Уның йөрәгендә – мәңгелектең сере
Донъяла йыһанды тетрәтерҙәй ниндәй ҡөҙрәтле, саф, тылсымлы көс бар, тип һорарһығыҙ. Ул – Әсә һөйөүе. Әҙәм затының йөрәген тилмерткән иң ялҡынлы хис тә ошо аҫыл тойғоноң нәфислегенә, тәрәнлегенә, таҙалығына тиңләшә алмайҙыр. Ул һөйөү мәңгелек булыуы менән бөйөк.
Мәңгелек һәм бәхет хаҡында һүҙ ҡуҙғатҡанда, уй, аҡыл ҡеүәһен дә билдәләмәү мөмкин түгел. Күңелендә изге уй йөрөткән кешенең, йылдар үтеү менән, бәхете ишәйә, тормошо сағыулана бара. “Уйыңды буйһондора алһаң, ул, бар донъяны ялмап алырҙай, илаһи көскә әйләнә”, – тиҙәр. Ер йөҙөндә бөтә нәмә ҡартая һәм һүнә: йәшлек тә, матурлыҡ та, ялҡынлы хистәр ҙә. Уйҙы илаһилыҡ дәрәжәһенә еткергән, һәләтен үҫтергән һәм балаларына мөхәббәт көсөн, ысын тормош асылын һала алған әсә генә үлемһеҙҙер. Был һүҙҙәрем мөғәллимә, йырсы, һәүәҫкәр композитор һәм бәхетле әсә Мәрйәм Солтанованың ҡабатланмаҫ булмышына, һис шикһеҙ, тап килә.
Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙы үҙенең 75 йәшендә лә халҡым, тыуған төйәгем, уҡыусыларым, тип өҙөлөп тороуы күңелдең иң нескә ҡылдарын тибрәлтеп, бөгөн инде юғала барған ҡиммәттәр: изгелек, ярҙамсыллыҡ, миһырбанлыҡ, үҙеңде аямай, кеше хәстәре өсөн йән атыу, аҡыл һәм оло йөрәклелек хаҡында һөйләй.
“Атайым менән әсәйем йыр-моңға ғашиҡ инеләр. Оҙон көйлө башҡорт халыҡ йырҙарына мөхәббәт, ошо хозур төбәкте үҙ иткән һәм һәр эште, һәр һөнәрҙе ижад даирәһенә күтәргән саф күңелле лә, ғорур ҙа кешеләренә һоҡланыуым бәләкәйҙән йөрәгемә һеңгән. Сикһеҙ һөйөүем бөгөн дә изге эштәргә дәртләндерә, ижади асыштарға әйҙәй. Ғаиләләге татыулыҡты, мөхәббәтте үҙ күҙҙәребеҙ менән күреп, йөрәктәребеҙ менән тойоп, матур хистәр солғанышында үҫтек. Атайыбыҙ гүр эйәһе булып ҡалғас, әсәйем ғүмер буйына яратып йәшәгән кешеһен юҡһынып, таҡмаҡтар, йырҙар сығарып ултырыр ине. Ошо таҡмағы айырыуса хәтеремдә ҡалған:
Иртәнсәккәй тороп, тышҡа сыҡһам,
Аҡ таҫтамал ғынам сөйҙә юҡ.
Бабайымды ғына һораһағыҙ,
Ожмахтарға китте шул – өйҙә юҡ.
Иплелек, сабыр аҡыл унан киләлер, болоҡһоп, нимәгәлер үкенесен йә үпкәһен белдереп, зарланып ултырғанын иҫләмәйем. Ул 91 йәшенә тиклем йәшәне. Ҡыштарын, көҙҙәрен беҙҙең менән Ишембайҙа үткәрер, ҡаланан арып китһә, Бөрйән районы Брәтәк ауылында йәшәүсе Маһира апайымдарға ҡунаҡҡа ҡайтыр ине. Яҡындарының мәртәбәле хәстәрен тойоп, ғүмеренең һуңғы көнөнә тиклем тормоштоң ҡәҙерен белеп, балаларына һәм ейән-ейәнсәрҙәренә тотороҡлоҡ, ипле аҡыл, маһирлыҡ өлгөһө булып йәшәне. “Балаларыңдан хөрмәт күргең килһә, ата-әсәңде ҡәҙерлә”, – тигән мәҡәл бар халыҡта. Ғаилә культы, өлкәндәргә ихтирам беҙҙең нәҫелдә борондан һаҡлана.
Минең дә тормошом тик ҡояшлы көндәрҙән генә торманы. Хәйер, барыһын да кисерҙем. Бәлки, шуғалыр ҙа бәхетле бөгөнгөмә үткәндәрем, күңел көҙгөм, кисерештәрем аша бағып, тормошто, кешеләрҙе нығыраҡ аңлайымдыр. Ошо аңлау һәләтен, кешене кеше иткән гүзәл сифаттарҙы балаларыма ла һеңдерергә тырышҡанмын. Изгелек эшләүҙән, Хоҙай биргән һәләтемә хеҙмәт итеүҙән туҡтағаным юҡ. Үҙ аяҡтарыма баҫып йөрөгәнемдә эшләйәсәкмен, Алла бойорһа. Балаларымдың уңышында, бәхетте ҡулда тота белеүҙәрендә, ҡатмарлы мәсьәләләр тыуғанда ла, йөҙ йыртмай, күңел тетрәтмәй, һалҡын аҡыл һәм иплелек менән эш итеүҙәрендә нәҫелебеҙҙең быуындан-быуынға күскән тәрбиә асылын тоям”, – тип уй-фекерҙәре менән уртаҡлаша оло йөрәкле әсә.
Ғәзизрахман ағай ҡыҙының теүәл фәндәргә һәләте барлығын белеп, уны шул йүнәлеш буйынса уҡыуын дауам итергә өгөтләй. Әммә мәктәп йылдарында уҡ үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәктәрендә ҡатнашҡан һылыу сәнғәт юлын һайлай. Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумын тамамлағас, Ишембай районы Петровское ауылына эшкә ҡайта. Унда башҡорт хорын ойоштороп, республика кимәлендә үткәрелгән хор коллективтары араһында беренсе урын ала. Йәш таланттың оҫталығы, тырышлығы билдәләнмәй ҡалмай. Мәрйәм Рахманованы хор йәмғиәттәренең өлкә конференцияһына һәм Бөтә Рәсәй Хор йәмғиәтенең I Съезына делегат итеп һайлайҙар. Мәскәүҙә үткән был мәртәбәле сарала Башҡортостандан ни бары 16 кеше ҡатнаша. Арҙаҡлы сәнғәт оҫталары араһында Маҡар һылыуы ла була.
Мәскәүҙән поезда ҡайтҡанында, билдәле сәнғәт әһелдәре Л. Атанова һәм М. Фоменков менән таныша. Улар һәләтле ҡыҙға Өфө сәнғәт училищеһында белемен камиллаштырырға тәҡдим итә. Егәрле ҡыҙ уҡытыусыларының ышанысын аҡлай һәм училищены ҡыҙыл дипломға тамамлай. Рахманова бөгөн танылған шәхестәр: Зәйтүнә Ғәзизова, Нажия Аллайәрова, Римма Мусина, Фәрзәнә Сәғитова, Суфия Мөхәмәтовалар менән бергә уҡый.
Өфөлә училищела уҡып йөрөгәнендә буласаҡ тормош иптәше Ирек Солтанов менән таныша. Медицина институтында белем алған егет тыныс холҡо, һөймәлекле төҫ-ҡиәфәте, әҙәплелеге менән йәш ҡыҙҙың йөрәген арбай.
“Өйләнештек тә, икебеҙ ике ятаҡта йәшәйбеҙ. Ирек уҡыуҙан һуң килеп, дәрестән ҡайтыуыма ашарға бешереп ҡуя, күлдәктәремде йыуырға алып ҡайтып китә. Мин баракта йәшәйем, йылы һыу юҡ. Уға был йәһәттән уңайлыраҡ. Әйберҙәрҙе йыуып, киптереп, үтекләп алып килә. 1963 йылда Иректең тыуған яғы – Дыуан районы Мәсәғүткә эшкә ҡайттыҡ. Мәсәғүт педагогия училищеһында музыканан белем биреп, йәштәргә сәнғәт серен астым, йыр-моңға һөйөү тәрбиәләнем. Һөйөклө тормош иптәшемә булған мөхәббәтем, көсөмә ышаныс уятып, йөрәгемә ялҡынлы ҡуҙ өҫтәп торғандыр. Тырышып, киләсәккә яҡты өмөттәр бағлап йәшәнек.
Белемгә ынтылышым көслө ине, 1967 йылда Гнесиндар исемендәге Мәскәү дәүләт музыка-педагогия институтына ситтән тороп уҡырға индем. Ул ваҡытта Ризәлә ҡыҙыбыҙға – биш, ә Радик улыбыҙға ни бары ике генә йәш тулғайны. Әгәр шул мәл тормош иптәшем минең ниәтемде күтәреп сыҡмаһа, артабан биш йыл уҡыу дәүерендә таяныс һәм терәк булмаһа, уҡый ҙа алмаҫ инем, моғайын. Шәрифә бейемем дә ярҙам итте. Ике бәләкәс баланы ҡарарға риза булып, кем ҡатынын уҡыуға ебәрһен инде?! Сабыр, хәстәрлекле ине Ирек. Йырлауымды тыңларға, үҙе бейергә яратты. Уның һоҡланыуы ҡанатланып, талпынып ижад итергә көс-ҡеүәт, булмышыма нәзәкәтлек, наҙ өҫтәгәндер. Әле, йылдар шауҡымы аша ла, уның ҡайнар йөрәк тибешен тойоуым, һоҡланыулы ҡарашы һырҙар биҙәге ятҡан йөҙөмдө нурға солғай”, – Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙының мөләйем йөҙөнән, яғымлы тауышынан бәхет ипкене һирпелә. Эйе, ҡайнар мөхәббәттән генә батыр йөрәкле, ҡыйыу, аҡыллы ил улдары һәм ҡыҙҙары донъяға тыуалыр, тип һөйкөмлө әңгәмәсемә һоҡланыуымды белдерәм.
“Батыр йөрәкле ил уҙамандары, тиһегеҙме? Уныһы шулай, Аллаға шөкөр! Әммә йәш атай-әсәйҙәргә фәһем булһын өсөн бер ваҡиғаны бәйән итмәксемен.
1973 йылда ғаиләбеҙ менән Ишембайға күсеп ҡайттыҡ. Радик икенсе синыфта ғына уҡый. Уларҙы сәскәләр баҡсаһына экскурсияға алып барырға булалар. Себештәр кеүек теҙелешеп кенә юл аша сыҡҡандарында, шәп тиҙлек менән килгән машина иң артта атлап барған улымды тапатып китә. Рәт һуңында күҙәтеп барырға тейешле тәрбиәселәре дарыуханаға инеп сыҡҡан арала килеп сыҡҡан был фажиғәле ваҡиға бөтә ҡала халҡын тиерлек аяҡҡа баҫтыра. Иҫтән яҙған, ултырыш һөйәге һынған Радикты шунда уҡ реанимацияға оҙаталар. Бәхеткә күрә, ярай, атаһы дауаханала эшләй.
Өйөбөҙгә йә прокуратуранан, йә мәғариф бүлегенән, йә мәктәптән туҡтауһыҙ киләләр. “Ғариза яҙырға кәрәк, улығыҙҙың ғүмерен ҡыя яҙғандар, тәрбиәсене, мәктәп директорын яуапҡа тарттырһындар”, – тип ҡаңғырталар. Кеше өҫтөнән ялыу менән йөрөү уйы башыбыҙҙа ла юҡ. Иң мөһиме: улыбыҙ иҫән ҡалған. Радигыбыҙҙың ғүмере ҡыл өҫтөндә булғанда, йөрәк көсөбөҙҙө сарыф итеп, ундай әшәке эш менән йөрөргә теләмәйбеҙ, тинек. Ғариза яҙыуҙан баш тартыуыбыҙға ышанмай, әйткәнебеҙҙе таҫмаға яҙҙыртып алдылар. Шунда күптәр ғәжәпләнде беҙҙең “бошмаҫлыҡҡа”. Ярты йылға яҡын дауаханала ятып, улым, ниһәйәт, өйгә ҡайтты. Ошо мәл ғүмеребеҙҙең иң бәхетле минуттары булғандыр!
Радигымдың аяҡтарын күрәм дә йөрәгем әрней: нисәмә ай бәйләнгән килеш ятып, таяҡтай нәҙек кенә булып ҡалғандар. Ошоғаса музыка мәктәбендә шөғөлләнеп, баянда оҫта уйнаған улым: “Мин ҡабат унда йөрөмәҫмен, әсәй, саңғы, велосипед һатып алып бирһәгеҙ, аяҡтарымды нығытыр инем”, – тине. Һорағанын үтәнек. Саңғы спортына илткән тәүге аҙымы шулай уйламағанда килеп сыҡты. Һуңынан биатлон буйынса оло уңыштарға өлгәшеүен, СССР-ҙың спорт мастеры дәрәжәһенә етеп, ил, донъя кимәлендә билдәлелек яулауын күреп, сикһеҙ шатлыҡ кисергәндә, яңынан үткәндәргә ҡайтып, улым менән булған ваҡиға хаҡында йыш уйланырға тура килде. – Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙының күҙҙәрендә мәрйендәй күҙ йәштәре төйөлгәнен күреп, һүҙҙе икенсегә бормаҡсымын да, телефон шылтырай. – Ҡарағыҙсы, Радик улым шылтырата, әллә ҡайҙан һиҙә ул минең күңел торошомдо, уның хаҡында һөйләгәнемде, – үҙенең шул арала һырҙары яғылып, йөҙө балҡып киткәндәй була. – Һуйып ҡаплаған кеүек атаһына оҡшаған бит ул: төҫкә уға тартҡан, ә холҡо – минеке: маҡсатлы, тынғыһыҙ йән. Хоҙай Тәғәлә ҡайһы берҙә тормошоңдо ҡайырып, һындырып тигәндәй бәхет юлын аса. Шуға күңелһеҙ ваҡиғаға тарығанда ла ғәйеплене эҙләргә, уның өсөн үс алырға тырышыу ярамайҙыр. Бигерәк тә, заман әсәләренә ҡарап, хайран ҡалам. Балалар баҡсаһында, мәктәптә йә урамда балаларының тәнендә бәләкәс кенә сыймаҡ күрһәләр ҙә, оло бола ҡуптарырға әҙер торалар. Үҙем педагог булараҡ, уҡытыусылар, тәрбиәселәр өсөн йөрәгем һыҙлай. Йәштәрҙең дорфа, мәрхәмәтһеҙ ҡыланыуын бер нисек тә аҡлағым килмәй. Эйе, һәр әсәгә үҙ сабыйы ҡәҙерле, шулай ҙа бала, бигерәк тә малайҙар, өлкәндәргә һылтанып түгел, ә үҙ көсөнә ышанып үҫергә тейеш, тип уйлайым. Тормош диңгеҙе тулҡындарҙан тора, үҙ тулҡыныңды тотоп, уны тойоп, үҙеңә буйһондора алһаң ғына уңыш ишектәре асыла”, – тәжрибәле уҡытыусы, лайыҡлы балалар үҫтергән әсәнең һүҙҙәре һәр кем өсөн йәшәү ауазы булып яңғырай.
Мәрйәм апай үҙе байтаҡ йылдар Ишембай музыка мәктәбендә уҡыусылар һәм уҡытыусылар хорын етәкләй. Ул етәкләгән хор коллективтары республика кимәлендә үткәрелгән йыр-моң сараларында, бәйгеләрҙә ҡатнашып, еңеү һәм танылыу яулау бәхетенә өлгәшкән. Ошо сәнғәт төрөнә оло мәғәнә һалған һәм йөҙәрләгән баланың йөрәк тибешен бер һулыштан тибергә, бер-береңде тойорға өйрәткән остаздың эшмәкәрлеге ысынында ҙур тәрбиәүи әһәмиәткә эйә. “Хор – мөғжизәүи донъя, унда ер-әсәнең тын алышы ла, тәбиғәттең мәғрур көсө лә, йыһан тирбәлеше лә, йәшәү көрәше лә сағыла. Бергә йырлау, ноталарҙың дөрөҫ яңғырашы, көслө ауаз барлыҡҡа килтереп, һүнмәҫ ҡөҙрәт менән һуғара. Хорҙа йырлаусыларҙың интеллектуаль ҡеүәте артыуы ғилми раҫланған”, – ти һәләтле йырсы.
Тырышып донъя көткән, яҡты һөйөү хисенә тап төшөрмәй, бер-береһен, күҙ нурылай, ҡәҙерләгән Солтановтарҙың ғаиләһенә күптәр һоҡланып ҡарай. Шулай киләсәктәре лә, мөхәббәткә тулған ҡояшлы көндәр теҙмәһеләй, болотһоҙ ғына дауам итер ине лә. Уйламағанда ғаиләгә ауыр ҡайғы төшә. Тормош иптәшенә ҡатмарлы диагноз ҡуялар. Иренең көндән-көн һыҙланып, үлемесле сир менән көрәшеүен күҙәтергә, ярҙам итә алмауҙан күҙ йәштәренә быуылырға, өмөтһөҙлөккә бирелмәҫ өсөн көслөнөң көслөһө булырға тура килә уға. Кеше ғүмере һағында торған, йөҙәрләгән, меңәрләгән ауырыуҙы дауалаған табип яҙмыш ебәргән ауырыу алдында юғалып ҡала. Аҡыллы, сабыр ир, үҙен ҡулға алырға көс табып, яҡындарына ауырлығын һалмай, сирен лайыҡлы күтәрә. Үҙе өсөн түгел, ә һөйөклө ҡатыны, ныҡлы аяҡҡа баҫып өлгөрмәгән балалары өсөн генә йөрәге уттай һыҙылғандыр...
“Иптәшемде хөрмәтләп ерләнек, ауыр ҡайғынан арынып та өлгөрмәнем, үҙем дауаханаға эләктем. Ҡатмарлы операция үткәрҙем. Дауахананан сыҡҡас, балалар менән өйҙә, артабан нимә эшләргә, нисек йәшәргә, тип баш ватып ултырабыҙ. Улым, киләсәккә ҙур өмөт бағлаған спортсы булараҡ, нефть институтына µѕтµнлµк менєн уҡырға ингәйне. Күңеленә ятманы. Атаһының яңы алынған машинаһы ултыра. Улымдың йәш, дәртле сағы. Хәҙер иптәштәрен машинаға ултыртып, ваҡытты бушҡа ауҙарып йөрөүе лә ихтимал бит, тип хафаланам. Үҙемде ҡәтғиерәк тоторға, дилбегәне ҡулдан ысҡындырмаҫҡа тырышыуым инде. “Балалар, мин атайығыҙҙың машинаһын һатам, аҡса ла, улым, һинең киләсәгеңде хәл итергә лә кәрәк”, – тинем. Улар өндәшмәне. Машина аҡсаһының бер өлөшөнә Радик улыма сит илдәр буйлап сәйәхәткә путевка алдым. Әйҙә, донъя күреп, фекер туплап, йәшәүгә дәрт ҡабыҙып ҡайтһын, тием. Ысынлап та, сәйәхәттең йоғонтоһо булды. “Әсәй, сит илдә халыҡ матур, етеш йәшәй икән”, – тип хайран ҡалып һөйләй. “Улым, бына бит, матур йәшәгең килһә, булдыра алаһың ул, һин көслөһөң дә, аҡыллыһың да, тағы тырышлыҡ ҡына өҫтәһәк”, – тинем. Минең ышанысым уға изге фатихалай тәьҫир итте, әйтерһең. Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетына уҡырға инде. Маҡсатлы, изге йөрәкле, үҙ көсөнә ышанған кеше барыһына ла өлгәшә ала. Байлыҡ та, дәрәжә лә, хөрмәт тә тырыштарҙы, үҙ хыялына тоғроларҙы, еңеүсе рухлыларҙы үҙ итә. Ризәлә ҡыҙым өсөн дә ҡыуанам: улар мырҙаһы менән гел үҙ-ара татыу һәм бер-береһенә ышаныслы терәк булды. Балаларымдың әлеге уңышы – уларҙың тырыш хеҙмәт һәм аҡыл емеше”, – тип балаларының уңыш серен аса яғымлы ханым.
Бөгөн Радик Ирек улы Солтанов ҙур ғына заводтарҙы берләштергән “Компания РИА” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советы рәйесе вазифаһын биләй. Компания эсендә “Салаватстекло”, “Искож” һәм тағы бер нисә ойошма иҫәпләнә. Башҡорт олигархтары юҡ, тибеҙ. Бына бит бар халҡыбыҙҙың ҡыйыу, аҡыллы һәм юғары дәрәжәләргә өлгәшкән батыр улдары. ≠ґе µс бала атаћы ла. Мәрйәм Солтанованың ҡыҙы Ризәлә менән кейәүе Фәнил дә үҙ һөнәрҙәре буйынса уңышлы карьера ҡорған. Ә бер ейәне, олатаһы юлын дауам итеп, табип һөнәрен һайлаған.
Мәрйәм Солтанова, хаҡлы ялға сыҡҡас, ҡайҙа ғына йөрөһә лә, тыуған ауылым балаларына музыка серҙәрен өйрәтә алһам ине, тигән күптәнге хыялын тормошҡа ашырыу ниәте менән Маҡарға ҡайта. Балаларының, әсәй, инде күпме эшләргә була, ял ит, үҙең өсөн йәшә, тип ялбарыуын да тыңламай. Әллә күпме михнәт аша үтеп, Маҡар ауылында музыка мәктәбен асыуға өлгәшә. Тәүге арала ул нигеҙе сереп бөткән ата-әсәһенең иҫке йортонда йәшәй. Көслө, талантлы уҡытыусылар коллективы туплап, дәррәү эш башлайҙар. Радик Ирек улы Маҡар ауылына төрлө яҡлап ярҙам итә: бөтә уңайлыҡтары булған балалар баҡсаһы һалдырта, урта мәктәпте заманса итеп төҙөкләндертә, музыка мәктәбенең эшмәкәрлегенә бәйле сығымдарҙы тулыһынса тиерлек үҙ иңенә ала. Олатай-өләсәһенән ҡалған иҫке өй янына, хан һарайылай, ике ҡатлы йорт күтәртә. “Беҙҙә яңы ғына ғаилә дуҫыбыҙ Иосиф Кобзон ҡунаҡта булып китте, яҡты, иркен өйөбөҙҙән кеше өҙөлмәй: яҙыусылар, фән әһелдәре, артистар, ауылдаштар”, – тип һөйөнә мөғәллимә.
Хәстәрлекле педагог эскән ғаиләләрҙә үҫкән балаларҙы ла йыр-моң донъяһына әүрәтеп, күңелдәрендә яҡтылыҡҡа ышаныс, матурлыҡҡа ынтылыш тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуйған. Уҡыусылары өсөн үҙ аҡсаһына милли сәхнә күлдәктәре тектертә. Хәҙер “Селтербей” балалар ансамбле ҡала, район һәм республика кимәлендә үткән мәҙәни сараларҙы биҙәй, бәйгеләрҙә ҡатнаша. Һуңғы йылдарҙа Мәрйәм Солтанова үҙен һәләтле композитор итеп тә танытты. Өс йыр китабы донъя күргән.
Ул йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем. Өс саҡырылыш рәттән Маҡар ауыл советы депутаты итеп һайланған. Мәҙәниәтте үҫтереүгә бағышлаған эшмәкәрлеге өсөн Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙы Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булған. “Башҡортостан Республикаһындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн” отличие билдәһенә эйә. Сәнғәт һәм мәҙәниәт өлкәһендәге юғары ҡаҙаныштары өсөн “Салауат Юлаев” ордены менән бүләкләнгән. Уға Ишембай ҡала һәм районының Почетлы гражданы исеме бирелгән.
Халҡым, тип йән атҡан көслө рухлы остаз, ысын шәхес, тыуған еренең тоғро ҡыҙы һәм оло йөрәкле әсә ошо көндәрҙә оло юбилейын билдәләй. Ярай, илемә батыр балалар үҫтергәнмен, халҡыма һәм һөнәремә йәнемде аямай хеҙмәт иткәнмен, тип тынысланып ултырырға йыйынмай Мәрйәм апай. Ул бөгөн дә ҙур маҡсаттар менән йәшәй. Рәсәй, хєҙер инде донъя кимәлендә билдәле шәхес, абруйлы эшҡыуарҙың әсәһе лә бит әле ул. Ә үҙе шул хәтлем ябай, мөләйем һәм ипле. Киң күңелле, ярҙамсыл, егәрле ҡатындың тыуған еренә, халҡына, һайлаған һөнәренә мөхәббәте балаларына ла күскән. Изге йөрәкле әсә һәм ул: Мәрйәм Солтанова һәм Радик Солтанов кеүек олуғ шєхестєребеҙ булғанда, халҡыбыҙҙың киләсәге өсөн борсолаһы түгел. Илебеҙҙең ғорурлығы, таянысы, йөҙө булған аҫыл миллєттєштєребеґґењ йәшәү ҡото һүрелмәһен, ә ишәйһен һәм сәскә атһын!
Альбина ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА.
Александр ДАНИЛОВ фотолары.
Ишембай районы.

Теги: