Түгелмәһен балаларҙың күҙ йәше!
Бешкән иген кеүек алтынһыу сәстәре уның ғорурлығы була. Әле үҙ матурлығын аңлап етмәгән ҡыҙсыҡ сәстең ҡатын-ҡыҙҙың бер күркәмлеге икәнен тойомлап, ҡалын толомдар үҫтерә. Әсәһе лә белә ҡыҙының сәстәрен ҡәҙерләүен – тыңламаһа, усы менән ҡайырып тота ла оло ҡайсы менән толом төбөнән үк киҫеп ала. Нисә тапҡыр ҡабатланғандыр был, тик ҡыҙҙың сәсе ике ай эсендә тигеҙләнеп үҫә лә йәнә ғорурлығына әйләнә. Әсәһе ярһыған саҡта бәргән сынаяҡтың ярсығы эләгеп, битендә ҡалған йәмһеҙ йөй генә улай тиҙ шымармаҫ. Болотһоҙ күктәй зәңгәр күҙҙәр төбөндәге упҡындай һағыш та тиҙ таралмаҫ – ул шул тиклем тәрән, таралырмы-юҡмы икәнен дә әйтеп булмай.
Әсә менән ҡыҙ баш ҡалала бер бүлмәле фатирҙа, ҡарап тороуға, ҡәҙимге ғаилә кеүек көн итәләр. Әсә, ваҡытлыса булһа ла, төрлө эштә йөрөп, тормошто хәстәрләй. Ун дүрт йәшлек һылыу мәктәптә уҡый. Тик таш стеналар артында әсәнең йылдар дауамында
балаһын нисек йәнен имгәтеүен, даими тәне күгәргәнсе туҡмауын берәү ҙә белмәй. Ҡатын аҡсаһы бөткәндә төн уртаһында үҫмер ҡыҙын ҡаланың икенсе яҡ осондағы элекке һөйәренә ебәрә – аҡса алып ҡайтһын өсөн. Юлға аҡсаһы булмаған бала бер нисә сәғәт эсендә әйләнеп ҡайтырға тейеш була. Ауыр тормошҡа йәне көйһә лә, туҡмаҡ ҡыҙға эләгә. Бәхет вәғәҙә иткән сираттағы ир ташлап киткәс тә, язаны бисара бала күтәрә.
... Ғаиләнең яҙмышы башҡа бәхетһеҙ ғаиләләрҙекенән күпкә фажиғәлерәк: әсә кеше йән ауырыуына дусар булып сыға – бөгөн ул психиатрия ауаханаһында. Ә ҡыҙ приютҡа урынлаштырылған. Ул көн дә әсәһен һағынып илай һәм ҡайтарыуҙарын үтенә...
Был әсәнең бәғерһеҙлеге йән ауырыуына бәйле булһа, һау-сәләмәт өлкәндәрҙең балаларға енәйәтсел шәфҡәтһеҙлеген нисек аңлатырға? Республикала
былтыр бәлиғ булмағандарға ҡарата 2304 енәйәт эше ҡылынған, был унан алдағы йыл менән сағыштырғанда 227 осраҡҡа, йәғни 10,9 процентҡа күберәк. Быларҙың яртыһын тиерлек балаларҙың сәләмәтлегенә зыян килтереү, ҡыйнау, үлтереү менән янау, уларҙы тәрбиәләү буйынса бурыстарын тейешенсә үтәмәү тәшкил итә. Бигерәк тә бәләкәй балаларға (58,9 процентҡа күберәк) һәм яңы тыуған сабыйҙарға (133,3 процентҡа) ҡарата эшләнгән енәйәттәрҙең артыуы хаҡындағы мәғлүмәттәр хафаға һала.
Ә түбәндәге һандар иң һалҡын ҡанлы кешене лә шаңҡытыр – балаларҙы көсләүҙәр өс тапҡырға артҡан.
Өфө ҡалаһының Октябрьский районында, Сипайлово биҫтәһендә, Архангел һәм Ҡариҙел райондарында был енәйәт төрөнөң артыуы теркәлгән.
Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр министрлығының бәлиғ булмағандар эштәре буйынса бүлеге етәксеһе, полиция полковнигы Андрей Анатольевич
Шитов менән әңгәмәбеҙ шул турала.
– Йән тетрәндерерлек был һандар йылдан-йыл хәлдең киҫкенләшеүе тураһында ғына түгел, балаларға ҡарата ҡылынған енәйәттәрҙе асыҡлау эшенең әүҙем һәм берҙәм алып барылыуы хаҡында дәлилләй.
Әлбиттә, һуңғы егерме йылда ҡоролошобоҙҙоң ҡыйралыуы, беҙ баһалаған, ҡәҙерләгән мәңгелек ҡиммәттәрҙең ҡаҡшауы – барыһы ла тормошобоҙҙа сағылыш таба. Эшһеҙлек, башлыса ул тыуҙырған эскелек, шул арҡала барлыҡҡа килгән низағтар бындай ғаиләлә тәрбиәләнеүсе балаларҙа ла кире сағыла. Мин һуңғы йылдарҙа бигерәк тә ауылдарҙа уңышһыҙ ғаиләләрҙең артыуын билдәләп үтер инем. Сәбәбе – әлеге лә баяғы эш булмауы, колхоз-совхоздар тарҡалғас, бына ике тиҫтәнән ашыу инде байтаҡ ауыл кешеһенең бик ауырлыҡ менән көн итеүе. Һис шикһеҙ, ғүмер баҡый әхлаҡ бағанаһы булған ауылдың бөгөнгө хәле борсоуға һала. Бар яраштыра, юҡ талаштыра, тиҙәр – ауыр тормош касафаты ғаиләләге мөнәсәбәттәргә кире йоғонто яһай.
Ғөмүмән алғанда, был күренеш беҙҙең республикаға ғына түгел, бөтә илгә хас, тип әйтер инем.
Былтыр беҙ 227 ата-әсәне балаларына ҡарата шәфҡәтһеҙ булғаны өсөн енәйәт яуаплылығына тарттырҙыҡ. Әлбиттә, бер осраҡта ла эш атаны йәки әсәне иркенән мәхрүм итеү менән тамамланманы, улар шартлы рәүештә генә хөкөм ителде. Ләкин, нисек булһа ла, ғаиләне һаҡлап ҡалыу, баланы ата-әсә тәрбиәһенән мәхрүм итмәү ниәтенән сығып ҡабул ителгән ҡарарҙар һәр ваҡытта ла, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, минеңсә, аҡланмай.
Шулай уҡ үткән йылда балаларын тәрбиәләүҙән ситләшкән 11686 ата-әсәнең административ яуаплылыҡҡа тарттырылыуын да әйтеп үткем килә. Сабыйҙарын ҡарамайынса, уларҙың ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйған ата-әсәләрҙең битарафлығын енәйәтсел тип атар инем. Балаларға шәфҡәтһеҙ булыуға уларҙы имгәтеү, ҡыйнау ғына түгел, иң ябай шарттарҙы ла булдырмайынса, тейешенсә тәрбиәләмәү, табиптарға йөрөтмәйенсә, медицина хеҙмәтләндереүенән мәхрүм итеү ҙә инә бит.
Шуны ла билдәләр инем: элек ата-әсәләр, синыфташтары тарафынан йәберләнгән балалар ул турала бер кемгә лә һөйләмәйенсә, эстәренә йомолһа, хәҙер үҙҙәре үк килеп, беҙгә хәбәр итеүселәр бар. Был ошоғаса ябыҡ ҡабырсаҡ кеүек булған йәмғиәтебеҙҙең асыла барыуын, өлкәндәрҙең генә түгел, балаларҙың да хоҡуҡи аңы үҫеүен күрһәтә.
– Ике йыл самаһы элек Башҡортостан Республикаһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар хаҡындағы кодексына көнкүрештә низағ сығарыусыларға ҡарата айырым статья индерелгәйне. Шул турала һөйләп үтһәгеҙсе.
– 2011 йылдың июнендә был Кодексҡа “Ғаилә-көнкүреш низағы” хаҡында статья өҫтәлде. Ул ғаилә ағзаларын мыҫҡыллау, уларҙы яман һүҙҙәр менән әрләү, тауыш ҡуптарыу өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырыуҙы күҙ уңында тота. Бындай статьяның әле к∆п төбәктәрҙә ҡабул ителмәүен әйтеп үтер инем.
– Ул нимәнән ғибәрәт икән?
– Тауыш ҡуптарыусыға ҡарата штраф һалыуҙан. Әлбиттә, штрафтар былай ҙа ҡалын булмаған ғаилә кеҫәһен йоҡарта, тиерһегеҙ. Ләкин, тәжрибәнән күренеүенсә, был сара барыбер һөҙөмтәһен бирә. Полиция участкаһы инспекторының килеүе үҙе үк янъялсыны урынына ултырта, бындай низағтар ҡуптарыуын дауам итһә, эштең ҙурға китәсәген – яуаплылыҡтың ҡатыраҡ булыуын белеп тора, ғаилә ағзаларына үҙҙәрен яҡлаулы тойорға булышлыҡ итә.
– Ғаиләлә мөхиттең сәләмәт булмауы арҡаһында йыш ҡына балалар өйҙән ҡаса, хатта үҙҙәренә ҡул һала.
– Эйе. Тик мин ҡул һалыу осраҡтары хаҡында һөйләү күберәк медицина өлкәһендәге белгестәргә ҡағыла, тиер инем, сөнки ғаилә ағзаларының күңел торошона ҡағылышлы проблемалар менән улар шөғөлләнә. Үткән йылда өйҙәренән ҡасыусы балалар беҙҙә 1549 булды. Уларҙың күбеһе уңышһыҙ ғаиләләрҙән. Балалар йорттарынан, социаль приюттарҙан ҡасыусылар ҙа юҡ түгел. Эҙләп табып, ҡайтарып тороуға ҡарамаҫтан, ҡат-ҡат, хатта унар тапҡыр ҡасыусылар бар...
– Республикала балаларҙың төнгө ваҡытта өлкәндәр оҙатыуынан башҡа йөрөүен тыйыу хаҡында Закон ҡабул ителгәйне. Халыҡ телендә “Балалар өсөн комендант сәғәте” тип аталған ошо Законға туҡталып үтһәгеҙ ине.
– Балалар һәм үҫмерҙәрҙе төнгө хәүеф-хәтәрҙән ҡурсалау, улар араһында берәҙәклекте, хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү маҡсатында 2010 йылдың июлендә “Башҡортостан Республикаһында бала хоҡуҡтарының төп гарантиялары хаҡында”ғы Законға үҙгәрештәр индерелгәйне. Ул үҙгәрештәр ун ете йәшкә тиклемге балаларҙың төнгө ваҡытта 22 сәғәттән 6 сәғәткәсә (1 майҙан 30 сентябргә тиклемге осорҙа – 24 сәғәттән 6 сәғәткә ҡәҙәр) өлкәндәрҙән башҡа йөрөүен тыйыуҙы күҙҙә тота. “Төнгө урам – балалар өсөн түгел”, – күпселек ата-әсәләр шулай тип, Законды хуплап ҡабул итте, уның балалар һаулығын, ғүмерен, әхлаҡи именлеген һаҡлау өсөн мөһим булыуын аңланы. Закон үҙ көсөнә ингән мәлдән балалар һәм үҫмерҙәр араһында енәйәтселек кимәленең 27, 4 процентҡа кәмеүе лә уның һөҙөмтәлелеге хаҡында һөйләй.
– Андрей Анатольевич, журналыбыҙҙы уҡыусы ата-әсәләргә нимәләр теләр инегеҙ икән?
– Моғайын, был һүҙҙәр бик тапалған кеүек, үтә ҡәҙимге яңғырар. Нисек кенә ҡатмарлы йәшәһәгеҙ ҙә, тормош ауырлыҡтарынан көслөрәк булырға тырышығыҙ, тиер инем. Балаларығыҙға ҙурыраҡ иғтибар бүлегеҙ, ниндәй уйҙар менән йәшәүҙәрен аңларға, ҡыҙыҡһыныуҙарына төшөнөргә ынтылығыҙ, дуҫтарының кем икәнлеген белеп тороғоҙ, улар урамға тартылмаһын өсөн, алдарына бәләкәй һәм ҙур маҡсаттар ҡуйырға ярҙамлашығыҙ, тип әйткем килә. Һалған һөйөүегеҙ, түккән ваҡытығыҙ, көсөгөҙ мотлаҡ әйләнеп ҡайтасаҡ – уларҙың һеҙҙе ҡыуандырыр яҡты киләсәге булып.
Альмира КИРЄЕВА әңгәмәләште.
Александр ДАНИЛОВ фотоһы.

Теги: