы” журналдарым бар. Уларҙы ваҡыты-ваҡыты менән сыға­рып яңынан уҡыйым, кәңәштә­рен алам. Нисек шундай шәп баҫманан баш тартаһың инде”,– тине.
84 йәшлек Роза инәй Ғөбәйҙуллина ла “Башҡортостан ҡыҙы” журналының һәр һанын түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Сәрүәр Хәмитова, Нәзилә Раева, Айһылыу Ғөбәйҙуллина һәм Буранбайҙың һәр һылыуы “Башҡортостан ҡыҙы”н иң шєп бүлєк тип иҫәпләй.
Буранбайҙа уңған, алтын ҡуллы хужабикәләр йәшәй. Гүзәл Әминева, мәҫәлән, күҙҙең яуын алған күлдәктәр тегә. Мәүсүрә Раева, Ҡафия Буранбаева, Сәрүәр Хәмитова сиккән яҫ­тыҡтар, япмалар, ат ябыуҙары, ҡорамалар хаҡлы рәүештә ауыл ғорурлығы булып һаҡлана.
«Иң матур бүләк ул – «Башҡортостан ҡыҙы», – ти буранбайҙар
Әлбиттә, Баймаҡ районының һәр ауылында һәм ҡаланың үҙендә лә милләт әсәһе булған, балаларының үҙ телендә уҡыуын һәм аралашыуын теләгән гүзәл ханымдар йәшәй. Матбуғатҡа яҙылыу осоронда улар журналистарҙың ныҡлы терәк-таянысына әүерелә. Почта хеҙмәткәре вазифаһын да, “ыһ” та тимәй, үҙ иңенә алып өйҙән-өйгә “Башҡортостан ҡыҙы”на яҙылыуҙы ойошторған Билалдан – Райхана Булатова, Ҡараталдан – Айгөл Мырҙабулатова, Ниғәмәттән – Гөлбикә Кейекбаева, Беренсе Этҡолдан – Ира Байрамғолова, Төркмәндән – Фәрзәнә Гусельникова, Күгиҙелдән – Зифа Мәүлетова, Мерәҫтән Дилбәр Яхина, Түбәнән – Гөлсинә Шәрипова, Яраттан – Гүзәл Монасипова, Байымдан Зөһрә Вәлиева кеүектәр оло маҡтау һәм хуплау һүҙҙәренә лайыҡ.
Был донъяла ҡатын-ҡыҙға иң изге бурыстар юҡҡа ғына йөкмәтелмәгән. Өйөнөң йылы усағын һаҡлаған, милләтенең киләсәген хәстәрләгән, телен йөрәк түрендә йөрөтөп, уны тағы ла һутландырған, байытҡан күркәм әсәләре менән бөйөк ул милләтебеҙ.

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.
Баймаҡ районы.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook